Дивизия
Дивизия | |
Дивизия Викимилектә |
Дивизия (лат. divisio айырылыу, бүленеү) — күп дәүләттәрҙең ҡораллы көстәрендә төп тактик берләшмә. Ҡораллы көстәрҙең бөтә тармаҡтарында һәм төрҙәрендә тиерлек бар һәм хәрби заданиеларҙы үтәү өсөн тәғәйенләнгән.
Корпус, армия, фронт, флот һ.б. формированиелар составында, шулай уҡ үҙ аллы тәртиптә һуғыш (хәрби хәрәкәттәр) алып бара ала[1].
Командование, составы һәм һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дивизияны дивизия командиры вазифаһындағы офицер етәкләй.
Дивизияның штат структураһы ҡораллы көстәр һәм ғәскәр төрөнә ҡарап айырыла. Ҡоро ер ғәскәрҙәрендә ул дивизия идаралығынан, бер нисә полктан йәки бригадаларҙан, айырым батальондарҙан, дивизиондарҙан, роталарҙан һәм хәрби, тыл тәьминәте батареяларынан тора. Хәрби-һауа көстәрендә дивизия эскадраларҙан һәм ҡанаттарҙан тороуы мөмкин. Хәрби-диңгеҙ флотында дивизия составына караптар йәки караптар бригадалары һәм караптар дивизиондары инә[2].
Дивизияла төрлө тарихи осорҙарҙа полктар (бригадалар) һаны 2-нән алып (пехота һәм авиация дивизиялары) 11—12 полкҡа тиклем (Бөйөк Британияның кавалерия дивизияларында һәм СССР-ҙың стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре) тирбәлә.
Дивизия составының иҫәбе уның тибына һәм тарихи осорға бәйле. Түбәндәтөрлө тарихи осорҙарҙа төрлө дәүләттәрҙең йәйелдерелгән дивизиялары һаны (һуғыш ваҡыты штаты буйынса) күрһәтелә[3][4][5][6]:
- Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының еңел кавалерия дивизияһы (1941 йылдың ноябренә ҡарата) — яҡынса 3000;
- Рәсәй империяһының кавалерия дивизияһы (1914 йыл) — яҡынса 4000;
- Германия империяһының кавалерия дивизияһы (1914 йыл) — 4200;
- Японияның танк дивизияһы (1990-сы йылдарҙа) — 6500;
- СССР-ҙың һауа-десант дивизияһы (1980-се йылдарҙа) — 6500[7] (8000[8]);
- Италияның мото-кавалерия (хәрәкәт) дивизияһы (1941 йыл) — 7500;
- СССР диңгеҙ пехотаҙы дивизияһы (1980-се йылдарҙа) — 8000[9] (11 000[10]);
- Японияның пехота дивизияһы (1990-сы йылдарҙа) — 9000;
- Францияның альп пехота дивизияһы (1990-сы йылдарҙа) — 9800;
- Италияның моторлаштырылған дивизияһы (1943 йыл) — 10 500;
- СССР-ҙың танк дивизияһы (1980-се йылдарҙа) — 11 620;
- Румынияның тау пехотаһы дивизияһы (1943 йыл) — 12 000;
- Германияның егерь дивизияһы (тау пехотаһы дивизияһы) (1945 йыл) — 13 056;
- СССР-ҙың мотоуҡсылар дивизияһы (1980-се йылдарҙа) — 13 300;
- Бөйөк Британияның пехота дивизияһы (1939 йыл) — 14 500;
- РККА-ның уҡсылар дивизияһы.
- 1941 йылдың апреленән — 483 14;
- 1941 йылдың июленән — 10 859;
- 1941 йылдың декабренән — 626 11;
- Германияның танк дивизияһы (1943 йылдың октябренән) —14 726;
- Францияның механизацияланған дивизияһы (1980 йыл) — 16 000;
- Германияның пехота дивизияһы
- 1941 йылдың февраленән — 16 859;
- 1943 йылдың октябренән — 12 713;
- Румынияның пехота дивизияһында (1941 йылға) — 17 500;
- АҠШ-тың диңгеҙ-пехота дивизияһы (1990 йыл) — 19 000;
- Германияның мотопехота дивизияһы (1990 йыл) — 21 000;
- Германия тау пехотаһы дивизияһы (1990 йыл) — 23 800.
Ҡораллы көстәрҙә дивизияларҙың урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дивизия ойошмаһы — ғәскәрҙәр төрөндә йәки ҡораллы көстәр формаһында формирование структураһы һәм ойоштороу структураһы, уның нигеҙен дивизиялар тәшкил итә.
Хәҙерге этапта төрлө дәүләттәрҙең ҡораллы көстәренең ҡоро ер ғәскәрҙәрендә ғәскәрҙәрҙе ойоштороуҙың ике төрө осрай: ғәскәрҙәрҙе бригадаға ойоштороу (ғәскәрҙәрҙең нигеҙе айырым бригадаларҙан тора) һәм ғәскәрҙәрҙе дивизияға ойоштороу. Дивизия ойошмаһы күпселек дәүләттәрҙә өҫтөнлөк итә.
Ғәскәрҙәрҙең бригада ойошмаһы дивизия составына ингән полк менән сағыштырғанда үҙ аллы эш итеү һәләтенә эйә. Махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәр бригадалары үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы комплекслы хәл итеү һәләте менән айырыла. Бригада — махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәрҙә осраған берҙән-бер берләшмә төрө[11].
Махсус ғәскәрҙәрҙә дивизиялар булдырыуҙа берҙән-бер осраҡ СССР Ҡораллы Көстәре тарихында була, ул ваҡытта юл ғәскәрҙәре составында 1945 йылдан 1956 йылға тиклем ғәмәлдә булған Махсус юл-төҙөлөш корпусына берләштерелгән 5 юл-төҙөлөш дивизияһы ойошторола[12].
Дивизиялар менән сағыштырғанда бригадаларҙың өҫтөнлөгө — юғары маневрлы булыуы. Хәрби составтың төрлөлөгө һәм үҙаллылығы бригадаға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәрби тәртипте ҡайтанан үҙгәртеп ҡороу, фронт һәм тәрәнлек буйынса оператив йүнәлештә яңынан төркөмләнеү мөмкинлеген бирә. Оператив-тактик үҙаллылыҡ бригадаларға төп көстәрҙән айырым, тарҡау йүнәлештәрҙә оҙаҡ хәрәкәт итергә мөмкинлеге бирә[13].
Шуның менән бергә ҡайһы бер хәрби эксперттар бригада ойошмаһы күләмле хәрби хәрәкәттәр өсөн маҡсатҡа ярашлы түгел, улар өсөн дивизия нығыраҡ ҡулайлаштырылған, тип иҫәпләй. Шул уҡ ваҡытта улар ҙур булмаған ҡораллы конфликттар өсөн бригадаларҙы файҙаланыу дивизияларҙы файҙаланыуға ҡарағанда файҙалыраҡ булыуын да инҡар итмәй[14].
90-сы йылдарҙа элекке СССР илдәрендә, дөйөм иҡтисади көрсөк һәм ҡораллы көстәрҙе финанслауҙың кәмеүе, шулай уҡ уларҙы ҡыҫҡартыу менән бәйле, ғәскәрҙәрҙең дивизия ойошмаһынан бригадаға күсеү процесы бара. Шулай итеп, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә ғәскәрҙәрҙең дивизион ойошмаһы стратегик ракета ғәскәрҙәрендә һәм өлөшләтә Һауа-десант ғәскәрҙәрендә генә һаҡланып ҡала. Хәҙерге этапта элекке СССР-ҙың бөтә дәүләттәрендә ҡоро ер ғәскәрҙәренең нигеҙен айырым бригадалар (мотоуҡсылар, механизацияланған, артиллерия, танк, десант-штурм) тәшкил итә[15][16].
2013 йылдан РФ Ҡораллы Көстәрендә дивизия ойошмаһын өлөшләтә тергеҙеү процесы башлана.
Дивизиялар ойошторолоу тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәрби тарихтағы тәүге дивизиялар XVII быуатта Бөйөк Британия, Нидерланд һәм Францияның елкәнле флоттарында төҙөлә һәм бер дивизия караптар эскадраһының өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Батша флотында караптарҙың тәүге дивизиялары XIX быуат башында төҙөлә. Уларҙың һәр береһе 9 ҙур һәм урта караптан йәки 3 ҙур һәм бер нисә бәләкәй караптан торған берләшмәләрҙән тора. XIX быуаттың икенсе яртыһында бронялы флот барлыҡҡа килгәс, дивизиялар бер типтағы караптарҙан торған берләшмәләргә әүерелә. Мәҫәлән, линиялы караптар дивизияһына 6—8 карап инә һәм ул эскадраның үҙәген тәшкил итә. Разведка-күҙәтеү хеҙмәте алып барыу һәм дошмандың миноносецтары һөжүмен кире ҡағыу өсөн еңел крейсерҙар дивизияһы ойошторола, ул ғәҙәттә 8 карапты үҙ эсенә ала. Торпеда һөжүмдәрен башҡарыу һәм кире ҡағыу өсөн эскадрала 4 миноносец батальонынан (барлығы 36 карап) һәм кәрәкле ярҙамсы судноларҙан торған мина дивизиялары булдырыла.
Рәсәй империяһы ҡоро ер ғәскәрҙәренең дивизион берләшмәһен ойоштороу өсөн тәүге тәүшарт булып 3 «генераллыҡ» тора, уларҙың һәр береһе 9 полктан тора. Бындай ғәскәрҙәр ойоштороуҙы Петр Беренсе 1699 йылда индерә. Генераллыҡтар тыныс ваҡытта административ функциялар үтәй, хәрби коллегия һәм полктар араһындағы хәрби идара звеноһы була. Швеция менән Төньяҡ һуғышта хәрби хәрәкәттәр башланыу менән генераллыҡтар базаһында тәүге өс дивизия булдырыла. Улар менән генералдар А. А. Вейде, А. М. Головин һәм А. И. Репнин етәкселек итә (тиҙҙән И. Ю. Трубецкойҙың 4-се дивизияһы барлыҡҡа килә). 1716 йылдағы Хәрби Уставҡа ярашлы, дивизия үҙенең составы буйынса, хәлгә ҡарап, даими булмаған подразделение. Һәр дивизияға уртаса 2—3 бригада инә, улар үҙ сиратында пехота һәм кавалерияның 2—3 полкынан тора.
XVIII-нең беренсе яртыһында Францияның ҡоро ер ғәскәрҙәрендә, ә унан һуң Австрия һәм Пруссияла беренсе дивизиялар булдырыла. XIX быуатта дивизия күп дәүләттәрҙең армияларында төп тактик берләшмәгә әүерелә. XVIII быуат аҙағында XIX быуат башында батша армияһында дивизиялар бөтөрөлә һәм инспекция итеп үҙгәртелә. 1806 йылда дивизиялар яңынан тергеҙелә. 1811 йылда ике гренадер дивизияһы ойошторола. Батша армияһында беренсе артиллерия дивизиялары 1819 йылда ойошторола.
Беренсе донъя һуғышы алдынан ике коалицияның пехота дивизияларының штаттағы структураһы оҡшаш була һәм уның составында һәр береһендә 2 полктан торған 2 пехота бригадаһы, кавалерия дивизионы (1-нән 3-кә тиклем эскадрон) һәм 1-се артиллерия бригадаһы (йәки артиллерия полкы) була. Дивизияның шәхси составы 15 000—16 000 кешегә етә (батша армияһында — 21 000-гә тиклем) һәм 36-нан 72-гә тиклем артиллерия тубы менән ҡораллана.
Кавалерия дивизияһында 4 — 6 полк була, уларҙың шәхси составы 4000 — 9000 кеше тәшкил итә. Хәрби хәрәкәттәр барышында, ғәскәрҙәр менән идара итеүҙе рационалләштереү маҡсатында, пехота дивизияларында бригада звеноһы артыҡ булғанлыҡтан бөтөрөлә, был ҡуйылған хәрби бурыстарҙы үтәүҙә полктарҙың үҙаллылығын күтәреүгә йоғонто яһай. Ут саралары үҫешендәге прогрес һәм төркөм тактикаһын ҡабул итеү һөҙөмтәһендә пехота дивизиялары пехота, атлы ғәскәрҙәр, артиллерия, сапёр подразделениелары һәм элемтә ғәскәрҙәренән торған дөйөм ғәскәри берләшмәгә әйләнә. Һуғыш аҙағына дивизияларҙы пулемёттар, орудиелар, миномёттар һәм бомба ташлағыстар менән тулыландырыу бөтә армияларҙағы дивизияларҙың ут ҡеүәтен һиҙелерлек арттыра.
Ғәскәр төрҙәрендә һәм ҡораллы көстәр төрҙәрендә дивизиялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡоро ер ғәскәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пехота (уҡсы) дивизияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ ополчениеһы дивизияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Германия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кавалерия дивизияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мотоуҡсылар дивизияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мотоуҡсылар дивизияһы (мсд) төп дөйөм ғәскәри тактик берләшмә. Рәсәй хәрби терминологияһына ярашлы, башҡа дәүләттәрҙең хәҙерге армияларында функциялары буйынса оҡшаш дивизиялар «мотопехота» тип атала. СССР Ҡораллы Көстәре тарихында мотоуҡсылар дивизиялары ике тапҡыр ойошторола һәм пехотаның төрлө типтағы берләшмәләренән тора (моторизацияланған һәм механизацияланған). Тәүге тапҡыр улар 1939 йылда ойошторола һәм бөтә шәхси составы автомобилдәрҙә йөрөгән моторлаштырылған пехота берләшмәһе була. Ошо уҡ осорҙа башҡа дәүләттәр армияларында ойошторолған моторлаштырылған пехота дивизиялары, рус телле сығанаҡтар мотопехота дивизиялары тип атала. СССР-ҙа ойошторолған тәүге мотоуҡсылар дивизиялары 3 мотоуҡсылар һәм 1 артиллерия полкынан, танк батальонынан, танкыға ҡаршы артиллериялағы дивизионынан, зенит-артиллерия дивизионынан, разведка батальоны һәм башҡа подразделениеларҙан тора. Дивизия составы 10 000 кешенән тора, унда 37 танк, 209 орудие һәм миномёт, 58 бронемашина һәм 1400 самаһы автомобиль булған. 1940 йылда мотоуҡсылар полктарының һаны икегә тиклем кәметелә, әммә уның составына танк полкы индерелә.
Объектив сәбәптәр арҡаһында, Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән 1941 йылдың авгусынан 1943 йылдың ғинуарына тиклемге осорҙа, автомобилдәр менән тәьмин итеү ҡыйынлығы һәм уларҙың етешмәүе сәбәпле, бөтә мотоуҡсылар дивизияһы уҡсылар дивизияһына үҙгәртелә.
Һуғыштан һуңғы осорҙа СССР Ҡораллы Көстәрендә 1956—1957 йылдарҙа булдырылған мотоуҡсылар дивизияһы (МСД) механизацияланған пехота берләшмәһенә әүерелә. СССР-ҙың һуңғы осоронда, мотоуҡсылар дивизияһы составына 3 мотоуҡсылар полкы, 1 артиллерия полкы, 1 танк полкы, 1 зенит-артиллерия полкы, айырым танкыға ҡаршы артиллерия батальоны, айырым ракета батальоны, айырым инженер һәм сапер батальоны, айырым элемтә батальоны, айырым разведка батальоны һәм хәрби-логистика тәьминәте частары һәм башҡа подразделениелары инә. Уның төп һөжүм көсө булып 9 мотоуҡсы һәм 6 танк батальоны тора. Шуның менән бергә ҡайһы бер ғәскәрҙәр төркөмдәрендә 80-се йылдар уртаһын үҙгәртеп ҡороу барышында танк полктары таратыла, ә дивизиялар составына мотоуҡсылар полкы һәм айырым танк батальоны индерелә[17]. Билдәләнгән осорҙа мсд хәрби хәрәкәттәрҙең тәғәйенләнешенә һәм шарттарына ярашлы 120—230 танкыһы, 2-4 тактик ракета ҡулайламаһы (1988 йылға тиклем), 180—236 артиллерия ҡоралы һәм миномёты һәм башҡа ҡоралдары була. Шәхси составы — 11 000 — 14 000 кеше.
90-сы йылдар башында Рәсәй Федерацияһында оборона йүнәлешендә яңы хәрби доктрина ҡабул ителеүгә бәйле мотоуҡсылар дивизияһында танкылар һаны — 120—180 берәмеккә тиклем, ә артиллерия тубы иҫәбе 84-180 берәмеккә тиклем кәметелә. Байтаҡтарының составынан айырым ракета дивизионы сығарыла, ә танк полкы урынына айырым танк батальоны индерелә[17].
Хәҙерге заманда башҡа дәүләттәрҙә СССР/Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең мотоуҡсылар дивизияһына оҡшаш формированиелар мотоуҡсылар дивизияһы (мпд) һәм механизацияланған дивизиялар (мехд) тип атала.
Моторлаштырылған дивизия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мото-пехота дивизияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Механизацияланған дивизия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Танк дивизияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бронетанк дивизияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Артиллерия дивизияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пулемет-артиллерия дивизияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәрби-диңгеҙ көстәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һыу өҫтө караптары дивизияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һыу аҫты кәмәләре дивизияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Диңгеҙ пехотаһы дивизияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Диңгеҙ авиацияһы дивизияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яр буйы һағы дивизияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәрби-һауа көстәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һауа оборонаһы ғәскәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һауа оборонаһы дивизияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һауа оборонаһы истребителдәр авиацияһы дивизияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зенит-артиллерия дивизияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зенит-пулемет дивизияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зенит-прожектор дивизияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аэростат дивизияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һауанан күҙәтеү, хәбәр итеү һәм элемтә дивизияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һауа-десант ғәскәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һауа-десант дивизияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аэромобиль дивизия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һауа-штурм дивизияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тылды һаҡлау дивизияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡораллы көстәрҙән тыш дивизиялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Партизан дивизиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көс ведомстволары дивизиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Авиационная дивизия
- Мотострелковая дивизия
- Воздушно-десантная дивизия
- Танковая дивизия РККА
- Танковая дивизия вермахта
- Список стрелковых, горнострелковых, мотострелковых, механизированных и воздушно-десантных дивизий РККА, дивизий НКВД (1941—1945)
- Список кавалерийских, танковых и артиллерийских дивизий РККА (1941—1945)
- Список авиационных дивизий военно-воздушных сил СССР (1941—1945)
- Список дивизий Вооружённых сил СССР (1989—1991)
- Преемственность дивизий Вооружённых сил СССР
- Список дивизий Третьего рейха
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Коллектив авторов. Том 3, статьи «Дивизия», «Дивизия кораблей», «Дивизия ПВО», «Дивизия народного ополчения», «Дивизия морской пехоты», «Дивизия партизанская» // Советская военная энциклопедия / Под ред. Гречко А. А.. — М.: Воениздат, 1977. — С. 180—182. — 678 с. — 105 000 экз.
- ↑ Коллектив авторов. Том 3, статья «Дивизия» // Военная энциклопедия / Под ред. Грачёв П. С.. — М.: Воениздат, 1995. — С. 68—76. — 543 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-00748-9.
- ↑ Коллектив авторов. Том 3, статья «Дивизия» // Военная энциклопедия / Под ред. Грачёв П. С.. — М.: Воениздат, 1995. — С. 68—76. — 543 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-00748-9.
- ↑ Феськов В. И., Голиков В. И., Калашников К. А., Слугин С. А. «Вооружённые Силы СССР после Второй мировой войны: от Красной Армии к Советской. Часть 1: Сухопутные войска». — Томск: Издательство Томского университета, 2013. — С. 143—145, 146-155, 161-168, 185, 199-214, 204-215, 231-234, 246-251, 285-291. — 640 с. — ISBN 978-5-89503-530-6.
- ↑ Коллектив авторов. Раздел 4. «Organization» // Field Manual No. 100-2-3 «The Soviet Army:Troops, Organization, and Equipment» / Под ред. Carl E. Vuono[en]. — Вашингтон: US Government Printing Office, 1991. — С. 32 (4-9) — 188 (4-158). — 456 с.
- ↑ Феськов В. И., Голиков В. И., Калашников К. А. Глава 20. Противники Красной армии на советско-германском фронте в годы войны // «Красная Армия в победах и поражениях 1941-1945 гг.» / Под ред. Черняк Э. И.. — Томск: Издательство Томского университета, 2003. — С. 571—583, 591-603. — 631 с. — ISBN 5-7511-1624-0.
- ↑ Коллектив авторов. Раздел 4. «Organization» // Field Manual No. 100-2-3 «The Soviet Army:Troops, Organization, and Equipment» / Под ред. Carl E. Vuono[en]. — Вашингтон: US Government Printing Office, 1991. — С. 32 (4-9) — 188 (4-158). — 456 с.
- ↑ Коллектив авторов. Том 3, статья «Дивизия» // Военная энциклопедия / Под ред. Грачёв П. С.. — М.: Воениздат, 1995. — С. 68—76. — 543 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-00748-9.
- ↑ Коллектив авторов. Раздел 4. «Organization» // Field Manual No. 100-2-3 «The Soviet Army:Troops, Organization, and Equipment» / Под ред. Carl E. Vuono[en]. — Вашингтон: US Government Printing Office, 1991. — С. 32 (4-9) — 188 (4-158). — 456 с.
- ↑ Коллектив авторов. Том 3, статья «Дивизия» // Военная энциклопедия / Под ред. Грачёв П. С.. — М.: Воениздат, 1995. — С. 68—76. — 543 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-00748-9.
- ↑ Коллектив авторов. Том 1, статья «Бригада» // Военная энциклопедия / Под ред. П. С. Грачёв. — М.: Воениздат, 1997. — С. 576—581. — 639 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-01655-0.
- ↑ Фонд Александра Яковлева. Доклад МВД СССР на имя Л.П. Берия и Г.М. Маленкова «О структуре МВД СССР». 1 сентября 1949 года . www.alexanderyakovlev.org. Дата обращения: 2 июнь 2018. Архивировано 13 июнь 2018 года.
- ↑ Доктор военных наук Воробьёв И. Н., доктор военных наук Киселёв В. А. Статья «Переход Сухопутных войск на бригадную структуру как этап повышения их маневроспособности». Журнал Военная мысль. № 2, 2010 год. стр.18—24
- ↑ Попов И. М. кандидат исторических наук, независимый военный эксперт. «Дивизии против бригад, бригады против дивизий. Что эффективнее в современном бою» . Независимое военное обозрение (12 июль 2013). Архивировано 27 апрель 2018 года.
- ↑ Захаров В. М. Часть II. Военные организации постсоветских государств // «Военное строительство в государствах постсоветского пространства». — М.: Издательство РИСИ, 2011. — С. 68—145, 187-219, 228-250, 279-308, 326-374. — 380 с. — ISBN 978-5-7893-0118-0.
- ↑ Mark Galeotti. «Putin's Army» — «Divisions to brigades» // «The Modern Russian Army 1992–2016». — Оксфорд: Osprey Publishing, 2017. — С. 27, 54. — 68 с. — ISBN 978-1-47281-909-3.
- ↑ 17,0 17,1 Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;СА
төшөрмәләре өсөн текст юҡ
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дивизия // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Дивизия // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дивизия Викиһүҙлектә | |
Дивизия Викимилектә |
- Организация дивизий ВС СССР в начале 1970-х годов . commi.narod.ru. Дата обращения: 13 ғинуар 2019.
- Все справочники > Федеральные архивы > Российский государственный военно-исторический архив (РГВИА) > Российский государственный военно-исторический архив. Путеводитель. Том 2. 2006 Дивизии. web.archive.org. Дата обращения: 13 ғинуар 2019.