Эстәлеккә күсергә

Ейәнсурин Ғәҙелша Дәүләт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәҙелша Дәүләт улы Ейәнсурин
Ғәҙелша Дәүләт улы Ейәнсурин
БАССР-ҙың Баш суды рәйесе
1929 — 1931
БАССР коммуналь хужалығы халыҡ комиссары
1934 — 1937
 
Тыуған: 1894({{padleft:1894|4|0}})
Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе,
(хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы) Буҫтыбай ауылы
Үлгән: 27 ноябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы
Партия: Советтар Союзы Коммунистар партияһы
 
Наградалары:
Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1922

Ейәнсурин Ғәҙелша Дәүләт улы (18941937) — дәүләт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының Баш суды рәйесе (1929—1931).

Ғәҙелша Дәүләт улы Ейәнсурин 1894 йылдың октябрендә Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы) Буҫтыбай ауылында тыуған.

1906—1910 йылдарҙа Сәйетҡол рус-башҡорт училищеһында белем ала. 1912 йылдан Ырымбур ҡалаһында Хөсәйеновтың типографияһында эшләй[1].

1915 йылдан Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Көнбайыш фронтта 104-се пехота полкының взвод командиры булып хеҙмәт итә, унда өлкән унтер-офицер дәрәжәһе бирелә. 1917 йылдың декабрендә фронттан ҡайта[1].

1917 йылдың майында Мәскәүҙә үткән I Бөтә Рәсәй мосолмандары съезында ҡатнаша. 1918 йылдан 2-се Ҡара-Ҡыпсаҡ улусы идараһында, Башҡортостан автономияһы Ҡыпсаҡ кантон башҡармаһында эшләй[2].

1919 йылдың февралендә Башревкомдың бойороғо буйынса Ҡыпсаҡ кантон башҡарма комитетын ойоштороу менән шөғөлләнә[1]. Ҡапыл сирләп киткәс, туған ауылына ҡайта. Аҡтар баҫып алғас, Колчак ғәскәренә алына, Белов корпусындағы кавалерия полкында хеҙмәт итә. 1919 йылдың авгусында Орск янында аҡтар сигенә башлағас, бер төркөм башҡорт һалдаттары менән ҡыҙылдар яғына сыға, Муса Мортазиндың Башҡорт айырым кавалерия бригадаһына барып эләгә. Бригадала эскадрон командиры булып хеҙмәт итә, Урал фронтында казактарға ҡаршы һуғыша[3].

1920 йылдың апреленән Башҡорт кавалерия бригадаһы составында совет-поляк һуғышы фронтына ебәрелә. Бында 27-се Башҡорт кавалерия полкының 1-се эскадроны командиры була. 1920 йылдың көҙөнән петлюрасыларға ҡаршы һуғыша. 1920 йылдың 14 ноябрендә Юзвин ауылы янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 1920 йылдың декабренән 2-се Башҡорт кавалерия полкының эскадрон командиры булып хеҙмәт итә[3].

1921 йылдың декабренән АСБР Хәрби эштәр комиссариатының конвой командаһы менән етәкселек итә. Һуңыраҡ Башҡортостан ғәҙәттән тыш комиссияһының тәфтиш эштәрен ҡарау бүлексәһе начальнигы булып эшләй. 1-се Бөтә Рәсәй мосолман хәрби съезында ҡатнаша[2].

1923 йылдың мартынан Йылайыр кантонына милиция начальнигы ярҙамсыһы булып эшләй. Артабан БАССР Баш судының Йылайыр кантонындағы вәкиле, 1925 йылдан Тамъян-Ҡатай кантонына күсерелә. 1926 йылдан Арғаяш кантоны прокуроры вазифаһын башҡара[2].

1928 йылдан БАССР прокуроры ярҙамсыһы, ә 1929 йылдан — БАССР-ҙың Баш суды рәйесе вазифаһын үтәй[2].

1931 йылдан 17-се Дәүләт төҙөлөш тресының идарасы урынбаҫары, һуңынан «Ураллесстрой» тресының Башҡортостан төҙөлөш контораһы начальнигы вазифаларында эшләй. 1934 йылдан БАССР- ҙың коммуналь хужалығы халыҡ комиссары вазифаһын башҡара[3].

1937 йылдың 9 июлендә репрессиялана, буржуаз-милләтселектә ғәйепләнеп ҡулға алына, төрмәгә ябыла. 1937 йылдың 27 ноябрендә атыла. 1956 йылдың 21 майында аҡлана.

  • Вәлишин Р. Он вернулся к нам // Трудный путь к правде. — Уфа, 1997.
  • Кугарчинский район. Вехи и судьбы. — Уфа, 2000.
  • Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — С. 91–108. — 280 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.
  • Ярмуллин А. Ш. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары. — Өфө, 2011. — 280 с.