Эстәлеккә күсергә

Инйәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Инйәр (йылға) битенән йүнәлтелде)
Инйәр
Белорет районы Инйәрҙең Ғәбдөк ауылы янындағы күренеше
Белорет районы Инйәрҙең Ғәбдөк ауылы янындағы күренеше
Характеристика
Оҙонлоғо 307 км
Бассейн 5 380 км²
Һыу сығымы 67,7 м³/с (тамағында)
Һыу ағымы
Инеше
 · Координаталар 54°14′12″ с. ш. 57°34′24″ в. д.HGЯO
 · Урынлашыуы Инйәр ҡсб
Тамағы Эҫем
 · Урынлашыуы Асканыш (Иглин районы)
 · Координаталар 54°17′25″ с. ш. 58°19′07″ в. д.HGЯO
 · Координаталар 54°30′45″ с. ш. 56°30′31″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Эҫем → Ағиҙел → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан
РДҺР 10010200612111100019478
Инйәр (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
Точка
Инйәр Викимилектә

Инйәр — йылға, Эҫемдең һул ҡушылдығы (Кама йылғаһы бассейны). Башҡортостандың Белорет һәм Архангел райондары аша аға. Башланған урыны — Белорет районы Инйәр ауылынан 1 километр төньяҡта урынлашҡан. Оло Инйәр менән Кесе Инйәр ҡушылып Инйәр йылғаһын барлыҡҡа килтерәләр. Энциклопедияларҙа Оло Инйәр ҡушылдыҡ түгел, ә Инйәр йылғаһының башы тип һанала[1]

Оҙонлоғо — 307 километр. Инйәргә Төлмәй, Баҫыу, Аҫҡын кеүек эреле-ваҡлы бик күп йылғалар, шишмәләр, инештәр ҡоя.

Архангел, Иглин һәм Ҡырмыҫҡалы райондары сигендә Эҫем йылғаһына һул яҡтан ҡоя. Хәҙерге мәлдә бассейнының майҙаны 1030 км 2 иҫәпләнә, алтмыш йыллап элек иһә 1650 км2булған.

Кесе Инйәр Ямантау һырттарының көнбайышындағы Машаҡ һәм Нары тауҙары араһынан сыға ла, эргә-тирәләге һыуҙарҙы йыя-туплай, көньяҡҡа ағып китә. Ямантауҙың иң бейек түбәһе тапҡырынн тау ашаһында Ҡомарҙаҡ итәктәрендә икенсе Инйәр аға. Ҡушылғандарына тиклем оҙонораҡ юл үткәне өсөн быныһын Оло Инйәр тип атағандар. Был ике йылға Инйәр ҡасабаһы эргәһендә ҡушыла.

Абҙан ауылы эргәһендәге Инйәр йылғаһы ярында урынлашҡан шарлама.

Ике Инйәр ҙә оҙон тарлауыҡтар хасил итә,таулы өлөштә уларҙы суҡайышҡан ҡаялар, кәбәндәй таштар, ҡайын-ҡарағайҙар уратып алған.

Инйәрҙе Башҡортостандағы иң үҙенсәлекле йылға иткән сифаттарҙың береһе — уның шаршыларға (шарлауыҡ), тупһаларға бай булыуы. Белорет районының Манышты ауылынан түбән, Инйәргә уңдан Төлмәй ҡушылған арала — иң ҙур тәүге тупһа, иң көслө тәүге шаршылаҡ. Ағым бик шәп бында, йылға ярайһы уҡ текәгә түбәнләй. Тағы ла бер ҙур шаршылыҡты үткәс, киң генә ятыуға сыға, тәрәнлеге 5—7 метрҙарға етә.

Йылғала бәрҙе, суртан, алабуға, сабаҡ һәм башҡа балыҡтар осрай.

Белорет районы Асы ауылы тирәһендә минераль һыу сығанаҡтары бик күп. Асынан түбәндәрәк Инйәр текә ҡаяларға барып терәлә лә ҡапыл көньяҡҡа борола, ошо урында эреле-ваҡлы мәмерйәләр осрай.

Алһыу ҡаялар
Ағиҙел йылғаһы бассейны

Инйәр йылғаһында ҡыуғын

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Совет осоронда башҡа транспорт булмау сәбәпле,Белорет районы леспромхоздары ҡыуғынға төшә ине. Инйәр йылғаһы ла ҡыуғын өсөн файҙаланылды. Ағасты ҡыштан яр буйына өйөп ҡуялар ҙа, яҙғы ташҡында һыуға тәгәрәтеп төшөрәләр, ҡыуғынсылар һал менән оҙатып баралар. Ағас ярға яғылып ҡалмаһын өсөн махсус яйланмалар - бондар ҡуялар ине. Билдәле бер урындарҙа ағасты тотоп алып ҡала торған ҡоролмалар - запандәр эшләнә. Был топонимикала ла сағылған - Белорет районында Кәртәле Запане тигән урын бар. Инйәр йылғаһы буйлап ҡыуғын ҡыуыу Белорет-Шишмә тимер юлы сафҡа ингәс бөтөрөлә.

Ағасты һалламай ҡыуғынға ташлаған ысул уның күпләп батыуына, йылғаларҙың төбөнә йыйылыуына килтерә, юғалтыуҙар күп. Шуға күрә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы 1995 йылдың 18 октябрендә Һыу Кодексында ҡыуғындарҙы туҡтатыу тураһында статья ҡабул итеп, ил буйынса ул туҡтатыла [2][3]

Дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса ошондай ҡушылдыҡтары бар:

Был реестрҙа күрһәтелмәгән Бирйән йылғаһы бар.

Төрки һәм монгол телдәрендәге инйәр/ингәр,- ангар тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тип фараз итәләр. Ангар - `тау араһы, тарлауыҡ, үҙән` [6]

  • Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Рәшит Шәкүр|Р. З.Шәкүров. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.
  • Аҫылғужа Баһуманов. Башҡортостан календары 2008 йылға.
  • Гүзәл Ситдиҡова. Үҙ Ҡояшым, Үҙ Айым. "Егет юлда һыналыр" бүлеге - Өфө, 2002. -187-190 биттәр
  • Ринат Шәйбәков.Тау йылғаһы ярһыу аға. "Ағиҙел", 2020, 3.-26-63 биттәр
  1. Инзер (река в Башкирской АССР) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  2. Транспорт леса. Учебник. т.2: «Лесосплав и судовые перевозки.» М. М. Овчиников, В. П. Полищук, Г. В. Григорьев
  3. "Водный кодекс Российской Федерации" от 03.06.2006 N 74-ФЗ (ред. от 29.07.2017) Статья 48. Использование водных объектов для сплава древесины
  4. ГОСУДАРСТВЕННЫЙ КОМИТЕТ 2014 йыл 27 май архивланған.
  5. Река Большой Инзер — река Малый Инзер — река Лемеза. Отчет о походе III к.с. Автор — Мельников Вадим 2017 йыл 19 декабрь архивланған.
  6. (Русско-башкирский словарь водных объектов РБ / Составители: Хисаметдинова Ф. Г., Шакуров Р. З. — Уфа, 2005.).