Кюрасао
| |||||
Гимн: «Himno di Kòrsou» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 10 октябрь 2010 ( Нидерланд Антиль утрауҙарынан) | ||||
Рәсми тел | нидерланд һәм папьяменто | ||||
Баш ҡала | Виллемстад | ||||
Эре ҡалалар | Виллемстад | ||||
Идара итеү төрө | конституцион монархия | ||||
Королева
Губернатор Премьер-министр |
Беатрикс
Фриц Гудгедраг Геррит Схотте | ||||
Территория • Бөтәһе |
444 км² | ||||
Халыҡ • Һаны (2009) • Халыҡ тығыҙлығы |
141 766 чел. (195) 319,29 чел./км² | ||||
Валюта | Нидерланд антиль гульдены (ANG) | ||||
Интернет-домены | .an должен быть отменён; .сw назначен, но пока не активирован | ||||
Код ISO | CW | ||||
Телефон коды | +599 | ||||
Сәғәт бүлкәте | -4 |
Кюраса́о (нидерл. Curaçao, папьям. Kòrsou) — Кариб диңгеҙенең көньяғында, Венесуэлаға яҡынырыҡ ҙур утрау һәм шул исемдәге дәүләт. Нидерланд Короллеге федерацияһы субъекты булып тора.
Ҡоро ер майҙаны — 444 км². Халҡы — 141 766 кеше (2009). Баш ҡалаһы — Виллемстад ҡалаһы.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кюраса́о — Кариб диңгеҙендә Кесе Антил утрауҙары төркөмөндә Ел теймәгән утрауҙар төркөмсәһендәге утрау. Венесуэла ярҙарынан 80 км алыҫлыҡта. Архипелагтағы иң ҙур утрау
Кюрасао утрауынан 11 км көньяҡ-көнсығышта кеше йәшәмәгән островок Кесе Кюрасао утрауы урынлашҡан.
Климат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты —субэкваториаль, уртаса температура +30 °C. Ғинуарҙа иң түбән температура: +26…+28 °C. Сентябрьҙан декабрь башына тиклем ямғырҙар осоро, ҡыҫҡа ҡойма ямғырҙар төндә үтәләр, көндөҙ ҡояшлы көн тора. Йыллыҡ яуым-төшөм 500—600 мм.
Флора һәм фауна
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Утрауҙа кактустың йөҙгә яҡын төрө үҫә. Антил утрауҙарының символы —диви-диви ағасы, Кюрасао утрауында көнсығыштан даими иҫкән елдәрҙә ул һәр ваҡыт көнсығышҡа ҡарап үҫә. Пальманың ҡайһы бер төрҙәре үҫә. Утрауҙа ҡаты ҡара ҡайырлы ҙур булмаған япраҡлы мансания ағасы үҫә. Уның емеше һәм һуты үтә ағыулы, ағас ҡайырына тейеү ҙә кешегә зыян килтереүе мөмкин. Утрауҙа донъяла иң ҙүр колонияһы булған аҡ койроҡло боландар тереклек итә.
Утрауҙы колониялаштырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Утрауҙы 1499 йылда испан диңгеҙсеһе Охеда Алонсо де аса. Риүәйәт буйынса Охеда Коньяҡ америкаға барышлай утрауҙа цинга менән сирләгән өмөтһөҙ ауырыуҙарҙы ҡалдыра. Кире юлда ул утрауҙа ҡалған диңгеҙселәрҙе һауыҡҡан итеп осрата: диңгеҙселәрҙе утрау үҫемлектәрендә күпләп булған С витамины ҡотҡара. Шуға күрә, Охеда утрауҙы Кюрасао тип атай (иҫке португал телендәге «cure» — һауығыу тигәнде аңлата).
Икенсе фараз буйынса «curazon» йөрәк тигәнде аңлата. Португал картографтары уны «Кюрасао» тип үҙгәртә.
XVI быуат башында утрау Испания диңгеҙ флоты базаһы булып хеҙмәт итә. Тик утрауҙа хеҙмәт итеүселәр һыу етмәгәнлектән утрауҙы ташлап китәләр. Партугалдарҙан һуң Голландия утрауға дәғүә итә. Улар ер сәтләүеге, емеш-еләк, кукуруз үҫтерәләр, күп һанлы тоҙло күлдәренән тоҙ табалар.
1634 йылда утрау Голландияның Вест-Һинд компанияһы контроленә күсә. Утрау Нидерланд ҡулы аҫында XVII быуаттан бирле була. Плантацияларҙа эшләү өсөн меңләгән ҡол килтерелә, ике быуат буйы утрау ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсе булараҡ үҫеш ала. 1863 йылда ҡол биләүселекте бөтөрөү Кюрасао өсөн оҙойлы иҡтисади депрессияға әйләнә.
Хәҙерге ваҡыт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1916 йылда утрауҙа нефть эшкәртеү заводы асыла. 1954 йылда утрау Нидерланд Антил утрауҙары исемен һәм ярымавтономия статусын ала. 2010 йылдың 10 октябренә тиклем утрау Нидерланд Антил утрауҙары тип иҫәпләнә; хәҙер Нидерланд Короллегендәге киңәйтелгән автономиялы дәүләт тип иҫәпләнә. Дәүләт оборонаһы һәм тышҡы сәйәсәте Нидерланд хөкүмәте ҡарамағында.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кюрасао Викимилектә | |
Кюрасао Викияңылыҡтарҙа |
- Официальный сайт Правительства Кюрасао 2011 йыл 8 июль архивланған.
- Официальный сайт Международного финансового центра Кюрасао
- Официальный сайт Центрального банка Кюрасао и Синт-Мартена
- Официальный сайт Совета по туризму Кюрасао
- Определено будущее Нидерландских Антил
- Налоговые изменения на Кюрасао
Ҡалып:Нидерландтың Кариб диңгеҙендәге биләмәләре Ҡалып:Төньяҡ Америка Ҡалып:Кариб диңгеҙе янындағы илдәр Ҡалып:Вест-Индия Ҡалып:КАРИКОМ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |