Нуғайбәк Әсәнов
Нуғайбәк Әсәнов | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған урыны | Чалпы |
Нәҫеле | Нуғайбәковтар |
Һөнәр төрө | полковник |
Һуғыш/алыш | 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы |
Нуғайбәк Әсәнов — Башҡортостанда 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нуғайбәк Әсәнов (Хәсәнов) сығышы менән Ҡазан даруғаһы Юрмый улусы Чалпы ауылы башҡорттарынан[1][2].
1772 йылда Юрмый улусы старшинаһы Биккенә Яуышевтың командаһында хеҙмәт итә[3].
1774 йылдың 15 ғинуарында Арынғол Асаев менән берлектә Ҡазан губернаһының Зәй ҡәлғәһен ала. 17 ғинуарҙа полковник Ю. Бибиковтан еңелә һәм Нуғайбәк ҡәлғәһенә сигенә[3].
1774 йылдың февраль—марттында Ҡаранай Моратов, Ишҡара Арыҫланов һәм В. И. Торнов менән берлектә Баҡалы һәм Нуғайбәк ҡәлғәләре тирәһендә һуғыша.
1774 йылдың апреленән һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашмай. 1798 йылда 12-сы башҡорт кантонында старшина булып хеҙмәт итә.
Исеменән кантон башлыҡтары Нуғайбәковтарҙың нәҫеле барлыҡҡа килгән[4][5]. Нуғайбәк Әсәновтың улдары Сәлтәш һәм Көрмәнкәй 1816 йылда 12-се башҡорт кантонында старшина булып хеҙмәт итә, ейәне Шаһингәрәй Көрмәнкәй улы Нуғайбәков һәм бүләһе Солтангәрәй ошо кантондың башлығы була[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Таймаҫов С. У. Нуғайбәк Әсәнов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҙнаҡай районы
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Таймасов С. У., 2000, с. 216
- ↑ Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 572-573. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ История башкирских родов. Юрми. Том 21 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, А. Г. Салихов, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2016. — С. 159-160, 237-238. — 716 с. — ISBN 978-5-85051-605-5 ref =.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — С. 343, 345, 346. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
- Кулбахтин Н. М. Участие башкирского народа в Крестьянской войне 1773—1775 гг. — Уфа, 1984.
- Таймасов С. У. Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане. — Уфа: Китап, 2000. — 376 с. — ISBN 5-295-02163-7.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таймаҫов С. У. Нуғайбәк Әсәнов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.