Орловский Александр Осипович
Орловский Александр Осипович (пол. Aleksander Orłowski; 9 март 1777 йыл, Варшава — 13 март 1832 йыл, Петербург) — Рәсәй империяһы рәссамы. Баталия һәм жанрлы әҫәрҙәр авторы, сығышы менән поляк.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алекса́ндр О́сипович Орло́вский бай булмаған шляхта ғаиләһендә тыуған. Кенәзбикә Изабелла Чарторыйская, осраҡлы ғына уның һүрәт төшөрөүгә оҫталығын күреп ҡалып, буласаҡ рәссамды Варшавала йәшәгән рәссам Ж. Норблен де ла Гурденға уҡырға биргән. Патриотлығы, мажаралар яратыуы Орловскийҙы 1794 йылда хәрби хеҙмәткә килтерә, поляк ғәскәре сафында ул Костюшко баш күтәреүендә ҡатнаша. Шунда яраланып, Варшаваға кире ҡайта. Бында ул тәртипһеҙ тормош рәүеше алып бара башлай, хатта фокусник труппаһына инеп ала. Норблен, уның артислыҡ талантын баһалаһа ла, егетте аҙып-туҙып йөрөүҙән туҡтатырға тырыша, кире үҙе янына ала. Шунан бирле Орловский үҙен тулыһынса сәнғәткә бағышлай, ул хатта Варшавала танылыу яулай башлай. Шунан һуң Литвала бер йыл йәшәп ала, дворяндарҙың, ябай халыҡтың көнкүрешен өйрәнеп, урындан урынға күсеп йөрөй. Варшаваға кире ҡайтҡас, кенәз Юзеф Понятовскийға яҡынайып ала, поляк аристократияһы араһына инә.
Рәссам Рәсәйҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1802 йылда Санкт-Петербургҡа килә, бында уны бөйөк кенәз Константин Павлович ҡурсыуына ала, Орловский уларҙның өйөндә урынлаша, һүрәттәре, карикатуралары менән йәмғиәттә таныла башлай. Рәсәйҙе яҡшыраҡ өйрәнер өсөн Мәскәүгә, Новгородҡа һәм башҡа төбәктәргә сәйәхәт ҡыла; бынан тыш Франция, Италия һәм Германияла булып ҡайта. 1809 йылда «Казактар бивуагы» тигән әҫәре өсөн Санкт-Петербург рәсем сәнғәте академияһы уға академик исеме бирә.1819 йылда ул генераль штабҡа хәрби кейемдәр буйынса һүрәт төшөрөргә алына.
Орловский — талантлы, үткер, әммә кешелә, фигуралдарҙа төп һыҙаттарҙы эләктереп алһа ла, бик ентекләп эшләп тормай торған рәссам. Эрмитажда ҡуйылған майлы буяуҙар менән төшөрөлгән рәсемдәрҙән тыш ул бик күп ҡәләм, ҡауырһын, акварель менән эшләй, былар батша ғаиләһе һәм сәнғәт һөйөүселәрҙең альбомдарында тороп ҡала. Ул казактарҙы, башҡорттарҙы , һыбайлыларҙы төшөрөргә ярата, уларҙы үҙе үк литографияға күсереп ҡуя.
Орловский А. С. Пушкиндың «Руслан һәм Людмила» тигән поэмаһында ла телгә алына:
Бери свой быстрый карандаш,
Рисуй, Орловский, ночь и сечу!
Пушкин Орловскийҙы шулай уҡ « Арзрумға сәйәхәт» тигән әҫәрендә лә телгә ала:
У кибиток… пасутся уродливые, косматые кони, знакомые вам по прекрасным рисункам Орловского.
Фотогалерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Орловский Александр Осипович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Record #66736959 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 RKDartists (нидерл.)
- ↑ 3,0 3,1 Aleksander Orłowski // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ 4,0 4,1 Alexander or Aleksander Ossipovich Orlovsky // Benezit Dictionary of Artists (ингл.) — OUP, 2006. — ISBN 978-0-19-977378-7
- ↑ 5,0 5,1 Орловский Александр Осипович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 http://tnk.krakow.pl/czlonkowie/orlowski-aleksander/
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ https://web.archive.org/web/http://wallachprintsandphotos.nypl.org/catalog/131635
- ↑ Чишмы — край светлых родников. — Уфа, 2004. — С. 198.