Петрищев Руслан Сергеевич
Руслан Петрищев | |||||||||||||||
Позиция |
Һаҡсы | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Буйы |
192 см | ||||||||||||||
Ауырлығы |
86 кг | ||||||||||||||
Ҡулсыр |
Һул | ||||||||||||||
Гражданлығы | |||||||||||||||
Тыуған көнө | |||||||||||||||
МХЛ драфты |
Һайланмай | ||||||||||||||
Карьера | |||||||||||||||
2014—ә.в.
| |||||||||||||||
Хоккейсы карьераһы | |||||||||||||||
|
Петрищев Руслан Сергеевич (22 август 1997, Радужный) — Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. Радужный ҡалаһындағы «Аган» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта Өфөнөң Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Салауат Юлаев» һәм Йәштәр хоккей лигаһындағы «Толпар» хоккей клубтарының уйынсыһы.
Карьера
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Руслан хоккей менән шөғөлләнеүҙе Ханты-Манси автономиялы округы — Юграның Радужный ҡалаһының «Аган» командаһында һаҡсы позицияһында башлай. 2008/09 йылдар миҙгелендә Рәсәй беренселегендә 32 уйында 12 (5+7) мәрәй йыя. Киләһе йылда 20 уйында 14 (8+6) балл йыя. 2010/11 йылдар миҙгелендә Руслан Рәсәй беренселегенең 23 осрашыуында 9 тапҡыр һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша. Шул уҡ йылда ул Ханты-Манси автономиялы округының йыйылма командаһы составында 3-сө уҡыусылар Спартакиадыһында 5 уйында ө тапҡыр һөҙөмтәле пас бирә. 2011 йылдан башлап «Аган» командаһы исемен «Югра» тигәнгә алыштыра. Киләһе ике миҙгелдә Руслан «Югра» өсөн Рәсәй беренселегенең 58 уйынында 42 (16+26) мәрәйгә өлгәшә. Тыуған ҡалаһында был миҙгел һуңғы тулы миҙгел була.
2013/14 йылдар миҙгеленең декабренә тиклем 21 уйында 4 мәрәй йыйып өлгөрә. 2013 йылдың декабрендә ул Өфөнән «Салауат Юлаев» хоккей клубының системаһына күсә. Яңы клубы өсөн 12 осрашыуҙа ул 3 мәрәй йыя. «Салауат Юлаев-97» зонаһын өсөнсө урында тамамлаһа ла Рәсәй беренселегенең финал уйындарында ҡатнаша, сөнки финал уйындары Өфөлә үтә. Руслан 6 уйында бер тапҡыр һөҙөмтәле пас бирә һәм командаһы менән 1997 йылғы үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселегенең көмөш миҙалдарын еңә. Миҙгел тамамланғас Руслан Ханты-Мансиға ҡайта.
2014 йылда КХЛ драфтының 5-се раундында дөйөм 205-се номер аҫтында Петрищевты «Сочи» хоккей клубы һайлай[1]. Әммә «Югра» үҙенең һаҡлау хоҡуғы менән ҡуллана һәм Руслан Ханты-Мансиҙа тороп ҡала.
«Мамонты Югры»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2014 йылда ул Йәштәр хоккей лигаһында «Мамонты Югры» өсөн уйнай башлай. 2015 йылдың 16 февралендә ЙХЛ-да тәүге һөҙөмтәле пас бирә — шул миҙгелдә ул бер генә мәрәй йыя. Харламов кубогы өсөн плей-оффта Руслан 5 уйын үткәрә, тик бер мәрәй ҙә йыймай. 2015/2016 йылдар миҙгелен Петрищев «Мамонты Югры» составында башлай. Был клуб өсөн ул 3 ноябргә тиклем уйнай. Ул команданың капитаны ролен дә башҡара. Ханты-Манси клубы өсөн 18 уйында 3 тапҡыр һөҙөмтәле пас бирә. Шунан һуң ул команданан китә.
«Салауат Юлаев» (2015—хәҙерге ваҡыт)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2015 йылдың 3 ноябрендә «Югра» Руслан Петрищевты «Салауат Юлаев» командаһына Андрей Анкудиновҡа алмаштыра[2][3]. Руслан икенсегә Өфөгә күсә. 16 ноябрҙә «Толпар» өсөн тәүге уйынын үткәрә һөм шунда Рәсәйҙең профессиональ лигаларында тәүге шайбаһын керетә[4]. Өфө командаһы шул осрашыуҙа еңә. «Толпар» өсөн даими миҙгелдә Руслан 26 уйында 10 (3+7) мәрәй йыя. 2016 йылдың 13 февралендә Түбәнге Камала үткән Саҡырыу кубогында — лиганың иң яҡшы уйынсылары араһында уйынға саҡырыла. Руслан шул уйында бер гол керетә, әммә уның Көнсығыш конференцияһы командаһы 2:5 иҫәбе менән отола. ЙХЛ чемпионаты плей-оффында ул командаһының өс осрашыуында ла ҡатнаша һәм бер гол керетә, ә «Толпар» серияла 0-3 иҫәбе менән «Снежные Барсы» хоккей клубына отола.
Өфөгә күскәндә төҙөлгән контракт буйынса Руслан башҡорт хоккейының системаһында булған «Салауат Юлаев», «Толпар» һәм «Торос» өсөн уйнай ала ине. Шуға күрә миҙгел алдынан үткән турнирҙарҙа ул «Торос» уйынсыһы булараҡ үткәрә. Шул 6 осрашыуҙа ул бер тапҡыр һөҙөмтәле пас бирә. 2016 йылдың 20 сентябрендә Руслан КХЛ-да тәүге уйынын үткәрә. Шул көндө «Салауат Юлаев» үҙ майҙансығында «Сочи» хоккей клубына отола (1:3). «Салауат» өсөн ул бөтәһе шул миҙгелдә 7 уйын үткәрә. Юғары хоккей лигаһында «Торос» өсөн 26 ғинуарҙа тәүге шайбаһын керетә. Нефтекама командаһы даими миҙгелде 5-се урында тамамлай һәм Братина кубогының беренсе раундында еңелеп ҡала. Руслан ЮХЛ-да бөтәһе 37 уйында 4 (1+3) мәрәй йыя. Шулай уҡ ул ЙХЛ-да «Толпар» өсөн биш уйында 3 тапҡыр һөҙөмтәле пас бирә.
2017/2018 йылдар миҙгелендә Руслан КХЛ-да 23 уйында ҡатнаша, ә «Салауат Юлаев» 2010 йылдан тәүгегә Чернышёв дивизионын еңә. ЮХЛ-да «Торос» өсөн даими миҙгел менән плей-оффта 23 осрашыуҙа 2 һөҙөмтәле пас бирә, ә Йәштәр хоккей лигаһында «Толпар» формаһында алты уйында ҡатнаша. 2018/2019 йылдар миҙгелендә Руслан КХЛ-да 3 уйында ҡатнаша, ә ЮХЛ-да «Торос» өсөн 69 уйын уҙғара һәм 14 мәрәй йыя, ә Нефтекама клубы, Петров кубогы өсөн плей-оффтың ярымфиналына етеп, көмөш миҙалдарҙы яулай.
Рәсәй йыйылма командаһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 йылдың 26 октябрендә Петрищев Рәсәй йәштәр йыйылма командаһының Канада менән суперсерияға киңәйтелгән составҡа инә[5]. Аҙаҡтан ул төп составҡа ла эләгә. Төньяҡ Америкала үткән уйындарҙың бишәүһендә Руслан ҡатнаша һәм бер мәрәй ҙә йыймай. 2016 йылдың 1 декабрендә Петрищев Рәсәй йәштәр йыйылма командаһының донъя чемпионатына әҙерләнер өсөн составҡа керә[6]. Унан башҡа Өфөнән тағы өс кеше шунда була: Михаил Котляревский, Кирилл Капризов һәм Михаил Воробьев. Әммә 2016 йылдың 17 декабрендә Русландың донъя чемпионатына бармауы билдәле була[7].
Статистика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һуңғы яңыртыу: 23 июль 2019
Легенда | |||||
---|---|---|---|---|---|
У | Үткәргән уйындар һаны | Штр | Штраф ваҡыты | +/− | Плюс-минус |
Г | Голдар | П | Һөҙөмтәле пастар | М | Мәрәйҙәр |
- | Статистика билдәле түгел | — | Статистика һаналмай |
Клубта карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Даими миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Миҙгел | Команда | Лига | У | Г | П | М | Ш | +/- | У | Г | П | М | Ш | +/- | ||
2014/15 | Мамонты Югры | ЙХЛ | 44 | 0 | 1 | 1 | 36 | -3 | 5 | 0 | 0 | 0 | 2 | -2 | ||
2015/16 | Мамонты Югры | ЙХЛ | 18 | 0 | 3 | 3 | 43 | -12 | Команданан китә | |||||||
2015/16 | Толпар | ЙХЛ | 26 | 3 | 7 | 10 | 8 | 8 | 3 | 1 | 1 | 0 | 6 | 0 | ||
2016/17 | Толпар | ЙХЛ | 5 | 0 | 3 | 3 | 2 | 3 | Плей-оффҡа команда эләкмәй | |||||||
2016/17 | Торос | ЮХЛ | 33 | 1 | 3 | 4 | 8 | -3 | 4 | 0 | 0 | 0 | 0 | 1 | ||
2016/17 | Салауат Юлаев | КХЛ | 7 | 0 | 0 | 0 | 0 | -1 | — | — | — | — | — | — | ||
2017/18 | Салауат Юлаев | КХЛ | 23 | 0 | 0 | 0 | 4 | 2 | — | — | — | — | — | — | ||
2017/18 | Торос | ЮХЛ | 12 | 0 | 0 | 0 | 2 | 0 | 11 | 0 | 2 | 2 | 0 | 0 | ||
2017/18 | Толпар | ЙХЛ | 6 | 0 | 2 | 2 | 2 | 7 | — | — | — | — | — | — | ||
2018/19 | Салауат Юлаев | КХЛ | 3 | 0 | 0 | 0 | 0 | -1 | — | — | — | — | — | — | ||
2018/19 | Торос | ЮХЛ | 52 | 4 | 8 | 12 | 14 | 0 | 17 | 0 | 2 | 2 | 12 | -1 | ||
2019/20 | Торос | ЮХЛ | ||||||||||||||
Бөтәһе ЙХЛ-да | 99 | 3 | 16 | 19 | 91 | 3 | 8 | 1 | 0 | 1 | 8 | −2 | ||||
Бөтәһе ЮХЛ-да | 97 | 5 | 11 | 16 | 24 | -2 | 32 | 0 | 4 | 4 | 12 | 0 | ||||
Бөтәһе КХЛ-да | 30 | 0 | 0 | 0 | 4 | 1 |
Халыҡ-ара карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Йыйылма команда | Турнир | Урын | У | Г | П | М | Штр | +/- | |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
2016 | Рәсәй U20 | Суперсерия | 2 | 5 | 0 | 0 | 0 | 0 | -3 |
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЙХЛ Саҡырыу кубогы ҡатнашыусыһы — 2016.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ KHL.RU. Все результаты Драфта КХЛ 2014 . KHL.RU (8 май 2014).
- ↑ «Мамонты Югры» рәсми сайты. Руслан Петрищев переходит в «Толпар» . «Мамонты Югры» рәсми сайты (3 ноябрь 2015).
- ↑ «Салауат Юлаев» рәсми сайты. «Салават Юлаев» совершил обмен с «Югрой» . «Салауат Юлаев» рәсми сайты (3 ноябрь 2015). 2016 йыл 25 март архивланған.
- ↑ «Салауат Юлаев» рәсми сайты. Руслан Петрищев: «Мы были единой командой» . «Салауат Юлаев» рәсми сайты (16 ноябрь 2015). 2015 йыл 18 ноябрь архивланған.
- ↑ Рәсәй хоккей федерацияһы. Canada Russia Series. Сергачев, Абрамов и Соколов вошли в расширенный состав сборной России (U-20) . Sports.ru (26 октябрь 2016).
- ↑ РХФ рәсми сайты. Самсонов, Капризов и Данила Квартальнов вошли в предварительный состав сборной России на МЧМ . Sports.ru (1 декабрь 2016).
- ↑ РХФ рәсми сайты. Артемов, Епишин, Петрищев, Мальцев, Ивашов и Котляревский не поедут на МЧМ . Sports.ru (17 декабрь 2016).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- КХЛ сайтында профиле (рус.)
- Руслан Петрищев — Eliteprospects.com сайтында статистикаһы (инг.)
- r-hockey.ru сайтында профиле 2017 йыл 2 июль архивланған.
- 22 августа тыуғандар
- 1997 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Радужныйҙа тыуғандар
- Алфавит буйынса спортсылар
- Алфавит буйынса хоккейсылар
- Рәсәй хоккейсылары
- КХЛ хоккейсылары
- ЮХЛ уйынсылары
- ЙХЛ хоккейсылары
- Хоккей һаҡсылары
- Салауат Юлаев командаһының уйынсылары
- Торос командаһының уйынсылары
- Толпар командаһының уйынсылары
- «Мамонты Югры» хоккейсылары
- ЙХЛ Саҡырыу кубогы ҡатнашыусылары
- Рәсәй хоккей һаҡсылары