Эстәлеккә күсергә

Раскова Марина Михайловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Раскова Марина Михайловна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 15 (28) март 1912
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 4 ғинуар 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[1] (30 йәш)
Вафат булған урыны Һарытау өлкәһе, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Кремль диуарындағы некрополь[d]
Һөнәр төрө штурман, лётчик, хәрби хеҙмәткәр
Эш урыны Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһы
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Майор һәм старший лейтенант государственной безопасности[d]
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Ленин ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы Дәүләт именлегенең почётлы хеҙмәткәре
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы убит в аварии во время полёта[d]
 Раскова Марина Михайловна Викимилектә

Раскова Марина Михайловна (ҡыҙ фамилияһы Малинина; 15 (28) март 1912 йыл, Мәскәү — 4 ғинуар 1943 йыл, һарытау өлкәһе) — совет осоусыһы-штурманы, Ҡыҙыл Армияның Хәрби-һауа көстәре майоры, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған тәүге ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе[2] (1938).

Раскова Марина Михайловна 1912 йылдың 28 мартында Мәскәүҙә тыуған[3]. Урыҫ[4]. Атаһы — Малинин Михаил Дмитриевич (1853—1919) — опера йырсыһы (баритон) һәм антрепренер, вокал педагогы, 1919 йылдың октябрендә Мәскәүҙә бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә 66 йәшендә вафат була (мотоцикл бәреп китә). Әсәһе — Анна Спиридоновна (ҡыҙ фамилияһы Любатович[5]) (1882—1954) —1905 йылдан алып 1932 йылға тиклем Торжок, Вязьма һәм Мәскәү ҡалаларында урта мәктәп уҡытыусыһы булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Марина Раскова ғаиләһендә йәшәй.

Марина ағаһы Роман (1908—1989), буласаҡ радиоинженер менән тәрбиәләнә. Мәскәү консерваторияһында уҡый. Анилин буяуы заводы лабораторияһында практикант булып эшләй. 1929 йылдың апрелендә ошо уҡ заводьың инженеры Расков Сергей Ивановичҡа кейәүгә сыға һәм ҡыҙы Татьяна тыуыуы арҡаһында эшен 1935 йылдың октябренә тиклем туҡтатып тора.

1932 йылдан — Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа көстәре академияһының аэронавигация лабораторияһы лаборанты. 1934 йылда граждандар һауа флотының Ленинград инженерҙар институтынтамамлай, штурман булып китә. 1935 йылда осоусылар мәктәбен тамамлай. 1937 йылда штурман сифатында АИР-12 самолетында алыҫлыҡтың донъя авиация рекордын ҡуйыуҙа ҡатнаша; 1938 йылда —МП-1 гидросамолетында алыҫлыҡтың ике донъя авиация рекордын ҡуйыуҙа ҡатнаша.

Беренсе ҡатын-ҡыҙҙар — Советтар Союзы Геройҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1938 йылдың 24-25 сентябрендә АНТ-37 «Родина» самолетында (командиры — В. С. Гризодубов, икенсе пилот — П. Д. Осипенко) 6450 километр оҙонлоҡта Мәскәү — Алыҫ Көнсығыш (Керби ауылы) (туранан — 5910 км) туҡтамайынса осоп үтә. Осоу барышында алыҫ осоштоң ҡатын-ҡыҙ донъя рекордын ҡуя, шунан һуң самолет Амурҙағы Комсомольскҡа юл ала, унда яғыулыҡ етмәү сәбәпле барып етмәй.

Самолет мәжбүри фюзеляжға (шассиҙы төшөрмәйенсә) ултыра, унан штурмандың кабинаһы зыян күреүе мөмкин. Штурман Раскова, кеҫәһендә ни бары ике плитка шоколадҡа эйә булып, Гризодубова бойороғо буйынса парашют менән тайгаға һикерә, һәм 10 тәүлек үткәс кенә ул табыла. Самолет АНТ-37 «Родина» артабан ҡотҡарып алып ҡалына, уны Амурҙағы Комсомольскҡа алып киләләр, унда ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында файҙаланыуға тапшырыла.

Был осошто үтәгәне һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Марина Раскова Михайловнаға 1938 йылдың 2 ноябрендә Ленин ордены тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, унан һуң айырым батырлыҡ билдәһе булдырылғандан һуң, 106-сы «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.

Гризодубова, Раскова һәи Осипенко АНТ-37 «Родина» самолетында осоштары өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булалар. Был исем тарихта ҡатын-ҡыҙҙарға тәүге тапҡыр бирелә.

Ҡыҙыл армияла хеҙмәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҙыл Армияла 1938 йылдан алып. Бер үк ваҡытта НКВД штатында тора: 1937 йылдың феврале — 1939 йылдың февралендә штатлы консультант, һуңынан — СССР НКВД Дәүләт именлеге төп идаралығының Айырым бүлегенең вәкиле, 1941 йылдың февраленән алып мартҡа тиклем — СССР оборонаһы Халыҡ комиссариаты 3 -сө идаралығының махсус бүлегендә (авиация), дәүләт хәүефһеҙлегенең өлкән лейтенанты. 1938 йылдан СССР Халыҡ-ара һауа линияларының идаралығы менән идара етәкселек итә. Мәскәүҙә йәшәй

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Раскова ҡатын-ҡыҙҙар хәрби частәрен ойоштороуға рөхсәт алыу өсөн, үҙенең тотҡан урынын һәм Сталин менән шәхси бәйләнешен файҙалана.

1941 йылдың 15 октябрендә ВГК Ставкаһы (НКО СССР-ҙың 1941 йылдың 8 авгусындаы № 0099 бойороғо менән) һәм ВЛКСМ-дың Үҙәк комитеты ярҙамы менән Энгельс ҡалаһында аэроклубтар, Граждандар һауа флоты һәм Осовиахим[6] әҙерләгән осоусы ҡатын-ҡыҙҙарҙан, өс ҡатын-ҡыҙҙар авиаполкынан торған авиатөркөм: 586-сы истребитель (ЯК-1), 587-се бомбардировка (Пе-2) һәм 588-се төнгө бомбардировка полкын (По-2), һуңғыһы рәсми булмаған — «Төнгө ведьмы» исемен йөрөтә. Һуңғараҡ Раскова 587-се бомбардировка авиаполкының командиры итеп тәғәйенләнә

Һуғыш ваҡытында 587-се бомбардировка авиация полкы Марина Раскова исемендәге Суворов һәм Кутузов орденлы Борисов 125-се гвардия пикировкалау-бомбаға тотоу авиация полкы итеп үҙгәртелә (НКО СССР 03.09.1943 йылдың № 265 бойороғо һәм 04.09.1943 йылдың № Орг/10/138919); 588-төнгө бомбардировка авиация полкы Ҡыҙыл байраҡлы Суворов орденлы 46-сы Тамань гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы итеп үҙгәртелә (НКО СССР-ҙың 08.02.1943 йылдың № 64 бойороғо).

1942 йылдың 22 ноябрендә М. М. Раскова Волга буйы хәрби округының хәрби-һауа көстәре командующийына ҡатын-ҡыҙҙарҙың өсөнсө 587-се бомбаридировка авиаполкы хәрби эштәргә әҙер тип хәбәр итә. 1943 йылдың ғинуар башында, көсөргәнешле уҡыуҙан һуң, ул Сталинград янындағы фронтҡа оса.

Фронтҡа 1-се эскадрильяны оҙатып, 28 декабрҙә Раскова УТ-2 самолетында кире аэродромға ҡайта, унда уның Пе- 2 һәм 1-се эскадрильяның тағы ике самолеты ҡалған була. Көслө ел арҡаһында Раскова, Губина һәм Ломанова экипаждары тик 1943 йылдың 4 ғинуарында 14 сәғәт 01 минутта ғына осоуға сыға. Юлда төркөм түбән ҡуйы болотҡа эләгә. Яҡынса 17 сәғәт 56 минутта Раскова болотто үтеп инеүе тураһында сигнал бирә һәм беренсе булып болоттарға барып инә. Волганың уң яҡ ярында тик Губинаның самолетына ғына уңышлы ултырырға насип була, уның экипажы 5 ғинуарҙа Ищейкино ауылына ултыра. Бер көн алда кисен күрше ауылға тулы составында Ломанованың экипажы ла сыға (ике ир-егет һәм ике ҡатын-ҡыҙ). 7 ғинуар иртәһендә Губинаның экипажы Һарытау районының Михайловка ауылынан алыҫ түгел Раскованың ҡыйратылған Пе- 2 самолетын таба. Раскова менән бергә штурман— Кирилл Ильич Хиль, атыусы-радист — Ерофеев Николай Николаевич һәм полк инженеры — Круглев Владимир Иванович һәләк була.

Марина Раскованың тәне яндырыла һәм көлө Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда Кремль стенаһында урнаға урынлаштырыла.

  • М. расков штурман яҙмалары. — М. : изд-во ДОСААФ, 1976.
  • Горький урамы, 6-сы йорт, 1-се корпус, 60сы фатир
  • Һарытау ҡалаһының 93-сө мәктәбе М. М. Раскова исемен йөрөтә. 50 йылдан ашыу мәктәп базаһында Һарытау ерендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Раскова тарафынан ойошторолған өс ҡатын-ҡыҙҙар авиаполкына арналған Хәрби Дан музейы эшләй[7]. Мәктәп янында һәйкәл төҙөлә һәм 1968 йылдың 9 майында Еңеү Көнөндә асыла.
  • Энгельс ҡалаһында, һуғыш йылдарында Мари на Раскованың өс ҡатын-ҡыҙҙаор полкы урынлаша, гарнизон Офицерҙар йорто йәнәшәһендә ҡыйыу осоусыға һәйкәл ҡуйылған[8].

Марина Раскова хөрмәтенә аталған:

  • Һарытау өлкәһенең Һарытау районындағы ҡасабаға;
  • Элекке СССР-ҙың күп ҡалаларының урамдары һәм тыҡрыҡтары шул иҫәптән Мәскәүҙә майҙан һәм урам аталған (САО);
Ту-134Ш «Марина Раскова» Тамбовтың 1449-сы авиабазаһында
  • Летчиктарҙың Тамбов юғары хәрби авиация училищеһы (шунда уҡ бюст ҡуйылған);
  • Суворов һәм Кутузов орденлы Борисов 125-се гвардия пикировкалау -бомбаға тотоусы авиаполк;
  • «Марина Раскова» йөк-пассажирҙар пароходы «Либерти» төрөндәге америка транспорты),1943 йылдың июнь айында һыуға төшөрөлә һәм 1944 йылдың 12 августында Кара диңгеҙендә һәләк булғанға тиклем сафта була;
  • Волгала «проект 305» пассажирҙар теплоходы (1996 йылдан «Бригантиналар» исеме аҫтында һәм Өфөлә йөҙмәле ҡунаҡхана һәм ресторан сифатында файҙаланыла, хәҙерге ваҡытта Өфө затон суднолар ремонтлау заводында урынлашҡан).
  • транспорт рефрижераторы, 1971 йылда СССР заказы буйынса Ленин исемендәге Гданьск суднолар верфында төҙөлгән. (ПХР, г Гданьск)[9].
  • штурмандарға күнекмәләр өсөн алыҫ һәм фронт бомбаға тотоу авиацияһының Ту-134Ш самолеты;
  • Магадан өлкәһеең Сусуман районында ҡасаба
  • М. М. Раскованың тыуыуына 100-йыллыҡ айҡанлы Рәсәй Почтаһының Һарытау филиалы Раскованың Энгельс ҡалаһында ҡуйылған һәйкәле һүрәте менән художестволы маркалы конверт һәм бер яҡлы почта карточкаһы сығара. ка[10][11].
  • Кишиневта (Молдавия) элек Марина Раскова йөрөткән урам беренсе румын ҡатыны-авиаторы Надежда Руссо исеме менән үҙгәртелә[12].
  • Киевта (Украина) элек Марина Раскова исемен йөрөткән урам украин диссиденты Евгений Сверстюк исеме менән алмаштырыла
  • Кривой Рогта (Днепропетровск өлкәһе, Украина) Марина Раскова исеме менән аталған 2 һәм 3-се тыҡрыҡтар (укр. Ожиновий) Ежевичный һәм Цветущий тип үҙгәртелә (укр. Квітучий). Марина Раскова урамы Алексеевская итеп үҙгәртелә[13].
  1. Marina Raskova // https://pantheon.world/profile/person/Marina_Raskova
  2. Раскова Марина Михайловна // Авиационная энциклопедия в лицах / Отв. А. Н. Ефимов. — Москва: Барс, 2007. — С. 503. — 712 с. — ISBN 978-5-85914-075-6.
  3. По некоторым данным — в Вязьме (http://www.vyazma.name/f161/imi-gordilas-vsya-strana-k-100-letiyu-so-dnya-rozhdeniya-mariny-raskovoi-6675.html)
  4. Биография М. М. Расковой на сайте «Герои страны».
  5. Родные сёстры Анны Спиридоновны — известные народницы-революционерки Ольга и Вера, оперная певица Татьяна и театральный деятель Клавдия.
  6. Прибыльская Людмила Борисовна. Звёзды Марии Долиной // Советская Латвия : газета. — 1990. — 9 мая. — С. 3.
  7. Историческая справка. school93.lbihost.ru. Дата обращения: 7 декабрь 2016. 2016 йыл 20 декабрь архивланған.
  8. Легендарной Марине Расковой поставили новый памятник. Телеканал «Вести» (2 февраль 2020). Дата обращения: 2 февраль 2020.
  9. Рефрижераторы проекта B-443 (ПНР), тип Александра Коллонтай.
  10. К юбилею Почётного гражданина Энгельса Марины Расковой выпущена почтовая марка 2018 йыл 14 февраль архивланған..
  11. Выпущены марка и конверт в честь юбилея героя.
  12. Соответствие между старыми и новыми названиями улиц Кишинёва 2011 йыл 10 август архивланған..
  13. Перелік об’єктів топоніміки міста Кривий Ріг, які перейменовуються (укр.). www.novakom.com.ua. Дата обращения: 23 февраль 2018.
  • Раскова Марина Михайловна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любовь
— Ящук/. — С. 345. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Казаринова М. Любимый командир // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.
  • Раскова Марина Михайловна // Военная энциклопедия / Грачёв П. С.. — Москва: Военное издательство, 2002. — Т. 6. — С. 183. — ISBN 5-203-01873-1.
  • Книга «Жизненный путь Марины». Автор — Малинина Анна Спиридоновна (мать М.Расковой).
  • Пронякин К. А. Первые летчики на Дальнем Востоке России: влетевшие в историю (справочник. 196 биографий). К 80-летию Хабаровского края, к 95-летию Гражданского Воздушного флота России и к 100-летию Восточного военного округа. Приветствия: Героя России Г. В. Жидко, С. И. Авакянца, С. И. Фургала, А. С. Николаева; предисл. Т. В. Барановой; послесл.: А. М. Будника, В. М. Куканова. — Хабаровск: ООО «МедиаМост»; РГО, 2019—160 с., ил. (Серия: История развития авиации на Дальнем Востоке), стр. 86-87.