Эстәлеккә күсергә

Санкт-Петербургтың тарихи үҙәге һәм уға бәйле һәйкәлдәр комплексы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Санкт-Петербургтың тарихи үҙәге һәм уға бәйле һәйкәлдәр комплексы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Входит в состав списка памятников культурного наследия список памятников культурного наследия Санкт-Петербурга[d]
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы һәм Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]
Майҙан 3934,1 гектар
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (i)[d][1], (ii)[d][1], (iv)[d][1] һәм (vi)[d][1]
Карта
 Санкт-Петербургтың тарихи үҙәге һәм уға бәйле һәйкәлдәр комплексы Викимилектә

Санкт-Петербургтың тарихи үҙәге һәм уға бәйле һәйкәлдәр төркөмө (ингл. Historic Centre of Saint Petersburg and Related Groups of Monuments) — Рәсәйҙә (һәм СССР-ҙа) ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫының беренсе объекты. Ул Бөтә донъя мираҫы һәйкәлдәре исемлегенә Бөтә донъя мираҫы комитетының 14-се сессияһында башҡа дүрт совет һәйкәле (Мәскәү Кремле һәм Ҡыҙыл майҙан, Изге София соборы һәм Киев-Печёра лавраһы, Кижи погосты, Ичан-Кала) менән бергә индерелә.

«Санкт-Петербургтың тарихи үҙәге» объекты ЮНЕСКО-ның территорияһында әүҙем хужалыҡ алып барылған һәм йөҙҙәрсә мең кеше йәшәгән ҙур мәҙәни-тәбиғи ландшафтҡа һәйкәл статусы биреүҙең тәүге тәжрибәләренең береһе була. Уға хатта Петербург үҙәге менән бәйләнеше булмаған да тиерлек, мәҫәлән, Ладогалағы боронғо Орехов ҡәлғәһе һәм Линдулов урманы инә. Ҡала яны зонаһы үҙ эсенә һарай-парк комплексын ғына түгел, тәбиғи ландшафтты һәм сәнәғәт һәйкәлдәрен (Сестрорецк ҡорал заводы) һ.б. ала. Хәҙерге ҡала ландшафтының шундай һуҙылған участкаларын консервациялау ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Быны Эльба аша яңы күпер төҙөгәндә шундай уҡ ландшафтлы исемлектән Эльба үҙәне менән Дрезденды (2009) алып ташлау ҙа раҫлай.

2012 йылда Санкт-Петербург Хөкүмәте «2013-2018 йылдарға Санкт-Петербургтың тарихи үҙәгендә урынлашҡан „Конюшенная“ һәм „Төньяҡ Коломна — Яңы Голландия“ территорияларын һаҡлау һәм үҫтереү» маҡсатлы программаһын раҫлай.

Санкт-Петербургтың планлаштырыуҙың программалы-маҡсатлы ысулына күсеүе һөҙөмтәһендә 2014 йылда Тарихи үҙәкте һаҡлау программаһы 2014 йылдың 30 июнендә 6 йылға ҡабул ителгән «Санкт-Петербург территорияларының иҡтисади һәм социаль үҫеше» дәүләт программаһының бер өлөшөнә әйләнә. Дәүләт программаһы үтәлеше өсөн Санкт-Петербургтың Иҡтисади сәйәсәт һәм стратегик планлаштырыу буйынса комитеты яуаплы. Программаны тормошҡа ашырыуҙа төп эксперт-консультация органы булып Санкт-Петербург Хөкүмәте ҡарамағындағы Санкт-Петербургтың тарихи үҙәгетерриторияларын һаҡлау һәм үҫтереү советы тора.

Программа сиктәрендә тарихи үҙәктең ике биләмәһе бүленгән: «Конюшенная» һәм «Төньяҡ Коломна — Яңы Голландия».

Охта-үҙәге төҙөлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Петербургта бейек Охта-үҙәк төҙөү планы ЮНЕСКО-ның ризаһыҙлығын тыуҙыра. 2007 йылдың июнендә Яңы Зеландияла ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы комитетының 31-се сессияһы үтә. Уның ҡарарында ҡатнашыусы илдең 2007 йылдың 18 ғинуарында һәм 2007 йылдың 5 мартында бирелгән «пландарҙың комитет талаптарына тура килмәүен һәм шулай уҡ бөтә объекттарҙың буфер зоналарының, шул иҫәптән Ленинград өлкәһен дә индереп, аныҡ сиктәре булмауын» билдәләй. Һәм Рәсәйҙең власть органдарына «эшкә ҡағылышлы барлыҡ материалдар һәм мәсьәләләр ҡаралып бөтмәйенсә һәм Бөтә донъя мираҫы объектына хәүеф яныуға төрлө яҡлап баһа бирелмәй тороп, проектты ғәмәлгә ашырыуҙы, шул иҫәптән эштәрҙе үткәреүгә рөхсәт биреүҙе лә индереп, туҡтатыуҙы» тәҡдим итә[2][3]. 2010 йылдың декабрендә Охта-үҙәк проекты билдәһеҙ ваҡытҡа туҡтатыла.

# Рәсеме Атамаһы Урынлашыуы
540-001 Санкт-Петербургтың тарихи үҙәге Санкт-Петербург
540-002 Кронштадт ҡалаһының боронғо өлөшө Санкт-Петербург

г. Кронштадт
540-003 Кронштадт форттары Санкт-Петербург

г. Кронштадт, Фин ҡултығы
540-004 Шлиссельбург ҡалаһының боронғо өлөшө Ленинград өлкәһе

Киров районы

г. Шлиссельбург
540-005 Орешек ҡәлғәһе Ленинград өлкәһе

Киров районы

г. Шлиссельбург
540-006 Пушкин ҡалаһының һарай-парк ансамбле һәм уның тарихи үҙәге Санкт-Петербург

г. Пушкин
540-007 Дворцы и парки города Павловск ҡалаһының һарайҙары һәм парктары, уның тарихи үҙәге Санкт-Петербург

г. Павловск
540-008 Пулков обсерваторияһы Санкт-Петербург

Пулков бейеклектәре
540-009 Дворцово-парковый ансамбль в Ропшела һарай-парк ансамбле Ленинград өлкәһе

Ломоносов районы

п. Ропша
540-010 Гостилицала һарай-парк ансамбле Ленинград өлкәһе

Ломоносов районы

д. Гостилица
540-011 Тайцыла һарай-парк ансамбле Ленинград өлкәһе

Гатчина райоын

п. Тайцы
540-012 Гатчина ҡалаһының һарай-парк ансамбле һәм уның тарихи үҙәге Ленинград өлкәһе

Гатчина районы

г. Гатчина
540-013 Сергиева Приморская пустынь Санкт-Петербург

пос. Стрельна
540-014 Стрельна ҡасабаһының һарай-парк ансамбле һәм уның тарихи үҙәге Санкт-Петербург

пос. Стрельна
540-015 Михайловканың һарай-парк ансамбле Санкт-Петербург

г. Петергоф
540-016 Знаменканың һарай-парк ансамбле Санкт-Петербург

г. Петергоф
540-017 Петергоф ҡалаһының һарай-парк ансамбле һәм уның тарихи үҙәге Санкт-Петербург

г. Петергоф
540-018 Собственная дачаның һарай-парк ансамбле Санкт-Петербург

г. Петергоф
540-019 Сергиевканың һарай-парк ансамбле Санкт-Петербург

г. Петергоф
540-020 Ломоносов ҡалаһының һарай-парк ансамбле һәм уның тарихи үҙәге Санкт-Петербург

г. Ломоносов
540-021 Файл:PavlovoNauchnyGorogok.jpg И. П. Павловтың фәнни ҡаласығы Ленинград өлкәһе

Всеволожск райоын

с. Павлово
540-022 Богословка усадьбаһы Ленинград өлкәһе

Всеволожск районы

Нева урман паркы
540-023 Шувалов паркы Санкт-Петербург

Парголово
540-024 Вяземскийҙар усадьбаһы Санкт-Петербург

Имән урманы
540-025 Сестрорецк Разливы, Сестрорецк «Дубки»һы, Стенбок-Ферморовтар усадьбаһы, Ольгино (тарихи район), «Ближние Дубки» паркы, Териоки (Зеленогорск) Санкт-Петербург

г. Сестрорецк
540-026 И. Репиндың йорт-музейы «Пенаты» Санкт-Петербург

п. Репино
540-027 Комаров ҡасаба зыяраты Санкт-Петербург

п. Комарово
540-028 Линдуловск урманы Ленинград өлкәһе

Выборг районы

Яҡындағы тораҡ — Рощино ҡасабаһы
540-029 Нева йылғаһы яры һәм яр буйҙары Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе
540-030 Ижора һикәлтәһе Ленинград өлкәһе

Волосов районы
540-031 Дудергофские бейеклеге Санкт-Петербург

п. Можайск (тарихи район)
540-032 Колтушск ҡалҡыулығы Ленинград өлкәһе

Всеволожск районы

д. Колтуши
540-033 Юкковск ҡалҡыулығы Ленинград өлкәһе

Всеволожск районы

д. Юкки
540-034 Юлдар:

Мәскәү шоссеһы, Киев шоссеһы, Ленинград — Павловск тимер юлы, Пушкин — Гатчина шоссеһы, Волхонск шоссеһы, Таллинн шоссеһы, Петергоф юлы, Ропшинск шоссеһы, Гостилицк шоссеһы, Приморск шоссеһы, Выборг шоссеһы, Колтушск шоссеһы, Лиговск каналы, Кронштадт шоссеһы
Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе
540-035 Фарватерҙар: Петровск, Кронштадт, Зеленогорск, шулай уҡ Диңгеҙ каналы Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе
540-036 Файл:Primorskiy.JPG Дандың йәшел һыҙаты менән Йәшәү юлы Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе