Эстәлеккә күсергә

Сартбаева Кайыркүл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сартбаева Кайыркүл
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Ҡырғыҙстан
Тыуған көнө 20 июнь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (88 йәш)
Тыуған урыны Кара-Булак[d], Ҡырғыҙ Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Һөнәр төрө опера йырсыһы, музыка педагогы
Эш урыны Б. Бейшеналиева исемендәге Ҡырғыҙстан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты[d]
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы
Йырсы тауышы сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Жанр Опера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Сартбаева Кайыркүл (ҡырғ. Кайыркүл Сартбаева; тыуғ. 20 июнь 1936 йыл, Кара-Булак ауылы, Ҡырғыҙ АССР-ы)- совет һәм ҡырғыҙ опера йырсыһы (лирик-драматик сопрано), педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1980). Йырсы башҡарыуында 600-гә яҡын ария, романс һәм йыр яҙмаһы Ҡырғыҙстан Республикаһының милли телерадиотапшырыуҙар корпорацияһының "Алтын фонд"ына ингән.

Кайыркүл Сартбаева 1936 йылдың 20 июнендә Чуй өлкәһенең Ҡара Булаҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1].

П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһын тамамланғандан һуң 1962 йылда Ҡырғыҙ опера һәм балет театры солисы итеп ҡабул ителә. Кайыркүл Сартбаева үҙенең ижади эше осоронда 50-нән ашыу опера партияһын башҡара алған, улар араһында: Владимир Власовтың, Абдылас Малдыбаевтың, Владимир Ференың шул исемдәге операнан Ай-Чурек; Михаил Раухвергер, Каныкей һәм Калыймандың шул уҡ исемдәге операһынан Йәмилә; Владимир Власов, Абдылас Малдыбаев, Владимир Ференың «Манас» һәм «Токтогул» операларынан Тотуя Һәм Валентина; Сатылган Осмоновтың «Сепил» операһынан Акбийкә; Насы́р Давле́совтың «Ҡорманбәк» операһынан Айканыш; Петр Ильч Чайковскийҙың «Пиковая дама» операһынан Лиза һәм «Евгений Онегин» операһынан Татьяна; Джакомо Пуччиниҙың «Чио-Чио-Сан» операһынан Баттерфляй; Джузеппе Вердиҙың «Отелло» операһынан Дездемона һәм «Дон Карлос» операһынан Елизавета; Кирилл Молчановтың «А зори здесь тихие…» операһынан Лиза Бричкина; Александр Бородиндың «Кенәз Игорь» операһынан Ярославна; Вольфганг Амадей Моцарттың «Дон Жуан» операһынан Донна Анна; Джузеппе Вердиҙың шул уҡ исемле операһынан Аида һәм башҡалар[2].

1962 йылдан А. Малдыбаева исемендәге Ҡырғыҙ опера һәм балет театрында солист булып сығыш яһай.

19691970 йылдарҙа ул Ҙур театрҙа (Мәскәү) стажировка үтә.

Камера йырсыһы булараҡ концерттарҙа сығыш яһай[3]. М. Абдраевтың, Т. Эрматовтың, К. Молдобасановтың, Н. Давлесовтың, А. Йәныбековтың, К. Осмоновтың, М. Бегалиевтың, А. Жээнбайҙың, С. Бактыгуловтың күп йырҙарын һәм романстарын тәү башлап башҡарыусы.

Кайыркүл Сартбаева сит илдәрҙә гастролдәрҙә була: Дания, Канада, Куба, Монголия, Польша, Румыния, Сүриә, Төркиә, Чехословакия, Швейцария, Швеция, Япония, ҠХР һәм башҡалар.

Шулай уҡ Ҡырғыҙ ҡатын ҡыҙҙар педагогия институтында, Б. Бейшеналиева исемендәге Ҡырғыҙстан дәүләт сәнғәт институтында (19861989 йылдарҙа — ректоры) һәм Ҡырғыҙ милли консерваторияһында (1987 йылдан яңғыҙ йырлау профессоры) уҡыта[1].

Әлеге ваҡытта Ҡырғыҙ опера һәм балет театрында, солистарҙың йәш быуыны менән үҙенең педагогик эшмәкәрлеге сиктәрендә, вокал буйынса оҫталыҡ дәресе етәксеһе булып тора.

«Мээрим», «Тоо-Гулу» һәм «Эне» хәйриә фондтарының әүҙем ағзаһы.

Кайыркүл Сартбаева Ҡырғыҙ ССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре һәм режиссеры Кубанычбек Арзиевта кейәүҙә була. Уның ҡыҙы-Айгөл, иҡтисад фәндәре кандидаты, улы — Искәндәр, Ҡырғыҙстандың атҡаҙанған артисы, Абдылас Малдыбаев исемендәге Ҡырғыҙстан милли опера һәм балет театрының художество етәксеһе һәм баш режиссеры, шулай уҡ 7 ейәне һәм 4 бүләһе бар[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт бүләктәре:

  • Ҡырғыҙ ССР-ының халыҡ артисы (1974)
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1980)
  • Ҡырғыҙ ССР-ының Ленин комсомолы премияһы (1974) — 1973-1974 йылдарҙағы концерт программаһы өсөн
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • «Почёт Билдәһе» ордены (14 ноябрь 1980 йыл) — XXII Олимпиада Уйындарын әҙерләү һәм үткәреү буйынса ҙур эше өсөн[5]
  • 2-се (2016) һәм 3-сө (2002) дәрәжә "Манас " ордены,
  • «Курманжан Датка» ордены (2022)[6]
  • «Данк» миҙалы (1997)
  • «Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» миҙалы.

Башҡа бүләктәре:

  • «Манас-1000» иҫтәлекле алтын миҙалы (1995)[7]
  • Махсус бүләк — Халыҡ-ара вокалсылар конкурсында Токиола (Япония, 1976) Дж. Пуччиниҙың «Чио-Чио-Сан» операһынан Мадам Баттерфляй партияһын башҡарған өсөн көмөш миҙал.
  • Республика-ара вокалсылар конкурсы премияһы
  • Ҡырғыҙ ССР-ы Юғары Советының Почет грамоталары
  • "Золотой мост — Алтын Копір " халыҡ-ара премияһы (Ҡаҙағстан Республикаһы)
  • Бишкәктең Почетлы гражданы[8].
  1. 1,0 1,1 Сартбаева преподает в Киргизской государственной | I Will Survive (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 15 май 2013. Архивировано 25 май 2013 года. 2014 йыл 17 октябрь архивланған.
  2. Кыргызский национальный академический театр оперы и балета. www.operaballet.lg.kg. Дата обращения: 20 декабрь 2021. Архивировано 20 декабрь 2021 года. 2021 йыл 20 декабрь архивланған.
  3. Кыргызский национальный академический театр оперы и балет. Дата обращения: 15 май 2013. Архивировано 20 октябрь 2013 года. 2013 йыл 20 октябрь архивланған.
  4. Сартбаева, Кайыргуль. Дата обращения: 20 декабрь 2021. Архивировано 20 декабрь 2021 года.
  5. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 14 ноября 1980 года № 3301-X «О награждении орденами и медалями СССР работников, наиболее отличившихся при подготовке и проведении Игр XXII Олимпиады». Дата обращения: 8 май 2022. Архивировано 5 март 2016 года.
  6. Госнаградами отмечены деятели различных сфер 2022 йыл 31 декабрь архивланған.
  7. Распоряжение Президента Кыргызской Республики от 15 августа 1995 года № РП-142 (О награждении медалью). Дата обращения: 31 август 2021. Архивировано 31 август 2021 года.
  8. Почетные горожане-Официальный сайт Мэрии г. Бишкек (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 15 май 2013. Архивировано 25 май 2013 года. 2016 йыл 6 май архивланған.