Эстәлеккә күсергә

Солтанов Мостафа Кәрим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мостафа Солтанов
Солтанов Мостафа Кәрим улы
Тыуған көнө:

9 февраль 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе 1‑се Яңы Ҡуңҡаҫ ауылы [1]

Вафат булған көнө:

18 февраль 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (97 йәш)

Вафат булған урыны:

Күмертау ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналистика

Премиялары:

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия (1998)

Наградалары:
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1942
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977)

Солтанов Мостафа Кәрим улы (9 февраль 1912 йыл18 февраль 2009 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт журналисы, 1960 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1992). Ҡыҙыл Йондоҙ, II һәм III дәрәжә Дан, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы.

  • Мостафа Кәрим улы Солтанов 1912 йылдың 9 февралендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе 1‑се Яңы Ҡуңҡаҫ ауылында [1] тыуған.
  • 1928 йылда комсомол сафына инә.
  • 1928—1934 йылдарҙа тыуған яғында колхоз ойоштороуҙа ҡатнаша, бригадир, хисапсы-кассир булып эшләй.
  • 1934—1937 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә.
  • 1939—1941 йылдарҙа Әлшәй районының «Сталинсы» гәзитендә эшләй: 1939 йылдан яуаплы сәркәтип урынбаҫары, 1940 йылдан мөхәррир урынбаҫары, 1941 йылдан мөхәррир.
  • 1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
  • 1945—1949 йылдарҙа яңынан Әлшәй районының «Сталинсы» гәзите хеҙмәткәре.
  • 1951—1963 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе.
  • 1965—1984 йылдарҙа Күмертау районының «Ильич юлы» гәзите мөхәррир урынбаҫары.
  • 1984—1990 йылдарҙа Көйөргәҙе тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры.
  • 2009 йылдың 18 февралендә Күмертау ҡалаһында вафат була, Көйөргәҙе районының Ҡансыра ауылы зыяратында ерләнә.

Солтанов Мостафа Кәрим улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, һуғыш ҡаһармандары, Советтар Союзы Геройҙары тураһында мәҡәлә, очерктар ижад итте. Уның публицистик әҫәрҙәре «Утлы йылдар, шанлы йылдар» исемле китабында тупланып, донъя күрҙе. Шулай уҡ тыуған яҡ тарихы, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тураһында тарихи очерктар баҫтырып сығарҙы.

  • Утлы йылдар, шанлы юлдар. Күмертау, 2000 й.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (17.12.1942[2]);
  • II һәм III дәрәжә Дан ордендары (?; 02.06.1945[3]);
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985[4]);
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977);
  • Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1998)[5].
  • Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы (?)
  1. 1,0 1,1 Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы Ҡаран-Ҡуңҡаҫ ауылы
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  5. Лауреаты премии имени Шагита Худайбердина. / авт.-сост.: Ф.Ш. Кудакаев, Р.З. Хажиев. — Уфа: Китап, 20016. — 192 с. ISBN 978-5-295-06511-8  (рус.)
  • Йәнбирҙина З. Китаптың авторы хаҡында. // М. Солтанов. Утлы юлдар, шанлы йылдар. Күмертау, 2000 й., 2-3-сө биттәр.