Эстәлеккә күсергә

Тель-Авив

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Тель-Авив-Яффа
תֵּל אָבִיב-יָפוֹ
Флаг[d] Герб[d]
Флаг Герб
Ил

Израиль

Координаталар

32°05′ с. ш. 34°48′ в. д.HGЯO

Мэр

Рон Хульдаи

Нигеҙләнгән

1909

Майҙаны

яҡынса 70 км²

Халҡы

405 200 кеше (2012)

Тығыҙлығы

7947 кеше/км²

Милли состав

йәһүдтәр — 91,6 %, ғәрәптәр — 3,9 %, башҡалар — 4,5 %

Сәғәт бүлкәте

UTC+2, йәйге UTC+3

Телефон коды

+(972)(3) Израилдән ситтә, (03) Израиль эсендә

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

tel-aviv.gov.il
 (йәһ.) (инг.) (ғәр.)

Тель-Авив-Яффа (Израиль)
Тель-Авив-Яффа
Тель-Авив-Яффа
Тель-Авив һәм  Рамат-Ган күренеше
Азриэли үҙәге

Тель-Ави́в—Я́ффа[1] (йәһ. תֵּל אָבִיב-יָפוֹ‎תֵּל אָבִיב-יָפוֹ‏‎; шулай уҡ Тель-Ави́в[2]; ғәр. تل أبيب‎) —  Израилдә Урта диңгеҙҙең көнсығыш яры буйындағы берләшкән ҡала муниципалитеты, халҡының һаны буйынса Израилдә икенсе ҡала (404 750 человек), илдең иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге.  1950 йылдың апрелендә сағыштырмаса йәш Тель-Авив ҡалаһы менән боронғо Яффаны берләштереүҙән барлыҡҡа килә [3]. Тәүҙә Тель-Авив Яффаның йәһүд биҫтәһе итеп нигеҙләнә. 

 2011 йылдың аҙағына халҡының һаны  404 750 кеше тәшкил итә[4], ҙурлығы буйынса илдә икенсе (Йәрүсәлимдән һуң) урында тора. «Гуш-Дан» (ивр. ‏גוש דן‏‎) тип аталған был ҡала агломерацияһында 3,5 млн кеше йәшәй, уларҙың 91,6 проценты — йәһүд, 3,0 проценты — мосолман ғәрәп, 0,9 проценты — христиан ғәрәп; 4,5 проценты — башҡалар. Гуш-Данға, Тель-Авивтан тыш, Холон, Бат-Ям, Рамат-Ган, Бней-Брак, Гиватаим ҡалалары һәм ҡасабалар инә. Гуш-Дан тирәләй шулай  уҡ бергә тоташып бөткән Петах-Тиква, Ришон-ле-Цион, Герцлия, Кфар-Саба, Раанана, Рамат-һа-Шарон, Ор-Йеһуда, Кирьят-Оно, Йеһуд-Моноссон ҡалалары, башҡа вағыраҡ тораҡтар хасил иткән туҡтауһыҙ төҙөлөүсе ҡулса барлыҡҡа килгән.

Ҡалаға 1909 йылда Яффаның яңы йәһүд кварталы булараҡ нигеҙ һалына һәм ул Ахуза́т-Бәйт тип атала[3]. Тель-Авив территорияһында Тель-Касил тигән боронғо пелешти торамаһының харабалары бар[5].

1910 йылда күренекле сион эшмәкәре Менахем Шейнкин кварталдың атамаһы итеп сионсылыҡҡа нигеҙ һалған Теодор Герцлдең  «Altneuland» (инг.)баш. (англ.)русск. («Альтно́йланд» — «Иҫке яңы ил») тигән утопик романының Нахум Соколов тарафынан атҡарылған ивритҡа тәүге тәржемәһе исемен ҡушырға тәҡдим итә[6]. 1910 йылдың майында  Ахузат-Бәйт кварталында йәшәүселәрҙең дөйөм йыйылышында күпселек тауыш менән Тель-Авив тигән яңы исем һайлана.

«Тель-Авив» атамаһы Танахта бар (Иез. Иез. 3:15)[7] һәм ивриттан «яңырыу ҡурғаны» йәки «яҙ ҡалҡыулығы» тип тәржемә ителә: «тел» (йәһ. תל‎תל‏‎) — боронғолоҡто кәүҙәләндергән ҡурған йәки ҡалҡыулыҡ, «ави́в» (йәһ. אביב‎אביב‏‎) — яҙ, яңынан тыуыу, яңырыу[8].

Тиҙҙән квартал ҡалаға әйләнә, ә ҡала мандат аҫтындағы Фәләстингә килгән йәһүдтәрҙе ҡабул итеү үҙәге булып китә. Килеүселәр тәүҙә башлыса Рәсәй менән Польшанан сығыусылар булһа, Германияла  нацистар власты алғас, унан йәһүдтәр ағыла башлай. Күптәре Тель-Авивта төпләнеп ҡала. Был ҡаланың йөҙөндә лә сағыла. Тель-Авив төҙөлөшөндә 1930-сы йылдарҙа «Бауһаус» немец мәктәбе архитекторҙары эшләй, йорттар бетондан  2—3 ҡатлы итеп һалына, урамдар ярға ҡарата теүәл перпендикуляр йә параллель була.  Халыҡты арзан торлаҡ менән тәьмин итеү төҙөлөштөң төп маҡсаты була. 1930-сы йылдар йорттары бөгөн  архитектура ҡомартҡыһы булып тора, улар арҡаһында Тель-Авив «Аҡ ҡала» тигән исем аҫтында ЮНЕСКО-ның мәҙәни ҡиммәттәр исемлегенә индерелгән[3][9].

Ҡала йылдам үҫә һәм Фәләстиндә йәһүд общинаһы үҙәгенә әүерелә. 1948 йылда Тель-Авивта, ҡаланың беренсе мэры Меир Дизенгофтың Ротшильд бульварында урынлашҡан йортонда, Дауыт Бен-Гурион етәкселегендәге Халыҡ советы бойондороҡһоҙ Израиль Дәүләте төҙөлөүен иғлан итә. 

Тель-Авивта тәү башлап  Кнессет (Израиль парламенты) йыйыла. Тәүге ултырыштары Тель-Авив музейында үтә. 1949 йылдың 8 мартынан 14 декабренә тиклем ултырыштар Тель-Авивтың Кнессет майҙанында урынлашҡан «Кесем» кинотеатрында уҙғарыла. Кнессет ултырыштары шулай уҡ «Сан-Ремо» ҡунаҡханаһында ла була. 1949 йылдың 26 декабрендә Израиль парламенты Йәрүсәлимгә күсә[10].

1950 йылдың апрелендә йәш Тель-Авив менән боронғо Яффа Тель-Авив — Яффа тигән яңы административ берәмеккә әйләндерелә[3]. Тель-Авив илдең иҡтисади үҙәгенә әүерелә, тирә-йүнендәге ҡалалар менән ҡушылып бөтә. Әлеге ваҡытта Тель-Авивтан төньяҡҡа 50 километр самаһы Урта диңгеҙ буйын тотош ҡала төҙөлөшө биләгән.  Тель-Авивтан көньяҡҡа ҡарай ҙа төҙөлөш йылдам бара. 

Тель-Авив —  Израилдең айырыуса көслө эклектика хас булған ҡалаһы. Аялон шоссеһы буйындағы күккә олғашҡан заманса биналар — Неве-Цедек районында ХХ быуаттың беренсе яртыһында төҙөлгән бер-ике ҡатлы йорттар, төньяҡ Тель-Авивтың бай райондары — иҫке Тахана Мерказиттың ярлы өйҙәре, Урта диңгеҙ буйындағы ҡунаҡханалар, пабтар эш һәм технология үҙәктәрендәге офистар менән аралашып килә. Тель-Авив бер юлы Манхэттенға, Бердичевҡа һәм Ибицаға  оҡшаш. Теләк булғанда  Париж осмотон йә Касабланка ҡыйпылсығын осратырға мөмкин. 2008 йылдың йәйендә «The New York Times» гәзите Тель-Авивты «Урта диңгеҙ буйы кинәнесе» («capital of the Mediterranean cool») тип атай.

Тель-Авив Урта диңгеҙ яры буйлап 13,5 километрға һуҙылған, төньяҡтан һәм көньяҡтан диңгеҙгә иң ҙур алыҫлыҡ —  7, үҙәктән —  3,5 километрға тиклем. БМО Хәүефһеҙлек Советының 478-се резолюцияһына ярашлы,  Израилдәге бөтөн тиерлек сит илдәрҙең илселектәре  Йәрүсәлимдән Тель-Авивҡа күсеп бөтә[8].

Тель-Авивта мөһим фән һәм мәҙәниәт учреждениелары урынлашҡан: Тель-Авив университеты, Тель-Авив сәнғәт музейы, Диаспора музейы, Х. Н. Бяликтың йорт-музейы һәм башҡалар.

Урта диңгеҙ климаты. Ҡыш йылы һәм ямғырлы (иң һалҡын ай булған ғинуарҙа уртаса температура  — +13,3). Ҡар бик һирәк күренә, һуңғы тапҡыр 1950 йылдың февралендә яуған. Йәй оҙон һәм эҫе. Иң йылы айы — август; уртаса температураһы +27,0, ләкин иң эҫе мәле  нығыраҡ яҙға хас, температура күләгәлә +45 °C һәм унан юғарыраҡ булырға мөмкин. Яуым-төшөм башлыса ноябрҙән мартҡа тиклем була. 

Тель-Авив пляжы (панорама)

Тель-Авивта хөкүмәт учреждениелары 

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тель-Авивта Оборона министрлығы, Генераль штаб урынлашҡан. 

Велосипедтарҙы прокатҡа биреүсе автоматик станция 
Тель-Авивта автобус станцияһы (1949)

Тель-Авив Израилдең мөһим транспорт төйөнө һанала.   

  • Тимер юл транспорты: Тель-Авив Израиль тимер юлдары селтәренең үҙәге булып тора. Магистраль ҡаланың көнсығыш сигенән үтә. Дүрт станциянан  («Тель-Авив — Университет», «Тель-
  • Авив — Үҙәк», «Тель-Авив — ҺаШалом», «Тель-Авив — ҺаХагана») поездар көньяҡҡа  (Ашдод, Ашкелон, Беғер-Шева),  Йәрүсәлимгә, Петах-Тикваға һәм Ришон-ле-Ционға юллана. Тәүлек әйләнәһенә поездар төньяҡҡа (Хайфа, Нагария), шулай уҡ Дауыт Бен-Гурион исемендәге аэропортҡа һәм көньяҡтағы Бәғәр-Шәвәғкә йөрөй. 
  • Автобус транспорты: Тель-Авивта ҡала транспорты хәрәкәтен «Дан» кооперативы тәьмин итә, шулай уҡ  «Эгед» и «Кавим» компанияларының Тель-Авивты яҡын биҫтәләр менән тоташтырыусы ҡала линиялары ла бар.  Ҡала-ара рейстарҙы ике автобус терминалына «Эгед» компанияһы тормошҡа ашыра[11]).
  • Тель-Авивтың еңел рельслы  транспорт системаһы: был системаның Бат-Ям — Яффа — Тель-Авив — Рамат-Ган — Бней-Брак — Петах-Тиква маршруты буйынса тәүге линияһын һалыу эштәре бара. Халыҡ телендә уны яңылыш «еңел метро» тип атайҙар. Линияны асыу 2017 йылға планлаштырыла[12] .
  • Һауа бәйләнеше: Дауыт Бен-Гурион исемендәге аэропорт Тель-Авивтан 10 км алыҫлыҡта, Лода биҫтәһендә урынлашҡан һәм Израилдең төп һауа ҡапҡаһы булып тора. Ҡала эсендә шулай уҡ эске граждан линияларын хеҙмәтләндереүсе «Сде-Дов» аэропорты бар.  
  • Автомобиль транспорты:  Тель-Авив аша бик күп автомобиль юлдары үтә, уларҙың иң мөһиме  — «Аялон» автомагистрале  (шоссе № 20), ул ҡаланың көнсығышы аша төньяҡтан көньяҡҡа шул уҡ атамалы йылға йәнәшенән бара. Эре магистраль урамдар — Намир шоссеһы (төньяҡҡа,  Хайфаға илткән автомагистраль № 2 яғына бара),  Менахем Бегин шоссеһы  (көнсығышҡа Рамат-Ганға, Бней-Бракка, Петах-Тикваға) һ. б. 
  •  Велосипедтарҙы прокатҡа бирә торған «Тель-Офан» автоматтар селтәре. 
Рамат-һа-Хаялда «Ассута» дауаханаһының яңы бинаһы
  • Сураски исемендәге Медицина үҙәге ҡаланың уртаһында урынлашҡан, ул Тель-Авивтың төп дауаханаһы булып тора. Уға «Ихилов» ҡала дауаханаһы, «Дана» педиатрия госпитале, «Лис» бала табыу йорто, реабилитация һәм кардиология үҙәктәре инә.
  • Төньяҡ Тель-Авивтағы «Ассута» госпитале Израилдәге  иң ҙур шәхси дауахана булып тора — унда башлыса электив хирургия процедуралары үткәрелә.
  • Шулай уҡ  Тель-Авивтан алыҫ түгел өҫтәмә медицина үҙәктәре һәм дауаханалары  — Петах-Тиквала Исхаҡ Рабин исемендәге Медицина үҙәге, Тель-һа-Шомала Хаим Шиба исемендәге Медицина үҙәге, Холонда Эдит Вольфсон исемендәге Медицина үҙәге, Кфар-Сабала  «Меир»[en] Медицина үҙәге һәм Беғер-Яаковта «Асаф һа-Рофе» Медицина үҙәге — эшләй.
  • Көндәлек амбулатор дауалау Израилдең  «Клалит», «Меухедет», «Маккаби» һәм «Леумит» тигән дүрт дауахана кассаһының береһенә ҡараған ҡала поликлиникаларында башҡарыла. 

Мәҙәниәт һәм сәнғәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бауһаус музейы.

Тель-Авив — хәҙерге заман ивриты барлыҡҡа килгән урын һәм иврит мәҙәниәтенең төп үҙәге.  Израилдең күп театрҙары ошонда урынлашҡан. Иврит телендә сыға торған көндәлек гәзиттәрҙең күпселегенең редакциялары («Га-Арец», «Маарив», «Едиот Ахронот», иҡтисади гәзиттәр «Калькалист» һәм «The Marker», түләүһеҙ көндәлек «Исраэль Хайом» гәзите) Тель-Авивта урынлашҡан. 

Тель-Авивта бер нисә тиҫтә концерт һәм театр залы, күп һанлы музейҙар һәм галереялар бар. Ҡалала репертуарлы театрҙар  («Габима», «Гешер», Камера театры, «Бәйт-Лесин», идиш театры «Идишпиль»),  Израиль  операһы, бер нисә балет ансамбле (Израиль балеты, Бат-Шева, Бат-Дор һ. б.), бәләкәй сәхнәләрҙә сығыш яһай торған күп һанлы рок һәм джаз  коллективтары эшләй. 

Тель-Авивта киң файҙаланыуҙағы асыҡ китапханалар (егерменән ашыу) селтәре бар. 1886 йылда асылған Бәйт Ариела үҙәк китапханаһы Израилдең иң боронғо китапханаһы булып тора, уның фондтары ярты миллиондан ашыу данала иҫәпләнә. Ҡала халҡы китапхананан түләүһеҙ файҙалана.  

Тель-Авивтың беренсе генераль планы. Архитектор Патрик Геддес, 1925

Тель-Авив һынлы сәнғәт музейы — ҡалалағы музейҙар араһында иң билдәлеһе. Концерттар, спектаклдәр һәм тамашалар  күп һанлы концерт залдарында үтә, улар араһында — Голда Меир исемендәге Сәхнә сәнғәттәре үҙәге,  Сюзан Даллаль үҙәге,  «Цавта»  театры һәм Америка сионсылары йорто. Бынан тыш, Тель-Авив урамдарында Израиль һәм сит илдәр рәссамдары төшөргән таң ҡалдырғыс граффитиҙар күп. 

 Тель-Авивтың иң билдәле биналарының береһе — 1925 йылда Александр Леви проекты буйынса һалынған «Пагода йорто». Тель Авив шулай уҡ бауһаус стилендә күпләп төҙөлгән йорттар ҡалаһы булып тора. 

Дини учреждениелар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалала Йәрүсәлимдәге Рус дини миссияһының «Динле Тавифа» үҙәге урынлашҡан, уның ихатаһында апостол Петр һәм динле Тавифа православие сиркәүе бар.  Синагогалар күп, мәсеттәр бар, Яффала һәм көньяҡ Тель-Авивта католик, протестант һәм әрмән сиркәүҙәре урынлашҡан.  

Фән һәм технология

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалала юғары технологиялар өлкәһендә эшләүсе фәнни һәм технологик үҙәктәр күп [сколько?]. Улар араһында — Google, Microsoft  һәм Teva; Тель-Авив — Израилдә танылған «хай-тек» һәм технология үҙәге. Ҡалала Сауҙа йәрминкәләре һәм күргәҙмәләре үҙәге эшләй.

Сморгонь, Беларусь (1998)

  • Озеров Е., Тель-Авив шаг за шагом: Семь прогулок по городу. — Модиин: Издательство Евгения Озерова, 2009. — 142 с., ил.
  • Горн О., Тайны Белого города: Неизвестный Тель-Авив. — Тель-Авив, 2013. — 127 с., ил.