Эстәлеккә күсергә

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө
Нигеҙләү датаһы 28 февраль 1909, 1922, 1949 һәм 8 март 1917
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған ҡатын
Алдағы National Woman's Day[d]
В память о ҡатын
Йылдың көнө 8 март
Рәсми сайт un.org/en/observances/wo…
un.org/ar/observances/wo…
un.org/zh/observances/wo…
un.org/fr/observances/wo…
un.org/ru/observances/wo…
un.org/es/observances/wo…
Тасуирлау биттәре newworldencyclopedia.org/…
Һештег WomensDay һәм InternationalWomensDay[1]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 131 421
 Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө Викимилектә
Бангладеш Бангладеш Милли ҡатын-ҡыҙҙар профсоюз үҙәге ойошторған "Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө" сараһы, Дакка, 2005.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәр менән хоҡуҡи тигеҙлеге өсөн, йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын киңәйтеүгә йүнәлтелгән көрәштә Халыҡ-ара сәйәси саралар үткәреү маҡсаты менән билдәләнгән көн, һәр йылдың 8 март көнөнә тура килә.[2]
Халыҡ-ара кимәлдә иҫтәлекле көн булараҡ, 1977 йылда БМО-ның Генераль Ассамблеяһы резолюция ҡабул иткәс, билдәләнә башлай.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнөң 8 март менән бәйле тарихын 1980-се йылдарҙа тарихсы Рене Котэ (en) өйрәнә.[3] Эҙләнеүҙәре Канадала 1984 йылда La Journée internationale dês femmes ou les vrais dates des mystérieuses origines du 8 de mars jusqu'ici embrouillés, truquées, oubliées : la clef dês énigmes. La vérité historique. Montreal: Les éditions du remue ménage[4] китабында баҫыла.

Ҡатын-ҡыҙҙар көнө сараһын үҙҙәренең хоҡуҡи тигеҙлек өсөн көрәшенә халыҡ иғтибарын йәлеп итеү өсөн Америка ҡатын-ҡыҙҙарының тауыш биреү хоҡуғы өсөн милли ассоциацияһы (ингл. NAWSA) ( Америка Ҡушма Штаттары АҠШ) ҡуллана башлай.

Шундай сараларҙың беренсеһе 1908 йылдың 3 майында Чикагола, һуңғараҡ - 1909 йылдың 28 февралендә Нью-Йоркта; һәм 1910 йылдың 27 февралендә Нью-Йоркта[5][3] үткәрелә, артабан да Милли ҡатын-ҡыҙҙар көнөн февралдең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләүҙе дауам итәләр[6].

1913 суфражисткалар рәсми процессияһы (en) иғланы, Вашингтон, 3 март 1913 йыл,
28-се АҠШ президенты Вудро Вильсон инаугурацияһы алдынан.

Ҡушма Штаттарҙа шундай милли феминистик (en) әүҙемлек 1848 йылдың 19-20 июль көндәрендә Нью-Йорктың Сенека Фоллс(en) ауылында үткәрелгән ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары конвенцияһында (en) ҡабул ителгән Тойғолар декларацияһынан һуң (en) тоҡанып китә тип әйтеп була.[7][8]

Социалистарҙың Халыҡ-ара сараһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Клара Цеткин (һулда) һәм Роза Люксембург. 1910 йыл.
8/03/1914 Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө плакаты;
Тәржемәһе: “Беҙгә ҡатын-ҡыҙҙарҙың һайлай алыу һәм һайлана алыу хоҡуғы бирелеүен талап итәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар көнө, 8 март 1914.
Хеҙмәткәрҙәр, әсәләр һәм ватандаштар булараҡ үҙ бурыстарын тулыһынса үтәгән, дәүләткә һәм муниципалитеттарға һалымдарҙы түләргә тейеш булған ҡатын-ҡыҙҙар бөгөнгә ҡәҙәр юҡ-барға ышаныу һәм реакционер мәнфәғәттәр арҡаһында тигеҙ ижтимағи хоҡуҡтарға өлгәшә алмай. Был тәбиғи кеше хоҡуғы өсөн көрәш һәр ҡатын-ҡыҙҙың ҡәтғи, ҡаҡшамаҫ ниәте булырға тейеш. Был мәсьәләлә артҡа сигенеү йәки йомшарыу мөмкин түгел. 1914 йылдың 8 март көнөндә сәғәт 15-тә үткәреләсәк 9-сы асыҡ ҡатын-ҡыҙҙар ассамблеяһына килегеҙ, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡыҙ балалар.” [9]

Байрамды Халыҡ-ара кимәлдә билдәләү тәҡдиме 1910 йылдың 23 август - 3 сентябрь араһында Дания Дания баш ҡалаһы Копенгагенда ойошторолған Икенсе социалистик интернационал конгресы (de) барышында 26-27 августа уҙған икенсе Халыҡ-ара социалист ҡатын-ҡыҙҙарҙың конференцияһында ҡабул ителә. Йыллыҡ сара булараҡ Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙ көнө билдәләү тәҡдимен немец социалисы Луиза Зиец (нем. Luise Zietz) яһай,уны социалист һәм һуңыраҡ коммунист Клара Цеткин (en) яҡлап сыға, тик был конференцияла махсус көн билдәләнмәй.[6][10] 17 илдән йыйылған 100 делегат был башланғысты ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тиң хоҡуҡтар яулау сараһы итеп ҡулланыу тураһында килешә.[11]

Беренсе тапкыр 1911 йылдың 19 мартында уҙған Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө сараларында Австро-Венгрия империяһында, Германияла, Дания Дания һәм Швейцария Швейцарияла бер миллиондан артыҡ кеше ҡатнаша. Австро-Венгрия империяһындә 300 демонстрация уҙа, Венала ҡатын-ҡыҙҙар демонстрацияға Париж коммунаһы (en) ҡорбандарын иҫкә алыусы плакаттар менән сыға.[6] Ҡатын-ҡыҙҙар һайлау һәм дәүләт вазифаларына һайланыу хоҡуҡтарын талап иттеләр, шулай уҡ эш урынындағы дискриминацияға ҡаршы сығыш яһаны.[2]

Рәсәй империяһындәа Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө беренсе тапҡыр 1913 йылғы февраль айының һуңғы йәкшәмбеһендә үткәрелә (ғәмәлдәге григориан миләди календарь буйынса - марттың икенсе аҙнаһы). Ҡатын-ҡыҙҙар ойошторған протестар 1914 йылға ҡәҙәр барһа ла, 8 мартҡа береһе лә тура килмәй.[3]

1914 йылғы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө йәкшәмбегә тура килгән 8 март көнөндә билдәләнә.[3][4]

1917 йылғы Рәсәйҙәге Февраль революцияһы роле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йыл- февралдең һуңғы йәкшәмбеһендә Санкт-Петербургта ойошторолған Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышланған демонстрациялар илдә Февраль революцияһы башланыуға килтерә [2] Шул көндө Санкт-Петербург ҡатын-ҡыҙҙары “Икмәк һәм тыныслыҡ" шиғары менән - Беренсе бөтә дөнья һуғышын һәм Рәсәйҙә аҙыҡ-түлек дефицитын бөтөрөүҙе талап итеп урамға сыға[3]

Октябрь революцияһынан һуң Александра Коллонтай Владимир Ленинды сараны рәсми байрам булараҡ иғлан итергә күндерә, ләкин 1965 йылға ҡәҙәр ул эш көнө булып кала.

1917 йылғы революциянан һуң, Совет республикаһында рәсми сара булараҡ ҡабул ителгәс, байрам күбеһенсә коммунистик һәм социалистик илдәрҙә үткәрелеп килә. Ҡытайҙа уны 1922 йылда, испан коммунистары 1936 йылда билдәләй башлайҙар.[12]

Бөтә дөнъя сараһы булараҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө:      рәсми байрам      ҡатын-ҡыҙҙар өсөн байрам      рәсми булмаған байрам

Көнбайыш илдәрендә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө 1977 йылда Ҡалып:UNның Генераль ассамблеяһы ағза-илдәрен 8 мартты ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары һәм дөнъяла тыныслыҡ урынлаштырыуға (en) йүнәлтелгән Халыҡ-ара иҫтәлекле көн булараҡ иғлан итергә саҡырыуынан һуң ғына киң байрам ителә башлай.[13]

БМОның ҡатын-ҡыҙҙар статусы буйынса комиссияһы (en) әҙерләгән "ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата дискриминацияны бөтөрөү тураһындағы декларацияһы"н (en) Ҡалып:UNның Генераль ассамблеяһы тарафынан 1967 йылда ҡабул ителә, 1981 йылда Халыҡ-ара хоҡуҡи тәртипте билдәләүсе "Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата дискриминацияны бөтөрөү тураһындағы конвенцияһы"(ингл. CEDAW) көсөнә инә.

Бөгөнге көндә, Халыҡ-ара кимәлдә ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтарын үҫтереү менән 2010 йылда барлыҡҡа килгән айырым БМО-ның махсус агентлығы ингл. UN Women шөғөлләнә.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы БМО-ның рәсми темалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йыл БМО темаһы[14]
1996 Үткәнде байрам итеү, киләсәккә пландар ҡороу
1997 ҡатын-ҡыҙ һәм тыныслыҡ өҫтәле
1998 ҡатын-ҡыҙ һәм кеше хоҡуҡтары
1999 ҡатын-ҡыҙға ҡарата көс ҡулланыуҙан азат донъя
2000 тыныслыҡ өсөн берләшкән ҡатын-ҡыҙҙар
2001 ҡатын-ҡыҙҙар һәм тыныслыҡ: ҡатын-ҡыҙҙарҙың конфликттарҙы бөтөрөүе
2002 бөгөнгө афған ҡатын-ҡыҙҙары: ысынбарлыҡ һәм мөмкинлектәр
2003 Гендер тигеҙлеге һәм мең йыллыҡ үҫеш маҡсаттары
2004 ҡатын-ҡыҙҙар һәм КИВ/БИДС
2005 2005 йылдан һуң гендер тигеҙлек мәсьәләләре; имен киләсәк төҙөү
2006 Ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ҡатын-ҡыҙҙар урыны
2007 ҡатын-ҡыҙ һәм ҡыҙ балаларға ҡаршы көс ҡулланған өсөн язаһыҙлыҡты туҡтатыу
2008 ҡатын-ҡыҙға һәм ҡыҙ балаларға ресурстар һәм мөмкинлектәр биреү
2009 ҡатын-ҡыҙ һәм ир-аттарҙың ҡыҙ балаларға һәм ҡатын-ҡыҙға ҡаршы енәйәттәрҙе туҡтатыу өсөн берләшеүе
2010 уртаҡ хоҡуҡтар, уртаҡ мөмкинлектәр: барыһы өсөн прогресс
2011 Технология, фән, мәғариф системаһына һәм тренингтарға өлгәшеүҙә тигеҙлек: ҡатын-ҡыҙҙарға ҡабул ителерлек эш мөмкинлектәре асыуға юл
2012 Ауылдарҙа йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарға мөмкинлектәр булдырыу, фәҡирлекте һәм аслыҡты бөтөрөү
2013 Бирелгән вәғәҙә - вәғәҙә булып ҡала: ҡатын-ҡыҙға ҡарата енәйәттәрҙе туҡтатырға ваҡыт
2014 ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тигеҙлек - барыбыҙ өсөн дә прогресс
2015 ҡатын-ҡыҙҙар ҡулына көс бирү - кешелекте көсәйтеү: Күҙ алдығыҙга килтерегеҙсе![15]
2016 2030 йылға - 50/50 Планетаһы: Гендер тигеҙлеккә баҫым[16]
2017 үҙгәрә торған эш донъяһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың роле: 2030 йылға - 50/50 Планетаһы[17]
2018 ваҡыты — хәҙер үк: Ауыл ерҙәрендә һәм ҡала мөхитендә әүҙемселәр ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормошон үҙгәртә[18]
  1. (unspecified title)Национальная ассоциация студенческого спорта.
  2. 2,0 2,1 2,2 UN WomenWatch: International Women's Day – History. UN.org. Дата обращения: 21 февраль 2013.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Today is International Women’s Day. Take Back Halloween! (8 март 2013). Дата обращения: 26 ғинуар 2014.
  4. 4,0 4,1 Cote, Renée (1984) La Journée internationale dês femmes ou les vrais dates des mystérieuses origines du 8 de mars jusqu'ici embrouillés, truquées, oubliées : la clef dês énigmes. La vérité historique. Montreal: Les éditions du remue ménage.
  5. United Nations page on the background of the IWD. Un.org. Дата обращения: 8 март 2012.
  6. 6,0 6,1 6,2 Temma Kaplan, "On the Socialist Origins of International Women's Day", Feminist Studies, 11/1 (Spring, 1985)
  7. Elizabeth Cady Stanton Dies at Her Home., New York Times (October 27, 1902). 31 октябрь 2007 тикшерелгән. «Mrs. Elizabeth Cady Stanton died at 3 o'clock yesterday afternoon at her home in the Stuart Apartment House, 250 West Ninety-fourth Street. Had she lived until the 12th of next month she would have been 87.».
  8. Though it is popularly known as the first-ever women's rights convention, the Seneca Falls Convention was preceded by the Anti-Slavery Convention of American Women in 1837 held in New York City, at which women's rights issues were debated, especially African-American women's rights.
    Ҡалып:BullIntroduction // African American women and the vote, 1837–1965. — University of Massachusetts Press, 1997. — P. 2–9. — ISBN 1-55849-059-0.
    In June 1848, male-organized National Liberty Party Convention in New York discussed the rights of women, at which presidential candidate Gerrit Smith established a party plank of women's suffrage.
  9.  (инг.) Give Us Women’s Suffrage (March 1914). German History in Documents and Images. Дата обращения: 26 ғинуар 2014.
  10. History of International Women's Day. United Nations. Дата обращения: 26 май 2012.
  11. About International Women's Day. Internationalwomensday.com (8 март 1918). Дата обращения: 8 март 2013.
  12. Nelson, Jinty International Women's Day: a centenary to celebrate. History Workshop Online. Дата обращения: 28 август 2011.
  13. WomenWatch: International Women's Day. Un.org. Дата обращения: 8 март 2012.
  14. WomenWatch: International Women's Day. Un.org. Дата обращения: 21 февраль 2013.
  15. International Women's Day | UN Women – Headquarters. UN Women. Дата обращения: 11 февраль 2015.
  16. International Women's Day 2016. UN Women. Дата обращения: 18 февраль 2016.
  17. International Women’s Day 2017. UN Women. Дата обращения: 8 март 2017. Архивировано из оригинала 8 март 2017 года. 2017 йыл 8 март архивланған.
  18. Time is Now: Rural and urban activists transforming women’s lives