Хоккей
Хокке́й (ингл. hockey) — боҙ, тартан, пластик, ағас йә үлән майҙансыҡта ойошторолған командалы спорт уйыны. Уның төп маҡсаты — ике команданың һәр ҡайһыһы туп йә шайбаны дәғүәсе ҡапҡаһына индерергә тейеш. Уйынсылар сәкән ҡуллана. Һәр команда үҙ ҡапҡаһын һаҡлаған ҡапҡасынан һәм бер нисә ялан уйынсыларынан тора.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Британия версияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Британия сығанаҡтары «хоккей» терминын «хауки» йәки «хоки» һүҙҙәре менән бәйләй. Урта быуаттарбашында ҡайһы бер инглиз графлыҡтарында уңыш йыйыу байрамдары нәҡ шулай аталған булған. Уларҙа төп маҡсаты бөкләнгән таяҡтар ярҙамында дәғүәсе зонаһына туп индереү булған уйын үткәрелгән. Әйткәндәй, Америка Ҡушма Штаттарының көньяҡ штаттарында эшселәр әле лә ер эшкәртеү ҡоралы тәпкегә оҡшаш булған хокки ҡуллана[1].
Канада версияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ундағы тәүге версия буйынса, «хоккей» һүҙе Төньяҡ Америкалағы индеец ҡәбиләһе мохоки теленән алынған. Улар ҡасандыр үләндә хоккейға оҡшаш уйын уйнаған һәм уны «хогий» тип атаған. Был һүҙ «ауырта» тигән мәғәнәлә тәржемә ителә: уйын тамамланғас, еңелгәндәр язаға тарттырылыр булған. Канадалағы икенсе версия ябай һәм аңлайышлыраҡ. Ул «хоккей» һүҙенең сығышын иҫке француз телендә көтөүсенең бөкләнгән таяғын аңлатҡан «хокэ» («hoquet») һүҙе менән бәйләй[1]. Бында тағы бер ҡыҙыҡ оҡшашлыҡ күрергә була. Рус телендә — шулай уҡ Рәсәй ҙә хоккейҙың тыуған ере (туплы рус хоккейы) — «клюка» һүҙе бар. Ул бер үк ваҡытта кәкре башлы таяҡты һәм боронғо урыҫ уйынын аңлата. Һәм ул «клюшка» (сәкән) һүҙе менән тамырҙаш булып сыға.
Хоккей төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шайбалы хоккей — шайба тип аталған бәләкәй резина диск менән боҙ майҙанында уйнала. Хоккейҙың башҡа төрҙәренә арағанда иң танылғаны булғанлыҡтан — йыш ҡына «шайбалы» һүҙен бөтөнләй ҡулланмайҙар. Тыуған ере тип Канада һаналған шайбалы хоккей шулай уҡ Рәсәйҙә, Скандинавия дәүләттәрендә, Чехияла һәм башҡа илдәрҙә лә популяр.
- Инлайн-хоккей һәм роллер-хоккей — ролик конькиҙарында уйналған шайба менән хоккейҙың аналогтары.
- Өҫтәл хоккейы
- Үләндә хоккей — бәләкәй ҡаты туп менән махсус синтетик ҡапламала (элек үләндә) уйнала. Донъяла иң таралған хоккей төрө — инглиз телле сығанаҡтарҙа йыш «хоккей» ғына тип атала. Халыҡ-ара хоккей федерацияһына 126 ил керә. Иң ҙур танылыу был хоккей төрө Голландия, Германия, Испания, Бельгия, Англия, Ирландия, Аргентина, Яңы Зеландия, КАР, Һиндостан, Пакистан һәм Малайзия кеүек илдәрҙә таба.
- Индорхоккей — гандбол майҙансығында уйналған үләндәге хоккейҙың аналогы.
- Туплы хоккей (бенди йәки рус хоккейы) — боҙҙа бәләкәй ҡаты туп менән уйнала. Рәсәйҙә, Швецияла, Финляндияла һәм Норвегияла был хоккей төрө үҫешкән.
- Туплы мини-хоккей (ринк-бенди) — шайба менән хоккейҙың майҙансыҡтарында уйналған туп менән хоккей.
- Роллеркей (ингл. roller hockey, roller hockey (quad), hardball hockey һәм rink hockey). Был спорт төрөн 60 илдә уйнайҙар, шуларҙың тик бишәүһе генә донъя чемпиондары була: Испания — 16 тапҡыр, Португалия — 15, Аргентина — 5, Италия — дүрт тапҡыр, ә тәүге ике титулды Англия еңә. Сәкәндәр туп менән хоккейҙағы кеүек, ә ролик конькиҙары (квадтар) тәгәрмәстәрҙең парлы урынлашыуы һәм алда резиналы үҙәк менән — этелеү һәм туҡтау өсөн.
- Флорбол — залда пластмасс сәкәндәр һәм туп менән уйнала.
- Вертикаль хоккей һәм Следж-хоккей — инвалид булған кешеләр өсөн хоккей.
- Һыу аҫты хоккейы һәм уның айырым бер төрө — боҙ аҫты хоккейы.
- Ҡомда хоккей.
Портал «Хоккей» | |
Хоккей Викиһүҙлектә | |
Хоккей Викиөҙөмтәлә | |
Хоккей Викимилектә | |
Хоккей Викияңылыҡтарҙа |
-
Шайбалы хоккей
-
Үләндә хоккей