Эстәлеккә күсергә

Холера

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Холера
Vibrio cholerae: Холерный вибрион под электронным микроскопом
Vibrio cholerae: Холерный вибрион под электронным микроскопом
МКБ-10

A00 00.

МКБ-9

001001

DiseasesDB

2546

MedlinePlus

000303

eMedicine

med/351 

 Холера Викимилектә

Холе́ра (от бор. грек. χολή «желчь» и ῥέω «теку»), йәғни ваба — киҫкен башланып китә торған эсәк инфекцияһы, Vibrio cholerae бактериялары тыуҙыра торған антропоноз, йәғни кешелә үрсей торған инфекция. Кеше тиҙәге, ауыҙ аша йоҡтороу механизмы менән, нәҙек эсәктең зарарланыуы, ныҡ шыйыҡ итеп эс китеү, ҡоҫоу, организмдың бик тиҙ шыйыҡса һәм электролиттар, гиповолемик шок һәм хатта үлем осрағына килтереп еткерерлек кимәлдә шыйыҡса юғалтыу менән айырыла[1].

Ғәҙәттә эпидемиялар рәүешендә тарала. Эндемик биләмәләре- Африка, Көньяҡ Америка , Һиндостан һәм Көньяҡ- көнсығыш Азия.

Образ смерти, выкашивающей смертельно больных холерой. Обложка журнала начала XX века.

Кешеләр үҙ тарихында ваба сиренең таралыуынан ваҡыт- ваҡыты менән интеккән. Бөтә билдәле булған ваба пандемиялары Ганг йылғаһы буйынан таралған, бындай сир бик борондан билдәле[2]. Эҫе һауа шарттары, һыуҙың бысраныуы һәм ғәйәт күп кешеләрҙе бер урынға йыйған, ун ике йылға бер үткәрелгән кумбха-мела байрамы үткәрелеүе был сирҙең Һиндостан ярымутрауында таралыуына килтерә .

Европала ваба тураһында боронғо дәүерҙәрҙә Гиппократ менән Гален яҙған булһа ла[3], XIX быуатҡа тиклем сир Азиянан ары сыҡмаған. 1817 йылдан пандемиялар башлана, уларҙан XIX быуатта бөтә башҡа сирҙәрҙән үлгәнгә ҡарағанда күберәк кеше һәләк булған. Пандемияның сәбәбен Бенгалда вабаны тыуҙырыусы бактрияларҙың мутацияһын «йәйһеҙ йыл» һәм 1816 йылдың ғәҙәттән тыш һауа шарттары менән бәйләйҙәр[4].

1817 йылда Беренсе ваба пандемияһы (1817—1824) бөтә Азияла таралып, Әстерхан ҡалаһына килеп етә. Бангкокта 30 меңдән ашыу кеше үлә, ә бөтә донъяла миллиондарса кеше һәләк булған. Тик 1823—1824 йылғы ғәҙәттән тыш Һалҡын ҡыш, көньяҡ илдәрҙә йылғаларҙың туңыуы Европаға вабаның таралыуына юл ҡуймай .

Икенсе пандемия (1826—1837 cholera pandemic) 1829 йылда Ганг буйында башлана. Юлдарҙың яҡшырыуы, ғәскәрҙәрҙең туҡтауһыҙ хәрәкәт итеүе, колониялар менән сауҙа итеү сирҙең төрлө илдәргә таралыуына булышлыҡ итә. Был пандемия Европа, АҠШ, Японияға үтеп инә.

Рәсәйҙә эпидемияның иң көслө осоро 1830—1831 йылдарҙың беренсе яртыһына тура килә. Аңһыҙ кешеләр ҡойоларҙы хлорлы эзбиз менән зарарһыҙландырыусыларҙы ағыулауысылар тип иҫәпләгән, ҡаҙна дауаханаларына бәреп инеп, дошмандар эҙләгәндәр, ил буйлап ваба (холера) болалары башлана (1830—1831).

Өсөнсө пандемияның көслө осоро (1846—1860) 1850 йылдарҙа Ҡырым һуғышы ваҡытында була. Рәсәйҙә генә 1 миллиондан артыҡ кеше вабанан вафат була[5]. XIX быуатта иң ҡурҡыныс эпидемия була[6]. 1854 йылда Лондондың ҡап уртаһында биш йөҙ кешенең ваба менән сирләүе йәмғиәтте ҙур ҡурҡыуға һала, табип Дж. Сноуҙың тикшеренеүҙәре нигеҙендә Лондонда һыу менән тәьмин итеүҙе, канализацияны тәртипкә килтерәләр. Ғалимдар барлығы ете пандемия булған тип иҫәпләй:

  1. Беренсе пандемия, 1816—1824 йылдар.
  2. Икенсе пандемия, 1829—1851 йылдар.
  3. Өсөнсө пандемия, 1852—1860 йылдар.
  4. Дүртенсе пандемия, 1863—1875 йылдар.
  5. Бишенсе пандемия, 1881—1896 йылдар.
  6. Алтынсы пандемия, 1899—1923 йылдар.
  7. Етенсе пандемия, 1961—1975 йылдар.

1905 йылда Эль-Тор карантин станцияһында ошо станция исеме менән аталып йөрөтөләсәк яңы төр сир тыуҙырыусы бактерия табыла. Етенсе пандемия башҡаларынан айырмалы Эль-Тор вибрионы таралыуына бәйле. (проверить)

Пандемиялар башланыу менән ваба тураһындағы фәнни белем дә туплана башлай. Һиндостандағы Британия армияһы частарындағы һалдаттар сирләй башлағас, тәүге тикшеренеүҙәр үткәрелә, улар сирҙең сәбәптәрен асыҡларға ярҙам итә, белгестәр унан дөрөҫ дауалау ысулдарын эҙләй башлай. Ләкин XX быуат уртаһына тиклем ваба (холера) иң ҡурҡыныс эпидемия рәүешендә таралыусы сирҙәрҙең береһе булып ҡала.

Хәҙерге ваҡытта ваба элеккеһе кеүек ҡурҡыныс түгел, ләкин ҡайһы бер фәҡир илдәрҙә, бигерәк тә ер тетрәү осраҡтары булғанда, ваба эпидемиялары осраҡтары булғылай. 2010 йылдың октябрендә Гаитиҙа башланған эпидемия ваҡытында илдең 7 % халҡы сирләй һәм 2015 йылдың май айында ваба 9700 кешенең ғүмерен өҙә[7].

Файл:O139Bengal.jpg
Эпидемия Vibrio cholerae O139 Bengal в 1992—1994 гг. Распространение.                       Март 1993                       Октябрь 1994

150 серотөркөм Vibrio cholerae булыуы билдәле;уларҙы О1 типовой холера сывороткаһы менән агглютинацияланыусы (V. cholerae O1) һәм О1 типовой холера сывороткаһы (V. cholerae non О1) менән агглютинацияланмаусы тигән төрҙәргә бүләләр ( Ҡара: Агглютинирующие сыворотки– сыворотки, содержащие антитела (агглютинины) под влиянием которых происходит склеивание (агглютинация) микробов, что сопровождается выпадением хлопьев или осадка, применяются для определения рода, вида, типа возбудителя в реакции агглютинации (РА).

«Классик» холераны (ваба) (Vibrio cholerae O1) 01 серотөркөмө холера вибрионы тыуҙыра. Был серотөркөмдөң ике биовары (биотипа) айырыла: классик (Vibrio cholerae biovar cholerae) һәм Эль-Тор (Vibrio cholerae biovar eltor).

Морфологик, культураль һәм серологик характеристикалары буйынса улар оҡшаш: ҡыҫҡа кәкре хәрәкәтләнеүсе епле (жгутик) таяҡсалар, грамтиҫкәре аэробтар, анилин буяуҙар менән буялалар, споралар һәм капсулары булмай, һелтеле мөхиттә(pH 7,6-9,2) 10-40 °C булғанда үрсейҙәр. Эль-Тор холера вибриондары класссик вибриондарҙан айырмалы һарыҡ эритроциттарын гемогенизациялай алмай ( һәр саҡ түгел). Был биотиптарҙың һәр береһе О-антигены (соматик) буйынса серотөрҙәргә бүленә. Инаб серотөрөндә (Серотип Инаба (Inaba)) С фракцияһы, Огава (Ogawa) серотөрөндә — В фракцияһы һәм Хикодзима (Hikojima) серотөрөндә— А , B һәм С фракциялары.Холера вибриондарының Н-антиген (епле) — бөтә серотөрҙәр өсөн дә бер үк. Холера вибриондары холера токсины эшләп сығара (ингл. CTX) — аҡһым энтеротоксины.

Vibrio cholerae non-O1 холераға оҡшаған эс китеүгә килтерә, сирҙең ауырлығы төрлөсә була, хатта кешенең үлеп китеүе лә бар.

Vibrio cholerae серогруппы О139 Bengal вибрионы сәбәпсе булған эпидемия 1992 йылдың октябрендә Көньяҡ Һиндостандың Мадрас портында башланып, Бенгал ярҙары буйлап таралып, 1992 йылдың декабрендә Бангладешҡа килеп етә, бында 1993 йылдың тәүге өс айында 100 000 артыҡ кеше сирләгән.

Файл:VChO1.jpg
Эпидемия Vibrio cholerae O1 в Америке в 1991—1994 гг. Распространение.                       Август 1991                       Февраль 1992                       Ноябрь 1994

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының мәғлүмәттәре буйынса 2010 йылда 3-5 миллион кеше ваба сирен йоҡторған, уларҙың 100—130 меңе үлгән [8]. Был сир осраҡтары аҙ үҫешкән илдәрҙә теркәлгән[9]. 1980 йылдар башында вабанан үлем осрктары йылына 3 миллиондан артып китә[10]. Сирләү осраҡтарының барыһы ла теркәлгәндер тип әйтеп булмай, сөнки ваба сиренең таралыуы тураһындағы хәбәр туристарҙы ҡурҡытыр, тип күп осраҡ йәшерелеп ҡала[11]. Хәҙерге ваҡытта ваба (холера) донъяның төрлө региондарында эпедемия һәм эндемия рәүешендә йәшәп килә[10].

Ваба кеше нәжесе , ауыҙ аша тарала. Инфекция таратыусы- сирле , йәки вибрионды йөрөтөүсе сирһеҙ кеше , ул тиҙәге һәм ҡоҫҡолоғо менән тирә яҡҡа Vibrio cholerae тарата.

Сирҙе таратыусыларҙың күп өлөшө- сирләмәүсе вибрион йөрөтөүселәр. Вибрион йрөтөүселәр/ауырыуҙар нисбәте Vibrio cholerae O1 4:1 һәм 10:1 non-O1 Vibrio cholerae (НАГ-вибрионы)10:1 .

Сир ,башлыса, зарарһыҙландырылмаған һыу эскәндә, бысраҡ һыулы күл һәм йылғаларҙа һыу ингәндә йотолған һыу аша, йыуынғанда, һауыт-һабаны вибрион менән зарарланған һыу менән йыуғанда йоға. Бешерер алдынан эшкәртелгән саҡта, һаҡлағанда, йыуғанда йәки таратҡанда, бигерәк тә ашамлыҡтар термик эшкәртеү үтмәһә (алиментар контаминация), (моллюскылар, креветкалар, ҡаҡланған һәм әҙ тоҙланған балыҡ) вибриондарҙың йоғоуы бар. Вибриондарҙы кешеләр бер-береһенә тейгән саҡта таратыуы мөмкин, мәҫәлән, бысраҡ ҡул биреп күрешкәндә. Бынан тыш вибриондарҙы себендәр ҙә тарата .

Был сирҙе тартатыусы төп шарттар булып, бысраҡлыҡ, кешенең күплеге, кешеләрҙең күсеп йөрөүе тора. Эндемик (ҙур булмаған) биләмәлә йыл буйы һаҡланған һәм ситтән килтерелгән ваба сирен айырып ҡарарға кәрәк. Эндемик райондарҙа (Көньяҡ-Көнсығыш Азия, Африка, Латин Америкаһы) холера йыл әйләнәһенә һаҡлана. Ситтән килгән эпидемиялар халыҡтың күсеп йөрөүе (миграция) менән бәйле. Эндемик райондарҙа башлыса балалар ауырый, сөнки өлкәндәрҙең тәбиғи иммунитеты бар . Сирҙең ҡотороуы йылы ваҡытҡа тура килә.

4—5 % самаһы һауыҡҡандарҙың үт ҡыуығында, бигерәк тә оло кешеләрҙә, холера (ваба) вибрионы һаҡланып ҡала. Бер тапҡыр был сирҙе үткәргән кешенең уға ҡаршы иммунитеты барлыҡҡа килә, ләкин башҡа серотөркөмдәрҙе йоҡтороу ҡурҡынысы ҡала Vibrio cholerae.

Сирҙең симптомдарын холера вибриондары түгел, ә улар эшләп сығарған холера токсиндары булдыра. Ашҡаҙан-эсәк юлы- инфекция үтеп инеү юлы. Вибриондарҙың бер өлөшө ашҡаҙанда тоҙ ( соляная) кислотаһы тәьҫирендә юҡҡа сыға. Иҫән ҡалған вибриондар нәҙек эсәккә эләгеп, һелтеле мөхиттә үрсей башлайҙар. Холера менән сирле кешенең бөтә эсәктәрендә лә вибриондар табылыуы мөмкин, ләкин ашҡаҙанда рН 5,5 артмаһа, вибриондар табылмай.

Вибриондар нәҙек эсәктең эпителий өҫтөндә үрсей башлай, ләкин төпкә үтмәйҙәр, улар холера ағыуы ( токсин (ингл. CTX) — аҡһым энтеротоксины сығара башлай ( А субберәмеге һәм В субберәмеге).

В субберәмеге рецептор — эпителий күҙәнәктәрендә булған ганглиозид GM1 менән ҡатнаша. В субберәмеге гангиозидҡа йәбешкәс, А субберәмеге мембрана аша эпителий күҙәнәгенә үтеп инә.

Активлашҡан А (А1) субберәмеге эпителиоцит мембранаһының эске яғында урынлашҡан никотинамидадениндинуклеотидтың (НАД) ярсыҡтарға бүлгеләнгән АДФ-рибозалы яртыһын аденилатциклазлы комплекстың көйләүсе аҡһымына алып килә .

Шулай итеп, эсәк секрецияһының күҙәнәктәрен стимуляциялаусы аденилатциклазаны активлау башлана, ул цикллы аденозинмонофосфаттың (цАМФ) күләме артыуға килтерә . Күләме артҡан цАМФ эсәк эсенә бик күп күләмдә изотоник шыйыҡса бүленеп сығыуына килтерә, был шыйыҡсала аҡһым кимәле аҙ, натрий, калий, хлоридтар, гидрокарбонат иондары юғары концентрацияла була. Эс китеү, ҡоҫоу, шыйыҡса юғалтыу башлана. Шыйыҡса, гидрокарбонаттар һәм калий юғалтыу метаболик ацидозға килтерә. .

Инкубацион осор бер нисә сәғәттән 5 тәүлеккә тиклем бара, күберәк осраҡта 24—48 сәғәт. Сирҙең барышы төрлөсә булыуы мөмкин — аңлашылмаған, субклиник форманан алып, 24—48 сәғәт эсендә тиҙ арала организмдың шыйыҡса юғалтыуы күҙәтелә.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белдереүсенсә, « V. cholerae йоҡторған пациенттарҙың күбеһе был сир менән сирләмәй, хатта 7—14 көн дауамында бактерия нәжестә һаҡланып ҡалған хәлдә лә . 80—90 % сир осрағын башҡа төр эс китеү осраҡтарынан айырып та булмай. Шулай ҙа 20 % кешелә ғәҙәттәге уртаса, йәки ауыр кимәлдәге шыйыҡса юғалтыу менән бәйле ваба (холера) сире күҙәтелә»[12].

Вабаның өс төрлө ауырлыҡта үткәреү осраҡтары була.

Сир еңел үткәндә шыйыҡ итеп эс китә, ҡоҫтора. Был симптомдар бер тапҡыр ғына булыуы мөмкин, кәүҙә ауырлығының 1—3 % тиклем шыйыҡса юғалтыу күҙәтелә ( 1-се күләм дегидратация ). Сирленең хәле насар түгел. Ауыҙ эсе кибеүе, һыу эске килеү, тәндең хәлһеҙлеге күҙәтелә . Бындай сирлеләр ярҙам һорамай, уларҙы йыш ҡына сирҙең биләмәһендә табалар. 1—2 көндән клиник күренеш бөтә, ләкин вибрион кеше тәнендә ҡала.

Сирҙең башы киҫкен була, йыш эс китә ( тәүлегенә 15—20 тапҡыр), тиҙәк үҙгәрә, дөгө ҡайнатмаһы кеүеккә әйләнә . Эс киткәндә эс ауыртмай. Ҡайһы саҡта кендек турыһында бик көслө булмаған ауыртыуҙар, дискомфорт, эс бығырлау, эстә шыйыҡҡса йөрөү кеүек хәл күҙәтелә. Бер аҙҙан эс китеүгә уҡшытмай ғына көслө ҡоҫоу ҡушыла. Шыйыҡса юғалтыу көсәйә, кәүҙә ауырлығының 4—6 % етә ( 2-се кимәл дегидратация). Ҡайһы бер ерҙәрҙе ҡорошҡаҡ тота. Тауыш ултыра башлай, ауыҙ кибә, һыу эске килә, хәл бөтә. Ирендәр күгәрә ( цианоз) , ҡайһы ваҡытта акроцианоз була. Тире сирыша башлай (Тургор аҙая) . Тахикардия була.

Кәүҙә ауырлығының 7—9 % юғала, ҡан йөрөшө боҙола ( 3-сө кимәлдә шыйыҡса юғалтыу). Сирле йыш, күп итеп, һыу кеүек итеп оло ярау итә, ҡоҫа, ҡорошҡаҡ тота. Артериаль баҫым төшә, пульс әкрен, йыш. Тын алыуы ауырлаша, цианоз (тән күгәрә) , олигурия, йәки анурия була. Бит ослая, күҙҙәр эскә бата, тауыш ултыра, хатта бөтә ( афония). Тире сирыша, тире шымармай, ҡул һәм аяҡ тиреһе йыйырсыҡлана. Тел кибә. Ашҡаҙандың өҫкө өлөшөндәрәк һәм кендек янында ауыртыу һиҙелә. Сирлеләр хәлһеҙлек һәм бер туҡтауһыҙ һыу эсәһе килеүгә зарлана.

Организмдың шыйыҡса юғалтыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

I дәрәжә — кәүҙә ауырлығын юғалтыу 3 %-тан артмай;
II дәрәжә — кәүҙә ауырлығын юғалтыу 4—6 % артмай;
III дәрәжә — кәүҙә ауырлығын юғалтыу 7—9 % артмай;
IV дәрәжә — кәүҙә ауырлығын юғалтыу 9 % артмай.

Шыйыҡсаны күп юғалтҡанда алгид (лат. algidus холодный) хәл була — был симптомдар комплексы, организмдың шыйыҡса юғалтыуҙың IV кимәле ( натрий һәм калий хлориды һәм гидрокарбонаттар юғалтыуына килтереүсе гипотермия күҙәтелә); гемодинамика (ҡан йөрөшө) боҙолоу ; анурия (һейҙек бүленеп сыҡмау); аяҡ-ҡулды, эсте, битте ҡорошҡаҡ тоа; тын алыу бик ныҡ ауырлаша; тиренең һығылмалығы (тургор) юғала, « кер йыуыусы ҡулы» кеүеккә әйләнә; оло ярау әҙәйә, йәки бөтөнләй бөтә.

Балаларҙың холера менән сирләүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Сирленең хәле ауыр була.
  • Дегидратация (һыу юғалтыу) бик тиҙ һәм көслө бара.
  • Үҙәк нервы системаһы боҙолоу: хәлһеҙлек, иғтибар юғала, аң юғалтыу күҙәтелә.
  • Ҡорошҡаҡ тота.
  • Гипокалиемия (калий юғалтыу) күҙәтелә.
  • Тән температураһы күтәрелә.

Балаларҙың шыйыҡса юғалтыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

I дәрәжә — кәүҙә ауырлығын юғалтыу 2 % -тан артмай;
II дәрәжә — кәүҙә ауырлығын юғалтыу 3—5 % артмай;
III дәрәжә — кәүҙә ауырлығын юғалтыу 6—8 % артмай;
IV дәрәжә — кәүҙә ауырлығын юғалтыу 8 % артмай.

Вабанан һуң өҙлөгөү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Анамнез мәғлүмәттәре: эндемия районы, билдәле эпидемия.
  • Клиник күренеш.

Лаборатория шарттарындағы диагностика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диагностика маҡсаты: Vibrio cholerae вибрионын кешенең тиҙәгендә, ҡоҫолоғонда, һыуҙа, сирле кеше ҡанының парлы сывороткаһында агглютининдар һәм вибриоцид антимадәләр (антитела) индикациялау (табыу)

Диагностика методы.

  • Биологик материалды (тиҙәк, ҡоҫҡолоҡ, һыуҙы) тиосульфат- цитрат- үт тоҙо- шәкәрле агар барлығына үрсетеп тикшереү (ингл. TCBS), шулай уҡ 1 % һелтеле пептонлы һыуға сәсеү; икенсе пептонлы һыуға яңынан сәсеү һәм һелтеле агарлы һауыттарға сәсеү.
  • Таҙа культураны айырып алыу, уны идентификациялау.
  • Айырып алған таҙа культураның биохимик сифатын тикшереү — теге, йәки был углеводтарға ( «шәкәрҙәр рәтенә» — сахароза, арабиноза, маннит) бүлеү.
  • Айырым сывороткалар менән агглютинация реакцияһы.
  • ПЦР ысулы менән Vibrio cholerae ДНК-һын асыҡлау, был сир тыуҙырыусы штамдар, О1 һәм О139 серотөркөмдәренә ҡарау-ҡарамауын билдәләргә өмкинлек бирә.

Дифференциаль диагноз (вабағаға оҡшаш сирҙәрҙән айырыу)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр кешелә вабаға оҡшаған (холера) симптомдар булһа, уны айырым бүлеккә һалалар.[13]

Кеше ҡанының кимәлен һәм туҡымаларҙың электролит составын ҡайтанан тулыландырыу һәм тотороҡло һаҡлап ҡалыу

ике этапта үткәрелә:

  1. Юғалтҡан шыйыҡса кимәлен тулыландырыу — регидратация ( юғалтҡан кәүҙә ауырлығы кимәлендә).
  2. Һыу һәм электролиттарҙы юғалтыуҙы туҡтатыу.

Ауыҙ һәм инъекция аша үткәрелә . Был ысуларҙы һайлау силенең хәленә, шыйыҡса юғалтыу кимәленә, ҡоҫоүға ҡарап, билдәләнелә. Веналар аша иретмәләр III һәм IV кимәлдәге шыйыҡса юғалтҡан ауырыуҙарға бирелә .

Ауыҙ аша регидратация өсөн Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ошо иретмәне тәҡдим итә
Составная часть Концентрация, mmol/L
Натрий 90
Калий 20
Хлор 80
Цитрат 10
Глюкоза 110

Күп шыйыҡса юғалтҡан сирлеләргә вена аша тәүге регидратация сараһы үткәреү сараһы тип Рингер растворын (ингл. Ringer's lactate solution) йәки Хартманн растворын (ингл. Hartmann's solution) атайҙар. Гипокалиемияға ҡаршы калий препараттарын индерәләр .

Холералы нәжес менән Рингер растворының сағыштырмаса характеристикаһы составы (mmol/L)
Субстанция Натрий Калий Cl Основания
Стул
  Взрослые 135 15 90 30
  Дети 100 25 90 30
Раствор Рингера 130 4 109 28
Антибиотикатар менән дауалау

Антибиотиктар менән дауалау сирҙе 1-3 көнгә ҡыҫҡарта, ҡайһы бер симптомдарын еңеләйтә[10]. Антиотиктар шыйыҡса ҡулланыуҙың хәжәтен дә әҙәйтә[14]. Юғалтҡан шыйыҡса ваҡытында тулыландылһа, ваба менән сирле антибоитиктарһыҙ ҙа һауыға, шуға күрә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы антибиотиктарҙы бик ауыр осраҡтарҙы ғына ҡулланырға кәңәш итә[15]. Холера таяҡсаһына ҡаршы азитромицин, ко-тримоксазол, эритромицин, тетрациклин, доксициклин, ципрофлоксацин и фуразолидон яҡшы көрәшә[16]. Азитромицин менән тетрациклин доксициклин йәки ципрофлоксацинға ҡарағанда был осраҡта файҙалыраҡ тип иҫәпләнә[17]. 8 йәшкә тиклем балаларға тетрациклин һәм доксициклин бирергә ярамай. Күп кенә илдәрҙә ҡайһы бер холера вибриондары штамдары доксициклинға [10], фторхинолонға( ципрофлоксацинға)[18],шулай уҡ тетрациклин, ко-тримоксазол һәм эритромицинға бирешмәй башлаған[11].

Энтеросорбенттар менән терапия

Лигнин гидролизный («Полифепан»), «Смекта» и др.[13]

Сирҙе алдан киҫәтеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Советский плакат 1921 года
  • Эндемик биләмәләрҙән инфекцияны ситкә сығармау
  • Санитария һәм гигиена талаптарын үтәү: һыуҙы зарарһыҙландырыу ( бигерәк тә һәыу сығанаҡтарын), ҡул йыуыу, аҙыҡты бешереп ашау, дөйөм ҡулланыу урындарын даими зарарһыҙландып тороу.
  • Виброн йөрөтөүселәрҙе һәм сирлеләрҙе тиҙ арала табып, изоляциялап дауалау
  • Холера вакцинаһы менән һәм холероген-анатоксин менән айырым профилактика. Холера вакцинаһы бик ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына кешегә ярҙам итә (3—6 ай).

Хәҙерге ваҡытта ауыҙ аша ҡабул итә торған холераға ҡаршы вакциналар:

Вакцина WC/rBS — үлтерелгән V күҙәнәктәренән тора. Cholerae О1 с очищенной рекомбинантной В-субъединицей холерного анатоксина (WC/rBS) — ике тапҡыр бер аҙна ял менән эскән хәлдә бөтә кешенең 85—90 % алты ай сирҙән һаҡлай .

Модифицированная вакцина WC/rBS — рекомбинант В-субъберәмеге юҡ. Был вакцинаны ике тапҡыр бер аҙна аша менән ҡабул итергә кәрәк. Был вакцина тик Вьетнамда лицензияланған.

Вакцина CVD 103-HgR — состоит из ослабленных живых оральных генетически модифицированных штаммов V. Cholerae О1 (CVD 103-HgR). Вакцинаны бер тапҡыр ҡабул итеү V Cholerae вибрионынан бик яҡшы һаҡлай (95 %). V. Cholerae El Tor вакцинаһын ҡабул иткәндән һуң уның һаҡлау кимәле юғары булып ҡала ( 65 %).

Үҙ ваҡытында, дөрөҫ итеп дауалаған осраҡта сирле һауыға. Эшкә һәләт яҡынса 30 тәүлек эсендә кире ҡайта. Ләкин ваҡытында дөрөҫ медицина ярҙамы күрһәтелмәһә, кеше бик тиҙ һәләк булыуы бар.

Билдәле тикшеренеүселәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Покровский В.И., Авцын А., Шахламов В.А., Ведьмина Е.А. Холера // Большая медицинская энциклопедия : в 30 т. / гл. ред. Б.В. Петровский. — 3 изд. — Москва : Советская энциклопедия, 1986. — Т. 27. Хлоракон - Экономика здравоохранения. — 576 с. — 150 000 экз.
  2. Cholera. — PubMed — NCBI
  3. Etymology of Cholera
  4. The Year Without Summer: 1816 and the Volcano That Darkened the World and … — William K. Klingaman, Nicholas P. Klingaman — Google Книги
  5. Geoffrey A. Hosking. Russia and the Russians: a history. Harvard University Press, 2001. ISBN 0-674-00473-6. P. 9.
  6. Cholera’s seven pandemics
  7. http://www.paho.org/hq/index.php?option=com_docman&task=doc_view&gid=28070+&Itemid=999999&lang=fr
  8. Cholera vaccines. A brief summary of the March 2010 position paper (PDF). World Health Organization. Архивировано 31 май 2012 года.
  9. Reidl J., Klose K.E. Vibrio cholerae and cholera: out of the water and into the host (инг.) // Microbiology and Molecular Biology Reviews (инг.)баш. : journal. — American Society for Microbiology (инг.)баш., 2002. — Т. 26. — № 2. — С. 125—139. — DOI:10.1111/j.1574-6976.2002.tb00605.x — PMID 12069878.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 Sack D.A., Sack R.B., Nair G.B., Siddique A.K. Cholera (инг.) // The Lancet. — Elsevier, 2004. — Т. 363. — № 9404. — С. 223—233. — DOI:10.1016/S0140-6736(03)15328-7 — PMID 14738797.
  11. 11,0 11,1 Sack D.A., Sack R.B., Chaignat C.L. Getting serious about cholera (инг.) // The New England Journal of Medicine. — 2006. — Т. 355. — № 7. — С. 649—651. — DOI:10.1056/NEJMp068144 — PMID 16914700.
  12. Официальный сайт ВОЗ на русском языке
  13. 13,0 13,1 Холера. Симптомы и лечение заболевания 2011 йыл 18 май архивланған.
  14. Cholera Treatment, Centers for Disease Control and Prevention (CDC), November 28, 2011, <https://www.cdc.gov/cholera/treatment/index.html> 
  15. First steps for managing an outbreak of acute diarrhea. World Health Organization Global Task Force on Cholera Control. Дата обращения: 23 ноябрь 2013.
  16. Cholera treatment. Molson Medical Informatics (2007). Дата обращения: 3 ғинуар 2008. Архивировано из оригинала 6 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 6 ноябрь архивланған.
  17. Leibovici-Weissman, Y; Neuberger, A; Bitterman, R; Sinclair, D; Salam, MA; Paul, M. Antimicrobial drugs for treating cholera. (билдәһеҙ) // The Cochrane database of systematic reviews. — 2014. — Т. 6. — С. CD008625. — DOI:10.1002/14651858.CD008625.pub2 — PMID 24944120.
  18. Krishna B.V., Patil A.B., Chandrasekhar M.R. Fluoroquinolone-resistant Vibrio cholerae isolated during a cholera outbreak in India (инг.) // Trans. R. Soc. Trop. Med. Hyg. : journal. — 2006. — Т. 100. — № 3. — С. 224—226. — DOI:10.1016/j.trstmh.2005.07.007 — PMID 16246383.

Ҡалып:^v

Ҡалып:Особо опасные инфекции