Ҡағыҙ
Ҡағыҙ — яҙыу, һүрәт төшөрөү, төрөү һ.б. өсөн табаҡ бит формаһында материал. Ҡағыҙ үҫемлектәрҙән, икенсел сеймалдан, иҫке сепрәктәрҙән, макулатуранан алынған целлюлозанан эшләнә.
1803 йылдан башлап ҡағыҙ эшләүсе машина ҡулланыла.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡағыҙға оҡшаш материалдар, мәҫәлән, папирус, ҡайын ҡабағы, пергамент һәм башҡа материалдар эшләү технологияһы кешелеккә «классик ҡағыҙ» сығарыуҙың тәүге тасуирламаһы барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк билдәле булған.
До Цай Луняға тиклем Ҡытай бамбуктан ҡағыҙға оҡшаш материал эшләгән. Боронғо индуистар ҙур үлән ҡалдыҡтарынан, мәҫәлән, филдәрҙән ямғыр яуғандан һуң, һыу өйөмөндә ҡағыҙға оҡшаш материал барлыҡҡа килтереүҙең тәбиғи процесын асҡан. Бындай ҡағыҙ етештереүсе заводтар Әле лә Һиндостанда һәм Таиландта бар.[1]
Әммә ҡағыҙ етештереү өсөн бамбук ауыр, ә ебәк ҡиммәткә төшә. Ундай сүстәрҙән эшләнгән ҡағыҙ еңел генә дымланаһәм нәҙек була. Кай Луня министр-кәңәшсе итеп тәғәйенләнә һәм арзаныраҡ технологик ысул уйлап табырға бойора. Эҙләнеүҙәр уны һағаҙаҡтарға. Һағаҙаҡ оялар яһалған йоҡа, әммә сыҙамлы материал ул эҙләгән нәмә булып сыға. Төҙөлөш өсөн бөтә ерҙән , мәҫәлән, бүрәнәләрҙән, ҡоймаларҙан һәм ағас төҙөлөш материалдарынан йыйған ағас һәм үҫемлек сүстәре материал булып тора. Бөжәктәр целлюлозаға бай был сеймалды һығылмалы, аҡһымға бай сүстәр менән ентекләп сәйнәй һәм дымландыра. Һағаҙаҡ төкөрөгө менән дымландырылған сүстәр, һыуҙы кире ҡағыусы үҙенсәлектәр бирә (коллаген менән үлсәүсе аҡһым (шулай уҡ балауыҙ (һеркә)), йәки крахмал (аш һеңдерелгән япраҡ)сүстәрендә ҡатнашма бирә. Шунан йомшартылған масса кибеп аҡ ҡаты ҡағыҙға әйләнә. Кай Луня сүсте һындырып ҡарай һәм шундай йөҙәрләгән тәжрибә үткәргәндән һуң, тут ағасы ҡабағынан, киндер йүкәһенән, йыртылған балыҡ тотоу ауҙарынан һәм иҫке туҡымаларҙан, тут сүстәренән, ағас көлөнән дә эшләргә мөмкин тигән һығымтаға килә. Быларҙың барыһын да һыу менән бутап, килеп сыҡҡан массаны ҡалыпҡа һала (ағас каркас һәм бамбук иләк). Ҡояшта кипкәс, таштар ярҙамында был массаны шымарта. Һөҙөмтә — көслө ҡағыҙ биттәре килеп сыға.
Классик» ҡағыҙ массаһын Кай Луня беҙҙең эраның 105 йылында уйлап тапған.
Был уйлап табыуҙан һуң ҡағыҙ эшләү ысулы бик тиҙ камиллаштыралған. Ҡағыҙға крахмал, келәй, тәбиғи буяуҙар ҡуша башлағандар.
Оҙаҡ ваҡыт Урта Азияла ҡағыҙ 751 йылда Талас һуғышына тиклем эшләнмәгән тип иҫәпләнелә. Әсирлеккә эләккән ҡытайҙар араһында үҙ кәсептәрен Самаркандҡа алып килгән ҡағыҙ етештереүселәр ҙә булған, тип фараз ителә. Әммә археологтар иҫбатлауынса, III быуатҡа инде Көнсығыш Төркөстандың Турпан, Хотан һәм Дунхуан кеүек ҡалаларында ҡағыҙ етештерелгән. Был ҡалалар Согдий сауҙа йорттары эшмәкәрлеге арҡаһында Тянь-Шандан көнбайыштараҡ Урта Азия менән тығыҙ сауҙа бәйләнешендә була. Сауҙагәрҙәр яңы уйлап табыуҙы бик теләп аңлай һәм был процесты өйҙә ҡабатлай алыр өсөн уны етештереү нескәлектәрен тиҙ өйрәнә.
VII быуат башында ҡағыҙ эшләү ысула Корея, Японияла билдәле була. Тағы 150 йылдан әсиргә алынған хәрбиҙәр аша ҡағыҙ эшләү ғәрәптәргә билдәле була.
XI—XII быуаттарҙа Европала ҡағыҙ барлыҡҡа килә, яйлап пергамент алмаштырыла. Рәсәйҙә XV быуатҡа тиклем ҡағыҙ китаптар менән бер рәттән пергамент китаптар ҙа баҫылған. Бөгөнгө көнгә тиклем Һаҡланған беренсе рус документы 1341 йылға ҡарай (Ғорур Семен уставы).
VI—VIII быуаттарҙа ҡағыҙ Урта Азия, Япония һәм Азияның башҡа илдәренде етештерелә. XI—XII быуатта ҡағыҙ Европаға килеп етә һәм яҙыу өсөн ҡулланылған күнде (пергамент) алыштыра. XV—XVI быуатта китап баҫыу эше алға киткәс ҡағыҙ етештереү эше үҫешә. Ул ваҡытта ҡағыҙҙы ябай ысул менән эшләйҙәр — килелә ағасты сүкеш менән ваталар.
XVII быуаттың икенсе яртыһында уйлап табылған онтау машинаһы — рол ҡағыҙ етештереү эшендә ҙур әһәмиткә эйә була. XVIII быуатта ролдар ҙур кимәлдә ҡағыҙ етештерергә һәләтле була. Әммә ҡағыҙ массаһын ҡулдан ҡойоу был эште тотҡарлай. 1799 йылда Н. Л. Робер (Франция) хәрәкәт итеүсе селтәр ярҙамында ҡойоу эшен механизациялаштыра.
Англияла бер туған Г. һәм С. Фурдринье, Роббер патентын һатып алып, механизациялаштырыу эшен дауам итәлер һәм 1806 йылда ҡағыҙ эшләү иашинаһына патент алалар. XIX быуат уртаһында ҡағыҙ эшләү машинаһы бер туҡтауһыҙ эшләүсе ҡатмарлы агрегатҡа әйләнә.
XX быуатта ҡағыҙ етештереү, үҙенәң йылылыҡ станциялары, химик цехтары булған эре сәнәғәт тармағына әйләнә.
Хронология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 105 — Цай Луня Ҡытайҙа ҡығыҙ уйлап таба.
- 600 — Кореяла ҡығыҙ эшләй башлайҙар.
- 625 — Японияла ҡағыҙ эшләй башлайҙар.
- 751 — Таласс ҙуғышынан һуң ҡағыҙ Ғөнбайышта билдәле була.
- 800 йыл тирәһе — Багдадта вәзир Харуна ар-Рашида Джафар ибн Яхья ҡағыҙ тирмән төҙөйҙәр[2].
- 1100 йылға тиклем — маврҙар Испанияла ҡағыҙ эшләй башлайҙар, Хативала ҡағаҙҙан тирмән эшләнә[3].
- 1238 — Испанияла ҡағыҙ фабрикаһы эшләй башлай.
- около 1770 — инглиз ҡағыҙ фабриканты Дж. Ватман селтәр эҙе ҡалмаған ҡағыҙ табағы эшләү юлын уйлап таба.
- 1799 — ҡағыҙ эшләү машинаһына патент алына (Луи-Николя Робер).
- 1803 — Бөйөк Британияла ҡағыҙ эшләүсе машина ҡуйыла (Брайен Донкин).
- 1806 — Күсермә ҡағыҙына (копировальная бумага) патент алына.
- 1816 — Рәсәйҙә беренсе ҡағыҙ эшләү машиналары барлыҡҡа килә (Петергоф ҡағыҙя фабрикаһы)
- 1827 — АҠШта ҡағыҙ эшләү машиналары барлыҡҡа килә.
- 1856 — гофрокартон уйлап табыла.
- 1857 — ағастан ҡағыҙ эшләү технологияһы уйлап табыла.
- 1884 — рулонлы бәҙрәф ҡағыҙы эшләнә башлай.
Ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яҙыу һәм баҫтырыу өсөн (китаптар, журналдар, гәзиттәр, дәфтәр)
- Биҙәү материалы (ҡамсы)
- Ваҡ-төйәк эш материалы (оригами, папье-маше, аппликация)
- Төрөү материалы (төргәктәр, кон-валюта, сумкалар, йәшниктәр)
- Таҙартыу материалы (таҫтамал, салфетка, ҡулъяулыҡ, бәҙрәф ҡағыҙы, киптергес ҡағыҙы)
- Сүсле фильтр материалы (фильтр ҡағыҙ)
- Изолятор етештереү
- Гетинакс етештереү
- Аҡса етештереү, почта маркалары, документтар
- Химик реагенттар ҡулланыу өсөн субстрат (фотография, күрһәткес ҡағыҙы, наждак ҡағыҙы)
Полиграфия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Китаптар етештереүҙә баҫма өсөн махсус ҡағыҙ ҡулланыла. Советтар Союзында һәм Рәсәйҙә баҫтырыу өсөн ҡағыҙҙың бер нисә тибы була. Ҡағыҙҙа целлюлоза миҡдары буйынса сыҙамлағы билдәләнә: № 1 — иң сыҙамлыһы, целлюлоза өлөшө 0,8-ҙән 1-гә тиклем булғанда, әҫәрҙәр йыйынтығы, энциклопедиялар баҫыла; № 2 — целлюлоза өлөшө 0,5-0,6 булғанда, унда йыш ҡына дәреслектәр баҫыла; № 3 — целлюлоза өлөшө 0,35 һәм унан да кәмерәк булған иң әҙ сыҙамлы ҡағыҙ, мәҫәлән, нәшриәттәрҙең тематик пландарын баҫтырыу өсөн ҡулланыла. Шымалығына ҡарап, ҡағыҙ ялтырауыҡһыҙ (бер аҙ шыма), глазурь (бер аҙ шымараҡ) һәм ҡапланған (иң шыма), каландолы һәм суперкандерлы булыуы мөмкин. Баҫманың төрлө ысулдары өсөн ҡағыҙҙың түбәндәге төрҙәре бар: типографик — хәрефле баҫма өсөн, офсетлы — офсетлы баҫма өсөн, тифдер — гравитация баҫыу өсөн[4]. Баҫма баҫылған ҡағыҙҙың төрө баҫманың сығарылыу мәғлүмәттәрендә күрһәтелә.[5]
Шулай уҡ ҡағыҙ ҡулланыу өлкәһе ҡығыҙҙың аҡлығына бәйле. Аҡлыҡ нисбәте юғары булған ҡағыҙҙы иғландар, плакаттар, реклама брошюралары, буклеттар һ. б. өсөн дә ҡулланыла. Методик баҫмалар, белешмәләр, махсус журналдар, балалар дәреслектәре, балалар китаптары өсөн,... аҡлыҡ коэффициенты түбән булған һоро-һары ҡағыҙ ҡулланыла. Был күҙҙәргә иң әҙ зыян килтереп, ҙур күләмдә текст уҡырға мөмкинлек бирә.
Биҙәү материалдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Обой — ҡағыҙ нигеҙләндә эшләнгән полимер биҙәү материалы. Эске стеналарҙы йәбештереү өсөн, ә ҡайһы берҙә ҡоро бүлмәләрҙә түшәмдәр өсөн ҡулланыла. Ғәҙәттә рулон рәүешендә була. Ҡағыҙ обой 1892 йылда уйлап табыла, элек-электән Көнсығыш Азия (Ҡытай, Япония) илдәрендә ҡулланылған. Һуңыраҡ стеналағы ярыҡтарҙы, тигеҙһеҙлектәрҙе ҡаплау өсөн Европа илдәрендә лә ҡулланыла. Винил, йәки йыуыла торған обойҙар — ике ҡатламдан торған стена япмаһы: түбәнге (нигеҙе йә йәбештереү өсөн кәрәкле[7]), ғәҙәттә флизилин йәки ҡағыҙ, ә өҫкө өлөшө механик баҫымға һәм бысраныуға ҡаршы торорға һәләтле батынҡы баҫма һәм иллюстрациялар менән биҙәлгән поливинил хлоридтан эшләнә. Винилды коммерцияла ҡулланыуҙы 1933 йылдың 10 октябрендә Б. Ф. Гудрих компанияһынан Вальдо Л. Симон аса, ул поливинил хлориды продукцияһын етештереү ысулдарын патентлай. Ә инде 1947 йылда United Wallpaper (АҠШ) компанияһы донъяла беренсе винил обой эшләй. Был класлы биҙәү материалдары айырым ныҡлығы, ышаныслылығы һәм сыҙамлылығы менән айырыла. Бындай обойҙар ҡулланып даими дымлы таҙартыуға сыҙамлы. Ғәҙәттә, бәшмәктәргә ҡаршы тороу өсөн винил япмаһы составына, йәки өҫкө йөҙө махсус пример менән алдан эшкәртелһен өсөн, антифункциональ компоненттар өҫтәлә. Ҡағыҙҙа йәки туҡылмаған нигеҙҙәге буяуҙың был төрөн уңышлы буярға мөмкин (ҡағыҙ япманан айырмалы рәүештә).
Гипсокартоны («гипс-картон табаҡ», «ҡоро гипс штукатуркаһы») - ике картон ҡатламы араһына араһында гипс табағы ҡуйыоған өс ҡатлы төҙөлөш материалы. Гипсокартонды ҡағыҙ фабрикаһы хужаһы Августин Сакетт уйлап сығарған. Яңы ҡулланыу баҙарҙарын эҙләү 15 миллиметр ҡалынлыҡтағы «төҙөлөш таҡтаһы»н уйлап табыуға килтерҙе. Ул йоҡа гипс һыҙатын беркеткән 10 ҡатламлы ҡағыҙҙан торған «пирог» була. Августин Сакетт был төҙөлөш материалына патент ала. Ләкин был заманса гипс ҡатырғаһының прототибы ғына булған. Хәҙер гипс ҡатырғаһының ҡабул ителгән стандарты булып торған биҙәү материалы төрөн Америка инженеры Кларенс Утсман тәҡдим иткән һәм патент алған. Дымлы, ҡоро һәм нормаль булған биналарҙа көпләүҙәр, бүлмәләр, түбәләр эшләү өсөн тәғәйенләнә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Бумага из слоновьего навоза . wtalks.com. Дата обращения: 11 август 2016.
- ↑ ВЛИЯНИЕ ИСЛАМА НА СРЕДНЕВЕКОВУЮ ЕВРОПУ, Уотт Монтгомери 2016 йыл 26 ғинуар архивланған.
- ↑ Allen Kent, Harold Lancour, Jay E. Daily. Encyclopedia of Library and Information Science: Volume 21. 1977. p. 341
- ↑ Бумага для печати // Краткий справочник книголюба. — М.: Книга, 1970. — С. 262—264. — 352 с. — 50 000 экз.
- ↑ Ҡалып:Издательский словарь
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бумага писчая // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Малкин И.Т. История бумаги. — М.: Из-во АН СССР, 1940.
- Мао Цзо-бэнь. Это изобретено в Китае / Перевод с китайского и примечания А. Клышко. — М.: Молодая гвардия, 1959. — С. 9—20. — 160 с. — 25 000 экз.
- Г. Б. Шишкина. Бумага как эстетический феномен японской культуры // Научные сообщения Государственного музея Востока. Вып. XXVI. — М., 2006, с. 287—297
- Б. Байер, У. Бирштайн и др. История человечества, 2002. ISBN 5-17-012785-5
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Статья, посвященная бумаге, производимой из извести, а не из целлюлозы
- Музей бумаги в Калужской области (buzeon.ru). (рус.)
- Музеи бумаги в мире на сайте paperhistory.org. (инг.)
- Сайт Союза бумажных оптовиков (Российская Федерация) — sbo-paper.ru. (рус.)
- Мир-Теймур Мамедов. А для письма бумага (История изготовления бумаги) 2010 йыл 9 декабрь архивланған..
- Стандарт бумаги ISO 216.
- Весь процесс изготовления бумаги в доступной для детей форме.
- Изготовление бумаги в Месоамерике и современное использование амате.
- К вопросу о раннем периоде использования бумаги на Руси 2021 йыл 26 ноябрь архивланған..
- Факты о бумаге.
- Интересные факты о бумаге . 2021 йыл 26 ноябрь архивланған.