Әбделмәнов Йәмил Әбделәхәт улы
Әбделмәнов Йәмил Әбделәхәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 29 апрель 1965 (59 йәш) |
Тыуған урыны | Һарт-Шишмә ауылы, Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы), Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Һөнәр төрө | йырсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Әбделмәнов Йәмил Әбделәхәт улы (29 апрель 1965 йыл) — йырсы (баритон), педагог. 1993 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1992—2001 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы, 2000 йылдан — хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 2002 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2006), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021). Төрлө кимәлдәге ижади конкурстар, Аҡмулла (2004) һәм М. Өмөтбаев (2010) исемендәге премиялар лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәмил Әбделәхәт улы Әбделмәнов 1965 йылдың 29 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Һарт-Шишмә ауылында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң (1993; С. Ә. Асҡаров класы) — Башҡорт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1992—2001 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында, 2000 йылдан алып З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының йыр сәнғәте кафедраһы профессоры. Бөтә регистрҙарҙа ла тигеҙ яңғыраған киң диапазонлы матур тауышҡа, сағыу сәхнә һәләтлегенә һәм артислыҡҡа эйә.
2021 йылдың 19 мартында йырсыға «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде[2].
Төп партиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фиорелло («Севилья цирюльнигы», Дж. Россини; дебют, 1993), Жермон («Травиата», Дж. Верди), Фигаро («Севилья цирюльнигы», Россини), Эскамильо («Кармен», Ж.Бизе), Онегин («Евгений Онегин»), Елецкий («Пики дамаһы»; икеһе лә — П. И. Чайковский), Аҡмулла (шул уҡ исемле опера, 1996), Буранбай («Ҡаһым түрә», 2002; икеһе лә — З. Ғ. Исмәғилев), Тимерхан һәм Сәсән («Нәркәс», Х. Ф.Әхмәтов 1994), Ғүмәр Хәйәм һәм Лермонтов («Memento», C. Ә. Низаметдинов, 2000) партияларын; Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы шиғырҙарына вокаль циклды, Н.Ә.Дауытов йырҙарын һәм романстарын тәүге башҡарыусы.
Концерт репертуарында сит ил һәм ватан композиторҙарының операларынан һәм вокаль әҫәрҙәренән ариялар бар. Массимо театры (Палермо ҡалаһы, Сицилия) сәхнәһендә йырлай, унда В. А. Моцарттың «Реквием» әҫәрендә баритон партияһын башҡара. И. К. Архипова, СССР-ҙың халыҡ артистары А. Ф. Ведерников, М. Ф. Касрашвили, В. И. Пьявко, Рәсәй федерацияһының халыҡ артисы Ф. Ш. Мансуров һәм башҡалар менән сығыш яһай.
Рәсәй, Ҡытай, Мысыр, Төркиә буйлап гастролдәрҙә була. «Рәсәй музыкаһы панорамаһы» Бөтә Рәсәй фестивалендә (Краснодар ҡалаһы, 1997), Халыҡ ара опера музыкаһы фестивалендә (Кирения ҡалаһы, Кипр; 1998), Ҡазанда һәм Өфөлә Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыкаһы фестивалендә, Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәрендә (2001), ЮНЕСКО-ның штаб фатирында Халыҡ-ара Башҡортостан Республикаһының презентацияһында (Париж, 2008, 2013), Сыуаш Республикаһында Башҡортостан мәҙәниәте көндәрендә (Чебоксар, 2013), Ҡырғыҙ Республикаһында Башҡортостан мәҙәниәте һәм фәне көндәрендә (Бишкәк, 2015) һәм башҡа фестивалдәрҙә ҡатнаша.
Ҙур уңыш менән ул соло концерт программалары менән сығыш яһай (улар араһында — «Мин яратам һине, тормош!», 2009, «Көҙгө ямғыр» (2013); Татьяна Никанорова менән берлектә — «Одной мечты два трепетных крыла», 2003; «Минувших дней очарованье», 2004; «Святым огнём любви согреты», 2006)[3].
Репертуары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В.-А.Моцарт. «Дон Жуан». Дон Жуан
- Дж. Россини. «Севильский цирюльник». Фигаро, Фиорелло
- Г. Доницетти. «Любовный напиток». Белькоре
- Г. Доницетти. «Дон Паскуале». Малатеста
- Дж. Верди. «Травиата» .Жермон
- Дж. Верди. «Бал-маскарад». Ренато
- Дж. Верди. «Аида». Амонасро
- Ш. Гуно. «Фауст». Валентин
- Ж. Бизе. «Кармен». Эскамильо, Данкайро
- Р. Леонкавалло. «Паяцы». Сильвио
- Дж. Пуччини. «Богема». Шонар
- Дж. Пуччини. «Мадам Баттерфляй». Шарплес
- И. Штраус. «Летучая мышь». Фальк
- Ф. Легар. «Весёлая вдова». Граф Данило
- И. Кальман. «Сильва». Эдвин
- А. Бородин. «Князь Игорь». Игорь
- П. Чайковский. «Евгений Онегин». Онегин
- П. Чайковский. «Пиковая дама». Елецкий
- П. Чайковский. «Иоланта». Роберт
- П. Чайковский. «Орлеанская дева» Дюнуа
- Н. Римский-Корсаков. «Снегурочка». Мизгирь
- С. Рахманинов. «Алеко». Алеко
- Г. Гладков. «Бременские музыканты». Трубадур
- Х. Әхмәтов. «Нәркәс». Тимерхан, Сәсән
- З. Исмәғилев. «Салауат Юлаев». Багров, Рейнсдорф, Пугачев
- З. Исмәғилев. «Шәүрә». Ҡасҡын
- З. Исмәғилев. «Урал илселәре». Аҡ сәсән
- З. Исмәғилев. «Аҡмулла». Аҡмулла, Ғәйнетдин
- З. Исмәғилев. «Ҡаһым-түрә». Буранбай
- С. Низаметдинов. «Ай тотолған төндә». Аҡһаҡал
- С. Низаметдинов. «Меmento». Омар Хайям, Шағир (Лермонтов)
- С. Низаметдинов. «Нәки». Хәлил[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021)[4]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2006)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1999)
- Республика «Йәш тауыштар» радиоконкурсы лауреаты (1987)
- «Татар йыры» Халыҡ ара конкурсы лауреаты (Ҡазан, 1995)
- Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (2004),
- М. Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты (2010).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Радий Хабиров наградил работников культуры и искусства Башкортостана. ИА «Башинформ», 19 марта 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2021)
- ↑ 3,0 3,1 Ямиль Абдульманов 2020 йыл 28 ноябрь архивланған.
- ↑ СПИСОК награждённых государственными наградами Республики Башкортостан 2021 йыл 1 май архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2021)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әбделмәнов Йәмил Әбделәхәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 март 2021)
- «Ай тотолған төндә» операһы. Йәмил Әбделмәнов менән әңгәмә(недоступная ссылка)
- Әбделмәнов байрам концертына саҡыра
- Ямиль Абдульманов 2020 йыл 28 ноябрь архивланған.