«Торама» төркөмө
Был бит һәйбәт төҙөкләндереү талап итә |
Торама TOORAMA | |
Жанрҙар | |
---|---|
Йылдар | |
Ил | |
Ҡала | |
Состав |
9 |
Torama.club |
То́рама (эрзя Йо́влат[1][2], латиница менән яҙыу ҡабул ителә Toorama[3]) — Мордовия Республикаһының Саранск ҡалаһында эшләүсе музыкаль коллектив, улар фольклор йыйыу һәм мордва исеме аҫтында берләшкән эрзә, моҡша, шоҡша һәм ҡаратай халыҡтарының йәнле йырын һәм инструменталь традицияларын яңынан аяҡҡа баҫтырыу менән шөғөлләнә.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Торама төркөмө 1990 йылда барлыҡҡа килә[4] Торама — Рәсәйҙә мордва фольклорын өйрәнеүселәрҙең башлап йөрөүсеһе һәм аҙаҡ был төркөмдөң художество етәксеһе булып киткән Ромашкин Владимирҙың[1], дүрт кешенән торған тикшеренеүселәр төркөмө һәм Мордовия мәҙәниәтен яңынан тергеҙеүсе энтузиастар. Бер аҙ ваҡыттан, Музыкаль ансамбль 9 кешегә тиклем арта. Моҡша һәм эрзя йырҙарын күп тауышҡа башҡарыу менән бер рәттән, ансамбль боронғо йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе лә күрһәтә һәм быға тамашасыларҙы ла йәлеп итә.
Торома Мордовияла һәм Рәсәйҙә ҙур танылыу яулай (ансамбль[5]). 1994 йылда төрөкөм «Рәсәй тауыштары» Бөтә Рәсәй конкурсында алтын миҙал менән бүләкләнә һәм еңеү яулай[6] 1994).
"Торама"ның Финляндияла 1996 йылда донъя күргән беренсе компакт-дискыһы Европаның 36 иле буйлап тарала. Икенсе компакт-диск Эстонияла яҙҙырыла. Ул тағы ла ҙурыраҡ популярлыҡ яулай. Ансамбль етәксеһе Владимир Ромашкин туған мәҙәниәтен донъяның төрлө өлөштәренә алып бара, иң беренсе нәүбәттә, тыуған яғы менән бәйләнешен юғалтҡан ватандаштарына еткерергә тырыша. «Торама» үҙ эшмәкәрлеге ваҡытында Европаның күп кенә илдәрен һәм РФ-ны урап сыға. «Торама» шулай уҡ академик мөхиттә лә, беренсе сиратта, Владимир Ромашкин тырышлығы — тәрән белеме һәм ялан тикшеренеү эшендәге тәжрибәһе арҡаһында, төркөмдө Кастрен Йәмғиәте, Ян Сибелиустың Музыкаль Академияһы, Фин-Уғыр Йәмғиәттәре менән бәйләй. менән бәйләй. Торама сит илдәрҙә: Эстонияла, Финляндияла, Латвияла, Швецияла, Польшала, Англияла[6] үткән фестиваль һәм концерттарҙа даими ҡатнашыуы менән дә популярлыҡ яулай.
Торома музыкаль коллективы халыҡтың фольклорын йыйыу һәм инструменталь традицияларын яңынан аяҡҡа баҫтырыу менән шөғөлләнә. Шул иҫәптән, гарзи скрипкаһы һәм нюди һыбыҙғыһын тергеҙәләр[7]. Инструменталь композициялар 2002 йылда барлыҡҡа килеп, репертуарҙың иң мөһим йүнәлешенә әйләнә.
Милли традиция менән джазды берләштереү 2001 йылда Польшаның Гданьск ҡалаһында үткән иң ҙур ваҡиға — Джаз Фестиваленең төп темаһына әүерелә. 2001 йыл аҙағында Владимир Ромашкин Мәскәүҙә Граждандар Форумында ҡатнаша. Бынан һуң төркөм Мәскәүҙең МуХА клубында концерт бирә.
2002 йылдың майында төркөм Вильнюста иң ҙур этнофестивалдә сығыш яһай. 2002 йылдың 12 июнендә Торама Мордовия делегацияһы составында Мәскәүҙә Рәсәй Көнөндә ҡатнаша. 2002 йылдың 29 авгусында оҙайлы ауырыуҙан һуң төркөмдөң алмаштырғыһыҙ етәксеһе Владимир Ромашкин[8] яҡты донъянан китә, унан һуң төркөмдө Андрей Николаев етәкләй[9][10], ә уның кесе улы — Андрей Ромашкин, ансамблдең художество етәксеһе булып тора[9][11] коллективы. 2006 йылдың 6 сентябрендә (музыканттың 55 йыллығы) Мордовияның Кочкур районы Подлесная Тавла ауылында В. И. Ромашкин исемендәге уникаль «Этно-Кудо» йорт-музейы булдырылған(эрзя «Этно-кудо»[9]).
Төркөм үҙенең әүҙем эшмәкәрлеген дауам итә һәм Мордовияла иң әһәмиәтле дискографияһы булған традицион музыка коллективы булып ҡала. 2007 йылда Сергей Мериновтың Аҫыл таштар тауы серияһынан «Куйгорож» анимацион фильмы сыға[10], Торама төркөмө менән хеҙмәттәшлек итеп, фильмда ансамблдең музыкаһы ҡулланыла[7] . 2012 йылда Мордовия Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән, Дәүләт автономия учреждениеһы «Торама» фольклор ансамбле булдырыла[5].
Төркөм составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Николаев Андрей[9] (2002 йылдан етәксе.)
- Ромашкин Андрей[11] (2002 йылдан художество етәксеһе.)
- Еделькин Дмитрий
- Егорькин Геннадий
- Кузнецов Андрей
- Учеваткин Александр
- Тишина Татьяна
- Каштанов Сергей (аранжировкалаусы, «фолк- рок» проектының башҡарыусыһы һәм етәксеһе, «фольклор симфонияһы»)
- Князьков Алексей
- Циганкин Георгий
- Ламков Павел
- Самцов Андрей
- Иванов Дмитрий
- Крылова Юлия (Torama.club сайтының баш редакторы, Мордов. Медиа, журналист, матбуғат менән эшләү буйынса)
- Батина Наташа
- Сотиров Сергей (бухгалтер)
- Манеров Азат
Төркөм булдырылғандан алып ансамбль составында эшләүселәр:
- Ромашкин Владимир Иванович[12]
- Николаев Андрей
- Ромашкин Андрей
- Ромашкин Виталий
- Дулкин Геннадий[1]
- Буянкин Юрий
- Кузьмин Александр
- Александрин Алексей
- Прокин Виталий
- Гангеев Олег
- Кручинкин Алексей
- Кокурин Владимир
- Еделькин Дмитрий
- Егорькин Генадий
- Бурлаков Александр
- Шадрин Альберт
- Кижаева Вера
- Ацапкин Иван[1]
- Балашкин Николай
- Алешкин
Дискография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Mordvin Songs — Traditional Erzya-Mordvin folk songs from the Republic of Mordovia (эрзә телендә Финляндияла1996 йыл) яҙылған беренсе альбомы
- Mastorava — Me Naiset & Toorama (Масторава —Me Naiset' ' фин ҡатын -ҡыҙҙар төркөмө менән бергә яҙылған икенсе альбом,[13], эрзя, фин телдәрендә йырлайҙар[14] 1997—2001 г.)
- Taga Eriaza Shkai! (Ҡурсалаусылар йәшәһен! — Эстонияла 2000 йылда моҡша телендә яҙылған өсөнсө альбом.)
Инструменталь башҡарыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хор башҡарған йырҙар, йәнле традиция булараҡ, мордва ауылдарында һаҡланып килһә лә, традицион инструменттар ҡулланып уйналған оҫталыҡ өлгөләре юғалыу кимәлендә була. Торама төркөмө юғалған инструменттарҙы тергеҙеүгә һәм инструменталь ансамбль репертуарын байытыуға ҙур өлөш индерә
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 «Эрзянь Мастор» // Йондоҙ атылды — яҡтылығы ҡалды. Йовлань Олоның тормош һәм ижад юл 2018 йыл 10 сентябрь архивланған. (рус.), Ҡалып:Ref-myv
- ↑ Kultuur.ee // Etnolaager Kõpu mõisas tõi kokku üle 70 muusiku (эст.)
- ↑ Folkcenter // Торама 2016 йыл 8 ноябрь архивланған. (рус.)
- ↑ Бояркина Л. Б. Мордва музыка энциклопедияһы /Н. И. Бояркиндың дөйөм редакторлығы аҫтында. — Саранск:, Мордва китап нәшриәте, 2011. — 331.б. (рус.)
- ↑ 5,0 5,1 Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;Министерство культуры и туризма РМ
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ 6,0 6,1 Finnougoria.ru //«Торама», фольклор ансамбле (рус.)
- ↑ 7,0 7,1 SmartNews//Алтын һыбыҙғы. Музыканттар Мордовияның йыр традицияһын тергеҙә (рус.)
- ↑ Мордовия хәбәрҙәре// Мордовияла Владимир Ромашкинды иҫкә алдылар 2016 йыл 27 май архивланған. (рус.)
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 МР Мәҙәниәт һәм туризм министрлығы Дәүләт автономия учреждениеһы «Торама» фольклор ансамбле" (рус.)
- ↑ 10,0 10,1 Минең Мордовия: Торама (рус.)
- ↑ 11,0 11,1 Museum.ru // «Торама» төркөмө (рус.)
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;Известия Мордовии В Мордовии
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ MeNaiset//Mordvalaista lauluystävyyttä 2017 йыл 1 октябрь архивланған. (фин.)
- ↑ MeNaiset//Mastorava 2016 йыл 24 июнь архивланған. (фин.)
Был музыкаль коллектив тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |
- Иҫкәрмәләрендә хаталар булған биттәр
- Алфавит буйынса музыкаль коллективтар
- Ҡалыптар:Эске һылтанмалар
- Ҡалыптар:Ҡалыптар өсөн
- Фин-уғыр халыҡ йырҙарын башҡарыусылар
- Саранскиҙың музыкаль коллективтары
- Рәсәй фолк-төркөмдәре
- Рәсәй фольклор коллективтары
- 1990 йылда төҙөлгән музыкаль коллективтар
- Фин-уғыр халыҡтары
- Поп-фолк төркөмдәр