Эстәлеккә күсергә

Агишев Сәғит Ишмөхәмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Агишев, Сәғит Ишмөхәмәт улы битенән йүнәлтелде)
Агишев Сәғит Ишмөхәмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 25 декабрь 1904 (7 ғинуар 1905)
Тыуған урыны Иҫәнгилде (Ырымбур өлкәһе), Ырымбур өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 21 май 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Өфө мосолман зыяраты
Һөнәр төрө драматург, шағир
Уҡыу йорто Ырымбур башҡорт педагогия техникумы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Агишев Сәғит Ишмөхәмәт улы Викимилектә

Агишев Сәғит Ишмөхәмәт улы, Сәғит Агиш (25 декабрь 1904 йыл/7 ғинуар 1905 йыл[1] — 21 май 1973 йыл) — башҡорт яҙыусыһы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1943 йылдан — КПСС ағзаһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1975).

Григориян календаре буйынса 1905 йылдың 7 ғинуарында хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Александровка районының Иҫәнгилде ауылында мулла ғаиләһендә тыуған.

1917—1919 йылдарҙа Ырымбур ҡалаһында «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә уҡый, 1919 йылда ауырып, үҙ ауылына ҡайта һәм күрше Юлдаш ауылындағы II баҫҡыс мәктәпкә инә.

1921 йылда Ырымбурға барып, Башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә.

1925 йылда комсомолдың өлкә комитеты органы «Башҡортостан йәштәре» газетаһына секретарь итеп алына.

«Белем» журналында «Ауыл дауылда» тигән тәүге шиғыры баҫыла.

1932 йылдан башлыса проза жанрында эшләй.

1932 йылда С. Агиш Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетының киске бүлегенә уҡырға инә.

1934 йылда, институттың II курсын тамамлап, уҡытыусы булып китә. Сермән, Дәүләкән педучилищеларында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыта.

1939 йылда Өфөгә килеп, Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институтында башҡорт әҙәбиәте методикаһы буйынса ғилми эшмәкәр булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул Ғафури районында ике йыл Сәйетбаба урта мәктәбендә уҡытыусы, завуч булып эшләй.

1943 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһына һайлана. Өфөгә ҡайта, Яҙыусылар союзында әҙәби консультант булып эшләй.

1949—1951 йылдарҙа С. Агиш «Әҙәби Башҡортостан» журналында мөхәррир була.

1973 йылдың 21 майында вафат була.

Үлгәндән һуң 1975 йылда Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә. Яҙыусының Башҡорт, рус, татар, мари телдәрендә иллегә яҡын китабы баҫылып сыҡҡан. Оҙаҡ йылдар Сәғит Агиш Өфө ҡала Советы депутаты була. Өфө ҡала Советы башҡарма комитетының 1974 йылдың 23 ғинуарындағы ҡарары менән Совет районындағы Полярная урамы уның исеме менән атала. Сәғит Агиш йәшәгән Карл Маркс урамындағы 57-се йортҡа таҡтаташ ҡуйылған. Ғафури районы Сәйетбаба ауылындағы ул эшләгән мәктәп бинаһында ла таҡтаташ бар. Башҡорт яҙыусыһы Сәғит Ишмөхәмәт улы Агишев Өфө ҡалаһының Мосолман зыяратында ерләнгән[2].

  • «Беҙҙең көлөү» (1928)
  • «Шартына килһен» китабындағы әҫәрҙәре (1933):
  • «Шартына килһен»
  • «Ялағай»,
  • «Ғәләмшә бурылы»
  • «Сафиулла илай»
  • «Тәпән»
  • «Микрофон»
  • «Һуңғы мәйеттәр»
  • «Атлы Илмырҙа» (1942)
  • «Әхмәдулла» (1944)
  • «Фронтҡа» (1944)
  • «Минең өс айым» (1944)
  • «Ерәнсәй»
  • «Фәтхи һалдат» (1957)
  • «Дан»
  • «Ҡунаҡ һәм намыҫ»
  • «Нигеҙ» (1951)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтарҙа
  1. Писателю Сагиту Агишу сегодня исполнилось бы 115 лет.
  2. Мосолман зыяратында Сәғит Агиш ҡәбере