Айбулат
Айбулат һәм Айбулат (исем) мәҡәләләрен берләштерергә! |
Айбулат — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки телле халыҡтарҙа ла осрай.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айбулат — ай (башҡорт) һәм булат (фарсы ҡорос) үҙ аллы һүҙҙәрҙән яһалған ҡушма исем[1]. Исемгә затлы таш, тимер ҡушыу ныҡлыҡ, оҙон ғүмер теләүгә бәйләнгән[2]. Башҡорт халҡында ир балаларға йыш ҡушылған исем.
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айбулат Дәүләтбай улы Рәхмәтуллин — (12 май 1967 йыл) — ҡурайсы, мәҙәниәт хеҙмәткәре. Нефтекама дәүләт филармонияһының художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014),
Айбулат Вәкил улы Хажин — (30 сентябрь 1973 йыл) — ғалим-педагог, мәғариф өлкәһе эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2018 йылдың декабренән Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы. Педагогия фәндәре кандидаты, доцент (2001). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
Айбулат Вәли улы Псәнчин — (12 февраль 1967 йыл) — Рәсәй ғалим-этнографы, география фәндәре докторы, профессор. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының директор вазифаһын башҡарыусы (2016 йылдан).
Айбулат Рим улы Йәнғужин (29 декабрь 1971 йыл) — философ, философия фәндәре докторы (2004).
Айбулат Ҡасим улы Әлибаев (1964) — медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы балалар хирургы, Белорет районы Йөйәк ауылында тыуған.
Әҙәби геройҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романында Айбулат төп образ
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ * З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 58-се.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 58-се.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |