Айыу (Минзәлә районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Айыу
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Аюское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Аюское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423720
Карта

Айыу (татар. Аю, рус. Аю, Медведево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Боростан йылғаһы буйында, Минзәлә ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1725 йылдан билдәле. Ауыл Байлар улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Иҫке Мәлкен улусы составына керә.

Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[2].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Минзәлә районы, 1944 йылдан — Матвеево районы, 1954 йылдан — йәнә Минзәлә районы составында була[2].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XX быуат башында башҡорттарҙан тыш ауылда типтәрҙәр һәм дәүләт крәҫтиәндәре теркәлгән.

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [2])
185918701897191319201926193819591970197919892000
334371529700708632593647779662452455

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Татарская энциклопедия.