Айыу (Минзәлә районы)
Айыу | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Аюское сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Аюское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423720 |
Айыу (татар. Аю, рус. Аю, Медведево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Боростан йылғаһы буйында, Минзәлә ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1725 йылдан билдәле. Ауыл Байлар улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Иҫке Мәлкен улусы составына керә.
Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[2].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Минзәлә районы, 1944 йылдан — Матвеево районы, 1954 йылдан — йәнә Минзәлә районы составында була[2].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX быуат башында башҡорттарҙан тыш ауылда типтәрҙәр һәм дәүләт крәҫтиәндәре теркәлгән.
1859 | 1870 | 1897 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1959 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
334 | 371 | 529 | 700 | 708 | 632 | 593 | 647 | 779 | 662 | 452 | 455 |