Ырыҫ
| Ауыл | |
| Ырыҫ татар. Ырыс | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципаль район | |
| Ауыл биләмәһе | |
| Координаталар | |
| Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
| Халҡы |
282 кеше (2010) |
| Сәғәт бүлкәте | |
| Телефон коды |
+7 85555 |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
16, 116 |
| ОКАТО коды | |
| ОКТМО коды | |
| ГКГН номеры | |
|
| |
Ырыҫ[1] (Урус[2] татар. Үрсу, рус. Урусово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы. Ырыҫ ауыл биләмәһе составына керә һәм уның административ үҙәге булып тора[3].
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Тиргәүеш йылғаһы буйында, Минзәлә ҡалаһынан көнбайышҡа табан 17 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға байлар ырыуы татарҙары нигеҙ һала. 1728 йылдан билдәле[1]. Ауыл Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Күзкәй административ-территориаль улусы составына керә[5].
XX быуат башында ауылда мәсет, мәктәп, 2 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, тимерлек теркәлгән[5][4].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Минзәлә районы составында була[4].
Коллективлаштырыу осоронда ауылда колхоз ойошторола, ул 1953 йылда Тулыбай ауылы артеле менән берләштрелә, ә 1959 йылда — Гөлөк ауылы колхозына ҡушыла. Эреләтелгән хужалыҡты М. Вәхитов исемендәге колхоз тип атағандар[6].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда ир енесле 93 йән башҡорт һәм 29 йән типтәр; 1816 йылда — 137 башҡорт (шуларҙың 3-һө — өс ҡатынлы) һәм 28 типтәр; 1834 йылда — 170 башҡорт һәм 59 типтәр; 1870 йылда — 399 башҡорт һәм 115 типтәр; 1912 йылда — 548 аҫаба башҡорт һәм 28 керҙәш башҡорт йәшәй[5][7]..
| 1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 474 | 514 | 532 | 551 | 716 | 716 | 707 | 472 | 503 | 372 | 349 | 374 | 311 | 196 | 248 | 282 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, почта бүлексәһе бар[4].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Ырыҫ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 393. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ Закон Республики Татарстан от 31 января 2005 года № 50-ЗРТ «Об установлении границ территорий и статусе муниципального образования „Мензелинский муниципальный район“ и муниципальных образований в его составе»
- 1 2 3 4 5 Татарская энциклопедия.
- 1 2 3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 149—152. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- 1 2 Урусовское сельское поселение: о сельском поселении. Мензелинский муниципальный район (официальный сайт). 2017 йыл 5 август архивланған.
- ↑ История башкирских родов. Байлар. Том 22. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Китап, 2016. — С. 127. — 916 с. — ISBN 978-5-850-51605-5.
- ↑ Маузиева Р. Сегодня нашему земляку-писателю Фанзаману Батталу исполнилось 75 лет. Мензеля (16 февраль 2014). 2016 йыл 27 декабрь архивланған.