Тауаҫты Тәкермән
Ауыл | |
Тауаҫты Тәкермән татар. Тауасты Тәкермән | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы |
367 человек (2002) |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 85555 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
16, 116 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Тауаҫты Тәкермән (Түбән Тәкермән) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы. Юғары Тәкермән ауыл биләмәһе составына керә.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Урғуҙа буйында, Минзәлә ҡалаһынан көнбайыштараҡ 28 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауаҫты Тәкермән (Түбән Тәкермән) — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. 1748 йылдан билдәле тип иҫәпләнә[1]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусы Салағош түбәһенә ҡарай. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс Күсәкәй улусы составына керә.
1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ауыл кешеләре ихтиласыларҙың яғында әүҙем сығыш яһай[1].
ХХ быуат башында ауылда 2 мәсет булған, 3 мәктәп теркәлгән[1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Минзәлә районы составында була[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда ир енесле 144 йән башҡорт һәм 18 типтәр; 1816 йылда — 251 башҡорт (шуларҙың 5-һе — ике ҡатынлы) һәм 18 типтәр; 1834 йылда — 405 башҡорт (шуларҙың 2-һе — ике ҡатынлы, 1-һе — өс ҡатынлы) һәм 32 типтәр; 1859 йылда — 408 башҡорт һәм 55 типтәр; 1870 йылда — 938 башҡорт һәм 110 типтәр; 1902 йылда — 864 башҡорт һәм типтәр йәшәй[2].
1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
928 | 1048 | 1325 | 1515 | 1770 | 1752 | 1123 | 1246 | 1023 | 846 | 919 | 730 | 434 | 367 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда клуб, китапхана, мәсет бар[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
- ↑ Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 98—102. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.