Усай (Минзәлә районы)
Ауыл | |
Усай татар. Усай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы |
168 человек (2010) |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 85555 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
16, 116 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Усай — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы. Хужамәт ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Минзәлә йылғаһы буйында, Минзәлә ҡалаһынан көньяҡ-көнбайыштараҡ 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Усай — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. Рәсми документтарҙа тәүге тапҡыр 1764 йылда телгә алына[2]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусы Салағош түбәһенә ҡарай. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс Минзәлә улусы составына керә.
ХХ быуат башында икмәк магазины, мәсет, бакалея кибете теркәлгән[1][3].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Минзәлә районы составында була[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда ир енесле 75 йән башҡорт (шуларҙың 2-һе — өс ҡатынлы) һәм 25 йән типтәр; 1816 йылда — 131 башҡорт (шуларҙың 2-һе — ике ҡатынлы); 1834 йылда — 126 башҡорт һәм 56 типтәр; 1870 йылда — 280 башҡорт һәм 111 типтәр; 1912 йылда — 717 башҡорт йәшәй[3].
1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
318 | 391 | 424 | 585 | 608 | 717 | 776 | 757 | 629 | 520 | 427 | 397 | 281 | 172 | 207 | 168 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда клуб, китапхана бар[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Татарская энциклопедия.
- ↑ Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии// Башкирская энциклопедия. — Уфа: НИК «Башкирская энциклопедия», 2013.
- ↑ 3,0 3,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 152—154. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.