Гөлөк (Татарстан)
| Ауыл | |
| Гөлөк татар. Гөлек | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципаль район | |
| Ауыл биләмәһе | |
| Координаталар | |
| Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
| Халҡы |
379 человек (2002) |
| Сәғәт бүлкәте | |
| Телефон коды |
+7 85555 |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
16, 116 |
| ОКАТО коды | |
| ОКТМО коды | |
| ГКГН номеры | |
|
| |
Гөлөк — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы. Ырыҫ ауыл биләмәһе составына керә.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Тиргәүеш буйында, Минзәлә ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гөлөк — байлар ырыуы ауылы. Рәсми документтарҙа тәүге тапҡыр 1701 йылда телгә алына[2]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусы Салағош түбәһенә ҡарай. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс Поисево улусы составына керә.
1870 йылда ауылда 2 һыу тирмәне, ХХ быуат башында — тимерлек, 4 бакалея һәм мануфактура кибеттәре, 2 мәсет, 2 мәктәп теркәлгән[1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Минзәлә районы составында була[1].
1929 йылда «Ҡыҙыл юл» (аҙаҡ — М. И. Калинин исемендәге) колхоз ойошторола, ул 1959 йылда М. Вәхитов исемендәге колхоз составына керә[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда ир енесле 193 йән башҡорт һәм 198 типтәр; 1816 йылда — 217 башҡорт (шуларҙың 2-һе — ике ҡатынлы, 1-һе — өс ҡатынлы); 1834 йылда — 336 башҡорт (шуларҙың 2-һе — ике ҡатынлы, 1-һе — өс ҡатынлы); 1870 йылда — 538 башҡорт һәм 535 типтәр; 1902 йылда — 955 башҡорт һәм типтәр йәшәй[3].
| 1859 | 1870 | 1897 | 1906 | 1913 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 1067 | 1073 | 1708 | 1915 | 2138 | 1339 | 1380 | 957 | 850 | 841 | 693 | 436 | 379 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 5 6 Татарская энциклопедия.
- ↑ Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии// Башкирская энциклопедия. — Уфа: НИК «Башкирская энциклопедия», 2013.
- ↑ Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 127—131. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мензелинский край: История и современность. — Мензелинск, 2006.