Татар Мышығаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Татар Мышығаһы
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Атряклинское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423725

Татар-Мышыға[2] (Мышыға, Мошоға[3]; татар. Татар Мөшөгәсе, рус. Татарские Мушуги) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл Мышыға йылғаһы буйында, Минзәлә ҡалаһынан көнбайышҡа табан ? км (31 саҡрым) алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылға бүләр ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1638 йылдан билдәле[3]. Ауыл Бүләр улусының Мышыға түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Поисево? административ-территориаль улусы составына керә[4].

XX быуат башында ауылда мәсет, 3 тирмән, 3 бакалея кибете, икмәк магазины теркәлгән[4].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составында була. 1930 йылдан Минзәлә районы составына керә.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1795 йылда ауылда 184 башҡорт һәм 19 типтәр; 1848 йылда — 425 башҡорт һәм 105 типтәр (татар, мишәр, мари); 1902 йылда — 503 ир затлы башҡорт һәм типтәр иҫәпләнгән[4].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [4][3])
17951834185918701905
2033806076531024

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Әбделсәлих Әбделмәнов (1793—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ОКТМО
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — Б. 393. — 544 б. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Татар Мышығаһы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир — Уфа: Китап, 2009. — Б. 142-146. — 600 б. — ISBN 978-5-295-04952-1.