Туйғужа
Викидатала элемент тултырылмаған |
Туйғужа[1] (Чебенле[2]; татар. Чебенле, рус. Тойгузино) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районының юҡҡа сыҡҡан ауылы.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Ыҡ йылғаһы буйында, Минзәлә ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан булған[3].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1701 йылдан билдәле. Ауыл Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Күзекәй улусы составына керә[4].
Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[3].
XX быуат башында ауылда тимерлек, 2 бакалея кибете, мәсет (1848 йылдан билдәле), мәктәп (1849 йылда асылған) теркәлгән[3].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Минзәлә районы составында була[3].
1970-се йылдарҙа Түбәнге Кама һыуһаҡлағысы төҙөлөү сәбәпле ауыл бөтөрөлә, 1977 йылда тораҡ пункттар исемлегенән алына[3].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда 82 башҡорт һәм 134 типтәр, 1834 йылда — 249 башҡорт һәм 280 типтәр, 1870 йылда — 405 башҡорт һәм 520 типтәр, 1912 йылда — 544 аҫаба башҡорт һәм 593 керҙәш башҡорт иҫәпләнгән[4].
1795 | 1834 | 1859 | 1884 | 1897 | 1906 | 1920 | 1958 |
---|---|---|---|---|---|---|---|
216 | 542 | 854 | 1016 | 931 | 1096 | 1222 | 578 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Туйғужа // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 392. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Татарская энциклопедия.
- ↑ 4,0 4,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 104—107. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.