Тулыбай (Татарстан)
| Ауыл | |
| Тулыбай татар. Тулыбай | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципаль район | |
| Ауыл биләмәһе | |
| Координаталар | |
| Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
| Халҡы |
377 человек (2008) |
| Сәғәт бүлкәте | |
| Телефон коды |
+7 85555 |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
16, 116 |
| ОКАТО коды | |
| ОКТМО коды | |
| ГКГН номеры | |
|
| |
Тулыбай — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы. Ырыҫ ауыл биләмәһе составына керә.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Тиргәүеш буйында, Минзәлә ҡалаһынан көнбайыштараҡ 19 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тулыбай — байлар ырыуы татарҙарының ауылы. Рәсми документтарҙа тәүге тапҡыр 1735 йылда телгә алына[2]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусы Салағош түбәһенә ҡарай. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс Күсәкәй улусы составына керә.
ХХ быуат башында ауылда 3 һыу тирмәне, 4 бакалея кибете, 2 мәсет, мәктәп теркәлгән[1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Минзәлә районы составында була[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда ир енесле 160 йән башҡорт һәм 13 типтәр; 1816 йылда — 216 башҡорт (шуларҙың 7-һе — ике ҡатынлы) һәм 21 типтәр; 1834 йылда — 322 башҡорт (шуларҙың 8-һе — ике ҡатынлы) һәм 30 типтәр; 1859 йылда — 309 башҡорт һәм 91 типтәр; 1870 йылда — 538 башҡорт һәм 535 типтәр; 1902 йылда — 955 башҡорт һәм типтәр йәшәй[3].
| 1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 660 | 756 | 906 | 1070 | 1294 | 1803 | 1396 | 1808 | 987 | 759 | 598 | 629 | 545 | 382 | 379 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда башланғыс мәктәп, клуб, китапхана, мәсет бар[1].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алмаҡай Аҙнаҡаев (1786—?), 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашҡан яугир.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 5 Татарская энциклопедия.
- ↑ Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии// Башкирская энциклопедия. — Уфа: НИК «Башкирская энциклопедия», 2013.
- ↑ Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 146—149. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мензелинский край: История и современность. — Мензелинск, 2006.