Андреев Андрей Андреевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Андреев Андрей Андреевич
рус. Андрей Андреевич Андреев
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 РСФСР
 СССР
Тыуған көнө 30 октябрь 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1][2][3]
Тыуған урыны Кузнецово[d], Бобровичи ауылы[d], Ельня районы[d], Смоленск өлкәһе
Вафат булған көнө 5 декабрь 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1][2][3][…] (76 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[1]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Хәләл ефете Хазан-Андреева Дора Моисеевна[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы ағзаһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы РКП(б)-ның VIII съезы[d], РКП(б)-ның IX съезы[d], РКП(б)-ның X съезы[d], РКП(б)-ның XI съезы[d], РКП(б)-ның XII съезы[d], РКП(б)-ның XIII съезы[d], ВКП(б)-ның XIV съезы[d], ВКП(б)-ның XV съезы[d], ВКП(б)-ның XVI съезы[d], ВКП(б)-ның XVII съезы[d], ВКП(б)-ның XVIII съезы[d], КПСС-тың XIX съезы[d], КПСС-тың XXII съезы[d], КПСС-тың XXI съезы[d] һәм КПСС-тың ХХ съезы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты, КПСС Үҙәк комитетының сәйәси бюроһы[d], СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты[d] һәм Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
 Андреев Андрей Андреевич Викимилектә

Андреев Андрей Андреевич (30 октябрь 1895 йыл — 5 декабрь 1971 йыл) — урыҫ революционеры, совет дәүләт һәм партия эшмәкәре.

1917 йылдан большевиктар партияһы, Үҙәк Комитеты ағзаһы (1920—1921, 1922—1961); ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаһы (1932—1952[4]; 1926—1930 — кандидат), ВКП(б) Үҙәк Комитеты Ойоштороу бүлеге ағзаһы (1922—1928, 1939—1946). ВКП(б) Үҙәк Комитеты секретары (1924—1925, 1935—1946). СССР-ҙың 1-7 саҡырылышы Үҙәк Башҡарма комитеты ағзаһы. СССР Юғары Советының депутаты (1-5 саҡырылыш, 1937—1962).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Смоленщинала крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауыл мәктәбендә ике йыл уҡыған. 1908 йылдан — Мәскәүҙә, унда трактир кәсебенә «малай» булып урынлаша — һауыт-һаба йыуа һәм самауырҙар таҙарта[5]. Башта эшселәр өсөн йәкшәмбе мәктәбендә уҡый, шунда марксистик әҙәбиәт менән таныша, шунда уҡ большевиктар менән аралаша башлай һәм 1911—1912 йылдарҙа социал-демократик түңәрәктә ҡатнашыусы була[6]. 1911 йылда Мәскәүҙән Кавказға һәм Рәсәйҙең көньяғына китә, унда ҡаланан ҡалаға күсенеп йөрөп, төрлө эштәр башҡара.

914 йылда Санкт-Петербургка күсә, унда уҡырға инә артиллерия складындағы патрон- гильза оҫтаханаһына эшсе булып төшә. Артабан Путилов заводының Һәм «Скороход» фабрикаһының страховой кассаларында эшләй. 1916 йылда Петербург большевиктар комитетына инә (1915—1916). Легаль булмаған хәлдә йәшәй.

1917 йылдан РСДРП(б)-ның Петроград комитеты ағзаһы.

1917 йылдың 3 апрелендә В. И. Ленинды Финляндия вокзалында ҡаршы алыусылар араһында була, тантаналы йыйылышта һәм большевиктарҙың 7-се (апрель) конференцияһы эшендә ҡатнаша, уның делегаты була.

3 апрелдән 4 апрелгә ҡараған төндә, тантаналы йыйылыш ваҡытында, тәүге тапҡыр Ленин менән осраша:

«Мин бер ҡасан да Ленинды күҙ алдына килтерә алмай инем. Һәм бына — унан бер өс-дүрт аҙымда ғына ултырам. Әллә ниндәй әйтеп бөтөргөһөҙ, иҫ киткес тойғо солғап алды: шундай яҡындан үҙебеҙҙең партияны төҙөүсе Ленинды күрәм! Нисә тапҡыр беҙ, большевик-подпольщиктар, Ленинды күрергә һәм ишетергә хыялланған инек һәм бына, ниһайәт, беҙҙең хыял тормошҡа ашты!»

Бөйөк Октябрь социалистик революцияһында әүҙем ҡатнаша, делегат булып Эшсе һәм һалдаттар депутаттары Советтарының II Бөтә Рәсәй съезында ҡатнаша[6].

1917—1919 йылдарҙа Украина һәм Уралда партия һәм профсоюз эшендә үткәрә. «Урал эшсеһе» гәзитенең редколлегия ағзаһы булып тора . 1919 йылдан ВЦСПС Президиумы ағзаһы (Украинала эшләй), 1920—1922 йылдарҙа — ВЦСПС секретары, Мәскәүҙә эшләй[5]. 1921 йылда профсоюздар тураһындағы дикуссияларҙа Л.. Д. Троцкий һәм Н. И. Бухарин платформаһын яҡлай.

1922—1927 йылдарҙа — тимер юлсылар профсоюзы Үҙәк Комитетының рәйесе. 1924 йылдың февраленән 1925 йылдың декабренә тиклем — ВКП(б) Үҙәк Комитеты секртетары[7]. 1928 йылдың ғинуарынан 1930 йылдың декабренә тиклем 1 -се секретарь Төньяҡ-Кавказ партия крайкомының 1-се секретары.

1930 йылдың декабренә 1931 йылдың октябренә тиклем — ВКП(б) Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе, бер үк ваҡытта СССР Эшсе-крәҫтиән инспекцияһы наркомы һәм СССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесенең урынбаҫары. 1988 йылдың 16 сентябренә «Правда» гәзите яҙа: « 1931 йылдың февраленән октябргә тиклемкулак хужалыҡтарын бөтөрөү буйынса яңы, күпкә киңерәк тулҡыны үткәрелә. Дөйөм етәкслекте А. А. Андреев етәкселегендәге комиссия алып бара… кулактарҙы эәҙерлекләү артабан да алып барылды һәм үткәрелгән һайын репрессиялар төҫөн ала барҙы» (ошо номерҙағы «Коллективлаштырыу: Нисек үтте» мәҡәләһенән)[8].

ВКП(б) Үҙәк комитеты Политбюроһы

1931 йылдың 2 октябренән 1935 йылдың 28 февраленә тиклем — СССР Юлдар наркомы, уны был вазифала Л. М. Каганович алмаштыра.

1935 йылдың 28 февралендә С. М. Кировты үлтергәндән һуңғы ВКП(б) Үҙәк Комитетының беренсе Пленумы А. А. Андреевты Үҙәк Комитеты секретары итеп һайлай. 1935 йылдың 10 мартында ВКП(б) Үҙәк Комитетының ойоштороу бюроһы ағзаһы итеп һайлана, уға ултырыштар алып барыу һәм Н. И. Ежов менән берлектә повестка әҙерләү бурысы йөкмәтелә.

1935 йылдың 10 мартынан 1937 йылдың 13 майына тиклем — бер үк ваҡытта ВКП(б) Үҙәк Комитетының Сәнәғәт бүлеге мөдире (Н. И. Ежовты алмаштыра).

Н. С. Хрущев хәтерләй: «Андрей Андреевич 1937 йылдарҙағы репрессияларҙа, бәлки, үҙенең үткәне өсөн уны элекке троцкистарға йомшаҡлыҡта ғәйепләүҙән ҡурҡып, бик күп насарлыҡтар эшләне. Ҡайҙа ғына бармаһын, бөтә ерҙәрҙә лә бик күп кеше һәләк ителә ине»[9][10].

1938 йылдың 12 ғинуарында Юғары Советтың (1936 йылғы Сталин конституцияһы буйынса) ике палатаһы — Союз Советы Милләттәр Берлеге — беренсе тапҡыр айырым ултырыштарын үткәрә һәм рәйестәрен һайлай — А. А. Андреевты һәм Н. М. Шверникты.

1938 йылдың аҙғында, Н. И. Ежов нарком вазифаһынан бушатылғас, Андреев НКВД эшмәкәрлеген тикшереү буйынса Политбюро комиссияһының рәйесе була.

1935—1946 йылдарҙа — ВКП(б) Үҙәк Комитеты секретары, Үҙәк Комитеттың ауыл хужалығы бүлеге мөдире (1946 йылға тиклем), бер үк ваҡытта 1938—1946 йылдарҙа — СССР Юғары Советының Союз Советы рәйесе, ҡала 1939—1952 йылдарҙа — ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы КПК Рәйесе һәм1943-1946 йылдарҙа — СССР-ҙың игенселек Халыҡ комиссариаты етәксеһе.

Өс тапҡыр (1937, 1946, 1950 йылдарҙа) Төркмән ССР-ның Ашхабад һайлау участкаһында СССР Юғары Советы һәм ике тапҡыр Новосибирск һайлау округы буйынса РСФСР Юғары Советы депутаты итеп һайлана. 1946 йылда Ашхабад ҡалаһында һайлаусылар митингыһында Андреев шулай тип әйтә:

«Миңә, һеҙҙең кандидатығыҙға, килгәндә инде, мин большевиктар партияһының тоғро улы булараҡ артабан да коммунизм төҙөүҙең бөйөк бурыстарын үтәүҙә иптәш Сталин артынан барасаҡмын».

1946—1953 йылдарҙа — СССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесе, 1946 йылдың 28 мартынан агросәнәғәт комплексына кураторлыҡ итә[11]. 1946 йылдың сентябренән 1953 йылдың 19 мартына тиклем СССР Министрҙар Советы янындағы колхоз эштәре буйынса Советты етәкләй.

1953 йылдың мартынан 1962 йылдың июненә тиклем СССР Министрҙар Советы Президиумы ағзаһы.

Тарихсы Серго Микоян билдәләүенсә: «Политбюролағы эштән бары тик икенсе донъяға китеү мөмкин була. Быны эшләй алған һәм иҫән ҡалған берҙән-бер кеше — Андреев Андрей Андреевич. Был да уның ишетеү һәләтен юғалтыуҙан килә. Ул тыңлау аппаратын кейеп йөрөй. Ләкин ул бик аҙ ярҙам итә. Һәм 1950 йылда шикелле ул Сталинға, бәхәстәрҙә ҡатнаша алмауы сәбәпле Политбюрола ҡалырға уңайһыҙ булыуы тураһында әйтә. Сталин уны ялға ебәрә — РСФСР-ҙың юғары Советына. Бындай башҡа осраҡты белмәйем»[12].

1957 йылда Ленинградьың 250-йыллығына арналған байрамда Мәскәү вәкиле булараҡ ҡатнаша[13]. 1962 йылдан — Союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер һәм СССР Юғары Советы Президиумы ҡарамағындағы кәңәшсе. 1957—1962 йылдарҙа — Совет-Ҡытай дуҫлығы йәмғиәте рәйесе.

Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән. Анастас Микоян хәтерләүенсә, Кремль диуарында ерләнергә теләмәгән[14]. Ҡәберлеге беренсе участкала, уның ҡаршыһында — ҡатыны Дора Хазан-Андреева ҡәберлеге.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • А. А. Андреев хөрмәтенә тепловоз, паровоз, заводтар, техникумдар, мәҙәниәт йорттары, ауылдар һәм урамдар ҡушылған; хәҙерге ваҡытта Таганрогта Андреев бухтаһы һаҡланып ҡалған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #119407701 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Andrey Andreyev (politician) // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. 3,0 3,1 Andrei Andrejewitsch Andrejew // Энциклопедия Брокгауз (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
  4. Освобождение А. Андреева после XIX съезда КПСС от должности члена Политбюро И. В. Сталин объяснил болезнью («совсем оглох»), однако болезнь не помешала Андрееву в июле 1953 года выступать на Пленуме ЦК КПСС в череде осуждавших деятельность Л. П. Берия.
    Сталин И. Речь на Пленуме ЦК КПСС 16 октября 1952 года
    «Сталин единолично отстранил также от участия в работе Политбюро и… Андрея Андреевича Андреева» .
  5. 5,0 5,1 Андреев Андрей Андреевич // Биография.Ru
  6. 6,0 6,1 Андрей Андреевич Андреев
  7. Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991
  8. Литинский А. Жития не святых. — Харьков: Фолио, 2001. — ISBN 966-03-1388-8
  9. Вопросы истории. 1990. № 4. — С. 78
  10. Хрущёв Н. С. Воспоминания. Кн. 1. 2013 йыл 27 сентябрь архивланған.
  11. Хлевнюк О. В. и др. (сост.) Политбюро ЦК ВКП(б) и Совет Министров СССР, 1945—1953.
  12. Михаил Гольденберг: Интервью с Серго Микояном (окончание) 2013 йыл 4 июнь архивланған.
  13. Хрущёв С. Н. Никита Хрущёв. Реформатор. Кн. 1.
  14. Микоян А. И. Так было.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Народные избранники Карелии: Депутаты высших представительных органов власти СССР, РСФСР, РФ от Карелии и высших представительных органов власти Карелии, 1923—2006: справочник / Авт.-сост. А. И. Бутвило. — Петрозаводск, 2006. — 320 с. — ISBN 5-8430-0109-1

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]