Арҡалыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Арҡалыҡ
Герб
Coat of arms of Arkalyk.svg
Рәсем
Дәүләт Flag of Kazakhstan.svg Ҡаҙағстан
Административ үҙәге Тургайская область[d]
Административ-территориаль берәмек Костанайская область[d]
Халыҡ һаны 28 169 кеше (2009)
Почта индексы 110300
Рәсми сайт arkalyk.kz

Өлкә буйһоноуындағы Арҡалыҡ ҡалаһы буйһоноулы биләмәһе менән Ҡаҙағстан картаһында

Арҡалыҡ - (рус. Аркалы́к, ҡаҙ. Арқалық) — Ҡаҙағстандың Ҡостанай өлкәһе өлкә буйһоноуындағы ҡалаһы. Элгәре Турғай өлкәһе үҙәге булған. 1956 йылда нигеҙ һалынған, 1965 йылда ҡала статусын алған. Арҡалыҡтан өлкә үҙәге Ҡостанайға тиклем алыҫлыҡ — 454 км , Астанаға — 611 км.

Ҡаҙағстандың иң ҙур ҡалаһы - биләгән майҙаны 15 587 кв.км. тәшкил итә


Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡостанай өлкә башҡарма комитетының 1950 йылдың 13 октябрендәге ҡарары менән Ҡостанай өлкәһенең Амангилде районында эшселәр ҡасабаһы барлыҡҡа килтерелә.

1956 йылдың 27 октябрендә Ҡаҙаҡ ССР-ы Юғары Советы Президиумының Указы менән Арҡалыҡ эшселәр ҡасабаһы рәсми статусы ала һәм Бөтә Союз удар комсомол төҙөлөшө объектына әйләнә. Беренсе булып буласаҡ ҡалаға нигеҙҙе Рига комсомолдары була.

1965 йылдың 30 июнендә дөйөм майҙаны 174 гектар тәшкил иткән район ҡарамағындағы ҡала статусы ала. Арҡалыҡта ул ваҡытта халыҡ һаны 15 100 кешегә етә. Әлеге ваҡытта дөйөм майҙаны – 1558 мең га тәшкил итә.

1970 йылдың 23 ноябрендә Арҡалыҡ яңы төҙөлгән Турғай өлкәһенең административ үҙәге тип иғлан ителә. Шул осорҙан Арҡалыҡ бик ҡыҙыу төҙөлә, үҫешә башлай.

1988 йылдың 2 июнендә Турғай өлкәһе бөтөрөлә һәм 1997 йылдың 22 апрелендә Ҡостанай өлкәһе составына индерелә, ул 17 ауыл тораҡ пунктының административ үҙәге булып тора [1].

Арҡалыҡ әлеге көндә Ҡаҙағстандың депрессиялы ҡалалары иҫәбенә инә, эшһеҙлек юғары[2].

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үҙ ҡарамағындағы территориялар менән алғанда ҡала халҡының һаны 40 813 кеше тәшкил итә (2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата), шул иҫәптән Арҡалыҡ ҡалаһында — 24 940 кеше. 2011 йылдың 1 ғинуарына ҡарата — 40 555 кеше, шул иҫәптән Арҡалыҡ ҡалаһында 27 751 кеше (68,4 процент)[3].

1989 йылда үҙ ҡарамағындағы территориялар менән алғанда ҡала халҡының һаны 62 367 кеше булған. 2006 йылға ул 42 мең кешегә ҡалған (шул иҫәптән: ҡала үҙе — 26 мең кеше, ҡала ҡарамағында 14 ауыл һәм 3 ауыл округы — 16 мең кеше).

Арҡалыҡ ҡалаһы динамикаһы үҙ ҡарамағындағы территориялар менән:

Йыл Халыҡ
1959 3 609
1970 15 108
1979 47 693
1989 62 367
1999 46 084
2010 40 813
2011 40 555
2013 41 036
2014 41 658
2015 41 885
2016 42 438
2018 41 354

Милли состав (1 ғинуар, 2018 йыл) [4].:

Административ бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Арҡалыҡ ҡала администрацияһы картаһы

Ҡала башлығы — аким (хаким).

Ҡала составына 19 ауыл тораҡ пункты, 2 ауыл округы инә.

Транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Арҡалыҡ тимер юл станцияһы өлкә үҙәге Ҡостанай , шулай уҡ Ҡарағанды өлкәһенең Сыбаркүл (рус. Шубарколь) ҡасабаһы менән бәйләй. Ҡостанай — Арҡалыҡ, Еҙҡаҙған — Арҡалыҡ автомобиль юлдары бик яҡшы сифатлы түгел.

Арҡалыҡ аэропорты бар, әммә 1998 йылдан ваҡыты-ваҡыты менән генә пилотлы космик караптарҙы эҙләгән ваҡытта асыла.

Арҡалыҡтан эре ҡалаларға тиклем ара (автомобиль юлынан)[5]
Ҡостанай ~ 480 км
Өфө ~ 1126 км
Силәбе ~ 797 км
Петропавловск ~ 614 км
Төмән ~ 1081 км
Күксәтау ~ 512 км
Омск ~ 989 км
Аҡтүбә ~ 1215 км
Уральск ~ 1691 км
Роза ветров
Астана ~ 673 км
Ҡарағанды ~ 713 км
Байҡоңыр ~ 1013 км
Аҡтау ~ 2416 км
Еҙҡаҙған ~ 306 км
Шымкент ~ 1212 км
Алматы ~ 1650 км
Бишкәк ~ 1624 км
Ҡала автобус маршруттары
Маршрут
1 ж/д Вокзал — УК 161/12 — дачи «Север-2» (Летом)
2 ж/д Вокзал — пос. Олимпийский
3 ж/д Вокзал — пос. Акбидай
4 ж/д Вокзал — пос. Северный - пос. Западный
ж/д Вокзал — дачи «Север-1» (Летний)

Гәзиттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Арқалық хабары»
  • «Торғай»

Телевидение[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Арҡалыҡ урындағы телевидениеһы»
  • «Казахстан-Костанай» (частично)
  • «Казахстан»
  • «Хабар»
  • «Первый канал Евразия»
  • «КТК»
  • «24 KZ»

Радиотапшырыуҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дини ойошмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Арҡалыҡ мәсете
  • Святая Троица Арҡалыҡ сиркәүе
  • Арҡалыҡ баптист сиркәүе
  • Рим-католик приходы
  • Арҡалыҡ «Новая жизнь» Евангелие сиркәүе

Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төбәктең тәбиғи байлыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Арҡалыҡ ҡалаһы янында алюминий сәнәғәте өсөн 6 боксит ятҡылығы бар. Шул уҡ ятҡылыҡтарҙа утҡа сыҙамлы барлсыҡ сығарыла. Бынан тыш, бокситтарҙа юлдаш булып галлий ҙа осрай, иҫәпләүҙәренсә, ул 761 килограмға етә.

Ҡаланан 5 километрҙа Яңы Арҡалыҡ ятҡылығында ҡара ҡурғаш табылған. Был рудала иттрий, алтын, көмөш, аҡ ҡурғаш һәм башҡа элементтар осрай. Шул уҡ төбәктә 37 төрлө файҙалы ҡаҙылдыҡ ятҡылыҡтары бар.

100 километр алыҫлыҡта Аҡъял (Аҡжал) нефрит ятҡылығы асылған, унда 1997 йылдан биҙәү таштары сығарыла. 70—100 километр аралыҡта Аҡболаҡта - аҡ мәрмәр (3—6 миллиона м³ запас) һәм Ағыръял (Ағыржал) ятҡылығында ҡара мәрмәр алына (запасы 8 млн м³)[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ИСТОРИЯ ГОРОДА АРКАЛЫК
  2. Арҡалыҡ. Здесь не было войны…
  3. Социально-экономический паспорт города Арҡалыҡа Ҡалып:Webarchive (.rar(недоступная ссылка))
  4. Численность населения Республики Казахстан по отдельным этносам на начало 2018 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан
  5. Расчёт расстояний между городами. Транспортная компания «КСВ 911». Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 август 2011. 13 август 2009 тикшерелгән.
  6. Газета «Торгай», 23 сентября 2005 г.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]