Эстәлеккә күсергә

Асҡар (Мәсетле районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Асҡар
Нигеҙләү датаһы 1930
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Кесе Ыҡтамаҡ ауыл Советы
Халыҡ һаны 10 кеше (1939)

Асҡар (Асҡар һөт-тауар фермаһы, Асҡар МТФ-һы) — бөткән утар. Кесе Ыҡтамаҡ ауыл Советы биләмәһенә тура килә. Асҡар утары 1930—1935 йылдарҙа барлыҡҡа килә. Утарға Әжекәй ауылы егете, көтөүсе Асҡарҙың исеме бирелгән. Утар халҡы фермала эшләгән.

1952 йылда Асҡар утары Кесе Ыҡтамаҡ ауыл Советы составында була, район үҙәге Оло Ыҡтамаҡҡа тиклем 8 км, ауыл Советы үҙәге Кесе Ыҡтамаҡҡа тиклем 2 км алыҫлыҡта ята[1].

Ферма биләмәһендә Малсылар йорто булған. Ҡайһы бер малсылар ферма эргәһендә үк йорттар төҙөп йәшәгән, мәҫәлән, Кирәевтәр ғаиләһе, Федор һәм Зоя Коряковтар (ҡайһы берҙәренең исем-шәрифтәре билдәһеҙ). 1939 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ферма янындағы 3-4 йортта ун кеше йәшәгән. 1959 йылғы Халыҡ иҫәбен алыуҙа Асҡарҙа бер кем теркәлмәгән.

Асҡар фермаһы юғары күрһәткестәр буйынса дан тотҡан ферма: Башҡортостан буйынса В. И. Ленин исемендәге колхоздың Һөт-тауар фермаһы призлы урындар яулай. Ул ваҡытта ферма мөдирҙәре булып Ватолин А. Г., Новоселов А. И., Томилов С. эшләй.

1978 йылда Асҡар һөт-тауар фермаһы Түбәнге Бобин ауылына күсерелә. Асҡарҙа быҙау аҙбары ғына тороп ҡала[2][3]

  1. Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.178
  2. История села Малоустьикинское | Администрация сельского поселения Малоустьикинский сельсовет
  3. Архивированная копия. Дата обращения: 23 февраль 2012. Архивировано 2 апрель 2015 года. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  • Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
  • Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.179