Ас-Саффәт сүрәһе
Ас-Саффәт сүрәһе | |
Синыфы | |
---|---|
Мәғәнәһе |
Сафтарҙа тороусылар |
Статистика | |
Сүрә номеры |
37 |
Аяттар һаны |
182 |
Джүз |
23 |
Руҡуғ |
5 |
Алдағы сүрә |
Йа Син сүрәһе |
Киләһе сүрә |
Саад сүрәһе |
QuranAcademy.org |
Ас-Саффәт сүрәһе (ғәр. سورة الصافات, Сафтарҙа тороусылар ) — Ҡөрьән Кәримдең 37 сүрәһе. Мәккәлә иңгән сүрә, 182 аяттан тора. Сүрәнең беренсе аятында сафҡа теҙелгән фәрештәләр тураһында һөйләнә. Исеме шунан килә. «Саффәт» — бер сафтағылар, тигән һүҙ.
Транскрипцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1-6. Үә-ссааффәәти саффә. Фәззәджираати зәджра. Фәттәәлийәәти ҙиҡра. Иннә иләәһәкүм ләүәәхид. Раббүссәмәәүәәти үәл-ардыи үә мәә бәйнәһүммә үә раббүл-мәшәәриҡ. Иннәә зәййәннәәссәмәәә-ддүнйәә бизиинәтил-кәүәәкиб.
7-11. Үә хифзам миң күлли шәйтааним мәәрид. Ләә йәссәммәғүүнә иләлмәләил-әғләә үә йуҡҙәфүүнә миң күлли джәәниб. Дүхүүрау үә ләһүм ғәҙәәбүү үәәсыиб. Илләә мән хатыифәл-хатфәтә фәәт-бәғәһү шиһәәбүң ҫәәҡиб. Фәстәфтиһим ә һүм әшәддү хальҡан әм мән халәҡнәә иннәә халәҡнәәһүм миң тыиинил ләәзиб.
12. Бәл ғәджибтә үә йәсхаруун.
Йөкмәткеһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бер аллалыҡ хәбәр ителгәндән һуң, сүрәлә үлгәндән һуң тергеҙелеүгә инаныс тураһында бәйән ителә. Быға шикләнеп ҡараусыларға сүрә ҡиәмәт көнө ҡапыл киләсәк тип янай. Ҡиәмәт көнө мотлаҡ киләсәге тураһында сүрәлә дәлилдәр килтерелә — был Аллаһ өсөн еңел тип әйтелә.
Тәҡүә кешеләр мәңгелек донъяла рәхәт сигәсәк, Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итәсәк, гонаһлыларҙың утта янғанын күреп, үҙҙәрен гонаһтарҙан һәм Кафырлыҡтан һаҡлаған өсөн Хаҡ Тәғәләгә рәхмәтле буласаҡ. Сүрәлә Ахирәт, Йәннәт һәм Йәһәннәм һүрәтләнә.
Төрлө ваҡытта, төрлө кешеләр менән төрлө хәлдәр булғанын тасуир иткәндән һуң, сүрәнең мөьминдәргә әһәмиәте аңлатыла, күп аллалыҡта Аллаһы Тәғәләнең балалары бар тип иҫбатлау кире ҡағыла. Фәрештәләр һәм ендәр тураһында хәбәр ителә[1]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сура 37. Ас-Саффат // Йусуф Али «The Holy Qur’an» (Священный Коран: Текст, перевод и комментарии), 1938 г.
- Ҡөрьән [2]
Портал «Ислам» | |
Ҡөрьән Викиөҙөмтәлә | |
Ҡөрьән Викикитапханала | |
Ас-Саффәт сүрәһе Викимилектә |
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.
- Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // — Стәрлетамаҡ: ҡала типографияһы, 2007. — 609 бит.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Был Ҡөрьән тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |