Афина мәсете
Афина мәсете | |
Дәүләт | Греция |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Афина |
Афина мәсете Викимилектә |
Афинаның Яңы мәсете (грек. Τζαμί της Αθήνας) йәки Вотаникос мәсете — Грецияның баш ҡалаһы Афина ҡалаһының Вотаникос (грек. Βοτανικός) районында урынлашҡан ислам ғибәҙәтханаһы (мәсете). 2019 йылдың сентябренә тиклем Афина Европала рәсми мәсете булмаған һуңғы баш ҡала ине[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Афинала Ғосман империяһы осоронда төҙөлгән мәсеттәрҙең (Цистаракис мәсете, Фетхие мәсете) биналары бөгөн археологик ҡомартҡылар булып тора.
1890 йылда Греция парламенты Афина районында «Төркиә мәсете» төҙөлөшө тураһында беренсе ҡарар ҡабул итә.
1970 йылда мосолман ғәрәп илдәре Афинала мәсет төҙөлөшөн финанслауҙы тәҡдим итә, ләкин тәҡдим тормошҡа ашырылмай.
2000 йылда, мәсет төҙөлөшөнә рөхсәт биреүсе 2833-се ҡанунға нигеҙләнеп, Сәғүд Ғәрәбстаны Афинанан 11 км йыраҡлыҡтағы Пеания ҡалаһында мәсет төҙөлөшөн финанслауҙы үҙ өҫтөнә ала. Греция Православие сиркәүе ҡаршылығы булыу сәбәпле проект тормошҡа ашырылмай.
Яңы мәсет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1970 йылдар башына тиклем Афинала мосолмандар булмай тиерлек. XXI быуат башында мосолман илдәренән (Пакистан, Бангладеш) Грецияға легаль булмаған миграция йышайыу сәбәпле, ҡалала мәсет төҙөү мәсьәләһе йылдан-йыл киҫкенләшә бара. Афина районында 200 меңдән алып 500 меңгә яҡын мосолман (сөнниҙәр, шиғыйҙар) йәшәй, уларҙың күбеһе пакистандар һәм албандар, әммә әлегәсә мосолмандар өсөн рәсми мәсет йорто булмаған, Пакистан, Бангладеш һәм башҡа илдәр мөһажирҙәре мәсет итеп файҙалана торған бер нисә урында, ҡала буйлап таралған торлаҡ бүлмәләрҙә һәм подвалдарҙа намаҙ уҡырға, байрамдарҙы арендаға алған спорт залдарында үткәрергә мәжбүр була.
Афина мэры Йоргос Каминис (грек. Γιώργος Καμίνης), Грецияның һул сәйәси фирҡәләре, шул иҫәптән, һул радикалдар коалицияһы булған СИРИЗА (грек. ΣΥΡΙΖΑ) партияһы мәсет төҙөлөшөн яҡлап сығыш яһай, шул уҡ ваҡытта ультрауң Алтын таң (грек. Λαϊκός Σύνδεσμος - Χρυσή Αυγή) милли партияһы был ҡарарҙың актив дошманы булып тора. Әлеге партия лидеры Николаос Михалолиакос 2016 йылда парламентта: «Беҙ Төркиә оккупацияһына әйләнеп ҡайтабыҙмы?» — тип сығыш яһай.
Афина ҡалаһының Вотаникос районында урынлашҡан буш ятҡан хәрби-диңгеҙ базаһы территорияһында инде күп йылдар дауамында Афиналағы беренсе мәсет төҙөлөшө өсөн көрәш бара. Проект күп көслө тапҡырҙар Греция православие сиркәүе һәм һуңғы ваҡытта ҡала халҡының был проектҡа ҡаршы гражданлыҡ протестары арҡаһында кисектерелеп килә[2]. Ил халҡының 98 процентына йоғонтоһо көслө булған Греция сиркәүе лидеры архиепископ Иероним II, «мәсет төҙөлөшө ил халҡын грек милләтенән һәм христиан диненән баш тарттырыу планының бер өлөшө, мәсет Йыһат һәм радикализм мәктәбе булыр» тип киҫәтә.
Греция мосолман ассоциацияһы президенты Наим Эльгандур, киреһенсә: «Был беҙгә күпме йылдар һөйләгән мәсетме, төҙөлгән бина бик бәләкәй, манараһы ла, тауыш көсәйткестәре лә булмаған йорт элекке рәсми булмаған, ғибәҙәтхана итеп ҡулланылған биналарҙан нимәһе менән айырыла?» — тип белдерә.
Мәсет Хәрби-Диңгеҙ Флоты тарафынан бирелгән 17 акр майҙанлы участокта төҙөлә. Проект бер ни тиклем үҙгәртелгән. Мәсет флот биргән складты яңынан йыһазландырыу юлы менән түгел, ә яңы металл конструкция (металл каркастар) ярҙамында өр-яңынан төҙөлөргә, ә участоктағы буш ятҡан ташландыҡ һигеҙ бина һүтелергә тейеш була. Әлеге территорияла сағыу йәшел зона, балалар өсөн музыка майҙансығы һәм парковка булдырыла.
2016 йылдың 10 октябрендә Афина мэрияһы менән илдең дүрт эре төҙөлөш ойошмаһы консорциумы Intracom Holdings араһында төҙөлөштө булдырыу тураһында килешеү раҫлана. Төҙөлөш башланаһы урынды баҫып алған ультрауң радикалдарҙы полиция көс ҡулланып ҡыуып сығарғас ҡына, 4 ноябрҙә фундаментты бетонлау эше башланып китә[3].
2017 йылдың апрелендә төҙөлөш эштәрен тамамлау планлаштырыла[4] . Был мәсет Греция башҡалаһында махсус төҙөлгән беренсе мәсет була. 400 йылға яҡын Ғосманлы империяһы ҡул аҫтында булыпк, 1830 йылда бойондороҡһоҙлоҡ алғандан бирле, Греция хөкүмәте бер генә яңы мәсет төҙөргә ла рөхсәт бирмәгән.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бер мең квадрат метрҙан артыҡ ҙурлыҡтағы бина төҙөү планлаштырылған, ул бер юлы 500 кешене һыйҙыра ала. Проект 887 000 евро күләмендә дәүләт инвестицион программаһы тарафынан финанслана. Мәсет бары тик милли ресурстар иҫәбенә төҙөлә һәм Греция дәүләт контролендә буласаҡ (имам хакимиәт тарафынан билдәләнә). Афинаның беренсе мәсете эшен контрольдә тотоусы административ комитет мәғариф министры Костас Гавроглуга Мароккола тыуып үҫкән Зәки Мөхәммәтте имам вазифаһына кандидат булараҡ тәҡдим итә.
Мәсет 1000 кв.м. майҙанға эйә. Ике намаҙ уҡыу залы (береһе ир-аттар өсөн, 300 кеше һыйҙырышлы һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн, 50 кеше һыйҙырышлы). Бында ғибәҙәт өсөн кәрәлек ярҙамсы бүлмәләр (кейенеү-сисенеү бүлмәләре, бәҙрәфтәр), имам һәм мәзин кабинеттары була. Мәсеттең манараһы булмаясаҡ. Мәсет янында йылытыу, һыу менән тәьмин итеү һәм янғын һүндереү системалары өсөн өҫтәмә бина төҙөлә.
Бина бейек диуарҙар араһында күренмәй тора. Инеү юлы күберәк сәнскеле сым һәм гофрланған тимер менән нығытылған баррикадаға оҡшаған[5].
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Τέλος Απριλίου έτοιμο το τζαμί στον Βοτανικό (Апрель аҙағында Водников мәсете әҙер буласаҡ). kathimerini.gr, 12.01.2017
- Athens' first Islamic Mosque in final stages of construction (Афинаның беренсе Мосолман мәсете төҙөлөп тамамланыу алдында). greekcitytimes.com, 20.09.2018 (инг.)
- Athens Mosque. Facebook
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Athens no longer last European capital without a mosque (Афины больше не последняя европейская столица без мечети). rt.com,9.04.2019 (инг.)
- ↑ How do Greeks feel about the Votanikos mosque being built in Greece? (Греклар Грециядә Вотаникос мәчете төзелешенә ничек карый?). quora.com, 31.08.018 (инг.)
- ↑ Athens no longer last European capital without a mosque (Афины больше не последняя европейская столица без мечети). rt.com, 9.04.2019 (инг.) (рус.)
- ↑ Τέλος Απριλίου έτοιμο το τζαμί στον Βοτανικό (Апрель азагында Вотаникос мәчете әзер булачак)
- ↑ The battle to build a mosque in Athens (Афинада мәчет төзелеше өчен көрәш)