Аҡбирҙе (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Аҡбирҙе — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡбирҙе башҡорт һүҙе — аҡ (изге, бәхетле) + бирҙе (Аҡбирҙин фамилияһы бар)[1]
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баталова Рима Аҡбирҙе ҡыҙы (1 ғинуар 1964 йыл) — спортсы, йәмәғәт эшмәкәре. Еңел атлетика буйынса 13 тапҡыр Паралимпия уйындары, 18 тапҡыр донъя һәм 43 тапҡыр Европа чемпионы. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты[2], Рәсәй Паралимпия комитетының вице-президенты. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы, Дәүләт Думаһының физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты ағзаһы. Дәүләт Думаһының паралимпия спортын үҫтереү, инвалидтарҙың, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең физик культураһы һәм спорты мәсьәләләре буйынса ярҙамсы комитет рәйесе. «Шәхси батырлыҡ өсөн» (1992), 4‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2002), Почёт (1996), ике Дуҫлыҡ (2006, 2010), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2000, Салауат Юлаев (2004) һәм Халыҡтар дуҫлығы (2019) ордендары кавалеры.
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишембай Аҡбирҙин (1770—1831) — Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында Ишембай ауылына нигеҙ һалыусы (беренсе тапҡыр 1815 йылда теркәлгән). Ауыл 1940 йылда ҡала итеп үҙгәртелә. Исеме Ишембай Аҡбирҙин хөрмәтенә Ишембай тип аталған.
Аҡбирҙин Нәжметдин Сәләхетдин улы (11 декабрь 1951 йыл — ауыл хужалығы алдынғыһы. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1984). III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
Аҡбирҙин Әхмәт Хажи улы (рус. Акбердин Ахмет Хазиевич; 1913 — 15 апрель 1944) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкы ҡылыссыһы. Ҡыҙылармеец[3].
Аҡбирҙин Сибәғәт Ғәйнетдин улы (рус. Акбердин Сибагат Гайнутдинович; 1904 — 24ноябрь 1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкының пулемёт взводы командиры. Лейтенант[3].
Аҡбирҙин Риф Зыяитдин улы — Башҡортостанда 1931 йылда Яңы Сәфәр ауылында тыуған. Ауыр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа (1942—1947) баҫыу эштәре колхозда эшләй. «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.[4]
Аҡбирҙина Виктория Викторовна (27 февраль 1978 йыл — Рәсәй иҡтисадсыһы, иҡтисади-технологик һәм төбәк үҫеше өлкәһендәге белгес. Иҡтисад фәндәр докторы (2010), Рәсәй фәндәр академияһы профессоры (2015), Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (төбәк иҡтисады).[5]
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡбирҙе (Иглин районы) (рус. Акбердино) — Башҡортостандың Иглин районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1009 кеше[6].
Аҡбирҙе (Әлшәй районы) (рус. Акберда) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 73 кеше[7].
Түбәнге Аҡбирҙе (рус. Нижняя Акберда) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Топонимдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡбирҙе (Өҫкәлек ҡушылдығы) — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы/ Ырымбур өлкәһе[8] биләмәләрендә аға. Йылға Өҫкәлек йылғаһының һул ярына тамағынан 15 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 25 км.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Баталова Рима Акбердиновна . www.duma.gov.ru. Дата обращения: 28 август 2016.
- ↑ 3,0 3,1 Шаймуратовцы. Акбердин Ахмет Хазиевич
- ↑ http://econopr.usue.ru/dokumenty-2/sotrudniki/8-o-kafedre/247-akberdin-rif-ziyaevich/
- ↑ https://ru.wikipedia.org/wiki/Акбердина,_Виктория_Викторовна
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |