Эстәлеккә күсергә

Аҡназар (Мәләүез районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Аҡнаҙар (Мәләүез районы) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Аҡназар
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Мәләүез районы

Координаталар

52°55′46″ с. ш. 56°21′45″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 241 875 003

ОКТМО коды

80 641 475 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Аҡназар (Рәсәй)
Аҡназар
Аҡназар
Аҡназар (Мәләүез районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Аҡназар

Аҡназар (рус. Акназарово) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 168 кеше[1]. Почта индексы — 453872, ОКАТО коды — 80241875003.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 168 83 85 49,4 50,6
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (98 %) йәшәй[2].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 34 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Һарыш): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 34 км

XIX быуат башына тиклем Аҡназар тип аталған үҙ аллы ауыл булмаған. 1816 йылдағы VII ревизияла ғына Ағиҙел йылғаһының уң ярында 13 йортта 77 кеше йәшәгән Аҡназар исемле яңы ауыл күрһәтелгән. Был ауылға Үрге Таш ауылы халҡы нигеҙ һалған, тип раҫларға мөмкин. Уның тағы бер исеме — Байегет. Сәңкем-Ҡыпсаҡ улусының абруйлы аҫабалары араһында Аҡназар Үтәғолов та була, ул 1754 йылда завод хужалары Твердышев һәм Мясниковҡа мәғдән ятҡылыҡтары булған ерҙәрҙе һатыуҙа ҡатнашыуы менән билдәле. 1859 йылда 22 йорттоң һәр береһенә 5,9 кеше, 1920 йылда 45 йорттоң һәр береһендә 6 кеше тура килгән.

1842 йылда 90 кешегә 64 бот ужым игене, 360 бот яҙғы иген сәселә. 20 йортҡа 105 йылҡы, 120 мөгөҙлө мал,15 һарыҡ, 10 баш кәзә булған[3].

Урам исемдәре[4]:

  • Аҡназар һөтсөлөк-тауар фермаһы биләмәһе (рус. территория Акназаровская молочно-товарная ферма)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Яр буйы урамы (рус. улица Набережная)
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 68. 2022 йыл 27 март архивланған.
  4. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан