Аҡсура (исем)
Аҡсура |
Аҡсура — башҡорт ир-ат исеме.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡсура — саф башҡорт исеме, аҡ + сура; бәхетле хан, батыр егет, бәхетле дуҫ тигәнде аңлата[1].
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡсурин Басир Ғәйфулла улы (10 июнь 1945, Батыр (Фёдоровка районы), БАССР) — СССР һәм Рәсәй фәлсәфәсеһе, социологы, уҡытыусы. Социология фәндәре кандидаты (1996), философия фәндәре докторы (2004)
Аҡсурина Фирүзә Исхаҡ ҡыҙы (21 ғинуар 1949 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-биологы. 1992—1995 һәм 2001—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2001), профессор (2007).
Аҡсурин Тимербулат Ҡорамша улы — йәмәғәт эшмәкәре, меценат Солтанова Мәрйәм Тимербулат ҡыҙының атаһы, Сембер губернаһы эшҡыуары, фабрикант, кенәз Аҡсуриндар нәҫеленән.
Аҡсурин Басир Ғәйфулла улы (10 июнь 1945, Батыр (Фёдоровка районы), БАССР) — СССР һәм Рәсәй фәлсәфәсеһе, социологы, уҡытыусы. Социология фәндәре кандидаты (1996), философия фәндәре докторы (2004).
Аҡсурин Мәхмүт Абдулла улы (1923—2009) — партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. (Ҡара: 20 октябрь)
Аҡсурин Рәдиф Ғәли улы — көрәш буйынса донъя чемпионы. (Ҡара: Фёдоровка районы (Башҡортостан))
Аҡсурин Йософ Хәсән улы — татар нәшерсеһе, яҙыусы, журналист, тарихсы, төрөк милләтселек идеологтарының береһе.
Аҡсурин Ренат Сөләймән улы (2 апрель 1946 йыл) — СССР һәм Рәсәй кардиохирургы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһы (1997) һәм Рәсәй Фәндәр академияһы (2011) академигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының (1998) һәм Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы.
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡсура (рус. Акчура) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡсура (йылға) (рус. рус. Аксура (река))
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |