Эстәлеккә күсергә

Бабочкин Борис Андреевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бабочкин Борис Андреевич
рус. Борис Андреевич Бабочкин
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 5 (18) ғинуар 1904
Тыуған урыны Һарытау, Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 17 июль 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d][3]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө актёр, кинорежиссёр, театр режиссёры, театральный педагог, публицист, режиссёр
Эшмәкәрлек төрө актёрлыҡ оҫталығы[d][4], кинорежиссура[d][4], directing[d][4] һәм pedagogy of acting[d][4]
Эш урыны Александра театры
С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты
Уҡыусылар Владислав Игнатьевич Стржельчик[d]
Кемдә уҡыған Илларион Николаевич Певцов[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1975
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы СССР дәүләт премияһы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы СССР-ҙың халыҡ артисы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы РСФСР-ҙың халыҡ артисы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы 1-се дәрәҗә Сталин премияһы Сталинская премия 3-й степени
 Бабочкин Борис Андреевич Викимилектә

Бабочкин Борис Андреевич (8 ғинуар 1904 йыл — 17 июль 1975 йыл) — СССР-ҙың театр һәм кино актёры, режиссёр һәм педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1963), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974). Ике Сталин (1941, 1951) һәм Дәүләт (1977 — үлгәндән һуң) премиялары лауреаты[5][6]. 1948 йылдан ВКП (б) ағзаһы.

Борис Андреевич Бабочкин Һарытауҙа тимер юлсыһы ғаиләһендә тыуған. 1912—1919 йылдарҙа 1-се Һарытау реаль училищеһында уҡый. Граждандар һуғышында ҡатнаша. Ун биш йәшендә комсомолец Бабочкин Көнсығыш фронты 4-се армия сәйәси бүлегендә хеҙмәт итә.

Тыныс тормошҡа ҡайтҡандан һуң Һарытау драма театры эргәһендәге драма студияһына уҡырға инә 1920 йылдың авгусында Мәскәүгә китә, ундабер үк ваҡытта ике театр мәктәбенә уҡырға инә — М. А. Чехов студияһына һәм "Йәш оҫталар"Дәүләт студияһына, унда ул И. Н. Певцовта уҡый һәм тиҙҙән Чехов студияһын ташлай.

1921 йылдың йәйендә И Н Певцов етәкселегендә түге профессиональ миҙгелен Иваново-Вознесенскиҙа башлай.

1921 йылда, Мәскәүгә ҡайтҡас, бер аҙ Мәскәү драма театрында эшләп ала (В. Г. Сахновский етәкселегендә). 1922 −1923 йылдарҙа — Воронеж драма театрын (хәҙерге А. В. Кольцов исемендәге Воронеж академия драма театры) актеры, 1923—1925 йылдарҙа — МГСПС исемендәге театр (хәҙер Моссовет исемендәге театр, 1925—1926 — А. Н. Островский исемендәге Кострома драма театры, 1926—1927 — Сәмәрҡәнд драма театры, 1927—1928 йылдан алып — Ленинградта сатира театры (Н. А. Акимов исемендәге Санкт-Петербург академия комедия театры), 1928—1929 йылдарҙа — Харбинда КВЖД театры, 1929—1932 йылдарҙа — Ленинградта Халыҡ йорто театры, 1932—1936 йылдарҙа — А. С. Пушкин исемендәге Ленинград драма театры (хәҙер Александрин театр) актеры. Шулай уҡ Могилев, Бердичев, Пишпек ҡалалары театрҙарында эшләй.

1936—1940 йылдарҙа М. Горький исемендәге Ҙур драма театрында — актер, 1937—1938 йылдарҙа — баш режиссер, ә 1938—1940 йылдарҙа — художество етәксеһе.

Борис Бабочкин Чапаев ролендә

1940—1945 йылда — Мәскәүҙә Е. Вахтангов исемендәге тетрҙа актер һәм режиссер, 1941—1943 йылдарҙа — Алматыла Ҡаҙаҡфильм киностудияһында актер һәм режиссер, 1949—1951 йылдарҙа —Кесе театрҙа актер, режиссер (икеһе лә Мәскәүҙә).

1951—1952 йылдарҙа — София Милли театр (Болгария) режиссеры, периферия театрҙары эшендә ҡатнаша, Театр академияһында уҡыта

СССР-ға ҡайта, 1952—1953 йылдарҙа А. С. Пушкин исемендәге Мәскәү драма театрында баш режиссер, ә 1954 йылда — Леся Украинка исемендәге Киевр урыҫ драмаһы театрында актер[7].

1955 йылда Кесе театрға ҡайта, башта актер сифатында, һуңынан ғүмеренең аҙағынаса режиссер булып шунда хеҙмәт итә[8].

Иң эре режиссерлыҡ эше — М. Горькийҙың «Дачники» пьесаһы буйынса спектаклдәр, 1939йылда Ҙур драма театрында (Влас ролен уйнай)[6], 1964 йылда Кесе театрҙа ҡуя, Бабочкин Суслов ролендә (спектакль кинопленкаға 1966 йылда төшөрөлә).

Кинематографта Бабочкин тәүге тапҡыр 1928 йылда «Фетнә» фильмында уйнай. Донъя күләмендә танылыуҙы Чапаев роле килтерә, 1934 йылда шул уҡ исемле фильмда уйнай.

Күп йылдар дауамында педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә: 1930 йылдар аҙағынан Ҙур драма театры эргәһендәге студияла уҡыта, 1944 йылдан — во ВГИК-та (Мәскәү), унда актерлыҡ оҫтаханаһы етәксеһ була. 1966 йылда профессор дәрәжәһен ала.

Күп мәҡәләләр авторы, уның фекерҙәре, яҙмалары «Совет сәнғәте», «тЭшсе һәм театр», «Театр», «Огонек», «Искусство кино», «Мәскәү», «Октябрь» журналдарында, «Ленинградская правда», «Әҙәби Ленинград», «Комсомольская правда», «Литературная газета», «Известия», «Совет мәҙәниәте» һәм башҡа гәзиттәрҙә баҫтырыла.

1975 йылдың 17 июлендә Мәскәүҙә вафат була[6]. Юлда машинала йөрәге туҡтай[9]. Новодевичье зыяратында ерләнгән (2-се участка).

Борис Бабочкиндың 100 йыллығына сығарылған конверт
  1. 1928 — Мятеж — фетнәсе Караваев[10]
  2. 1930 — Заговор мёртвых — красноармеец
  3. 1932 — Возвращение Нейтана Беккера — Микулич
  4. 1932 — Первый взвод — Макар Бобрик
  5. 1934 — Дважды рождённый — Дубовик
  6. 1934 — Чапаев — Чапаев
  7. 1935 — Подруги — Андрей
  8. 1937 — Большие крылья — конструктор Кузнецов (фильм не сохранился)
  9. 1938 — Друзья — Алексей
  10. 1941 — Чапаев с нами (короткометражный) — Чапаев
  11. 1942 — Оборона Царицына — поручик Молдавский
  12. 1942 — Непобедимые — инженер Родионов
  13. 1942 — Актриса — Марков
  14. 1943 — |Фронт — Огнев
  15. 1944 — Родные поля — Иван Владимирович Выборнов
  16. 1947 — Повесть о «Неистовом» — Никитин
  17. 1948 — Повесть о настоящем человеке — командир полка
  18. 1950 — Великая сила — Лавров
  19. 1954 — Тревожная молодость — секретарь ЦК КП(б) Украины
  20. 1959 — Аннушка — Иван Иванович
  21. 1966 — Дачники — инженер Пётр Иванович Суслов
  22. 1975 — Достигаев и другие (фильм-спектакль) — Василий Достигаев

Кинола режиссер эштәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1944 — Туған яландар (Родные поля)

1966 — Дачниктар

  • 1966 — Дачниктар
  • 1958 — Чапаев тураһында һүҙ (мультипликацион фильм) — Чапаев
  • 2006 — Борис Бабочкин (ДТВ каналындағы «Как уходили кумиры» тапшырыуҙар циклынан (документаль))

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мәскәүҙә актер йәшәгән йортта (Кутузовский проспект, 2/1 йорт), мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Сауҙа судноһына уның исеме бирелгән (1984 йылда төҙөлгән, 2010 йылда утилгә тапшырылған).
  • «Чапаев» фильмынан бер кадр 1964 йылғы СССР почта маркаһына төшөрөлгән.
  • Залесский В. Искусство актёра. — М. 1959.
  • Лазарев С. Е. «Тот, который Чапаева играл». К 115-летию со дня рождения Б. А. Бабочкина // Преподавание истории в школе. 2018. № 5. — С. 19-26.
  • Борис Бабочкин // В кн.: Фрид Г. Дорогой раненой памяти. Воспоминания. М.: Благотворительный фонд «Просвещение», 1994.

Ҡалып:Bҫкәрмәләр

Бабочкин Борис Андреевич. «Герои страны» сайты.

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #139243046 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Бабочкин Борис Андреевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Чешская национальная авторитетная база данных
  5. Русский драматический театр: Энциклопедия / Под общ. ред. М. И. Андреева, Н. Э. Звенигородской, А. В. Мартыновой и др. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2001. — 568 с.: ил. ISBN 5-85270-167-X
  6. 6,0 6,1 6,2 Большая Российская энциклопедия: В 30 т. / Председатель науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. Отв. ред С. Л. Кравец. Т. 2. Анкилоз — Банка. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2005. — 766 с.: ил.: карт.
  7. Бабочкин Борис Андреевич — Киносозвездие — авторский проект Сергея Николаева
  8. Бабочкин, Борис Андреевич // Театральная энциклопедия (под ред. С. С. Мокульского). — М.: Советская энциклопедия, 1961. — Т. 1.
  9. После смерти у звезды фильма «Большая перемена» пропали фамильные драгоценности 2017 йыл 8 ноябрь архивланған.
  10. Актёры Советского кино. М.: Искусство, 1964, 221 с.
  11. Театральная Энциклопедия. драма опера балет оперетта цирк эстрада драматург режиссёр