Баймөхәмәт (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Баймөхәмәт — башҡорт һәм башҡа төрки телдәрҙә ир балаларға ҡушылған исем.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баймөхәмәт башҡорт теленә башҡортү һәм ғәрәп телендәге һүҙҙәр ҡушылыуҙан барлыҡҡа килгән исем: бай + мөхәмәт (данлы, маҡтаулы) мәғәнәһен аңлата[1]
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туғыҙбаев Баймөхәмәт Вилдан улы (1884—1965) — башҡорт дин әһеле.
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улы (27 октябрь 1988 йыл) — матбуғат эшмәкәре, яҙыусы, журналист. 2020 йылдың 17 февраленән «Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының колегия ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар (2014) һәм Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2020), Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2015).
Баймөхәмәтов Эдуард Миржан улы. Ҡыйғы районының почетлы гражданы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған табибы, табип-юғары категориялы хирург.
Баймөхәмәтов Ринат Бикбулат улы (28 март 1953 йыл) — СССР хоккейсыһы, һөжүмсе. Ҡурған хоккейы тәрбиәләнеүсеһе.
Атаһының исемендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арыҫланов Йәрмөхәмәт Баймөхәмәт улы (1910 йыл — 1986 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы ҡыҙылармеецы (дәлилләгән мәғлүмәттәр юҡ). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
Зәбиров Хамат Баймөхәмәт улы (1917 йыл — 23 февраль 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән лейтенанты..
Шөғәйепов Хәсән Баймөхәмәт улы (рус. Шугаипов Хасан Баймухаметович) ([[1921 йыл] — 22 март 1943 йыл (башҡа сығанаҡ буйынса 24 февралдә) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, өлкән сержант. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия) дивизияһының миномет полкы яугиры. Дивизия штабы разведчигы (башҡа сығанаҡ буйынса элемтәсе).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |