Эстәлеккә күсергә

Байыҡ (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Байыҡ — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.

Байыҡ — башҡорт исеме. Тоғро, ысын, изге мәғәнәләренә эйә.[1][2]

Байыҡ Айҙар (1 декабрь 1710 йыл — 10 октябрь 1814 йыл) — сәсән, шағир-импровизатор, башҡорт халҡының азатлығы өсөн көрәшеүсе. Ул Айҙар сәсән, ысын исеме Байыҡ Аблаев, башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Баймөхәмәт Байназаров 1734 йылда, башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1710 йылда Себер даруғаһы Мырҙалар улусы Монай ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында), башҡа мәғлүмәттәр буйынса, шул уҡ улустың Мәхмүт ауылында — яҡынса 1815 йылда вафат булған, сәсән. Сәсән исеменең 2‑се өлөшө «айҙар» (хөрмәтле, ихтирамлы) халыҡ тарафынан бирелә.

Бәләкәй Байыҡ (рус. Малобаиково) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл.

Оло Байыҡ (рус. Большебаиково) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл.

Оло Байыҡ (рус. Большой Баик ) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш ҡала округындағы күл.

Кесе Байыҡ — (рус. Малый Баик) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш ҡала округындағы күл.

«Байыҡ» йыры — башҡорт халҡының ауыҙ-тел хазинаһы, был көйгә бейеү ҙә һалынған. Халыҡ йырына әйләнһә лә, уның конкрет авторы ла бар. Ул — Байыҡ Аблаев.

«Байыҡ» — башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың республика телевизион конкурсы.

  1. Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре 2021 йыл 5 октябрь архивланған.. — Өфө, 2006.
  2. Таңһылыу Күсимова. [https://www.bashklip.ru/site/kitap/isembashklip_ru.pdf 2018 йыл 16 май архивланған. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ