Эстәлеккә күсергә

Балҡан тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Балҡан тарихы
 Балҡан тарихы Викимилектә

Тарихҡаса булған дәүер

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡынса беҙҙең эраға тиклем 70-34 мең йыл элек Балҡан территорияһында неандерталецтар йәшәй. Уларҙың ҡалдыҡтары хорват Крапина, грек Пелопоннестала[1], Болгария мәмерйәһе Бачо-Кирола табылған.[2]

Яҡынса беҙҙең эраға тиклем 34 мең йыл элек неандерталецтарҙы хәҙерге замандағы кеше төрө (Homo sapiens) алмаштыра. Уларҙың боронғо Румыния территорияһында ҡалдыҡтары табылған[3].

Неолит дәүерендә Европала Балҡан мөһим мәҙәни үҙәккә әйләнә., хатта унан Һыҙат-таҫма мәҙәниәте керамикаһы технологиялары хәҙерге заман Нидерланд территорияһында ла таралған.

Яҡынса 4000 йыл элек беҙҙең эраға тиклем Балҡанға. украин далалары территорияһынан индоевропеецтарҙың Чернаводэ мәҙәниәтенең беренсе тулҡындары үтеп инә башлай.

Балҡанда бронза быуаты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бронза быуатта Балҡандың көньяҡ осонда Микән цивилизацияһы формалаша башлай, аҙағын дорийҙарҙың баҫаып алыуы тамамлай.

Балҡан антиклыҡта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

IIV быуатта беҙҙең эраға тиклем Македонский гегемонияһы ваҡыты башлана.

Һуңынан беҙҙең эра башланыуға Балҡан Рим империяһының бер өлөшө булып китә һәм уның мөһим үҙәктәре урынлаша башлай Төп үҙәктәрҙең береһе Солинда император Диоклетин һәм Икенсе Рим роленә дәүғә итеүсе Константинополь резинденцияһы урын ала.

Урта быуат Балҡаны

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рим империяһының бүлеүе буйынса, бөтә Балҡан ярымутрауы Далмациянан тыш, Византияның бер өлөшө булып китә.. Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе дәүерендә Балҡан империяһы провинцияһы остготтар ябырылыуына дусар була. 378 йылда остготтар Адрианополь янындағы алышта еңеү яулайҙар, Греция туҙҙырыла. Заманында Бөйөк Теодорих ваҡытында Далмация остготтар короллегенең бер өлөшө булып тора. 555 йылда Юстиниан I, остготтарҙы тар-мар килтереп, төньяҡ-көнбайыш Балҡанды Константинополдың хакимлығы аҫтына килтерә. 560-сы йылдарҙа Дакияла Византияға ҡурҡыныс янаусы Авар ҡағанаты барлыҡҡа килә. VI быуат башында Дунай аръяғынан Балҡанға күп һанлы славян ҡәбиләләре үтеп инә башлай. Юстиниан I идара иткән осорҙа ?527-565) йыл һайын һайын империя сиктәренә баҫып инәләр. VI быуат аҙағында улар йыш ҡына аварҙар менән бергә һөжүм итәләр, 626 йылда улар менән берлектә Константинополды ҡамайҙар..

XI—XII быуаттарҙа Балҡан Византияның сәйәси йоғонтоһонда

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
VIII быуат башында Константинополь контролдә тотҡан территориялар

VII быуатта Балҡан менән формаль идара иткән Константинополь императорҙары тора бара байтаҡ территорияларҙы контролдә тотоуҙы юғалталар..

Славяндар, ерле халыҡ менән аралашып, Балҡан ярымутрауының күп өлөшөн биләйҙәр. Император Ираклий I (610—641) Балканда славян экспансияһына ҡаршылыҡ күрһәтмәй, улай ғына ла түгел, Авар ҡағанатына ҡаршы көрәштә славяндарҙың союздаш булыуына иҫәп тота. Ул хорваттарға Паннонияла һәм Далмацияның яр буйы ерҙәрендә,ә сербтарға ярымутрауҙың эске өлкәләрендә йәшәргә рөхсәт биргән. Мезияла империяның федератив хоҡуғында славяндарҙың тағы ла бер ҡәбилә берләшмәһе төпләнә.

Беренсе Болғар батшалығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

VII быуат уртаһында Төньяҡ Ҡара диңгеҙ алдынан Добруджаға , хазарҙарҙың ҡыҫырыҡлауы арҡаһында, Аспарух — болғар (протоболгарин) ханының төрки ҡәбиләләре килә. Славян ҡәбиләләре 680 йылғы Византияға ҡаршы һуғышта уның союздаштары булып һуғышалар. Уларҙың ярҙамы Аспарухаға көнсығыштан хазарҙарға уңышлы ҡаршы торорға һәм көньяҡтан Византия менән уңышлы һуғышырға булышлыҡ итә. Византия һәм Авар ҡағанатының көсһөҙлөгө — Аспарух дәүләте үҫешенә булышлыҡ итә. Аспарух дәүләте Дунай һәм тау теҙмәһе Стара Планина арауығынан Искыр йылғаһына тиклем территорияны биләй һәм Плиске.- баш ҡаланы төҙөй.

Болғар дәүләте Пресиан ханы дәүерендә (836—852) — асыҡ-көрән, һәм Бөйөк Симеон I 927йылда — ҡуйы -көрән

VIII быуатта эске кризистар теҙеменән һуң,Болғар дәүләте Крум ханы (803—814) идаралағында үҙенең сиктәрен киңәйтә. Был ваҡытта аварҙар франк Бөйөк Карл тарафынан еңелеү артынан еңелеүгә дусар булалар. Бының менән файҙаланып,Кум үҙенең яғынан һөжүм итә. Шулай итеп, болғар һәм франктар бергәләшеп Авар ҡағанатына һөжүм итәләр һәм уны тар-мар итеүгә ирешәләр, ә уның территорияһын еңеүселәр үҙ-ара бүлешәләр. Болғарҙар һәм франктар араһындағы сик Урта Дунай буйлап үтә. Крум һуңынан Византия менән һуғыш башлай. 811 йылда император Никифор I үҙенә Болғар дәүләтен юҡ итергә маҡсат ҡуя,һәм уны тормошҡа ашыра яҙып ҡала. Уңышлы ҡамап, Болғарҙың баш ҡалаһы яулап алына, гарнизон ҡыйратыла. Крум баҫҡынсылар менән көрәшкә бөтә халыҡты күтәрә, һәм Никифор I сигенергә мәжбүр була. Сигенгәндә Византияның ғәскәре тулыһынса тиерлек һәләк була. Император үҙе лә һәләк була. 814 йылда Крум армияһы Константинополдең стенаһы янында тора. Крумдың көтөлмәгән вафаты Лев V -кә 815 йылда болғарҙарҙы утыҙ йылға тыныслыҡ килешеүен төҙөргә мәжбүр итергә ярҙам итә.

Пресиан (836—852) хан ваҡытында сираттағы болғар-византия һуғышында Болгария, Македонияны һәм Көньяҡ Албанияны баҫып алып, Эгей һәм Адриатик диңгеҙҙәргә сығыу мөмкинселеген ала. Балҡанда Византия биләмәләре өс айырым өлөшкә бүленгән : Төньяҡ Албания, Элладаға һәм Константинополь тирәһендәге территорияларға..

Көнбайыш Балҡанда территориаль-сәйәси берәмектәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

VII—IX быуаттарҙа Көнбайыш Балҡанда бер нисә Хорват һәм Сербия территориаль-сәйәси берәмектәр булған. Бөтә Сербия территориялары Византия территорияһына составына ингән һәм улар бөтәһе лә тиерлек бойондороҡһоҙ булғандар..

Хорваттарҙың бер өлөшө франктарға буйһонған, ә икенсеһе үҙе өҫтөнән Византия власын таныған. 799 йылда хорваттар франктарҙың һөжүмен кире ҡаға, әммә һуңыраҡ улар менән тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйғандар, уларҙың сюзеренитетын таныйҙар. 812 йылда Византия франктарҙың Хорваттар өҫтөнән булған сюзеренитеты менән ризалашалар. франк өҫтөндә. Кенәз Трпимир I (845—864) ваҡытында хорват ерҙәрен берҙәм дәүләткә берләштереү башлана, уның ваҡытында хорваттар әһәмиәтле сәйәси төбәк көсө булып торалар. Трпимир I Далмацияла Византияның Адриат диңгеҙ яр буйындағы ҡалаларын үҙенә буйһондорорға тырыша, ләкин был уңышһыҙ килеп сыға.. Византия болғарҙар менән менән һуғышта Хорватияны үҙенең потенциаль союздашы, тип иҫәпләй.

Ix быуаттың беренсе яртыһында көнбайышта сербия мәғариф башланғыстары Балҡан

Болгар хандарының экспансияһы Сербия хакимдарын берләшергә мәжбүр итә. Ҡәбиләләрҙе берләштереүсе үҙәк булып Рашка тора.. 839 йылда уның хакимы Властимир (825—860) болгар ханы Пресианды ҡыйрата. Һуңынан Сербияның яр буйы кенәзлектәренең бер өлөшөн үҙенә буйһондора. Ул тәүге Сербия дәүләтенә нигеҙ һалыусы булып һанала. IX быуат аҙағында Рашка үҙ-ара низағтар арҡаһында көсһөҙләнә һәм X быуатта Беренсе Болғар батшалығы хакимлығына буйһона башлай.

933 йылда болғар батшалығының көнбайышында ихтилал башлана, һөҙөмтәлә, Сербия Византия ярҙамында Болгариянан бойондороҡһоҙлоҡ ала. Властимир бүләһе Часлав (933—950) идаралығында Сербия нығына һәм территорияһын һиҙлерлек киңәйтә.Часлав үлгәндән һуң, Сербия айырым бик күп кенәзлектәргә тарҡала, шуларҙың күбеһен тиҙ генә Византия тартып ала.

Властимир династияһы вариҫтары Дукляла идаралыҡты дауам итә. Дукля сербтарҙың баш кенәзлеге булып ҡала. Император II Василий Дукля хакимы Иван Владимирға (990—1016) болғарҙарға ҡаршы альянсҡа инергә һәм Самуил Болгар батшаға һуғыш менән барырға тәҡдим итә. Быға яуап итеп 997 йылда Самуил Дукляға һөжүм итә, Иван Владимирҙы ҡыйрата һәм Босния менән Сербияны үҙ биләмәләренә ҡуша.

Көньяҡ славяндар араһында христианлыҡты таратыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

X быуатта Балҡанда Болгария гегемонияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Симеон I-дың (893—927) Византия империяһына, сербтарға, венгрҙарға ҡаршы уңышлы һуғыштары Беренсе Болгар дәүләтен бөтә Көнсығыш Европала иң көслө дәүләт яһай.. 913 йылда Симеон болғар хакимдарынан беренсе булып батша титулын ҡабул итә. Был император титулына тигеҙ (Бөйөҡ Карлдан ҡала икенсе осраҡ). Ул идара иткән ваҡытта Болгар батшалығы иң ҡеүәтле дәүләткә әйләнә. Уның Константинополь тәхетенә ултырырға ла планы була. Симеон үлгәндән һуң, Византия менән көрәште уның улы Петр I (927—969) тамамлай. 927 йылда Пётр менән «мәңгелек солох» төҙөй, Константинополь болғар хакимлығының император дәрәжәһен һәм болғар сиркәүе башлығының патриарх статусын рәсми рәүештә таный.

966 йылда император Никифор II Фока Киев кенәзе Святослав менән болгарҙарға ҡаршы союз килешә. 969 йылда Святослав Болгарияның төньяҡ-көнсығыш өлөшөн баҫып ала.. Болгарияға ҡаршы башланған һуғыш Византияға ҡаршы күсә.Святослав сираттағы бәрелештән һуң, Иоанн I Цимисхияны үҙенең шарттары менән солох килешеүе төҙөргә мәжбүр итә. Был һуғыш Болгар дәүләтен ныҡ ҡаҡшата. Петр I тәхеттән баш тарта. Болгар тәхетен уның улы Борис II ала, әммә уны ағаһы менән бергә Византия яугирҙары әсирлеккә алалар. Көнсығыш Болгария туранан-тура Византия идаралығына күсә.

Көнбайыш Болгарияла Византия тиҙ генә үҙенең идаралығын нығыта алмай. 981 йылда болгарҙар император Василий II-гә ныҡышмалы рәүештә ҡаршы торалар. 986 йылда улар Самуил батша етәкселегендә Траянов ҡапҡаһы янындағы алышта император Василий II бөтә армияһы юҡ ителә тиерлек, ә ул үҙе мөғжизә менән әсирлектән ҡотола.

Самуил батша был алышта еңеп, Болгарияның территорияһының күп өлөшөн кире ҡайтара ала. Ул хатта батша титулын ҡабул итә. Ләкин һуғыш дауам итә, һәм 1014 йылда Василий II болғарҙарҙы тар-мар итә. Самуил вафат була, ә уның вариҫтары ҡаршылыҡты дауам итә алмайҙар, 1018 йылда Болгарияны Византия тулыһынса баҫып ала. Император Василий II был һуғыштан һуң «Болгаробоец» ҡушаматы ала.

X—XI быуаттарҙа Хорватия

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Томислав I (910—928) хәҙерге Хорватия территорияһының ҙур өлөшөн үҙ эсенә алған ҡеүәтле держава төҙөй (Дубровник, Босния,Герцеговинанан башҡа). Хорватия сауҙа флотына эйә була, был уға бөтә Адриатика буйынса сауҙа алып барырға мөмкинлектәр тыуҙыра.. Венгрҙарҙы бер нисә тапҡыр еңеп, хорваттар уларҙың көнбайыш Европаға экспансияһын туҡтаталар. 925 йылда Томислав I беренсе Хорват короле була. 927 йылдағы Босния ҡалҡыулығындағы һуғышта Симеон ғәскәрҙәрен еңеү йәш дәүләттең һәм уның короле Томиславаның абруйын күтәрә.

Урта быуаттарҙағы Хорватияның ҡеүәтле заманы король Петар IV Крешимир (1058—1074) хакимлығы осорона тура килә. Башҡа хакимдар идаралығында Хорватия дәүләте көсһөҙләнә төшә. 1080 йылдарҙың беренсе яртыһында Хорват ерҙәре норман баҫҡынсыларының һөжүмен кисерә. 1091 йылда Степан II-гә Трпимировичтар династияһы үтеп инә.

1097 йылда Венгрия короллеге Кальман Книжников хорваттарҙы еңә һәм Хорватияның бойондороҡһоҙлоғон юҡҡа сығара.. 1102 йылда хорват дворянлығы Венгрия менән унияны (берләшмәне таный..

XI—XI быуаттарҙа Балкан Византия власы аҫтында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Болгар дәүләтен тергеҙеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1185 йылда ихтилал болгар бойондороҡһоҙлоғон тергеҙә. Уның етәкселәре булып ағалы-ҡустылы Петр IV һәм Асень Иван I — Икенсе Болгар батшалығының . ярҙамсылары була. 1197 йылдан алып 1207 йылға тиклем Болгария менән идара итеүсе Калоян — алда тәхеттә идара итеүселәрҙең ҡустыһы — 1199 йылда император власының көсһөҙләнеүен һәм күп фетнәләрҙән файҙаланып, Византия менән һуғыш башлай.. Ғәмәлдә болгарҙар яғында ҡыпсаҡтар. һуғыш алып бара. Византия Болгарияның ҡолауы менән килешә, һәм 1202 йылда Алексей III Болгария бойондороҡһоҙлоғон танырға мәжбүр була.. Болгария Балҡан ярымутрауында йәнә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә көслө дәүләткә әйләнә. 1204 йылдың ноябрендә папа Иннокентий III Калоянды батша итеп таный, болгар патриархияһы яңынан Константинополдән бойондороҡһоҙ булып ҡала..

Дүртенсе Тәре походы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Латин империяһы биләмәләренә һәм тирә-яҡ.

1204 йылда тәре йөрөтөүселәр Византияны баҫып ала һәм уның бүлгеләнгән ерҙәрендә Латин империяһын ойоштора. Улар үҙҙәрен Византияның вариҫтары тип һанай, шулай уҡ уларға буйһонған бөтә территорияларҙы ла. Шуға күрә улар Калояндың беренсе латин императоры Балдуинға тәҡдим иткән союзын кире ҡаға. Калоян ул ваҡытта гректарҙың латиняниндарға ҡаршы ихтилал ойоштороусы ролендә сығыш яһай. 1205 йылда гректар ихтилалы бөтә Фракияцияны яулай. Латиняниндар еңеләләр, император үҙе әсир төшә, һәм Калонян тарафынан язалап үлтерелә. Тере ҡалған тәре йөрөтөүселәр Европаға ҡасалар. Улар папаның Калоянды христиан диненең дошманы тип иғлан итеренә ышаналар. Хатта уға ҡаршы тәре походын иғлан итеүенә өмөтләнәләр. Калояндың ҡеүәте шул тиклем ҙур була, папа уға тәре йөрөтөүселәрҙең Көнбайыштан яңы һөжүмгә әҙерләнеүе тураһында иҫкәртеп, солох төҙөргә кәңәш итеп хат яҙа.

1206 йылда рыцарҙар тағы ла еңелеүгә дусар була. Калоян Фракцияны гректарҙан бушата һәм уларҙы Дунайға күсерә, болғарҙар өсөн император Василий II- нән үс аласағын әйтә.

Икенсе Болгар батшалығының апогейы һәм тарҡалыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Асень Иван II 1218—1241 йылдар идаралығында Икенсе Болгар батшалығы иң ҡеүәтеле осор кисерә. Никах бәйләнештәре ҡороп, тәре йөрөтөүселәр, венгрҙар һәм гректар менән даими һуғыштар алып барып, ул үҙ дәүләтен ҙурайта, үҙенең идара итеү аҙағында бөтә Балҡан ярымутрауын контролдә тота.

Иван Асень II үлгәндән һуң, Болгария көсһҙләнә, унан Видин батшалығы 1280 йылда, Добруджанский кенәзлеге 1322 йылда айырыла . Византия Македонияны һәм Төньяҡ Фракияны, венгрҙар Белградты һуғышып алалар, яйлап Валахия төшөп ҡала. 1242 йылда Болгария монгол ябырылыуына дусар ителә һәм Алтын Урҙаға яһаҡ түләргә мәжбүр була. XIII быуат аҙағында Болгария шул тиклем ҡаҡшай, хатта монгол ханының улдарының береһе 1299 йылда ҡыҫҡа ваҡыт Болгарияның батшаһы булып тора.

1396 йылда Болгарияны ғосмандар яулап ала, һәм ул үҙ аллы дәүләт булыуҙан туҡтай..

Кенәз Дукля Воислав Стефан (1040—1052) Византияға ҡаршы ихтилал менән етәкселек итә, һәм ул Сербияның ҡайһы бер ерҙәренә бойондороҡһоҙлоҡ ҡайтара ала. Һуңынан ул үҙ власын Герцеговина һәм Көньяҡ Далмацияла киңәйтә. Рашка шулай уҡ уның власын таный. Кенәз Михайло Воиславлевич 1077 йылда сербтарҙың король тәхетенә ултыра. IX быуаттың аҙағында Дукля серб өлкәләренән эске контроль урынлаштыра, ләкин XII башында Дукля короллеге тарҡала.

1166 йылда Рашка кенәзе Стефан Неманя (1170—1196) була, һәм ул яңынан көсәйә башлаған. Башта ул Византияның тоғро вассалы булып ҡала, әммә 1180 йылда император Маниул I үлгәндән һуң, сербтарҙың бойондороҡһоҙлоғо һәм берләшеүе өсөн көрәш йәйелдерелгән. XII быуат аҙағында хәрби походтар һөҙөмтәһендә сербтар йәшәгән ерҙең күп өлөшө хәрби берҙәм дәүләт составына инә. Дубровник сауҙагәрҙәре Стефан Неманиҙан Сербия территорияһында ирекле сауҙа алыу хоҡуғына ирешәләр, һәм был Сербияның иҡтисадын күтәреүгә булышлыҡ итә.

1190 йылда был Византия империяһы Сербия бойондороҡһоҙлоғон таный. 1217 йылда Неманиҙың улы Стефан Первовенчанный папа Гонорий III сербтарҙың короле итеп тәхеткә ултырта, ә 1219 йылдыа архиепископ Савва I Серб Стефанды сербтарҙың православие батшаһы тәхетенә ултырта.

XIV быуат уртаһында Сербия

1267 йылда сәйәси сәхнәгә Сефан Милутин килә. Уның ваҡытында тулыһынса Сербия православиеға нығына, католик йоғонтоһо бөтөрөлә тиерлек, дин әһелдәрен илдән ҡыуып сығаралар, дәүләт менән идара итеү ойошмаһы һәм византия өлгөһөндә батша һарайы өлгөһө буйынса төҙөү процесы башлана. Милутин дәүләте территорияһын һиҙелерлек киңәйтергә өлгәшә.. Уның улы Стефан Дечанскийҙың 1330 йылдағы Вельбужда янындағы һуғышта болгарҙарҙан еңеү яулауы, болғар гегемонияһын юҡ итеүгә килтерә.

Стефан Душандың (1331—1355) идара итеү ваҡытында урта быуат Сербия дәүләте үҫешә. Сербия бер нисә хәрби кампания һөҙөмтәһендә, Көньяҡ-Көнсығыш Европала иң эре дәүләткә әүерелә. 1346 йылда Стефан Душан гректарҙың һәм сербтарҙың батша тәхетенә ултыра. Уның вафатынан һуң сираттағы тапҡыр Сербия дәүләте тарҡала. Грек ерҙәренең бер өлөшө яңынан Византия хакимлығы аҫтына күсә, ә башҡа ерҙәрендә яртылаш бойондороҡһоҙ кенәзлектәр барлыҡҡа килә.

XIV быуатта ярымутрау төрөктәр йоғонтоһо аҫтында ҡала.. 1356 улар үҙҙәренең баш ҡаланын Әдирнәгә . күсерәләр. 1389 йыл Косово яланындағы һуғышта төрөктәр серб ғәскәрҙәрен ҡыйраталар. Аҙаҡ Балҡанда үҙҙәренең баш ҡалаһын Истанбулды (1453) төҙөйҙәр. бында XX быуат башына тиклем хакимлыҡ итәләр. Төрөктәр менән бергә Балҡан ярымутрауында ислам дине барлыҡҡа килә, уны албандар һәм бәшнәктәр. ҡабул итәләр. Өҫтөнлөклө маҡсатына өлгәшкән хәлдә, Урындағы халыҡ исламды өҫтөнлөк маҡсатына ҡабул итә, сөнки мосолмандарға һалымды кәметкәндәр. Урындағы христиандар менән төрөк солтаны элиталы ғәскәрҙәрен, яңысарҙарҙы.тулыландыра.

XIX быуатта Балҡан рус-төрөк һуғышы аренаһы булып китә,һөҙөмтәлә Греция (1821), Румыния (1877), Сербия (1878) бойондороҡһоҙ дәүләттәр барлыҡҡа килә. XIX быуат башында күпселек балҡан халҡы Ғосман империяһы вассалына буйһонған була, һәм был уларҙың иҡтисади үҫешен тотҡарлай.

Балҡан һуғышы 1912—1913 йй.

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1908 йылда Австро-Венгрия Босния һәм Герцеговины аннексиялай (тартып ала). Был босния кризисын тыуҙыра, ҙур Европа һуғышына әйләнеп китеү ҡурҡынысы янай.

1912 йылдың яҙында Рәсәйҙең әүҙем дипломаик ҡатнашлығында ике яҡлы хәрби-сәйәси килешеүҙәр Болгария менән Сербия, Черногория һәм Греция араларында төҙөлә. Балҡан союзы барлыҡҡа килә, унда Болгария һәм Сербия төп ролде уйнай. Рәсәй был союзды үҙенең Австро-Венгрия ҡаршылығына ҡулланыуҙы күҙ уңында тотоп, унда ул арбитр ролен үҙ өҫтөнә ала. Был союз ил-ҡатнашыусыларының маҡсаттары Балҡанды Ғосман хакимлығынан тулыһынса азат итеү һәм шулай уҡ үҙенең сиктәрен киңәйтергә ынтылыуҙан тора.. Шул ваҡытта, союз ил-ҡатнашыусылар Ғосман империяһының балҡан дәүләттәре иҫәбенә киңәйтелгән ерҙәре өсөн ынтылалар. Греция һәм Болгария — Фракияға; Греция, Сербия һәм Болгария — Македонияға; Сербия һәм Черногория — Адриатик диңгеҙ портына дәүғә итәләр.. Болғарҙар, Көнбайыш Фракия һәм Салоникиҙы ҡушылып, Эгей диңгеҙенә сығыуҙы яуларға ынтылалар, сербтар — Албания иҫәбенә Адриатик диңгеҙ һыу юлына инеү мөмкинселеге өсөн тырышалар.

1912 йылдың октябрендә Балҡан союзы илдәре, Рәсәйҙең ҡаршылығына ҡарамаҫтан, Төркиәгә ҡаршы һуғыш башлайҙар. Төрөктәргә ҡаршы албандарҙың ихтилал эпизоды һөҙөмтәһе булып, Албанияның бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеү тора.. 1913 йылдың 30 майында һуғыш тамамлана, Лондонда тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыла. Ғосман ҡатнашлығы Европала юҡ ителә тиерлек, тик Төркиәнән тартып алған биләмәләрҙе, сит ил ҡатнашлығынан тыш союз ил-ҡатнашыусылары үҙҙәре хәл итергә тейештәр. Бөйөк державалар ярҙамында тик Албания дәүләте улар билдәләгән сиктәрҙә, төҙөлә.

Македония Греция, Сербия һәм Болгария араларында бүлгеләнә. Болгария Эгей диңгеҙенә сығыу юлын ала, ә Сербия Адриатикка сыға алмай. Македония сиген бүлеү бәхәсле булып ҡала. Балҡан союзы ҡатнашыусыларын был бүленеш тулыһынса береһен дә ҡәнәғәтләндермәй. Балҡанда тағы бер дәүләт- Албанияның — барлыҡҡа килеүе — Болгарияны ла, Сербияны ла, Грецияны ла, Черногорияны ла ҡәнәғәтләндермәй..

Германия һәм Австро-Венгрия дипломаттары Сербия королен Греция һәм Болгария менән диңгеҙгә сығыу юлы алыу өсөн һуғыш асырға өндәйҙәр, ә болгар батшаһын Македонияны аннексиялауға этәрәләр. Шул уҡ ваҡытта Болгар дәүләте 1912 йылдағы серб- болгар килешеүенең бөтә пункттарын ҡәтғи рәүештә үтәүҙәрен талап итә. Сербия Германия һәм Австрия дипломаттары менән ризалаша һәм яңы һуғышҡа әҙерләнә . Греция, Болгарияның көсәйтеүе менән ҡәнәғәтһеҙләнеп , Лондон килешеүенә ҡул ҡуйғандың икенсе көнөндә үк,Сербия менән Болгарияға ҡаршы килешеү төҙөй. Хәлде йәш төрөктәр реваншизмы ҡатмарлаштыра, улар юғалған биләмәләрен ҡайтарырға теләйҙәр. Рәсәй һорауҙы тыныс юл менән көйләргә саҡыра, конференция йыйып, сиктәрҙе билдәләргә тәҡдим итә.

1913 йылдың 29 июнендә болгар ғәскәре иғланһыҙ һуғыш асып,үҙенең участкаһында Македония сиктәренә һөжүмгә күскәндән һуң,Балҡан союзы тарҡала. Һуғыш башланған мәлдә Сербияның бер ниндәй ҙә махсус һуғыш планы булмай. Болгарияның ундай планы була.Һуғыш башланғандан һуң, Сербия һәм Греция хөкүмәте, болгар ғәскәрҙәрен тотҡарлайҙар, дипломатия шартын ҡуйып, Болгарияны союз килешеүҙәрен боҙоуҙа ғәйепләйҙәр һәм уны изоляцияға ҡуйырға хәл итәләр.

2-се Балҡан һуғышынан һуң

Джордж Бьюкенный был һуғыш башлауы хаҡында белдерә: " Болгария дошманлыҡ эш-хәрәкәте асыуға яуаплы була , Сербия һәм Греция алдан күҙалланған провокацияла хаҡлы ғәйепләнәләр ".14 июлдә Болгарияға ҡаршы Көньяҡ Добруджа сик һыҙыҡтарын үҙгәртергә теләп, Румыния ла ҡушыла. Солтан бер ниндәй ҙә хәрби хәрәкәттәр башларға бойороҡ бирмәй, әммә төрөк фронты йәш төрөктәр лидеры Әнүәр паша тарафынан асыла.

29 июль болгар хөкүмәте, хәлдең мөшкөллөгөн аңлап, 10 августа солох килешеүе төҙөй. Һуғышта еңелеп, Болгария Беренсе Балҡан һуғышы барышында баҫып алған ерҙәрен юғалта тиерлек (тағы Көньяҡ Добруджаны), Эгей диңгеҙенә сығыу юлы һаҡлана. Сербия һәм Греция үҙ биләмәләрен киңәйтә, ләкин Сербия диңгеҙгә сығыу юлһыҙ ҡала..

Төркиә Бухарест тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнашмай. 29 сентябрҙә шәхси тәртиптә Истанбулда Ғосман империяһы һәм Болгария араһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Килешеү һөҙөмтәһендә болгар-төрөк сиктәре билдәләнә һәм улар араһында тыныслыҡ урынлаша.

1914—1918 йылдарҙағы беренсе донъя һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1914 йылда Сараевола эрцгерцог Фердинандты үлтергәндән һуң, Беренсе донъя һуғышы башлана, ул Балҡан өсөн Австро-Венгрияның емерелеүе һәм Югославияның. килеп сығышы менән тамамлана.

1918—1940 йылдарҙағы һуғыш осоро

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шул уҡ ваҡытта милли-азатлыҡ көрәше шовинистик милләтселеккә әйләнә, фашистик көстәр уяна: хорват усташтары Павелич, румын Тимер Гвардияһы барлыҡҡа килә. Болгарияла булған 1935 йылда Болгарияла батша Бористың «монархофашистский диктатураһы» урынлаша[4] . Былар барыһы ла бер нисә балҡан илдәрен Өсөнсө рейхтың союздаштарын яһанылар.икенсе бөтә донъя һуғышы. Германияның Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте барлыҡҡа килә, Албания, Италия фашист протекторатына әүерелә.

1940—1945 йылдарҙағы Икенсе донъя һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәм шул уҡ ваҡытта 1940-19441 йылдарҙа Греция антифашистик коалиция илдәренән беренсе еңеү яулаусы.. Югославиялағы,Грециялағы Ҡаршылыҡ хәрәкәте — Европалағы иң көслө ҡаршылыҡ хәрәкәте..

1945—1991 йылдар — һуғыштан һуңғы осор.

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғышынан һуң Балҡандың күп өлөшө, Грециянан тыш, совет йоғонтоһо зонаһына эләгә. Авторитар коммунистик режимдар барлыҡҡа килә. Чаушеску Румынияла, Тито Югославияла һәм Энвер Ходжа Албанияла.. Грецияны 1946—1949 йылдарҙағы Граждандар һуғышы һәм 1967—1974 йылдарҙағы Ҡара полковниктар хәрби диктатураһы өҙгөләй.

Әммә бер нисә йылдан Югославия лидеры Тито И.Сталин менән конфликтҡа инә, унан һуң Албания Ҡытай яғына борола.

XXI быуат — 1991 йыл осоронда

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Совет осоронда милләт-ара көсөргәнеш көсәйә иҫәпләнгән ҡайһы бер һуғышы Хорватия, Босния һәм Косово һуғышы, Македония крнфликты (2001) һәм суверенитет парады дауам итә: яңы берәмектәр Македония Республикаһы (1991), Черногория (2006), Косово (2008) барлыҡҡа килә.

1999 йылдың 24 мартында НАТО Югославия Союздаш Республикаһы территорияһында хәрби операция башлай. Беренсе тапҡыр альянс 50 йыллыҡ дәүерендә ООН мандатынан башҡа үҙенең территориаль яуаплылыҡ сиктәренән тыш хәрби көстәр ҡуллана.

НАТО һәм АҠШ, Югославияның бойондороҡһоҙ суверенитетын боҙоп, халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларын төҙәтеп, илгә бомба һөжүме яуҙыра Төньяҡ Атлантика альянс агрессияһы 78 көн дауам итә, Самолеттар, ҡанатлы ракеталар менән Югославияның хәрби объекттарын һәм армияһын сафтан сығарырға тырыштылар. Югославияның барлыҡ территорияларына һөжүм итәләр. 995 объект НАТО һауа авиацияһының һөжүмә дусар ителә. 1200 самолет һөжүм итеүҙә ҡатнашҡан, шул иҫәптән 850 хәрби, дөйөм алғанда 25 меңдән ашыу авиа осош башҡарыла . Югославия территорияһы буйынса 1 меңдән ашыу ҡанатлы ракета ебәрелә, 3 мең тирәһе бомба төшә. Милли парктарҙы, ҡурсаулыҡтарҙы, урта быуаттарҙағы монастырҙарҙы, сиркәүҙәрҙе һәм башҡа бик күп объекттарҙы бомбаға тоталар. Унлаған католик һәм православие монастыры өлөшләтә емерелгән йәки юҡ ителгән. Ҡалаларҙа ҡала үҙәктәре, дауаханалар, һыу үткәргестәр, күперҙәр, мәктәптәр, шәхси йорттар, телефон һәм башҡа коммуникациялар зыян күрә йәки бөтөнләй сафтан сыға. Акция башланғандан һуң, бер нисә көн эсендә бомба һөжүмөнә тотолған майҙан Югославияның бөтә территорияһы буйлап киңәйә. 150-нән ашыу мәктәп бинаһы, ТЭЦ, дауахана, телевизион ретрансляторы, тәмәке фабрикаһы, эре автомобиль заводы «Застава» зыян күрә, 30-ҙан ашыу күперҙәр емерелгән, тимер юлына 10 тапҡыр ракета эләгә. Тәүге ике ай эсендә агрессия һөҙөмтәһендә 2 мең ябай халыҡ һәләк була, 7 мең тирәһе яралана, шуларҙың 30 процены — балалар. Югославияға матди зыян 100 млрд доллар тәшкил итә. Косованан бомба һөжүме арҡаһында ҡасаҡтар ағымы һуҙыла. НАТО агрессияһы башынан алып , БМО-ның ҡасаҡтар эштәре буйынса юғарғы комиссары идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, илде 790 этник албандар ташлап китә. 100 меңләп серб, шулай уҡ сиғандар, адыгеецтар, мосолмандар ҡасаҡ булырға мәжбүр булдылар. 1999 йылдың 20 июнендә Югославия армияһының һуңғы өлөшө Косованан сығарылған.