Башҡорт ғәскәре (1917—1919)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Башҡорт ғәскәре, Башҡорт армияһы
Ғәмәлдә булыу йылдары

декабрь, 1917 — 28 май, 1920

Ил

Флаг башкир.png19171919
Флаг РСФСР 19191920

Буйһоноу

Башҡорт Хөкүмәте, Башҡортостандың Хәрби - революцион комитеты

Тибы

ҡоро ер ғәскәрҙәре

Функция

автономия мәнфәғәттәрен яҡлау

Иҫәбе

10 000 чел. (октябрь 1918 года)[1],
6 556 чел. (февраль 1919 года)[2]

Ҡатнашҡан

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Советтар-Польша һуғышы

Командиры
Билдәле командирҙары

М. Л. Мортазин, Ә. Б. Ҡарамышев һ.б.

Башҡорт ғәскәре — III Бөтә Башҡорт съезында ойошторолған һәм Башҡорт Хөкүмәтенә буйһонған хәрби формированиеһы.

Ғәскәрҙе ойоштороу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт ғәскәренең ойошторолоуы 1917-1921-се йылдарҙағы башҡорт милли хәрәкәтенең ҡушма өлөшө булып тора.

1917 йылдың 8-20 декабрендә Ырымбур ҡалаһындағы Каруанһарайҙа үткән III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы (съезы) автономия мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн булдырылған милли ҡораллы формированиеларҙы законлаштырҙы. Башҡорт ғәскәрен Башҡортостандың эске улустарында булдырырға ҡарар ителә, сөнки Ырымбурға Ҡыҙыл армияһы отрядтары яҡынлашҡан була. Ошо ҡарарға ярашлы, 1918 йылдың 5 ғинуарында, ҙур булмаған башҡорт отряды (командующийы Ғ.С. Мағазов), шулай уҡ Ә. Б.Ҡарамышев менән Ғ.С. Иҙелбаев етәкселегендәге кавалерия һәм пехота отрядтары республиканың үҙәк улустарына табан йүнәлештә юлға сығалар [3].

Башҡорт Үҙәк Шураһы [[Рәсәйҙәге Граждандар һуғыш\\ы башынан алып үҙенең нейтралитеты тураһында бер нисә мәртәбә хәбәр итә:

«Беҙ большевиктар ҙа, меньшевиктар ҙа түгел, беҙ тик башҡорттар ғына. Ҡайһы яҡта беҙ булырға тейеш? Бер яҡта ла түгел. Беҙ үҙ яғыбыҙҙа… Ике миллионлы башҡорт халҡы ошондай әһәмиәтһеҙ сәйәси мәрәкәлә уйынсыҡ була алмай..»

Әммә 1918 йылдың 16- сы февраленән 17 — се февралгә ҡараған төндә Ырымбур Мосолман Хәрби — Революцион комитеты частары (МВРК) Башҡорт Хөкүмәтенең 7 ағзаһы (И. М. Мутин, А. Н. Йәғәфәров, С.Ғ. Мирасов, Ә.- З. Вәлидов, Ғ. Я. Айытбаев, А. К. Әҙеһәмов, И. Сәлихов) ҡулға алынғандан һуң нейтралитет тураһындағы ҡарар үҙгәрә. 1918 йылдың 2 мартында Баймаҡта С. М. Цвиллинг фарманына ярашлы Баймаҡ эшсе — депутаттар советы вәкилдәре иректә ҡалған Башҡорт хөкүмәтәнең башҡа ағзаларын да ҡулға алалар. 1918 йылдың 4 мартында Ә. Б. Ҡарамышев етәкселендәге башҡорт отрядтары Баймаҡты ҡамауға алалар. Улар Башҡорт хөкүмәте ағзаларын азат итеүҙе талап итә, әммә 6 мартта Ырымбурҙан килгән ҡыҙылармеецтар отряды ҡамауҙы кире ҡаға. 7 мартта эшселәр һәм ҡыҙылармеецтар хөкөмө буйынса Башҡорт хөкүмәтенең ике ағзаһы һәм автономияның хакимиәт органдарының башҡа вәкилдәре атып үлтерелә. 1918 йылдың 5 мартында Ырымбур губерна революцион комитеты бөтә башҡорт улустарына ҡәтғи характерҙағы телеграмма ебәрә:

«Башҡорттар … үҙ отрядтарын офицерҙар, юнкерҙар һәм төрлө ҡәбәхәттәр менән Совет халыҡ власына ҡаршы ойошторалар. Атаман Дутовҡа революцияға ҡаршы көрәш алып барырға ярҙам иткән элекке Башҡорт өлкә советы ревкомы ҡарарына ярашлы ҡулға алынды. Ревком бөтә башҡорттарға һәм уларҙың ойошмаларына кисектермәҫтән ҡоралһыҙланырға, барлыҡ ҡоралдарын урындағы советтарға һәм ҡыҙылгвардиясыларға тапшырырға; бөтә йәшенеп йөрөгән…офицерҙарҙы һәм юнкерҙарҙы тотоп бирергә, юлбаҫарса һөжүмдәрҙе туҡтатырға бойора. Әгәр өс көн эсендә был талап үтәлмәһә, Ревком ҡулға алынған Өлкә советын атып үлтерәсәк, һәм Совет власына ҡаршылыҡта шик уятҡан бөтә башҡорт ауылдары ер йөҙөнән артиллерия һәм пулеметтар менән юҡ ителәсәк».

1918 йылдың 3 апрелендә Ә. Б. Ҡарамышев етәкселендәге берләшкән башҡорт отрядтары һәм казактар Ырымбур төрмәһенән Башҡорт Хөкүмәте ағзаларын азат итәләр.

Контрреволюция лагерендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1918 йылдың май аҙағынан автономия хакимиәте органдарының эше тулыһынса тергеҙелә. Уларҙың яңы урынлашҡан ере Силәбе ҡалаһы була.

Башҡорт Хөкүмәте илдең көнсығышында большевиктарға ҡаршы үҙәктәр — Ваҡытлыса Себер хөкүмәте, Учредителдәр йыйылышы ағзалары комитеты (Комуч), Ырымбур казактар ғәскәре һәм башҡалар менән бәйләнештәр булдыра. 1918 йылдың 15—17 майында Ҡустанайҙа башҡорт һәм ҡаҙаҡ милли хәрәкәттәре вәкилдәренең кәңәшмәһе булып үтә. Кәңәшмәлә контрреволюцион көрәште берҙәмлектә ойоштороу тураһында фекер алышыу була.

1918 йылдың йәйендә Башҡортостан Хөкүмәте ашығыс рәүештә башҡорт армияһына дөйөм мобилизация иғлан итә. Мобилизацияның һәм уның структураһының формалаштырыуын тиҙләтеү маҡсатында Башҡорт Үҙәк Шуроһы янында 1918 йылдың 8 июнендә ғәскәрҙең штабы — Башҡорт хәрби советы, шулай уҡ кантон хәрби начальниктарының идаралығы булдырыла.

1918 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан Хөкүмәте Башҡорт ғәскәри идаралығы тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуя. Идаралыҡ Башҡорт ғәскәренең ойоштороуы һәм ҡоролошо менән шөғөлләнә. Шулай уҡ уның ҡарамағына офицер составы һәм финанс ресурстары бирелә. Идаралыҡ административ хөкөм, мобилизация һәм хужалыҡ бүлектәренән тора. Башҡорт айырым корпусының штабы иғлан ителә, ә Башҡорт хәрби советы кәңәшмә органы булараҡ республика хөкүмәте янында ҡалдырыла[4].

Башҡорт хәрби советының рәйесе һәм Ғәскәри идаралыҡтың начальнигы, Башҡортостан Хөкүмәтенең ағзаһы, хәрби бүлектең мөдире була.

Ғәскәр регуляр булмаған отрядтарҙан һәм регуляр пехота һәм кавалерия полктарынан тора. 1918 йылдың июленән Башҡорт ғәскәре составына 4 Башҡорт пехота полкы һәм Башҡорт кавалерия полкы инә, артабан улар, 1918 йылдың сентябрендә, биш полктан торған Башҡорт айырым корпусҡа инәләр. Уның беренсе командующийы булып генерал-майор Ишбулатов Хәжиәхмәт Исхаҡ улы тәғәйенләнә.

Ю. Ю. Бикбов рәйеслеге аҫтындағы Кесе Ҡоролтай Себер хөкүмәте менән килешеү төҙөй. Башҡорт Корпусы хәрби — оператив яҡтан Аҡ армияның берҙәм командованиеһына буйһонған хәлдә була. Башҡорт ғәскәренең иҫәбе аҙаҡҡы 5 ай эсендә 10 меңгә барып етә һәм артабан, алыштарҙағы юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, һаман арта бара.

2-се башҡорт полкы Екатеринбург ҡалаһында йәшәүселәрҙән почетлы бүләк байрағын һәм полк байрағын ҡабул итә.

Бик күп мөһим саралар менән бер рәттән, хәрби символиканың булдырыуына айырым иғтибар бүленә. 1918 йылдың 13 июлендә Башҡорт хәрби советы башҡорт частары өсөн берҙәм форма кейеме эшләп сығарыу буйынса Комиссия тәғәйенләнеүе тураһында фарман сығара:

«Башҡорт ғәскәре частарының формаһын уйлап сығарыу өсөн 2-се Башҡорт дивизияһының Штаб начальнигы подполковник Емельянов рәйеслеге аҫтында, ағзалары Башҡорт Хәрби советы өлкән адъютанты поручик Мухлио, мобилизация бүлеге мөдире, прапорщик Тереғолов һәм Хәрби Советы ағзаһы Мағазов составында комиссия ағымдағы йылдың 13 июль көнөнә билдәләнә».

1918 йылдың октябрендә Башҡорт айырым корпус Башҡорт айырым уҡсылар дивизияһына үҙгәртеп ҡорола, ә 1919 йылдың ғинуарында — Башҡорт корпусына.

А. В. Колчак Рәсәйҙең Юғары Хакимы булып алғас, милли автономияларҙың ниндәй булһа ла сағылыштарына тиклем таныуҙан баш тарта. Был шарттарҙа Башҡорт Хөкүмәте Совет власы вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр башлай һәм 1919 йылдың февраль айында Башҡорт Ғәскәренең һәм Башҡортостандың Совет власы яғына күсеүе хаҡында уның ҡарары сыға. Бынан һуң башҡорт частарының һәм Ҡыҙыл Армияның аҡтарға ҡаршы берҙәмлектәге хәрби ғәмәлдәре башлана.

1919 йылдың 21 февралендә Темәс ауылында I Бөтә Башҡорт хәрби съезы уҙа. Унда ҡатнашҡан Башҡорт Хөкүмәте ағзалары һәм башҡорт полктарынан эскадрон һәм роталарҙың дөйөм йыйылыштарында һайланған 92 делегат ҡатнаша. Үҙенең сығышында Гәрәй Ҡарамышев түбәндәгеләрҙе әйтә[5]:

«Башҡорттар күп мәртәбә ҡулдарына ҡорал тотоп үҙ азатлығы өсөн көрәштеләр, һәм урыҫ тарихсылары башҡорттарҙың һәр ошондай сығышын „бола“ („бунт“) тип исемләүендә уларҙың ғәйебе юҡ. Үҙбилдәләнеше өсөн ошо аҙаҡҡы ынтылыштары иҫәп буйынса 88-се „бола“ булып тора».

I Бөтә Башҡорт хәрби съезы Башҡорт ғәскәренең һәм бөтә Башҡортостандың Совет власы яғына күсеүен рәсми рәүештә нығыта. Уның һөҙөмтәләре буйынса республиканың беренсе совет хөкүмәте — Башҡорт революцион Комитеты — булдырыла.

РККА-ның 1-се армия командованиеһының күсеү шарттарын боҙоуы һәм репрессияларҙың күбәйеүе, башҡорттарҙы Колчактың Урыҫ армияһы составына (1-се Башҡорт уҡсылар полкының 2-се батальоны, һәм 2-се Башҡорт кавалерия полкының 3-сө эскадроны) алып килә. Совет командованиеһының шәхси хәүефһеҙлек вәғәҙә итеүенән һуң уларҙың бер өлөшө кире ҡайта һәм Башҡорт айырым кавалерия бригадаһынының (М. Л. Мортазин һәм башҡаларҙың отрядтары) төп рәттәренә инә. Башҡорт ғәскәренең ике мең элекке хәрбиҙәре (лидерҙары — Мөхәммәт-Ғәбделхәй Ҡорбанғәлиев һәм Галимйән Таған) 19201922 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта аҡ эмиграцияға ҡушылалар.

Совет Рәсәйе яғында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт ғәскәренең РККА яғына күсеүе тураһында 70-се һанлы фарманы (16.02.1919й.)

Башҡорт хөкүмәте һәм Совет командованиеһы вәкилдәре араһындағы һөйләшеүҙәрҙең ҡайһы бер пункттары:

3) Башҡорт ғәскәрҙәре Совет ғәскәрҙәренә ҡаршы хәрби ғәмәлдәрҙе кисекмәҫтән туҡтаталар һәм үҙ ҡоралын Колчак — Дутовҡа һәм Совет Рәсәйенең башҡа дошмандарына ҡаршы боралар, Совет командованиеһының күрһәтмәләренә буйһоналар йәки Совет Рәсәй ғәскәрҙәре биләгән территорияһына күсәләр; шул уҡ ваҡытта бындай осраҡтарҙа Совет армияһы командованиеһы күрһәткән районға күсеү тураһында артабан тулыһынса уртаҡ фекергә килешкәнгә тиклем, башҡорт хөкүмәте армия буйынса тейешле фарман сығара.

4) Башҡорт хөкүмәте кисекмәҫтән башҡорт халҡына һәм ғәскәрҙәргә Совет республикаһына ҡаршы көрәште туҡтатыу тураһында өндәмәләр сығара. 6) Һуңғы Килешеү төҙөлөргә тейеш һәм Башҡорт хөкүмәте үҙенең тулы хоҡуҡлы вәкилдәрен Мәскәүгә ебәрә. Имза ҡуйҙылар: Көнсығыш фронтының Революцион Хәрби Советы — Смилга, Гусев, Каменев. Башҡорт хөкүмәте рәйесе Кулаев. Башҡорт өлкә Советы ағзаһы Халиков. Башҡорт ғәскәрҙәре командующийы адьютанты Бикбауов.

Башҡорт ғәсҡккәрҙәре командующийы — Вәлидов. Башҡорт ғәскәрҙәре Штаб начальнигы Ильяс Алкин. Башҡорт Хәрби — революцион комитеты рәйесе урынбаҫары — Ҡарамышев. Март, 1919 й. Темәс ауылы

— РКП(б) Башҡорт Өлкә Комитеты хәбәрҙәре, 1-се һанлы, 2 апрель, 1922 йыл

Комбриг Муса Мортазин фекеренсә, Ҡыҙыл Армия яғына күскәндән һуң Башҡорт ғәскәре Совет Армияһының артабанғы стратегик уңыштарына бик мөһим көс һалды.

Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссары И. В. Сталин башҡорт ғәскәрҙәрен ошолай һүрәтләй[6]:

«Һеҙҙең ғәскәр Дутов һәм Колчакка ҡаршы ҡаһармандарса һуғыша.

Башҡорт халҡы иҫәп буйынса 2 миллионға етә, һәм ул Рәсәйҙәге революция ҡаҙаныштарын яҡлау һәм бөтә донъяға таратыу өсөн йөҙ меңлек дисциплиналы, идеяға һәм үҙҙәренең юлбашсыларына тоғро булған армия бирәсәк…
Уңыштың иң мөһим шарты — ситтән тағыу түгел, ә халыҡтың үҙенең һәм эшсе интеллигенцияның башланғысын йәлеп итеү».

Үҙәк Совет власы менән Башҡорт Хөкүмәте араһындағы Совет Автономиялы Башҡортостан тураһындағы Килешеүҙең IX һәм X параграфтарында «Рәсәй һәм донъя контрреволюцияһы менән көрәш алып барыу маҡсатында» айырым Башҡорт армияһын булдырыу ҡаралған була.

РСФСР — ҙың Революцион — хәрби советы рәйесе Л. Д. Троцкийҙың 1919 йылдың 7 октябрендәге фарманы буйынса Петроградта Көнсығыш һәм Көньяҡ фронттарынан килгән хәрби частарҙың базаһында Башҡорт төркөмө ғәскәрҙәре ойошторола. Төркөм командующийы итеп Х. Ф. Әлишев билдәләнә.

Айырыу билдәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1918 йылдың июнендә ҡабул ителгән башҡорт частәренең билдәләре (1-се Башҡорт пехота полкы),
Һалдаттар һәм кесе командирҙар
Рядовой.1БП.png Ефрейтор.1БП.png Бомбардир.1БП.png Унтер-офицер.1БП.png Фельдфебель.1БП.png Подпрапорщик.1БП.png
Рядовой Ефрейтор Бомбардир Унтер-офицер Фельдфебель Подпрапорщик
Обер-офицерҙар Штаб-офицерҙар һәм генералдар
Поручик.1918.png Штабс-капитан.1918.png Капитан.1918.png Подполковник.1918.png Полковник.1918.png Генерал-майор.1918.png Генерал-лейтенант.1918.png Генерал.1918.png
Поручик Штабс-капитан Капитан Подполковник Полковник Генерал-майор Генерал-лейтенант «Тулы» генерал
1918 йылдың август айында ҡабул ителгән башҡорт пехота частәренең айырыу билдәләре
Һалдаттар һәм кесе командирҙар Обер-офицеҙары
Рядовой.1918.png Ефрейтор.1918.png Бомбардир.1918.png Унтер-офицер.1918.png Фельдфебель.1918.png Подпрапорщик.1918.png Прапорщик.1918.png Подпоручик.1918.png
Рядовой Ефрейтор Бомбардир Унтер-офицер Фельдфебель Подпрапорщик Прапорщик Подпоручик
Обер-офицерҙар Штаб-офицерҙар һәм генералдар
Поручик.1918.png Штабс-капитан.1918.png Капитан.1918.png Подполковник.1918.png Полковник.1918.png Генерал-майор.1918.png Генерал-лейтенант.1918.png Генерал.1918.png
Поручик Штабс-капитан Капитан Подполковник Полковник Генерал-майор Генерал-лейтенант «Тулы» генерал

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.) — Уфа, 2009. — Б. 149. — 200 б. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
  2. Мортазин М. Л. Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре Граждандар һуғышы осоронда — М.: Инсан, 2007. — Б. 72. — 208 б.
  3. Әҙерлек мәсьәләләре тураһында союзник
  4. Войсковое хакимлығы Хөкүмәте Башҡурдистан
  5. В. Г. Азнагулов, Хәмитова З. Г. Башҡортостанда Парламентаризм: тарих һәм хәҙерге заман. — Өфө: ГРИ «Башҡортостан», 2005. — 304 с.
  6. Мортазин М. Л. Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре " Гражданлыҡ һуғыш — М.: «КЕШЕ», 2007, — 208 менән

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]