Белоруссия географияһы
Белоруссия географияһы | |
---|---|
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Регион | Көнсығыш Европа |
Координаталар | т. к. 50°00', кс. о. 28°00' |
Майҙаны |
|
Яр буйы оҙонлоғо | 0 км |
Сиктәре | Бөтәһе 2 969 км: Латвия 143 км, Литва 462 км, Польша 399 км, Рәсәй Федерацияһы 990 км, Украина 975 км |
Иң юғары нөктә | Дзержинский тауы (346 м) |
Иң түбән нөктә | Неман йылғаһы (80 м) |
Иң ҙур йылға | Днепр (700 км өлөшө) |
Иң ҙур күл | Нарочь күле (79,6 км²) |
Белоруссия (бел. Рэспубліка Беларусь) — Көнсығыш Европала урынлашҡан дәүләт. Латвия, Литва, Польша, Рәсәй Федерацияһы һәм Украина менән сиктәш. Майҙаны — 207 600 км²[1].
Географик урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҫылыҡлы күрһәткестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Майҙаны — 207 600 км² (донъяла 84-се).
- Төньяҡтан көньяҡҡа табан 560 км, көнсығыштан көнбайышҡа 650 км һуҙылған.
- Минскктан Варшаваға тиклем алыҫлыҡ 500 км, Мәскәүгә тиклем — 700 км, Берлинға тиклем — 1060 км, Венаға тиклем — 1300 км.
- Полоцк ҡалаһы эргәһендә Европа ҡитғаһының географик үҙәге урынлашҡан, уның координаталары — төньяҡ киңлектең 53°31,7', көнсығыш оҙонлоҡтоң 28°02,8'[2]
Беларусь Республикаһының иң ситке нөктәләре[3]:
- төньяҡ: 56°10' (Витебск өлкәһе, Верхнедвинск районы, Освейское күленән төньяҡтараҡ)
- көньяҡ: 51°16' (Гомель өлкәһе Брагино районы, Комарин ҡасабаһынан көньяҡтараҡ Днепр йылғаһы)
- көнбайыш: 23°11' (Брест өлкәһе Каменец районы, Высокое тауынан көнбайыштараҡ)
- көнсығыш: 32°47' (Могилёв өлкәһе Хотимск районы, Хотимск ҡасабаһынан көнсығыштараҡ)
Административ бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]6 өлкәнән тора, уларҙың майҙаны:
- Гомель өлкәһе — 40,4 мең км²
- Витебск өлкәһе — 40 мең км²
- Минск өлкәһе — 40,2 мең км²
- Брест өлкәһе — 32,8 мең км²
- Могилёв өлкәһе — 29,1 мең км²
- Гродно өлкәһе — 25,1 мең км²
Дәүләттәр менән сиктәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләт | Сик оҙонлоғо, км | Процент | Сиктең урынлашыуы |
---|---|---|---|
Рәсәй Федерацияһы | 990 | 33 | көнсығышта һәм төньяҡта |
Украина | 975 | 33 | көньяҡта |
Литва | 462 | 16 | төньяҡ-көнбайышта |
Польша | 399 | 13 | көнбайышта |
Латвия | 143 | 5 | төньяҡта |
Бейеклек (рельеф) күрһәткестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илдең территория башлыса тигеҙлекле. Белорус теҙмәһенә ҡараған һирәк ҡалҡыулыҡтар 300 метр бейеклектән артмай тиерлек (Минск ҡалҡыулығы — 345 м, Новогрудка ҡалҡыулығы — 323 м, Ошмяны ҡалҡыулығы — 320 м). Белоруссия рельефынынң уртаса бейеклеге 160 метр тәшкил итә[4].
Республиканың төньяғын Белорус Күлдәр буйы (Поозерье) биләй, уның ҙур өлөшөн Полоцк уйһыулығы (абсолют бейеклектәре 110—150 м) биләй, ул бөтә яҡтан да убалар һәм ҡалҡыулыҡтар менән, ә көньяҡ-көнсығыштан Чашник тигеҙлеге менән уратылған. Көнсығыш Күлдәр буйы Лучосы һәм Сураж уйһыулыҡтары менән биләнгән, улар үҙ-ара Витебск ҡалҡыулығы (бейеклеге 295 метрға тиклем) тарафынан бүленгән. Күлдәр буйының көньяҡ-көнбайышында Нарочанск-Вилия тигеҙлеге урынлашҡан, ул Минск, Ошмяны һәм Свентяны ҡалҡыулыҡтары менән уратылған. Күлдәр буйына ҡайһы саҡта шулай уҡ Урта Неман уйһыулығының бер өлөшөн, Үрге Березина һәм Үрге Вилия уйһыулыҡтарын индерәләр[4].
Белорус теҙмәһенә Волковы, Гродно, Минск, Новогрудка, Оршаны, Ошмяны, Слоним ҡалҡыулыҡтары һәм Копыл теҙмәһе ҡарай. Белорус теҙмәһен Барановичи, Быховск-Чечерск, Горец-Мстислав, Лидск, Оршаны-Могилёв, Столбцовск һәм Үҙәк Березина тигеҙлектәре, шулай уҡ Үрге Неман уйһыулығы уратҡан. Брест өлкәһенең көньяҡ-көнбайышында Нарев-Ясельды һәм Буг буйы тигеҙлектәре, шулай уҡ Беловежье теҙмәһе урынлашҡан. Белорус теҙмәһенән көньяҡтараҡ урын шартлы Предполесьеға берләшә, ә Оршаны ҡалҡыулығы, Оршаны-Могилёв һәм Горец-Мстислав тигеҙлектәре — Көнсығыш Белорусия тигеҙлегенең геоморфологик өлкәһенә берләшә[4].
Белоруссияның көньяғын Полесье биләй, ул башлыса тигеҙлектән тора (абсолют бейеклектәре 120—150 м). Географик яҡтан Полесье артабанғы өлөштәргә бүленә (көнбайыштан көнсығышҡа): Брест, Припять, Мозырь һәм Гомель Полесье өҫтөнән күп һанлы боронғо ҡитға убалары күтәрелеп тора, уларҙан Мозырь (бейеклеге 208 метрға тиклем), Юровичи һәм ҡайһы бер башҡа теҙмәләр, Логиши һәм Хойни-Брагино ҡалҡыулыҡтары, шулай уҡ Загородье тигеҙлеге барлыҡҡа килгән[4].
- Нөктәләр
- Иң бейек — Дзержинский тауы (Минск өлкәһендә урынлашҡан, бейеклеге — 345 м), унан һуң — Лысая тауы (342 м)
- Иң түбән — Неман уйһыулығы (Гродно өлкәһендә Литва менән сик буйында урынлашҡан, бейеклеге — 80-90 м).
Физик ҡылыҡһырламалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаттың уртаса континенталь төрө өҫтөнлөк итә, сағыштырмаса йомшаҡ һәм дымлы ҡыш, йылы һәм дымлы йәй.
Температура режимы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Белоруссияла һауаның уртаса йыллыҡ температураһы (1981—2010 йылдарҙағы күрһәткестәр буйынса) Орша һәм Горки ҡалаларында 5,7 °C-тан алып Брестта 8,2 °C-ҡа тиклем. Илдең төньяҡ өлөшөндә ҡышҡы осорҙа көндөҙ һауа −5..-7 градусҡа тиклем күтәрелә, ә төндә −11..-13 градусҡа тиклем төшә, йәйен көндөҙ яҡынса +21..+23 градусҡа тиклем йылый, төндә — яҡынса +11..+13 градус тәшкил итә. Илдең көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш райондары иң йылыһы булып тора[5].
30 йыл эсендә уртаса йыллыҡ температура 1 градусҡа күтәрелгән. Флуктуациялар, температура амплитудаһы тулҡынланыуы, экстремумдар артҡан.
Ғинуарҙа Белоруссияла һауаның уртаса температураһы[6] | Июлдә Белоруссияла һауаның уртаса температураһы[6] | Ғинуарҙа уртаса яуым-төшөм миҡдары (миллиметрҙарҙа)[7] | Июлдә уртаса яуым-төшөм миҡдары (миллиметрҙарҙа)[7] |
Яуым-төшөмдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Белоруссияла уртаса 600-ҙән 700 миллиметрға тиклем яуым-төшөм яуа. Ҡалҡыулыҡтарҙа урынлашҡан райондарҙа уртаса яуым-төшөм миҡдары — 650—750 мм, ә уйһыулы райондарҙа — 600—650 мм. Иң күп уртаса яуым-төшөм Новогрудкала (769 мм) теркәлә. Йыллыҡ норманан ғәҙәти тайпылыуҙар 200 миллиметрҙан артмай. Яуым-төшөм миҡдарының абсолют йыллыҡ максимумы Гомель өлкәһенең Василевичила теркәлгән — 1115 мм, абсолют минимум — уға яҡын урынлашҡан Брагинола (298 мм). Яуым-төшөмдөң яуыуы миҙгелдәр буйынса тигеҙ бүленмәгән: 70 % апрель-октябргә тура килә, ә иң ямғырлы ай — июль. Яуым-төшөмлө көндәрҙең һаны көньяҡ-көнсығышта 145-тән төньяҡ-көнбайышта 193—195-кә тиклем тирбәлә[8].
Ҡар йыл һайын яуа — тәүге тапҡыр октябрь-ноябрҙә, ә тулыһынса ҡар япмаһы ғәҙәттә декабрҙә формалаша. Ҡар япмаһы төрлө региондарҙа уртаса 75 көндән (Белоруссияның көньяҡ-көнбайышы) 125 көнгә тиклем (илдең төньяҡ-көнсығышы) тотола. Ҡар япмаһының уртаса бейеклеге көньяҡ-көнбайышта 15 сантиметрҙан (бындай япмала һыу запасы — 30-40 мм) төньяҡ-көнсығышта 30 сантиметрҙан ашыуға тиклем (һыу запасы — 80—100 мм) тирбәлә. Ҡар япмаһы иреүенең башаныуы шулай уҡ районға ҡарап үҙгәрә[8].
Һауа дымлылығы дөйөм алғанда бик юғары. Белоруссияла уртаса йыллыҡ һауа дымлылығы 80 % (май-июндә — 65-70 %, декабрь-ғинуарҙа — 90 %-ҡа тиклем) тәшкил итә. Ҡағиҙә булараҡ, йылда ҡоро (дымлылыҡ 30%-тан кәмерәк) көндәрҙең һаны төньяҡта 5-7 һәм көньяҡ-көнсығышта 13-17 артмай. Белоруссияла йылда уртаса 35 көндән 100 көнгә тиклем томандар күҙәтелә, ә ҡалҡыулыҡтарҙа — йылда 65 көндән 100 көнгә тиклем. Төбәктәргә ҡарап йылына уртаса 135—175 болотло көндәр була[8].
Елдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Белоруссия территорияһында көнбайыш елдәр өҫтөнлөк итә, улар Атлантик океандың диңгеҙ һауаһын алып килә (йәйен ел башлыса көнбайыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан иҫә, ҡышын — көнбайыштан һәм көньяҡ-көнбайыштан). Ҡышын циклондар менән оҙатылған көнбайыш елдәре юғары дымлылыҡлы сағыштырмаса йылы һауа алып килә, был юғары дымлылыҡҡа һәм болотлолоҡҡа, шулай уҡ яуым-төшөмдәргә килтерә. Бынан башҡа Белоруссияла ҡышҡы һауа торошон уртаса киңлектәрҙең континенталь һауаһы (ул температураның −10-15 °C тиклем түбәнәйеүе менән оҙатыла) һәм диңгеҙ йәки континенталь сығышлы арктик һауаһы (ул үҙенең сығышына ҡарап йә ҙур булмаған йә киҫкен һыуыҡтар (−40 °C-ҡа тиклем) килтерә) фомалаштыра[6]. Йәйен Атлантик океан һауаһы сағыштырмаса һалҡынса һәм дымлы, ә Арктика һауаһы — ҡоро йәки йылы һауа торошон формалаштыра. Белоруссияның көньяҡ-көнсығышында тропик һауаның йоғонтоһо күҙәтелә, ул йәйен эҫе һауа торошон һәм ҡышын көслө йылыныуҙы урынлаштырыуға булышлыҡ итә[8].
Елдең уртаса йыллыҡ тиҙлеге йылға үҙәндәрендә һәм уйһыулыҡтарҙа 3-3,5 м/с алып тигеҙлектәрҙә һәм ҡалҡыулыҡтарҙа 3,5-4 м/с тиклем барып етә. Көҙөн һәм ҡышын елдәр ҡағиҙә булараҡ яҙғы һәм йәйге елдәргә ҡарағанда көслөрәк була[8].
Гидрология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылғалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Белоруссияла 20 800 йылға>[9] һәм яҡынса 11 мең күл хисаплана. Күлдәрҙең күптәре төньяҡта һәм төньяҡ-көнбайышта урынлашҡан. Барлыҡ йылғаларҙың суммар оҙонлоғо 90,6 мең км тәшкил итә; бөтә йылғаларҙың 93 % бәләкәй (оҙонлоғо 10 километрға тиклем) йылғаларға ҡарай. Йылғаларҙың уртаса ауышлығы төньяҡта һәм көньяҡта айырыла. Төньяҡта бәләкәй йылғаларҙың ауышлығы — 2—3 ‰, урта — 0,5—0,8 ‰, ҙур — в 0,1—0,2 ‰; көньяҡта бәләкәй йылғаларҙың ауышлығы — 1—1,5 ‰, урта — 0,2—0,3 ‰ һәм Припять йылғаһы өсөн — 0,09 ‰. Ҙур һәм урта йылғалар ағымының уртаса тиҙлеге 0,5—0,7 м/с тәшкил итә[10].
Атмосфера яуым-төшөмдәре Беларусь йылғалары өсөн төп һыу сығанағы булып тора. Яҙые ҡар ҡапламы иреп барыу буйынса йылғаларҙа ташҡындар башлана, улар айырым йылдарҙа яр буйындағы тораҡ пункттарҙы баҫа. Көнбайыш Двина һәм уның бассейны йылғалары ғәҙәттә 0,3—0,5 километрға киңәйә, Нёман — 1—3 км, Березина — 1,5—5 км, Сож — 1,5—4 км, Днепр — 3—10 км, Припять — 1,5—15 км. Шул уҡ ваҡытта Көнбайыш Двинала ташҡындар осоронда һыуҙың иң юғары кимәле күҙәтелә — 4,4 метрҙан 9 метрға тиклем. Шул уҡ күрҙәткес Днепр өсөн — 2,9—8,7 м, Сож өсөн — 3,7—5,3 м, Припять өсөн — 3,5—4,6 м, Нёман өсөн — 2,3—3,9 м, Вилия өсөн — 1,9—3,7 м, Березина өсөн — 2,3—3,4 м. Һыу ташыуының дауамлығы Нёман бассейнында 24—67 көндән алып Припять бассейнында 40—120 көнгә тиклем тирбәлә. Йәйен, бигерәктә ҡоролоҡ осоронда, бәләкәй йылғалар 3,5 ай мөҙәткә ҡәҙәр ҡорой, ә Полесьела ҡайһы саҡта урта йылғаларҙа ҡорой. Ҡышын боҙҙоң уртаса ҡалынлығы көньяҡта 17—45 сантиметрҙан алып төньяҡта һәм төньяҡ-көнсығышта 29—64 сантиметрға тиклем тирбәлә. Боҙ япмаһы уртаса 43 көндән 140 көнгә тиклем тотола, ә иң йылы ҡыштарҙа йылғалар туңмайҙар[10][11].
Иң оҙон йылғалар — Днепр (Беларусь территорияһында — 690 км, дөйөм оҙонлоғо — 2145 км), уның ҡушылдығы Березина (бер үк атамалағы бер нисә йылғаларҙың береһе; 613 км), Припять (Беларусь территорияһында — 500 км, дөйөм оҙонлоғо — 761 км), Сож (493 км, дөйөм оҙонлоғо — 648 км), Нёман (459 км, дөйөм оҙонлоғо — 937 км), Птичь (421 км), Көнбайыш Двина (328 км, дөйөм оҙонлоғо — 1020 км), Щара (325 км), Березина ҡушылдығы Свислочь (бер үк атамалағы бер нисә йылғаларҙың береһе; 297 км), Друть (295 км), Вилия (276 км; дөйөм оҙонлоғо — 510 км), Ясельда (242 км), Нёман ҡушылдығы Березина (226 км), Случь (197 км)[12].
Иң тулы һыулы йылғалар — Днепр (Украина менән сиктә уртаса йыллыҡ һыу сығымы — 651 м3/с), Көнбайыш Двина (Латвия менән сиктә 468 м3/с), Припять (Украина менән сиктә 403 м3/с), Сож (Днепрға ҡойған урында 219 м3/с), Нёман (Литва менән сиктә 214 м3/с) һәм Днепрҙың ҡушылдығы Березина (Днепрға ҡойған урында 142 м3/с)[12]. Гидроэлектростанция төҙөү өсөн Беларусь йылғаларының поетнциаль ресурстары бәләкәй һәм дөйөм алғанда 900 МВт тип баһалана[13].
Күп йылғалар хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә бысранғандар (түбәндә «Экология» бүлеген ҡарағыҙ).
Каналдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беларусь Республикаһы территорияһында дөйөм каналдарҙың оҙонлоғо — 200 мең км, уларҙың абсолют күплеген оҙонлоғо 20 километрҙан кәмерәк булған бәләкәй мелиоратив каналдар тәшкил итә. Иң ҙур мелиоратив каналдарҙың оҙонлоғо 52 километрға барып етә. Бынан башҡа Белоруссияның көньяҡ өлөшөндәге бер нисә йылғалар каналлаштырылған, йәғни ағым урындары турайтылған һәм шул иҫәптән мелиорация өсөн файҙаланыла. XVIII быуат аҙағынан эре йылғалар араһында караптар йөрөшлө бер нисә каналдар төҙөлгән, әммә хәҙерге ваҡытта был каналдарҙың күбеһе карап йөрөшө өсөн яраҡһыҙ булып тора. Карап йөрөшлө ике канал файҙаланыла (икеһелә Брест өлкәһендә) — Днепр-Буг каналы (198 км), Днепр, Припять, Көнбайыш Буг һәм Висла йылғалары аша Ҡара һәм Балтик диңгеҙҙәрен бәйләй, шулай уҡ Микашевичи каналы (7 км), диңгеҙ транспортында Припять буйлап төҙөлөш таштарын һәм башҡа төҙөлөш материалдарын ташыу өсөн файҙаланыла. Башҡа ҙур каналдарҙан Вилия-Минск һыу системаһы (62 км), ул Минскты эсәр һәм техник һыу менән тәьмин итеү маҡсатында Вилия йылғаһы һыуының өлөшөн Свилочкә күсереү өсөн файҙаланыла[14].
Күлдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]11 мең тиерлек күлдәрҙән дүрттән өс өлөшө бәләкәй, уларҙың майҙаны 0,1 км² кәмерәк, ә барлығы 470 күл 0,5 км² күберәк майҙанға эйә. Күлдәрҙең күбеһе төньяҡта урынлашҡан, әҙе — илдең көньяғында. Ушачи һәм Браслав райондарын территориянда күлдәр 10%-ынан ашыу майҙанын биләй. Күлдәрҙең күбеһе тоноҡ, ә уларҙа һыу кимәле даими тиерлек. Йәйен һай һыулы күлдәр һәм тәрән күлдәрҙең өҫкө ҡатламдары 18—20 °C-ҡа тиклем йылый (төбөндәге ҡатламдар һалҡын булып ҡала, уларҙа температура яҡынса 5—7 °C тәшкил итә). Ҡышын күлдәр уртаса 50—70 см ҡалынлығындағы боҙ менән ҡаплана. Боҙ япмаһы ғәҙәттә 4 айҙан 5 айға тиклем тотола, ә йылы ҡыштарҙа — кәмерәк[15].
Алты күл 30 км² күберәк майҙанға эйә: Нарочь (Мядель районы) — 79,6 км², Освей (Верхнедвинск районы) — 52,8 км², Дрисвяты (Браслав районы, өлөшләтә Литвала) — 44,5 км², Червоное (Житковичи районы) — 43,6 км², Лукомское (Чашник районы) — 36,7 км², Дривяты (Браслав районы) — 36,1 км². Иң тәрән ике күл: Долгое (Глубоки районы) — 53,7 м (майҙаны 2,19 км²) һәм Ричи (Браслав районы, өлөшләтә Латвияла) — 51,9 м (майҙаны 13 км²)[16].
Һыуһаҡлағыстар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беларусь Республикаһы территорияһында яҡынса 1500 бәләкәй һәм 150-нән ашыу ҙур һыуһаҡлағыс хиспалана. Күпселек һыуһаҡлағыстар Белоруссияның көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Днепр һәм Припять бассейндарында 50-шәр эре һыуһаҡлағыс иҫәпләнә. Һыуһаҡлағыстарҙың күбеһендә һыу напоры 2-3 метрҙан артмай, иң ҙуры — Вилия һыуһаҡлағысында (12 м)[17].
- Белоруссияның иң ҙур һыуһаҡлағыстары
Башҡорт телендә атамаһы |
Белорус телендә атамаһы |
Урынлашыуы (район) |
Майҙаны (2001 йыл[17]) |
Күләме (2001 йыл[17]) |
---|---|---|---|---|
Вилия | Вилия | 64,6 км2 | 238 млн м3 | |
Заслав («Минск диңгеҙе») | Заслаўскае | Минск | 25,6 км2 | >100 млн м3 |
Краснослободск | Чырвонаслабодскае | Копыль, Солигорск | 23,6 км2 | 69,5 млн м3 |
Солигорск | Салігорскае | Солигорск | 23,1 км2 | 55,9 млн м3 |
Любанск | Любанскае | Любанск, Стародорожск | 22 км2 | 39,5 млн м3 |
Чигирин | Чыгірынскае | Киров, Быхов | 21,1 км2 | 60 млн м3 |
Погост | Пагост | Пинск | 16,2 км2 | 54,5 млн м3 |
Локтыши | Лактышы | Ганцевичи | 15,9 км2 | 50,2 млн м3 |
Осиповичи | Асіповіцкае | Осиповичи | 11,9 км2 | 17,5 млн м3 |
Шулай уҡ Минскта Чижов һыуһаҡлағысы һәм Комсомольск күле билдәле.
Һаҙлыҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Белоруссияның барлыҡ райондарында һаҙлыҡтар бар. Һаҙлыҡтарҙың күбеһе Полесье уйһыулығында, бигерәктә Припять Полесьеһында, шулай уҡ илдең үҙәк һәм төньяҡ өлөшөндәге уйһыулыҡтарҙа урынлашҡан. Ҡалҡыулыҡтарҙа һәм Днепрҙың һул ярында һаҙлыҡтар байтаҡҡа әҙерәк. Һаҙлыҡтар бер нисә райондарҙың өстән бер өлөшөнән күберәк майҙанын биләй — Пинск (дөйөм район майҙанының 41,3 %), Любанск (39,1 %) һәм Брагино (37,5 %) райондары. Иң әҙ майҙанды һаҙлыҡтар Волковысск (1,2 %) һәм Новогрудка (1,8 %) райондарында биләй. Майҙаны буйынса иң ҙур һаҙлыҡтар Брест өлкәһендә урынлашҡан — Поддубичи (48 мең га), Выгонощанское (43 мең га), Великий Лес (40 мең га), Гричин (33 мең га, өлөшләтә минск өлкәһендә), Обровское (32 мең га), Хольча (26 мең га), һәм шулай уҡ Витебск өлкәһендәге Ельня һаҙлығы[18].
Дәүләт ҡурсаулыҡтары һәм тәбиғәтте һаҡлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләт тарафынан һаҡланған 6 ҡурсаулы территориялар бар — дүрт милли парк һәм 2 ҡурсаулыҡ:
- «Беловежье шырлығы» милли паркы
- «Браслав күлдәре» милли паркы
- «Нарочанск» милли паркы
- «Припять» милли паркы
- Полесье дәүләт радиацион-экологик ҡурсаулығы
- Березина биосфера ҡурсаулығы
Республикала республика әһәмиәтендәге 99 заказник һәм урындағы әһәмиәттә 277 заказник, шулай уҡ республика әһмиәтендәге 326 тәбиғәт ҡомартҡыһы һәм урындағы әһәмиәттәге 578 тәбиғәт ҡомартҡыһы урынлашҡан. Республика әһәмиәтендәге заказниктарҙың дөйөм майҙаны — 958,6 мең га (ил майҙанының 4,6 %), урындағы — 364 мең га (1,8 %)[19].
Майҙаны буйынса республика әһәмиәтендәге иң ҙур заказниктар:
- Ольман һаҙлыҡтар ландшафтлы заказнигы (Брест өлкәһендә урынлашҡан, майҙаны — 94 219 га),
- Урта Припять ландшафтлы заказнигы (Брест һәм Гомель өлкәләрендә урынлашҡан, майҙаны — 90 447 га),
- Выгонощанское күле гидрологик заказнигы (Брест өлкәһендә урынлашҡан, майҙаны — 43 000 га).
Майҙаны буйынса республика әһәмиәтендәге иң бәләкәй заказниктар:
- Лебяжий биологик заказнигы (Минск ҡалаһында, майҙаны — 51 га),
- Антоново биологик заказнигы (Минск өлкәһендә, майҙаны — 77 га)[20].
Экология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Белоруссияла ерҙәрҙең деградацияһы менән көрәш буйынса милли стратегия бар[21], бер нисә экологик ойошмалар эшләй[22].
Беларусь Республикаһының Тәбиғи ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министрлығы тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереүсе предприятиеларҙың исемлеген төҙөй[23].
2010 йылда Беларусь Республикаһы Президенты ҡарамағында Хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһын һаҡлау дәүләт инспекцияһы[24] 9 мең тәбиғәтте ҡурсалау рейдтары яһаған һәм хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы объекттарына йоғонто яһаусы 220 хужалыҡ субъекттарын тикшергән[25].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Энциклопедический географический словарь. — М.: РИПОЛ классик, 2011. — С. 81.
- ↑ Як у Полацку знайшлі цэнтр Еўропы 2009 йыл 28 апрель архивланған.
- ↑ Агульныя звесткі // Беларуская энцыклапедыя. — Т. 18, ч. 2: Беларусь. — Мн.: Беларуская энцыклапедыя, 2004. — С. 11.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Рэльеф // Беларуская Савецкая Энцыклапедыя: у 12 т. / гал. рэд. П. У. Броўка. — Т. 12: БССР. — Мн.: Беларуская Савецкая Энцыклапедыя, 1975. — С. 21—26.
- ↑ Белоруссия — климат
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Клімат // Беларуская энцыклапедыя. — Т. 18, ч. 2: Беларусь. — Мн.: Беларуская энцыклапедыя, 2004. — С. 41.
- ↑ 7,0 7,1 Клімат // Беларуская энцыклапедыя. — Т. 18, ч. 2: Беларусь. — Мн.: Беларуская энцыклапедыя, 2004. — С. 43.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 Клімат // Беларуская энцыклапедыя. — Т. 18, ч. 2: Беларусь. — С. 42—43.
- ↑ Петро Сабина. Беларусь живописная — Минск «Беларусь» 2007.
- ↑ 10,0 10,1 Ҡалып:БелСЭ12
- ↑ Рэкі і каналы // Беларуская энцыклапедыя. — Т. 18, ч. 2: Беларусь. — С. 48.
- ↑ 12,0 12,1 Ҡалып:БелСЭ12
- ↑ Рэкі і каналы // Беларуская энцыклапедыя. — Т. 18, ч. 2: Беларусь. — С. 49.
- ↑ Рэкі і каналы // Беларуская энцыклапедыя. — Т. 18, ч. 2: Беларусь. — С. 47—48.
- ↑ Ҡалып:БелСЭ12
- ↑ Ҡалып:БелСЭ12
- ↑ 17,0 17,1 17,2 Азёры і вадасховішчы // Беларуская энцыклапедыя. — Т. 18, ч. 2: Беларусь. — С. 52.
- ↑ Раслінны свет // Беларуская энцыклапедыя. — Т. 18, ч. 2.: Беларусь. — Мн.: Беларуская энцыклапедыя, 2004. — С. 56-65.
- ↑ Охрана окружающей среды в Республике Беларусь. Статистический сборник. — Мн., 2018. — С. 16.
- ↑ Республика Беларусь. Энциклопедия. — Т. 1. — Мн.: Беларуская Энцыклапедыя, 2005. — С. 180—181.
- ↑ 23 августа TUT.BY охраняет окружающую среду 2010 йыл 26 август архивланған.
- ↑ Концепцию экологической политики Беларуси можно будет обсудить с 16 августа 2013 йыл 21 октябрь архивланған.
- ↑ Минприроды составило список самых вредных предприятий 2010 йыл 2 ноябрь архивланған.
- ↑ Рациональному использованию природных богатств Беларуси будет уделяться первостепенное внимание — Лукашенко 2011 йыл 26 ғинуар архивланған.
- ↑ Лукашенко примет с отчетом начальника Госинспекции охраны животного и растительного мира 2011 йыл 27 ғинуар архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Природа Белоруссии: Популярная энциклопедия / Редкол.: И. П. Шамякин (гл. ред.) и др. — Минск: БелСЭ им. П. Бровки, 1986. — 600 с. — 40 000 экз.
- Природа Белоруссии: Популярная энциклопедия / Редкол.: И. П. Шамякин (гл. ред.) и др. — 2-е изд. — Минск: БелСЭ им. П. Бровки, 1989. — 600 с. — 40 000 экз. — ISBN 5-85700-001-7.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [1] 2013 йыл 30 ноябрь архивланған.
- Проект 100 дорог — первый интерактивный мультимедийный атлас Беларуси 2009 йыл 14 апрель архивланған., В апреле экспедиционная команда проекта «100 дорог» посетит первые 20 районов 2019 йыл 28 апрель архивланған.
- Карта данных гидрологических постов Беларуси на сайте POGODA.BY
- Карты Беларуси 2019 йыл 27 май архивланған.
- Карта Беларуси 2018 йыл 12 апрель архивланған.