Латвия географияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Латвия географияһы
карта: Латвия географияһы
Донъя ҡитғаһы Европа
Регион Төньяҡ Европа
Координаталар т.к. 57° к.о. 25°
Майҙаны
Яр буйы оҙонлоғо 498 км
Сиктәре Эстония, Рәсәй,
Беларусь, Литва
Иң юғары нөктә Гайзинькалнс, 312 м
Иң түбән нөктә Балтик диңгеҙе, 0 м
Иң ҙур йылға Даугава, 357 км
Иң ҙур күл Лубанс, 25 км²

Латвия́Европалағы дәүләт, Балтик диңгеҙенең көнсығыш яр буйында, Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көнбайыш сигендә урынлашҡан.

Майҙаны — 64 589 км².

Сиктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сиктәренең дөйөм оҙонлоғо — 1 382 км. Латвия төньяҡта Эстония (343 км), көньяҡта Литва (576 км), көнсығышта Рәсәй Федерацияһы (292 км) һәм көньяҡ-көнсығыш Белоруссия (171 км) менән сиктәш.

Латвия территорияһы көнбайышта Балтик диңгеҙе һыуҙары менән йыуыла, яр буйы һыҙығының дөйөм оҙонлоғо 498 км тәшкил итә. Илдең төньяҡ өлөшөндә Курляндия ярымутрауы урынлашҡан, ул Колка (Домеснес) мороно менән ослана. Рига ҡултығы Эстонияның Моонзунд архипелагынан айыра. Территориаль һыуҙары — 12 диңгеҙ миле, шулай уҡ Латвия 200 метрға тиклемге тәрәнлектәге континенталь шельфҡа эйә[1].

Геологияһы һәм файҙалы ҡаҙылмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Латвия территорияһы Көнсығыш Европа платформаһының төньяҡ-көнбайыш сигендә урынлашҡан[2].

Латвияла торф, эзбизташ һәм доломит ятҡылыҡтары бар. Яр буйында һирәк-һаяҡ гәүһәр осрай[1]. Кристаллик нигеҙҙә яҡынса 700 метр тәрәнлектә тимер мәғдәне (Лимбаж районы) табылған. 1965 йылда Кулдига нефть ятҡылығы асылған. Шулай уҡ гипс, кварц һәм быялалы ҡом, төрлө балсыҡ һәм ҡомташ-гравий ятҡылыҡтары бар, улар төҙөлөш материалдарын эшләүҙә һәм төҙөлөштә ҡулланыла. Кемери һәм Балдоне ҡалаларында эминераль сығанаҡтар бар[2].

Рельефы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Латвия территорияһының күп өлөшөн мореналы аҙ убалы Көнсығыш Европа тигеҙлеге биләй[3]. Балтик диңгеҙе буйлап киңлеге 2—3 км (урыны менән 50 км) тәшкил иткән уйһыулыҡ һуҙылған. Илдең көнбайышында Курзем ҡалҡыулығы (бейеклеге 184 метрға барып етә) урынлашҡан, Вента йылғаһы уны Көнбайыш Курзем һәм Көнсығыш Курзем ҡалҡыулыҡтарына бүлә.

Көнсығышҡа табан йүнәлгәндә, убалар Урта Латвия уйһыулығына күсә, артабан рельеф йәнә күтәрелә һәм Видземе ҡалҡыулығын барлыҡҡа килтерә, бында илдең иң юғары нөктәһе — Гайзинькалнс тауы (311,6 м) урынлашҡан. Төньяҡ-көнсығышта Төньяҡ Латвия уйһыулығы (бейеклеге 40—60 м) урынлашҡан, көньяҡҡа табан ул Көнсығыш Латвия уйһыулығына күсә. Көнсығыш Латвия уйһыулығы Видземе һәм Латгал ҡалҡыулыҡтарын айырып тора. Һуңғыһы Лиелайс Лиепукалнс (289,3 м), Дзиеркалю калнс (286,3 м) һәм башҡа убаларҙан тора[2].

Латвияның топографик картаһы

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2003 йылдың мартында Ерҙең яһалма юлдашы төшөргән фотоһүрәт. Рига ҡултығы боҙ менән ҡапланған.

Климаты үҙгәреүсән, ул диңгеҙ климатынан континенталь климатҡа күсә, һуңғыһы Балтик диңгеҙенең яҡын булыуы менән йомшартыла. Өҫтөнлөк итеүсе көньяҡ-көнбайыш елдәр Атлантик океандан күп яуым-төшөм алып килә (йылына 500—800 мм). Күк йөҙө йыш ҡына болоттар менән ҡаплана, ҡояшлы көндәрҙең һаны — йылына барлығы 30-40 көн. Иң ҡояшлы һәм ҡоро ай — май.

Йәй йыш ҡына һалҡын һәм ямғырлы була, йылына 125—155 көн дауамында температура 0 °C-тан юғары була. Июлдең уртаса температураһы — 15—17 °C, ҡайһы саҡта аномалиялар була (32 °C-ҡа тиклем). Ҡыш декабрь уртаһынан башлана һәм март уртаһына ҡәҙәр дауам итә. Ғинуарҙың уртаса температураһы −3-тән −7 °C-ҡа тиклем тәшкил итә, һирәк осраҡта −40 °C-ҡа тиклем төшә[4][5].

Һыу ресурстары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Саукас күле

2005 йылғы баһа буйынса Латвия 49,9 км³ тергеҙелеүсе һыу ресурстарына эйә, шуларҙың йылына 0,25 км³ файҙаланыла (коммуналь мохтажлыҡ өсөн 55 %, сәнәғәт өсөн 33 % һәм ауыл хужалығы өсөн 12 % тотонола)[1].

Латвия территорияһы аша 700-ән ашыу ҙур һәм бәләкәй йылғалар аға, улар барыһы ла Балтик диңгеҙенең бассейнына ҡарай. Иң ҙур йылға — Даугава (Рәсәйҙә Көнбайыш Двина тип атала), уның Латвияла оҙонлоғо — 357 км (дөйөм оҙонлоғо — 1020 км). Башҡа эре йылғалар — Гауя, Лиелупе һәм Вента[3]. Гидроэнергетик потенциалды ҡулланыу маҡсатында бер нисә быуа һәм һыуһаҡлағыс, шул иҫәптән Плявин һәм Кегум ГЭС-тары ҡоролған[2].

Майҙаны 1 гектарҙан ҙурыраҡ булған 3 мең күл бар. Улар яҡынса ил майҙанының 1,5 %-ын биләй, балыҡ хужалығы өсөн файҙаланыла. Шуай уҡ һаҙлыҡтар күп, уларҙың ил майҙанындағы өлөшө 10 %-ҡа барып етә. Һыу-һаҙлыҡлы урындар башлыса илдең көнсығыш өлөшөнә — Латгалияға тура килә. Иң ҙур күлдәре — Лубанс, Разна, Буртниекс, Усмас һәм Лиепаяс. Илдең иң тәрән күле — Дридзис (66,2 м)[5][2].

Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы, тәбиғәтте ҡурсалау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Даугавас локи паркы

Урмандар территорияның 40 %-ын биләй, иң ҙур урман массивтары Курляндия ярымутрауының төньяҡ өлөшөндә һәм илдең төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Яр буйында (бөтә урман майҙанының 67 %) ылыҫлы урмандар (ҡарағай, шыршы), башҡа райондарҙа (урмандарҙың 33 %) — киң япраҡлы (ҡайын, уҫаҡ, ҡара һәм аҡ ерек). Йылға үҙәндәре буйлап һәм убаларҙа (ил майҙанының 7,5 %) болондар осрай. Һаҙлыҡтар ил территорияһының яҡынса 4,8 %-ын биләй[2].

Латвияла тейен, төлкө, ҡуян (аҡ ҡуян һәм урғуян), һеләүһен, бурһыҡ, һыуһар һәм янут эте йәшәй. Ҡайһы саҡта аҫ һәм йәтсәне осратырға мөмкин. Тәбиғәтте һаҡлау саралары һөҙөмтәһендә болан һәм мышыларҙың иҫәбе арта, ҡабан һәм ҡондоҙҙар реакклиматизацияланды. Ҡоштар араһында һандуғас, һарығош, ҡара барҡылдаҡ, тумыртҡа, ябалаҡ, ағуна, алағанат турғай, ҡарабаш турғай, бүҙәнә, һабан турғайы, ҡауҙы һәм селән осрай[4]. Аулау балыҡ төрҙәре: салака, килька, һөмбаш, ҡыҙылбалыҡ, йоҡа ҡорман, бельдюга, йыланбалыҡ һәм башҡалар. Йылға тамаҡтарында һәм Рига ҡултығында минога йәшәй[2].

Милли парктар (Гауя, Слитере, Разна), 5 ҡурсаулыҡ (Грини, Морицсала һәм башҡалар), заказниктар һәм 90-дан ашыу парктар, шул иҫәптән Казданга һәм Скриверс дендрологик парктары бар[5][2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Latvia — CIA — The World Factbook
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Латвийская Советская Социалистическая Республика // Ҙур совет энциклопедияһы : в 30 т. / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. 3,0 3,1 Латвия // Энциклопедия «Кругосвет».
  4. 4,0 4,1 Latvia — Encyclopædia Britannica
  5. 5,0 5,1 5,2 Латвия // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Латвия в темах