Әзербайжан географияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әзербайжан географияһы
карта: Әзербайжан географияһы
Донъя ҡитғаһы Азия / өлөшләтә Европа[1]
Регион Кавказ
Координаталар 40°30'с.ш., 47°30'в.д.
Майҙаны
Яр буйы оҙонлоғо 955 самаһы км
Сиктәре Йәмғеһе 2 647 км:

Әрмәнстан 1007 км,

Иң юғары нөктә Базардюзю тауы (4 466 м)
Иң түбән нөктә Каспий диңгеҙе (- 28 м)
Иң ҙур йылға Кура (1 514 км)
Иң ҙур күл Мингечаур һыуһаҡлағысы 

(604 км²)

Әзербайжан көнсығыш ярымшарҙа урынлашҡан. Испания, Греция, Төркиә, Корея Әзербайжан менән бер киңлектә тиерлек ята. Республика территорияһы төньяҡтан көньяҡҡа 400 км, көнбайыштан көнсығышҡа — 500 километр. Ил 38°25-41°55 төньяҡ киңлегендә һәм 44°50-50°51 көнсығыш оҙонлоғонда урынлашҡан[2]

Әзербайжандың төп өлөшө Оло һәм Кесе Кавказ тау теҙмәһенең, шулай уҡ Талыштың көньяҡ-көнсығыш өлөшө араһында урынлашҡан. Каспий диңгеҙе ярҙары аҙ йырғыланған. Яр буйы оҙонлоғо 955 км. Иң ҙур ярымутрауҙары — Апшерон, Кура мороно, Сара; уңайлы ҡултыҡтары — Апшерон, Киров (Кызылагач), Баҡы бухтаһы; иң ҙур утрауҙары — Торлаҡ һәм Артем (һуңғы дамба менән ярҙы тоташтыра). Баҡы архипелагы утрауҙары ваҡ[3]. Әзербайжандың Ҡарабахтан тыш майҙаны 75 600 кв. км.

Геологик төҙөлөшө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әзербайжан биләмәһе Альп геосинклиналь өлкәһе Кавказ сегментының көнсығышында урынлашҡан. Әзербайжанға көнсығыштан Каспий диңгеҙе сиктәш, төньяҡтан — Оло Кавказдың көньяҡ ҡанаты. Әзербайжандың был тәңгәле юра, аҡбур, палеоген, неоген һәм антропоген системаһы ултырмаларынын барлыҡҡа килгән. Шуларҙан иң характерлыһы: балсыҡлы-һәүерташ урта юра ҡатламы, һуңғы юра флиш ҡатламы. Көньяҡ-көнсығыш йүнәлештә боронғо ҡатламдар йәшерәктәре менән алмашына. Оло Кавказдың уң итәгендә, Шәки — Шәмәхә һыҙатында урта юра һәм аҡбур вулкан ҡатламдары киң таралған.

Әзербайжандың үҙәк өлөшө Күр сөңгөлө өлкәһенә ҡарай. Бында неоген-антропогенлы моласс ҡатламы. Был ҡатлам Күр-Аракс уйһыулығы тирәһендә һөҙәк брахиантиклиналь ҡалҡыулыҡ булдыра.

грязевой вулкан в окрестностях города Гобустан

Әзербайжандың көньяҡ өлөшө Кесе Кавказ системаһында урынлашҡан. Уны урта юра вулкан тоҡомо, һуңғы аҡбур вулканлы карбонатлы ҡатлам һәм палеоген вулкан-терриген ҡатламы булдырған. Кесе Кавказдың төньяғында докембрия тоҡомо сығыу урындары билдәле. Ҡарабах ҡалҡыулығында субаэраль плиоцен-антропогенлы вулканлашыу күҙәтелә. Кесе Кавказдан алыҫыраҡ ятҡан Талыш тауҙарына түбәнге Аракс арҡыры депрессияһы хас.

Оло Кавказддың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Күр-Аракс уйһыулығында, Әзербайжанға яҡын Каспий диңгеҙе акваторияһында ике йөҙҙән ашыу вулкан батҡаҡтары ята. Әзербайжандың күп төбәктәре юғары сейсмик һиҙгер тип билдәләнә. Бигерәк тә Оло Кавказдың көньяҡ битләүе һәм Кесе Кавказдың Араксҡа яҡын көньяҡ өлөшө.

Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баҡы янындағы Янардағ (янған тау)

Республиканың биләмәһе өс төрлө файҙалы ҡаҙылмаға бай: мәғҙән, мәғҙән булмаған һәм яғыулыҡ сығанаҡлы.

Әзербайжан Республикаһы нефть һәм газ ятҡылыҡтары менән билдәле. Уның 60 % биләмәһендә нефть һәм газ бар. Улар Апшерон ярымутрауында, Каспий диңгеҙенең ярға яҡын зонаһында, Баҡы һәм Апшерон архипелагында бар. Каспий диңгеҙенең әзербайжан секторында 3.5—5 млрд т. нефть һәм 1000 млрд куб. м. газ ята тип билдәләнә. Шулай уҡ көньяҡ-көнсығыш Ширван һәм илдең үҙәк өлөшөндәге дала яҡтары ла нефткә бай: Ҡобустан, Джейранчёль, Аджиноур һәм Сиазань.

Бер аҙ тәбиғи газ Гарадагта, Каспий диңгеҙенең ярҙарына яҡын урындарында, Баҡы һәм Апшерон архипелагында бар. Кесе Кавказ мәғҙән ятҡылыҡтарына бай. Бында тимер, титан, алтын, көмөш, баҡыр, кобальт, хромит, полиметалл, молибден һәм башҡа мәғҙән ятҡылыҡтары бар. Иң ҙур тимер рудаһы ятҡылығы Дашкесанда.

Мәғҙән булмаған ятҡылыҡтарҙан Гобустан, Апшерон һәм Товуз эзбизе, Шаһтахта травертины (Нахичеван АР), Дашкесан мәрмәре, Үрге Аджикенд гипсы, Гадживел кварц ҡомлоғо иғтибарға лайыҡ.

Республика биләмәһендә төрлө химик составлы минерал һыу сығанаҡтары бар. Кәлбаджар районындағы Истису, Нахичеван Автономиялы Республикаһындағы Бадамлы һәм Сираб һыуҙары Әзербайжандан ситтә лә киң билдәле. Апшерон ярымутрауындағы Сурахан һәм Зых райондары тирәһендәге минерал һыуҙар, Дәвәчи районындағы Галаалты, Жулфа районындағы Туршсу сығанаҡтары шифалы үҙенсәлектәре менән айырыла. Талыш тауҙарында, Оло Кавказдың көньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш битләүҙерендә башлыса термаль һыуҙар.

Рельефы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Куба районындағы таулы рельеф

Әзербайжандың рельефы бик үҙенсәлекле. Бында башлыса рельефтың ике формаһы өҫтөнлөк итә: уйһыулыҡ һәм таулыҡ.[4]

Әзербайжан территорияһының яртыһынан күберәк өлөшөн төньяҡта Оло Кавказ, көнбайышта һәм көньяҡ-көнбайышта Кесе Кавказ системаһына ҡараған тауҙар биләй. Талыш тауҙары менән улар төньяҡтан, көнбайыштан һәм көньяҡ-көнсығыштан Күр-Аракс уйһыулығын уратып ята.

Республиканың уртаса ҡалҡыулығы 400 метрға етә. Ҡоро ер бейеклегенең амплитудаһы —океан кимәленән 26, 5 м түбәнлектән (Күр-Аракс уйһыулығы) 4466 м абсолют бейеклеккә тиклем (Баҙардөҙө түбәһе).

Оло Кавказдың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә ике тау һырты бар: Баҙартөҙө түбәһе менән Баш һырт (4466 метр) һәм Шаһдағ түбәһе менән Оло һырт (4244 метр). Көньяҡ-көнбайышҡа табан тау һырттары аҡрынлап 1000—700 метрға түбәнәйә. Төп Кавказ һырты тау итәктәре менән уратып алынған: төньяҡ-көнбайышта — тигеҙ туғай, көньяҡ-көнсығышта — Ҡобустан, көньяҡ-көнбайышта — Алазан-Хафтаран, төньяҡ-көнсығышта — Ҡусар тигеҙлеге.

Таулы пейзаж, Шәки

Кесе Кавказ республиканың көньяҡ-көнбайыш, көнбайыш өлөшөн биләй һәм сағыштырмаса ҙур булмаған ҡалҡыулыҡтарҙан тора. Төп тау һырттары -

Муровдағ, Зангезур һәм Шаһдағ. Муравдағ һыртының көньяғынан башлап Аракс йылғаһына тиклем ятҡан Ҡарабах яҫы таулығы һүнгән вулкандарҙың дуғалы конустарында һәм дүртенсе осор лаваһында урынлашҡан.

Тауҙағы Хыналыг ауылы

Талыш тауҙары илдең көньяҡ-көнсығыш ситендә урынлашҡан һәм Кесе Кавказдан Эльбрус тауҙарына тиклем күсмә сылбыр булып тора. Ул 2477 метр бейеклегендәге өс тау һыртынан тора. Кура-Аракс уйһыулығы Оло һәм Кесе Кавказ, Талыш тауҙары араһында ята. Көньяҡ Кавказдағы был иң ҙур уйһыулыҡ илдең үҙәк өлөшөн биләй. Күр менән Аракс йылғалары араһындағы уйһыулыҡ 5 тигеҙлеккә бүленә: Муған, Мил, Ҡарабах, Ширван һәм Сальян.

Апшерон ярымутрауынан төньяҡҡа Каспий диңгеҙе ярҙарында Ғусар тигеҙлегенә терәлеп Самур-Дәвәчи уйһыулығы урынлашҡан. г Апшерон ярымутрауынан көньяҡта Талыш тауҙары битләүендә нәҙек кенә һыҙат булып Ләнкәран уйһыулығы үтә. Күр-Аракс, Самур-Дәвәчи, Ләнкәран уйһыулыҡтарының ҙур өлөшө, шулай уҡ Апшерон ярымутрауы океан кимәленән түбәнерәк ята (-28 м тиклем).

Тәбиғәт һәйкәлдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әзербайжан айырым климат төрҙәрен булдырыуға йоғонто яһаған субтропик зонаға инә. Бында 11 климат төрөнөң туғыҙын осратырға була. территорияһында 9 осрашыу Әзербайжан. Шулай уҡ Әзербайжан территорияһында яҡынса 800 вулкан батҡағы бар. Уларҙың һаны буйынса Әзербайжан донъяла беренсе урында тора.

Климат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әзербайжанда тәбиғәт шарттары төрлө — Ләнкәран уйһыулығындағы, Талыш тауҙарындағы йылы һәм дымлы субтропиктарҙан алып Оло Кавказдың ҡарлы түбәләрендәге һалҡындарға тиклем.

Әзербайжан климатына төп йоғонтоно уның географик урыны, рельефы һәм Каспий диңгеҙе яһай. Бында ярымсүл климаты, далалы ҡоро климат, субтропик, уртаса һәм һалҡын климат бар.

Абсолют максимум — 44°, абсолют минимум — 25°. Шулай уҡ ил территорияһында яуым-төшөм дә тигеҙ бүленмәгән. Апшерон ярымутрауында һәм Нахичеван Автоном Республикаһында ул 200 мм-ға аҙыраҡ. Күр-Аракс уйһыулығында 200—300 мм, Кесе һәм Оло Кавказдың төньяҡ-көнсығыш битләүендә — 600—800 мм. Оло Кавказдың көньяҡ битләүендәге 2000—2500 метрлыҡ ҡалҡыулыҡтарҙа яуым-төшөм 1200—1500 мм-ға етә. Иң күп яуындар Ләнкәран уйһыулығының көньяғында һәм Талыш тауҙары битләүендә — 1200—1700 мм.

Һыу ресурстары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Каспий диңгеҙе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Каспий диңгеҙе бассейны.

Каспий диңгеҙе — донъялағы иң ҙур тымыҡ күл. Әзербайжан халҡы тормошонда ул мөһим роль уйнай һәм физик-географик күрһәткестәр буйынса бик үҙенсәлекле. Каспийҙың тәбиғәте эндемик төрҙәргә бай. Мәҫәлән, башҡа төр балыҡтарҙан боронғолоғо менән айырылып торған бикре төрөнөң донъялағы 90 % тап ошо диңгеҙҙә йәшәй.

Әзербайжан диңгеҙҙең урта һәм көньяҡ өлөшөн биләй. Каспийҙағы һыуҙың тоҙлолоғо диңгеҙҙең төньяғында 5-6, урта һәм көньяғында 12,6—13,5 промилле.

Йылғалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Республикаһы территорияһын бик күп йылғалар селтәре сыбарлай. Әзербайжанда 8400 ваҡ һәм эре йылға бар. Улар араһында 850 йылғаның оҙонлоғо 5 км-ҙан ашыу. 24 йылға 100 км-ға һуҙыла. Әзербайжан йылғалары өс төркөмгә бүленә:

1). Күр йылғаһы бассейнына ҡараған йылғалар (Ганых, Габырра, Тюрян, Акстафа, Шемкир, Тертер һ. б.).

2). Араз бассейны йылғалары (Арпа, Нахичеван, Охчу, Акера, Кенделен һ. б.).

3). Каспий диңгеҙенә ҡойоусы йылғалар (Самур, Кудиал, Велвеле, Виляш, Ләнкәран һ. б.).

Күр һәм Араз йылғалары Кавказда иң ҙурҙары. Улар гидроэнергия һәм һуғарыу сығанағы булып тора.

Кура (Кюр) йылғаһы. Әзербайжан

Күр йылғаһы Гызылгядик тауының төньяҡ-көнсығыш битләүенән, 2740 м максималь бейеклегенән башлана. Күр йылғаһы Грузия буйлап үтеп Әзербайжан территорияһына инә. Кур-Араз уйһыулығынан ағып Каспий диңгеҙенә ҡоя. Дөйөм оҙонлоғо — 1515 км, Әзербайжан Республикаһында 906 км-ға етә. Бассейн майҙаны — 188 мең квадрат километр. Күр йылғаһында Мингечаур, Еникенд, Шамкир һыуһаҡлағыстары, быуалар, гидроэлектростанциялар төҙөлгән. Мингечаур һыуһаҡлағысынан үткәрелгән Үрге Ҡарабах һәм Үрге Ширван каналдары Күр — Араз уйһыулығы ерҙәрен һуғара. Кур шулай уҡ суднолар үтеү өсөн дә әһәмиәтле.



Араз йылғаһы Төркиәләге Бингөл һыртынан башлана, Сабирабад ҡалаһы (Суговушан ауылы) янында Күр менән ҡушыла. Уның оҙонлоғо 1072 км, бассейн майҙаны — 102 мең квадрат километр.

Самур — Әзербайжандың төньяҡ-көнсығышындағы иң ҙур йылға. Ул Дағстан территорияһында 3600 метр бейеклектә башлана һәм Каспий диңгеҙенә ҡоя. Уның оҙонлоғо 216 км, бассейн майҙаны — 4,4 мең квадрат километр.

Масаллин районындағы тау йылғаһы

Әзербайжанда тау йылғаларының күбеһе ҡар һәм ямғыр иҫәбенә туҡлана. Балакянчай, Талачай, Катехчай, Кюрмюкчай, Кишчай кеүек ваҡ йылғалар Оло Кавказда башлана, Алазан-Айричай үҙәнендә Алазан һәм Айричай менән тоташа.

Кесе Кавказда башланған Агстафачай, Товузчай, Асрикчай, Зяйямчай, Шамкирчай, Гянджачай, Кюрякчай, Тертерчай йылғалары Күр менән тоташа. Нахичеван АР территорияһындағы Акеричай, Охчучай, Арпачай, шулай уҡ Нахчыванчай, Алинджачай, Гиланчай, Ордубадчай Араз йылғаһына ҡоя.

Күл һәм һыуһаҡлағыстар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Габалин районындағы күл

Әзербайжан Республикаһы биләмәһендә сөсө һәм тоҙло һыулы 250 самаһы төрлө сығышлы күл бар. Туфангел күле, мәҫәлән, Оло һәм Кесе Кавказ боҙлоғонан барлыҡҡа килгән. Муровдаг һыртының төньяҡ-көнсығыш битләүендә урынлашҡан күлдәр тау емерелеүҙән быуылған: Гөйгүл, Маралгүл, Гарагүл, Батабат. Аггүл, Сарысу, Мехман, Аджигабул күлдәре тектоник төшөүҙәр һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Иң ҙур күлдәр — Гаджикабул (15,5 км²) һәм Беюкшор (10,3 км²).

Йылғалар ағышын көйләү маҡсатында 60-тан ашыу һыуһаҡлағыс төҙөлгән. Уларҙың дөйөм күләме 19 млрд м³, файҙалы күләме 10 млрд м³. Иң мөһиме — Мингечаур һыуһаҡлағысы (дөйөм күләме 16 млн м³), Аракс һыу бүленеше (1 млрд 350 млн м³), Шемкир ГЭС-һы (2 млрд 670 млн м³).

Тупраҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әзербайжанда тау, тау алды һәм тигеҙлек шарттарында төрлө үҙгәрештәргә ярашлы тупраҡ төрҙәре лә айырыла. Урын бейеклеге климатҡа тәьҫир итә һәм был үҫемлектәр донъяһын үҙгәртә, уға бәйле тупраҡ төрө барлыҡҡа килә.

Тау-болон тупрағы Оло һәм Кесе Кавказдың альп, субальп бүлкәттәрендә 1500—1600 метрҙан алып 2600-3000 м бейеклектә киң таралған.

Тау-урман тупрағы Оло һәм Кесе Кавказ тауҙары битләүендә, Ләнкәран зонаһының таулы өлөшөндә, Талыш тауҙарында таралған. Улар 800—2200 м бейеклекте биләй. Республика биләмәһендә һоро тау-урман, көрән тау-урман, дала һәм болон төрҙәре, ҡара тупраҡ, серетмә -карбонат һ. б. тупрағы осрай.

Тау-дала тупрағы зонаһы урмандың түбәнге сиктәренән башлана. Был тупраҡ 100—800 м бейеклектә киң һыҙат булып ята.

Һары тупраҡ Ләнкәран өлкәһе тауҙарындағы уйһыулыҡтарҙа һәм тау итәгендә осрай. Дымлы субтропик климат шарттарында уртаса йыллыҡ температура 14,5° С булғанда формалаша.

Һары тупраҡлы ерҙәрҙең ҙур өлөшө сәй плантациялары үҫтереү өсөн файҙаланыла[5]

Әзербайжан территорияһындағы дала һәм ярымсүл Ширван, Карабах, Мил, Муган, Сальян далалары урынлашҡан Күр-Аракс уйһыулығында күҙәтелә. Шулай уҡ республиканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге Самур-Апшерон районы (Куба-Хачмаз уйһыулығы, Богаз тигеҙлеге һ.б.) һәм төньяҡтағы Ләнкәран уйһыулығы инә.

Флора[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аронник (Arum consobrinum Schott) — аронник ғаиләһенә ҡараған үҫемлек (Araceae). Кавказдың субтропик урмандарында таралған

Республика биләмәһе бай һәм һирәк осрай торған флора менән айырыла. Сағыштырмаса ҙур булмаған территорияла үҫемлек донъяһының бөтә төрө лә осрай тиерлек. Әзербайжанда үҫкән 450 төр үҫемлек 125 отряд һәм 920 затҡа берләшә. Бында Кавказ үҫемлектәренең 66%-ы осрай. Шул уҡ мәлдә тик Әзербайжанда ғына үҫкәндәре лә бар.

Республиканың уйһыулы өлөшөндә 200-метрлыҡ ҡалҡыулыҡта үҫемлектәрҙең сүл, ярымсүл, һыу-батҡаҡ төрҙәре таралған.

Кавказ тауҙары итәгендәге тигеҙлектәрҙә 200 метрҙан алып 600, 700, ҡайһы саҡ 1200 метр бейеклектә бер һәм күп йыллыҡ ксерофит үҫемлектәр һәм ҡыуаҡлыҡтар үҫә. 1200—1800 метр бейеклектәге юғарыраҡ урындар урман менән ҡапланған. Урмандар республикала 989,5 мең га тәшкил итә, йәғни 11,4 %. Кеше башына яҡынса 0, 12 га тура килә, был донъя масштабы күрһәткесенән 4 тапҡырға (0,48 га) аҙыраҡ. Шуға ҡарамаҫтан урмандар үҙенең төрҙәре менән бай. Унда ағас-ҡыуаҡтарҙың 435 төрө үҫә, шуларҙың 70-е эндемик төргә инә.

Әзербайжан Республикаһы — һирәк осраған ағас һәм ҡыуаҡтар иле. Ҡара йүкә — өсөнсө осорҙоң реликт үҫемлеге. Был ағас Оло Кавказдың көньяғында һәм көньяҡ-көнсығышта таралған. Тис ағасы ҙур булмаған майҙандарҙы биләй. Эльдар ҡарағайы Джейранчел ҡыҙырымының Эльдар соҡоронда үҫә. Талыш тауҙарында реликт һәм өсөнсө осорҙан ҡалған тимер ағасы, ләнкәран сәрүәре (акация), каштан япраҡлы имән, кавказ хөрмәһе, самшит, гиркан инжиры, гиркан сағаны, дзельква, лапина ағастары үҫә.

Хайуандар донъяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәйрән

Әзербайжан бер нисә зоогеографик полюс киҫелешендә урынлашҡан. Бында күрше Иран, Урта Азия, Урта диңгеҙ илдәренән йәнлек төрҙәре урындағы тәбиғәткә яраҡлашып республика фаунаһын байыта. Әзербайжан биләмәһендәге хайуандар донъяһына яҡынса 12 мең төр инә. Шулар иҫәбендә 623 төр умыртҡалылар (90 төр һөтимәр, 350 төр ҡош, 40 төрҙән ашыу һөйрәлеүселәр, 80 төр балыҡ, башҡалары — ер-һыу хайуандары). Тигеҙлектәрҙә һөйрәлеүселәр, ҡуян, бүре, төлкөләр һәм йәйрәндәр йәшәй. Күр һәм Аракс үҙәндәрендә ҡыр ҡабаны, ҡоралай, бурһыҡ, сүл бүреһе осрай. Тауҙарҙы болан, дағстан ҡырағай үгеҙе (тур), тау кәзәһе, ҡоралай, айыу, һеләүһен, урман бесәйе үҙ итә, шулай уҡ муфлон (ҡырағай һарыҡ) һәм леопард осрай. Ҡоштар донъяһы ла бик үҙенсәлекле (фазан (ҡырғауыл), ҡыр тауығы, ҡор һ.б.). Һыу ҡоштарының күбеһе бында ҡышлауға килә (өйрәк, ҡаҙ, аҡҡош, сел, берғаҙан, фламинго, баклан һ.б.).

Маркала кутум балығы һүрәтләнгән

Әзербайжан Республикаһының «Ҡыҙыл китабына» 108 төр хайуан, шул иҫәптән 14 төр һөтимәр, 36 төр ҡош, 13 төр ер-һыу хайуандары һәм һөйрәлеүселәр, 5 төр балыҡ, 40 төр бөжәк индерелгән.

Әзербайжанда ҡарабах аты бар. Уларҙы элек башлыса хандар өсөн аҫрағандар. Был тоҡом республикала әле лә үрсетелә.

Экология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Апшерон ярымутрауы һәм яр буйҙары экологик яҡтан иң уңайһыҙ урын һанала. Тупраҡ һәм һыуҙың бысраныуы мамыҡ үҫтереүҙә ДДТ и токсинлы дефолиант ҡулланыуға бәйле. Һауа Сумгаит, Баҡы һәм башҡа ҡалаларҙағы сәнәғәт ташландыҡтары менән бысрана. Диңгеҙ өсөн нефть һурҙырыу һәм эшкәртеү сәнәғәтенең зыяны ҙур.

Илдең бай флораһы менән фаунаһы көслө антропоген тәьҫир кисерә. Урмандар ағас ҡырҡыуҙан һәм көтөүҙәрҙән зыян күрә.

Әзербайжанда тәбиғәтте һаҡлау буйынса ҙур эш алып барыла. Тәбиғи урмандарҙы, реликт ағастарҙы, һирәк осраған хайуандарҙы һаҡлау маҡсатында14 заповедник һәм 20 заказник булдырылған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гидрография Азербайджана
  • Озёра Азербайджана
  • Реки Азербайджана
  • Список заповедников Азербайджана
  • Список заказников Азербайджана
  • Әзербайжан милли парктары
  • Красная книга Азербайджана

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. При проведении границы Европа-Азия по Кумо-Манычской впадине Азербайджан находится полностью в Азии; при проведении границы по Большому Кавказу — частично к Европе (к которой тогда относятся ряд северо-восточных районов Азербайджана)
  2. Реферат География Азербайджана
  3. КСАМ (природа Азербайджана)
  4. CIA — The World factbook (книга фактов ЦРУ) 2020 йыл 27 май архивланған.
  5. Особенности основных типов почв Азербайджана (часть 1) (ru-RU), Почвоведение. 27 июнь 2017 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]