Биктимеров Сәлмән Ғәлиәхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Биктимеров Сәлмән Ғәлиәхмәт улы
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 14 август 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Кинйәабыҙ ауылы, Свобода ауыл Советы, Көйөргәҙе районы
Вафат булған көнө 24 февраль 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (57 йәш)
Вафат булған урыны Кинйәабыҙ ауылы, Свобода ауыл Советы, Көйөргәҙе районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Башҡортостан Республикаhы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы

Биктимеров Сәлмән Ғәлиәхмәт улы (14 август 1913 йыл — 24 февраль 1971 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, өлкән сержант. Башҡорт кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы ҡылыссылар эскадроны отделениеһы командиры. Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәлмән Ғәлиәхмәт улы Биктимеров 1913 йылдың 14 авгусында Ырымбур губернаһы 2-се Кинйәабыҙ ауылында тыуған. Милләте — башҡорт. Һуғыш алдынан Үзбәкстанда юл төҙөлөшөндә мастер булып эшләй.

Ҡыҙыл Армияға Көйөргәҙе районы хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылдың декабрендә саҡырыла. 1942 йылда фронҡа китә[1]. 1943 йылдың сентябренә гвардия өлкән сержанты Сәлмән Биктимеров Үҙәк фронтының 61-се армияһы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы ҡылыссылар эскадроны отделениеһы менән етәкселек итә[1].

1943 йылдың 18 сентябрендә гвардия өлкән сержанты Биктимеров, дошмандың көслө пулемёт һәм артиллерия утына ҡарамаҫтан Березна һәм Бегач ауылдарына (Украина, Чернигов өлкәһе) беренсе булып бәреп инә һәм шуның менән ауылдарҙы азат итеүгә булышлыҡ итә. 1943 йылдың 28 сентябрендә, көслө дошман утына ҡарамаҫтан, үҙенең подразделениеһында беренсе булып Неданчичи ауылы тирәһендә (Чернигов өлкәһе) Днепр йылғаһы аша сыға. Йылғаның көнбайыш ярында нығынып, Биктимеров башҡа подразделениеларға йылға аша сығыуҙа булышлыҡ итә һәм алышта 15 немец һалдатын һәм офицерын юҡ итә[1][2].

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указына ярашлы гвардия өлкән сержанты Сәлмән Биктимеров Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (4330-се һанлы) тапшырыла[1].

1944 йылдың апрелендә ауыр яралана, тыуған ауылына ҡайта, колхозда эшләй. 1945 йылда ВКП(б)-ға инә. 1971 йылдың 24 февралендә вафат була. Тыуған ауылында ерләнә.

С. Биктимеровтың шәхси документтары араһында фронт гәзитенең һарғайған бите һаҡланып ҡалған. Унда ҡаһарман яҡташыбыҙҙың дәһшәтле һуғышта башҡорт халҡының яугирлыҡ бурысын ҡыйыу һәм батырлыҡ менән үтеүе бәйән ителә.

1943 йылдың 28 сентябрендә Чернигов өлкәһенең Неданчичи ауылы янында Башҡорт атлы дивизияһының отделение командиры Сәлмән Биктимеров дошмандың ут өйөрмәһе аҫтында яугирҙары менән беренсе булып Днепрҙы кисергә тотона. Улар йылға аша тиҙерәк сығыу өсөн төрлө алымдар файҙалана.

Немецтар, йылғаны аша сығыусыларҙы күреп, ут аса. Шул саҡ беҙҙең артиллерия ла хәрәкәткә килә. Немецтар урынлашҡан ярҙан ҡара төтөн бағаналары күккә күтәрелә.

— Бына шулай, кәрәктәрен бир әйҙә. — тип ҡысҡыра Сәлмән. Әммә уның тауышын берәү ҙә ишетмәй. Взвод яугирҙары үҙҙәре әҙерләгән ҡулайламала — һалда йылғаның уң ярына яҡынлаша.

«Ярға нисек тә барып етергә кәрәк», — ти Сәлмән һәм улар, һыуҙан сығып, дошман позицияһына һөжүм итә. Һуғышсылар, бер туҡтауһыҙ атыша барып, бер ауылға яҡынлаша. Әммә уларға ҡаршы пулемёт ут яуҙыра.

Биш ҡыҙылармеец менән бергә ул беренсе булып немец блиндажын бәреп инә. Ике фашисты штык менән сәнсә, өсөнсөһөн ҡулы менән дөмөктөрә. Шунан траншеялағы пулемётсыны юҡ итә. Һуғыш ҡыҙғандан ҡыҙа бара. Өй ҡыйыҡтарында йәшеренгән немецтар ныҡ ҡаршылыҡ күрһәтә, ләкин ауыл Ҡыҙыл армия ҡулына күсә. Шул ваҡыт бында әле «үҙҙәренеке» булыуға ышанған ике немец полковнигы машинала килеп етә. Сәлмән уларҙы ҡулға алып, теге яҡ ярға, штабҡа оҙата.

Взвод яугирҙарын юҡ итеүҙе маҡсат ҡуйып, немецтар танкылар менән һөжүм итә. Сәлмән окопта йәшеренеп, яндырғыс шыйыҡсалы шешә менән бер танкыны яндыра. Окоптың тәрәнерәк яғына йәшеренеп, «тигр»ҙы үҙ өҫтөнән үткәреп ебәрә. — Бына һиңә лә, — тип ырғыта уның артынан икенсе шешәһен.

Танкылар факелдар кеүек яна. Контратака тонсоға. Һуғыш яланында тиҫтәләгән немец мәйете ятып ҡала. 15-ен Сәлмән үҙ ҡулдары менән юҡ итә. Сәлмән взводы 15-ләп пулемёт һәм башҡа күп ҡоралдар эләктерә. Плацдарм ныҡлы яулана.

Днепрҙы аша сығып, плацдарм яулап алыу өсөн ҡаты алышта Сәлмән үҙенең төркөмө менән 121 немецты юҡ итә, ике танкыны һәм 10 пулемётты юҡҡа сығара. Башҡорт атлы дивизияһында беренселәрҙән булып Сәлмән оло дан ҡаҙана.

Полк командиры подполковник Таһир Кусимов Сәлмәнде саҡыртып ала. «Ҙур рәхмәт һиңә, егет, — ти подполковник, уны ҡосаҡлап. — Мин һине иң юғары наградаға — Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим иттем». Сәлмәндең иһә яуабы ҡыҫҡа була: «Киләсәктә лә изге Днепр өсөн һуғышҡан кеүек һуғышырға әҙермен!»

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кинйә Арыҫланов исемендәге музейҙа уның улы Харрас Биктимеров тырышлығы менән ҡаһарман яҡташыбыҙға арналған стенд булдырылды.
  • Кинйәабыҙ урамдарының береһе С. Биктимеров исемен йөрөтә.
  • Шулай уҡ Күмертау ҡалаһының Шахтерҙар биҫтәһендә һәм Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаево ауылының Көнсығыш биҫтәһендә Сәлмән Биктимеров урамдары бар.
  • С. Ғ. Биктимеровтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
  • Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаево ауылындағы Батырҙар скверында батырға һәйкәл ҡуйылған.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Биктимеров Сәлмән Ғәлиәхмәт улы. «Герои страны» сайты.
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 3/5, л. 25, 465, 466)
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  4. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]