Богачёв Владимир Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Богачёв Владимир Владимирович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Рәсәй республикаһы
 Всевеликое Войско Донское[d]
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 7 (19) февраль 1881
Тыуған урыны Новочеркасск, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 11 декабрь 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Баҡы, Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө геолог, палеонтолог
Эшмәкәрлек төрө Палеонтология
Эш урыны Император Дерпт университеты
Уҡыу йорто Императорский Санкт-Петербургский университет[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә геология-минералогия фәндәре докторы[d]
Уҡыусылар Владимир Владимирович Тихомиров[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный деятель науки Азербайджанской ССР
 Богачёв Владимир Владимирович Викимилектә

Богачёв Владимир Владимирович (19 февраль 1881 йыл — 11 декабрь 1965 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР геологы һәм палеонтологы, геология-минералогия фәндәре докторы (1937), профессор.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владимир Владимирович Богачёв 1881 йылдың 19 февралендә Новочеркасскийҙа тау инженеры ғаиләһендә тыуған[1].

Һынлы сәнғәт менән шөғөлләнә, картиналар яҙа, улар Петербург художество академияһының күргәҙмәһенә, 1900 йылда — Париж күргәҙмәһенә ҡуйыла[1].

1900 йылда Харьков университетының медицина факультетына уҡырға инә. 1901 йылда Император Санкт-Петербург университетының физика-математика факультетына күсә, уны 1905 йылда тамамлай[2]. Уҡыу йылдарында 14 фәнни эшен баҫтырып сығара[1][2].

1905—1911 йылдарҙа Новочеркасск гимназияһында тәбиғи тарих уҡытыусыһы һәм гидрогеология һәм тупраҡ белеме буйынса белгес була[1]. 1907 йылдан Юрьев университетының геология кафедраһында ассистент, 1910 йылда приват-доцент була[2]. 1912 йылда Тифлисҡа китә, әммә Юрьев университетында лекциялар уҡыуын дауам итә. Тифлиста Кавказ тау округында геолог һәм юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсында профессор булып эшләй.

1917 йылда тыуған ҡалаһы Новочеркасскийға ҡайта, Дон политехник институтында доцент булып эш башлай, 1920 йылдан — профессор. Докторлыҡ диссертацияһын яҡламайынса 1937 йылда ул «геология-минералогия фәндәре докторы» дәрәжәһен ала[2]. Профессор Владимир Владимирович Әзербайжан политехник институты, Әзербайжан һәм Ростов дәүләт университеттарының профессоры була[3].

Богачёв Владимир Владимирович — репрессияланған геолог. Ул 1943 йылда ҡулға алына, Һарытау төрмәһендә академик Николай Вавилов менән бергә була, 1943 йылдың 5-6 июнендә 58, п. 1а статьяһы буйынса артабанғы 5 йылға хоҡуҡтарын сикләп, 10 йылға иркенән мәхрүм ителә[4]. В. В. Богачёвтың архив документтарынан: «1944 йылдан 1946 йылға тиклем Богачёв Мәскәүҙә махсус лабораторияла эшләй, артабанғы ете йыл —Ухта һәм Воркутаның ғилми-тикшеренеү лабораторияһында эшләй»[1]. 1953 йылда азат ителә. Азат ителгәндән һуң Донға ҡайта, унан Ҡырымға, Симферополгә китә. 1960 йылдарҙа Баҡыла йәшәй, унда нефть сығарыу буйынса Әзербайжан ғилми-тикшеренеү институтында эшләй[2].

1965 йылдың 11 декабрендә Баҡыла вафат була.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатыны — Миллер Мария Александровна (Богачёва), улы — Богачёв Дмитрий Владимирович[5].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Багачёв Владимир Владимирович сөсө һыулы фаунаның килеп сығышын һәм эволюцияһын, Евразияның, Көнсығыш Кавказдың, Көнбайыш Себерҙең һәм Ҡаҙағстандың сөс һыулы һәм тоҙло һыу фауналары тарихын өйрәнә. Ғалим кайнозой дәүере моллюскыларын өйрәнә, 500-ҙән ашыу төр өсөнсөл һәм дүртенсел сөсө һыу моллюскыларын тасуирлай, Дон күбәләктәре, Новочеркасск миоцены, һ.б. менән шөғөлләнә[2]. Ул дүртенсел фаунаның Бинагадин урынын беренсе булып тикшерә[2]. Богачёв юҡҡа сыҡҡан билдәһеҙ хайуандарҙың күп төрҙәрен: миоцен китын һәм дельфинын, плиоцен дельфинын, турҙы, ғәзәл, болан һәм башҡаларҙы- асыҡлай[2].

1912 йылда Богачёв Владимир Владимирович Юрьевта (Тарту) «Атлантида. — Атлантида мифическая һәм Атлантида геологическая» китабын баҫтырып сығара[2]. Николай Феодосьевич Жиров — совет ғалимы, В. В. Богачёвты фәнни атлантологияға нигеҙ һалыусы тип атай.

Богачёв В. В. «Очерки географии Всевеликого Войска Донского» китабын яҙа, ул 1919 йылда нәшер ителә[1].

200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы булып тора, улар араһында геология һәм палеонтология буйынса хеҙмәттәре бар: «История Каспия», «К геологии Боз — дага» (1913), «Пресноводная фауна Евразии» (1924), «Геологические экскурсии в окрестностях Баку» (1932), «Палеонтологические заметки» (1938), «Миоцен Закавказья» (1938), «Бинагды. Кладбище четвертичной фауны на Апшеронском полуострове» (1939), «Материалы к истории пресноводной фауны Евразии» (1961).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]