Боливияла ислам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Боливияла ислам
Дәүләт  Боливия
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Боливияла ислам (исп. El Islam en Bolivia, ғәр. الإسلام في بوليفيا‎) ― әҙселек дине. Ил халҡының (11 млн 428 мең кеше, 2019 йылға) 0,017 % — ы — (2 мең кеше) — мосолмандар. 2008 йыл башында El Nuevo Dia көндәлек газетаһы: «илдәге мосолман халҡының дөйөм һаны 1000 кеше, улар күбеһенсә Санта-Крус һәм Ла-Паста йәшәй», тип белдергән. 2014 йылда Боливияла 2 мең мосолман йәшәгән[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боливияла Ислам XX быуат аҙағында Яҡын Көнсығыш илдәренән (Фәләстин, Иран, Сүриә һәм Ливан) килгән мөһәжир-мосолмандар менән бергә тарала башлаған. Боливия ҡалаларында (Сукре, Санта-Крус, Кочабамба, Ла-Пас) йәшәүсе мосолман халҡы, нигеҙҙә, Бангладеш, Пакистан, Фәләстин, Сүриә һәм Ливандан килгән мөһәжирҙәрҙән тора[2].

Боливия, Конституцияһы буйынса, донъяуи дәүләт булып тора, дәүләт дин иркен һәм хөкүмәттең диндән бойондороҡһоҙлоғон гарантиялай. 2010 йылда халыҡтың 92 % — ы — христиандар (78 % — ы — католиктар, 19 % — ы — протестанттар, шулай уҡ православие динендәгеләр бар); 3 % — ы — дин тотмаусылар, 2,2 % — ы — баһаиҙар, 0,1 % — ы — ҡалған диндәрҙең барыһы ла.

Боливия ислам ойошмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боливия Ислам йәмғиәте ассоциацияһы урынлашҡан Ла-Пас ҡалаһы үҙәге

Илдәге мосолман ойошмалары Санта-Крус, Сукре һәм Кочабамбала Боливия Ислам үҙәген (Centro Islámico Boliviano, CIB), шулай уҡ Сукрелағы Мосолман төркөмөн (Muslim Group) һ. б. ойошмаларҙы үҙ эсенә ала.

  • Санта-Крус-де-ла-Сьерра ҡалаһында Боливия ислам үҙәге (CIB) 1986 йылдың авгусында Фәләстиндән 1974 йылда башҡа мөһажирҙәр менән килгән имам Мәхмүд Әмир Әбүшарар (2011 йылдың 14 майында вафат) тарафынан ойошторола. Боливия ислам үҙәге (CIB) Боливия тышҡы эштәр һәм диндәр министрлығында 1989 йылдың май айында теркәлгән. Боливия ислам үҙәге (CIB) Соғуд Ғәрәбстанында урынлашҡан ойошмалар, шул иҫәптән Латин Америкаһы буйынса ислам ойошмаһы һәм Бөтә донъя мосолман лигаһы менән элемтәлә тора. 1994 йылдан бирле CIB Әр-Риядта урынлашҡан Бөтә донъя мосолман йәштәре ассамблеяһының (WAMY) Боливия мосолман йәштәре ойошмаһын төҙөү буйынса Боливия штабы булып тора[3]. Хәҙерге ваҡытта CIB бүлексәләре Сукре, Кочабамба һәм Ла-Паста (Ла-Пас Боливия Ислам йәмғиәте ассоциацияһы, Associacion de la comunidad islamica de Bolivia La Paz[4]) булдырылған. Боливия ислам үҙәге йәмәғәтселеге, нигеҙҙә, мөһәжирҙәрҙән ғибәрәт. Халыҡ-ара дәрәжәлә CIB Латин Америкаһы өсөн Ислам ойошмаһының филиалы булып тормай.
  • Сукрела Боливия мәҙәни мосолман ассоциацияһы (Asociacion Cultural Boliviana Musulmana, ACBM) урынлашҡан, ойошма менән Фәйез Рәжәб Хедир Каннан (Fayez Rajab Khedeer Kannan, Фәләстиндан килгән табип) етәкселек итә. 1998 йылдың февралендә Сукре ҡала Советы Лос-Либертадорес районында белем биреү үҙәге һәм клиника төҙөү өсөн ACBM ойошмаһына 5 акр ер бүлеп биргән. Төҙөлөштө Бөтә донъя ислам лигаһы эгидаһы аҫтында, дөйөм алғанда, Жиддәлә (Сәғүд Ғәрәбстаны) урынлашҡан Ислам үҫеш банкыһы финанслаған.
  • 2007 йылдың авгусында Ла-Паста Боливия Ислам мәҙәниәте фондына (Fundacion Cultural Islamica Boliviana — FCIB) нигеҙ һалынған, рәйесе — 1996 йылда ислам ҡабул иткән, Аргентина һәм Иранда белем алған Роберто «Йософ» Чамби Калле (Roberto «Yusuf» Chambi Calle). Фонд тәүге осорҙа 20 кешенән (мөһажирҙәр һәм исламды яңы ҡабул иткән боливиялылар) торған төркөмдән ғибәрәт булған.
  • 2006 йылдың мартында 13 кешенән торған Боливияның шиғый ислам йәмғиәте (Comunidad Islámica Chií de Bolivia) ойошторола, президенты — 1973 йылда тыуған психолог Томми Нельсон Салгейру Криалес (Tommy Nelson Salgueiro Criales) йәки Хөсәйен Салгейру (Husayn Salgueiro). СалгейруЛа-Паста уҙған протест акцияларында актив ҡатнаша һәм Израилдең Фәләстин ерҙәрендәге сәйәсәтен асыҡтан-асыҡ тәнҡитләй.

Мәсеттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1992 йылда Боливияла беренсе мәсет төҙөлөшө буйынса комиссия раҫлана һәм беренсе мәсет 1994 йылдың сентябрендә Санта-Крус ҡалаһында төҙөлә. Унда йома намаҙҙарына 50 мосолман йөрөй.

2004 йылда Ла-Паста беренсе рәсми сөнни мәсете — Жәбәл Ән-Нур мәсете (Mezquita Yebel An Nur) асыла. Быға тиклем ислам башҡалала сағыштырмаса һирәк күренеш булған, һәм мосолман йәмғиәте намаҙ уҡыу өсөн үҙ йорттарында ғына осрашҡан бер нисә мосолмандан торған. Жәбәл Ән-Нур мәсете Санта-Рустағы сөнни Боливия ислам үҙәге менән тығыҙ элемтәлә тора, үҙен-үҙе финанслай, шул уҡ ваҡытта Ла-Пас Боливия Ислам йәмғиәте ассоциацияһы ҡаршыһындағы Әс-Сәләм мәсетенә (Mezquita As-Salam)сөнни һәм шиғый мосолмандар ҙа йөрөй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Bolivian Religion Stats (инг.)
  2. [www.alarabiya.net Al-Arabiyah, 6 February 2006]
  3. [www.centroislamicoboliviano.org]
  4. 1279 касимиро корралес — Google Карты

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]