Википедия:Ҡыҙыҡ мәғлүмәт/Архив/2016
Уҡыу көйләүҙәре
Архив: 2013 | 2014 | 2015 | 2016 | 2017 | 2018 | 2019 | 2020 | 2021 |
16 декабрь 2015 — 15 ғинуар 2016
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Һуғыш ваҡытында ҡыйратылған нимес машинаһындағы типография материалдары 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының башҡорт телендә сыҡҡан «Ҡыҙыл атлылар» гәзитен сығарыу өсөн дә файҙаланыла.
- Һиндостандың Ченнаи ҡалаһында урду телендә сығып килгән гәзит 1927 йылдан бирле ҡулдан яҙыла.
- Уҡыусыларының күпселеге менән донъяла беренсе урынды япон гәзите The Yomiuri Shimbun алып тора. Һәр көн уны яҡынса 10 млн кеше уҡый — Швеция һәм Венгрияла йәшәүсе халыҡ һанына тиң.
- Башҡортостанда журналистика өлкәһендәге иң яҡшы ижади эштәргә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия бирелә.
- 1838 йылда Өфөлә Башҡортостан территорияһындағы тәүге гәзит — «Оренбургские губернские ведомости» баҫылып сыға.
- Ризаитдин Фәхретдинов мөхәррирлеге аҫтында сыҡҡан «Шура» журналында Ш. М. Бабич, М. А. Буранғолов, Ә. Ә. Вәлидов, М. Ғ. Ғафури, Ф. К. Туйкин һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре донъя күрә.
15 ғинуар — 13 февраль 2016
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Йортһоҙ, ярлы һәм башҡа мохтажлыҡта йәшәүселәр өсөн гәзит сығарыусылары Халыҡ-ара урам гәзиттәре селтәре ойошмаһы 40 илде 120 гәзитте берләшә.
- Башҡортостан Республикаһының киң мәғлүмәт сараларында 15 йыл һәм унан күберәк эшләгән һөнәрмән журналистарға, юғары квалификациялы матбуғат, полиграфия, телевидение һәм радио, мәғлүмәт агентлыҡтары һәм нәшриәт хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелә.
- 1917 йылда сыҡҡан «Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире» һәм «Башҡорт» гәзиттәренең вариҫы булып «Башҡортостан» гәзите тора.
- 1919—1920 йылдарҙа Петроградта Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы «Салауат» баҫтырып сығара.
- ХХ быуат башында бөйөк башҡорт шағирҙары Мифтахетдин Аҡмулла һәм Шәйехзада Бабич исемдәре менән аталған «Аҡмулла» һәм «Бабич» журналдары донъя күрә.
- 2008 йылда Башҡортостан Республикаһында алты телдә сыҡҡан 462 гәзит һәм 125 журнал теркәлгән.
13 февраль — 13 апрель 2016
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Легендалар буйынса, беҙҙең эраның 269 йылында Рим империяһында, өйләнешеүҙе тыйыусы указ булыуға ҡарамаҫтан, Валентин исемле рухани һөйгәндәргә йәшерен никах уҡый һәм бының өсөн үлемгә хөкөм ителә. Төрмәлә ул һаҡсы ҡыҙы Юлиәгә ғашиҡ була һәм мөхәббәтен аңлатып уға «Һинең Валентиның» тигән имза менән хат ебәрә. Был хатты уны язалағандан һуң уҡыйҙар, шунан башлап Валентин исеме изгеләштерелә.
- Антарктидала февраль, ҡыҫҡа ғына булһа ла, — йәй айы.
- XVIII быуат алхимиктары яныу ваҡытында флогистон бүленеп сыға тип аңлатҡан.
- 20 февралдә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәре Мортазин Муса Лот улы (1891—1937) тыуыуына 125 йыл.
- 14 млрд йыл элек булған Ҙур шартлауҙан һуң ғаләм бөгөнгө көнгә тиклем киңәйә һәм һыуына бара.
- Маурийҙар империяһы хакимы Ашока буддизмды донъя дине итеп таныта.
- Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы 1992 йылдың 25 февралендә республиканың яңы Дәүләт флагын раҫлай.