Вирский Павел Павлович
Вирский Павел Павлович | |
укр. Павло Павлович Вірський | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 12 (25) февраль 1905 |
Тыуған урыны | Одесса, Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы[1] |
Вафат булған көнө | 5 июль 1975 (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Байково зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | бейеүсе, хореограф, балетмейстер, балет артисы, балетный педагог |
Уҡыусылар | Алексей Александрович Гомон[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вирский Павел Павлович Викимилектә |
Вирский Павел Павлович (укр. Павло Павлович Вірський; 25 февраль 1905 йыл — 5 июль 1975 йыл) — украин совет балет артисы, балетмейстер, хореограф, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1960). СССР Дәүләт премияһы (1970) һәм беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1950).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Павел Павлович Вирский 1905 йылдың 25 февралендә Одессала инженер Павел Павлович һәм Олимпиада Алексеевна Вирскийҙарҙың дворян ғаиләһендә донъяға килә. Алексей ғаиләлә ҡустыһы менән тәрбиәләнә.
1923 йылда Одессала Ришельевский гимназияһын тамамлай.
1923—1927 йылдарҙа Одесса музыкаль-драматик техникумында уҡый (хәҙер ул К. Ф. Данькевич исемендәге Одесса сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһы) (педагогы В. И. Пресняков), 1927—1928 йылдарҙа — Ҙур театр эргәһендәге Дәүләт балет мәктәбендә уҡый (1937 йылдан Мәскәү хореография училищеһы, хәҙер — Мәскәү дәүләт хореография академияһы) (педагогы А. М. Мессерер)[2].
1923—1931 йылдарҙа — балет артисы, балетмейстер, 1932—1933 йылдарҙа — Одесса опера һәм балет театрында балетмейстер. 1933—1937 йылдарҙа — Харьков, Днепропетровск, Киев опера һәм балет театрҙарының художество еткәсеһе[3].
1937 йылда А. Болотов менән бергә Украин ССР-ы халыҡ бейеүҙәре ансамблен ойоштора. 1937—1940 йылдарҙа — ансамблдә балетмейстер.
1940 йылдан 1943 йылға тиклем — Киев хәрби округының йыр һәм бейеү ансамблендә балетмейстер, 1943 йылдан 1955 йылға тиклем — А. Александров исемендәге Совет армияһы йыр һәм бейеү ансамбле балетмейстеры.
1955 йылдан — Украин ССР-ының Дәүләт бейеү ансамбленең художество етәксеһе (хәҙер Павел Вирский исемендәге Украина бейеү ансамбле).
Халыҡ традицияларына таянып, Вирский сағыу хореографик композиция төҙөй: «Запорожецтар», «Кукуруз яланында», «Ҡурсаҡтар», «Ҡул эшенә оҫта ҡыҙҙар», «Гопак», «Ползунец», «Беҙ Украинанан», «Моряктар», «Апалы-һеңлеләр», «Чумацкий шатлыҡтары», «Ой, сейә аҫтында», «Подоляночка», «Тал ни хаҡта илай», «Беҙ иҫләйбеҙ!», «Бухенвальд», «Ҡомалаҡ», « „Совет Украинаһы“ флотилияһы», «Шевчиктар» һ. б.
Ансамбль менән СССР һәм сит илдәр буйлап гастролдәргә сыға: Германия, ҠХР, Вьетнам (1956), Польша (1955), Англияла (1958), Франция һәм Австрия (1959), Испания (1969), АҠШ (1972) һ. б.
Киев хореографик училищеһында уҡыта.
1946 йылдан ВКП(б) ағзаһы
1975 йылдың 5 июлендә Киевта вафат була. Байково зыяратында ерләнә[4].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ағаһы — Алексей, репрессиялана, хәбәрһеҙ юғала.
- Беренсе ҡатыны — Ольга Максимовна Вирская, бейеүсе[5].
- Ҡыҙы — Ольга Павловна Вирская — музыкант, музыкаль педагог, Р. М. Глиэр. исемендәге Киев музыка институтында уҡыта.
- Икенсе ҡатыны — Вирская Валерия Семеновна (Котляр) (29.10.1930, Киев, УССР — 27.02.2016, Киев, Украина[6]) — балет артисы, балетмейстер, Украина ССР-ының халыҡ артисы (1964).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Украина ССР- ының атҡаҙанған артисы (1942)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1949)
- Украина ССР- ының халыҡ артисы (1957)
- СССР-ҙың халыҡ артисы (1960)
- Беренсе дәрәжәләге Сталин премияһы (1950) — А. Александров исемендәге КАППСА баш балетмейстер сифатында концерт-башҡарыу эшмәкәрлеге өсөн.
- Украина ССР-ының Т. Г. Шевченко исемендәге Дәүләт премияһы (1965) — 1964 йылғы концерт программаһы өсөн.
- СССР Дәүләт премияһы (1970) — Украин ССР-ының академия театрының дәүләт залындағы концерт программалары өсөн (1966—1969).
- Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949, ансамблдең 20 йыллығы менән бәйле; 1965)
- Ҡыҙыл Йондоҙ Ордены (1942)
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1975)
- Миҙалдар[7].
Театрҙарҙа балет ҡуйылыштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1928 — Р. М. Глиэрҙың «Ҡыҙыл сәскә» (Одесса опера һәм балет театры, Н. А. Болотов менән бергә)
- 1929 — «Эсмеральда», Ц. Пуни (Одесса опера һәм балет театры)
- 1932 — В. А. Фемелиди, «Карманьола» (В. В. Кригер етәкселегендә «Мәскәү художестволы балеты» , Н. А. Болотов менән бергә.
- 1933 — «Эсмеральда», Ц. Пуни (Н. Лысенко исемендәге Харьков оперы һәм балет театры)
- 1934 — "Раймонда, А. К. Глазунов (Н. Лысенко исемендәге Харьков опера и балет театры)
- 1936 — «Тоскандан мещан», В. Н. Нахабин (Днепропетровск оперы һәм балет, Т. Г. Шевченко исемендәге Киев опера һәм балет театры)
- 1960 — «Ҡара алтын», В. Б. Гомоляка (Т. Г. Шевченко исемендәге Киев опера һәм балет театры)
- «Аҡҡош күле», П. И. Чайковский
- «Корсар», А. Адан
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1977 йылдан Украина ССР-ының Дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле Вирский исемен йөрөтә.
- 1983 йылда Киевта балетмейстер йәшәгән йортҡа (Пустышев урамы, 10-сы һанлы йорт) мемориаль таҡтаташ ҡуйыла (скульпторы Н. Д. Марченко, архитектор Т. Г. Довженко).
- Одессала Вирский йәшәгән йортҡа (адресы: Новосельский урамы, 78), шулай уҡ мемориаль таҡтаташ ҡуйыла (скульптор Н. Худоль).
- Харьков өлкә дәүләт администарцияһы башлығының 26.07.2000 йылдың № 713 «Өлкә дәүләт администрацияһының мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә исемле стипендиялар булдырыу тураһында» күрһәтмәһенә ярашлы хореография сәнғәте өлкәһендә Павел Павлович Вирский исемендәге стипендия булдырыла, ул күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә, һәләтле йәштәрҙе дәртләндереү маҡсатында һәм шәхси ижади хеҙмәттәр өсөн билдәләнә[8].
- 2005 йылда Украинаның Милли банкы «Украинаның мәшһүр шәхестәре» серияһы хореографтың тыуыуына 100 йыл айҡанлы 20 000 дана 2 гривналыҡ иҫтәлекле тәңкәне әйләнешкә сығара.
- 2005 йылда Украинаның Почтаһы П. Вирскийҙың 100 йыллығына бағышланған 45 тин номиналында почта маркалары сығара.
- Украина Юғары Радаһының 2015 йылдың 11 февралендыге № 184-VIII ҡарары менән балетмейстерҙың тыуыуына 110 йыл дәүләт кимәлендә билдәләнә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Вирский Павел Павлович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ ВИРСКИЙ в энциклопедии балета 2015 йыл 23 июль архивланған.
- ↑ Театральная энциклопедия. Гл. ред. С. С. Мокульский. Т. 1 — М.: Советская энциклопедия, 1961, 1214 стб. с илл., 12 л. илл.
- ↑ Вирский Павел Павлович (1905—1975)
- ↑ Дочь Павла Вирского: «Сальвадор Дали принимал папу в своем особняке в Испании» — Газета «ФАКТЫ и комментарии»
- ↑ Умерла народная артистка Украины Валерия Вирская . Украинские новости. ukranews.com (27 февраль 2016).
- ↑ ВИРСКИЙ ПАВЕЛ ПАВЛОВИЧ (1905—1975)
- ↑ Присуждены премии им. А. С. Масельского за 2010 год и именные стипендии облгосадминистрации в области культуры и искусства — Новости — Харьковская областная государственная адм… 2016 йыл 4 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [ Вирский Павел Павлович] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Павел Павлович Вирский " История и развитие балета
- Ансамбль ім. П. П. Вірського > Історія > П. П. Вірський 2014 йыл 7 апрель архивланған. (укр.)(укр.)
- Офіційний сайт ансамблю ім. П.Вірського
- 25 февралдә тыуғандар
- 1905 йылда тыуғандар
- Одессала тыуғандар
- 5 июлдә вафат булғандар
- 1975 йылда вафат булғандар
- Киевта вафат булғандар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- СССР-ҙың халыҡ артистары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Украин ССР-ының халыҡ артистары
- Украин ССР-ының атҡаҙанған артистары
- XX быуат балет артистары
- СССР балет артистары
- Алфавит буйынса балет артистары
- XX быуат балетмейстерҙары
- Рәсәй балетмейстерҙары
- СССР балетмейстерҙары
- Алфавит буйынса балетмейстерҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XX быуат бейеүселәре
- XX быуат хореографтары
- СССР хореографтары
- Алфавит буйынса хореографтар
- КПСС ағзалары